Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Максим Ульчев Башҡортостан журналистарының төп бурысы хаҡында һөйләне
Фото: Валерий Шахов

Максим Ульчев Башҡортостан журналистарының төп бурысы хаҡында һөйләне

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев республика журналистарының МХО-ға ярҙам итеүе тураһында һөйләне. МХО темаһы ил өсөн дә, республика медиаберләшмәһе өсөн дә төп тема булып ҡалды.


Тармаҡ коллегияһы үҙ теләге менән Ватанды һағына баҫҡан коллегабыҙ – МХО-ла һәләк булған Бөрө районы «Победа» гәзитенең баш мөхәррире Винер Йыһаншиндың яҡты иҫтәлегенә арналған бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды.


Максим Ульчев әйтеүенсә, республика киң мәғлүмәт сараларында көнөнә МХО темаһы буйынса 115-тән ашыу материал донъя күргән. Дөйөм алғанда, яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре тураһында 40 меңдән күберәк материал һәм тапшырыу, радиола 1800-ҙән ашыу сюжет әҙерләнгән. Журналистар алғы һыҙыҡтағы хәл-торош, хәрбиҙәрҙең батырлығы, медицина хеҙмәткәрҙәре, башҡа белгестәр тураһында бәйән итә.


- Һис шикһеҙ, эксклюзив мәҡәләләр яу яланына барып ҡайтҡандан һуң яҙыла. «Башинформ» журналистары – өс, Нәшриәт йортонан 8 тапҡыр командировкаға сыҡтылар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының дүрт төркөмө 11 тапҡыр МХО-ға барҙы, әле лә Азат Саҙрыев һәм Айнур Кәбиров унда эшләй. Даими рәүештә махсус операция биләмәһенә барған хәрби хәбәрселәрҙең исемдәрен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Вәдүт Исхаҡов, Мөнир Ҡунафин, Артур Дәүләтбәков, Гүзәл Хәмитова, Руслан Шәрәфетдинов, Эдуард Ҡусҡарбәков, Лариса Абдуллина һәм башҡалар. Фиҙакәрлегегеҙ өсөн рәхмәт! - тине тармаҡ етәксеһе.


Үрҙә әйтелгән коллегаларыбыҙҙың материалдары Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән үткәрелгән «Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» конкурсының тәүге 20-һе иҫәбенә инде.


«Кызыл таң» гәзите редакцияһы республика Башлығы грантына МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында «Геройҙарыбыҙҙы данлайбыҙ!» тигән китап баҫтырып сығарҙы. Ишембайҙың «Восход» гәзитенең МХО яугире тураһында очеркы «Иғтибар үҙәгендә – ғаилә» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.


БСТ телеканалында «Һалдаттарға хат» проектының 36 сығарылышы - танылған шәхестәр, ирекмәндәр, МХО-ла ҡатнашыусылар ҡатнашлығында ҡыҫҡа метражлы фильмдар сыҡты. Программа «Фронт һыҙығы» халыҡ-ара кино һәм медиапроекттар фестиваленең ТВ өсөн номинацияһында призға һәм Борис Максудов исемендәге фестивалдә махсус бүләккә лайыҡ булды.


- Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылы – беҙгә артабан да медиа эшмәкәрлеген үҫтереү, уның сифатын яҡшыртыу, мәғлүмәт майҙанында дошмандарға ҡаршы тороу өсөн сигнал, - тип билдәләне Максим Владимирович.


Максим Ульчев тармаҡ вәкилдәрен Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновҡа Башҡортостан Матбуғат агентлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Ул республиканың мәғлүмәт агентлығын етәкләүҙән тыш, БСТ телеканалында «Честно говоря» медиапроекты авторы һәм етәксеһе лә. МХО биләмәһендә лә эшләне.


Шулай уҡ БСТ студияһы мөхәррире Ильяс Батыргәрәев, Редакция-нәшриәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков, Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова һәм башҡалар маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-04/maksim-ulchev-rasskazal-o-glavnoy-zadache-zhurnalistov-bashkirii-4143926



Автор: Ләйлә Аралбаева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә