Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәҙеллек даулау юлында
Ғәҙеллек даулау юлындаБыйыл республикала урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханын 26 041 кеше тапшырҙы. 100 балл берәүҙә лә юҡ. Ә 676 уҡыусы минималь балды ла (35) йыя алманы.

“Апелляцияға биргәндәрҙең араһында һынауҙы “икеле”гә тапшырғандар ҙа күптер. Улар нимәгә ризаһыҙлыҡ белдерә икән?” тигән ҡыҙыҡһыныу менән Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтына юлландыҡ. Әммә бында хәл бөтөнләй икенсе булып сыҡты.
— Апелляцияға 350 тирәһе ғариза ҡабул иттек. Уларҙың берәүһе генә минималь балл йыя алмаған уҡыусынан, — ти урыҫ теле буйынса республика предмет имтихан комиссияһының рәйесе Әлмира Ямалетдинова. — Күптәр бында дәғүә белдереү ниәте менән түгел, ә үҙ эшенә күҙ һалырға, танышырға килә.
Һәр эште айырым өҫтәлдә ике эксперт баһалай. Өфөнән Даниил Волков олатаһы менән килгән. Егет имтиханда 76 балл йыйған. Эшенең “б” өлөшөндә хата бөтөнләй юҡ. Иншаны ла 18 балға баһалағандар (әйтеүҙәренсә, был — юғары һөҙөмтә). Әммә тәүге өлөштә дүрт хата ебәрелгән. Даниил ошоноң өсөн дөйөм баһаны ныҡ кәметеүҙәренә ризаһыҙлыҡ белдереп, комиссия ағзаһы менән байтаҡ ҡына әңгәмәләште, үҙ фекерен ҡыйыу яҡланы. Һөҙөмтәлә килешмәүгә нигеҙ юҡлығы асыҡланды, ике яҡ уртаҡ һығымтаға килде.
Ғәҙеллек даулау юлында— Комиссия ағзалары дәғүәмдең дөрөҫ булмауына ышандырҙы, — тине ул беҙгә. — Хаталарға анализ яһап, бик яҡшы аңлатып бирҙеләр. Шулай ҙа бында килеүемде “бушҡа ваҡыт уҙғарыу” тип атамайым. Эшемдең һөҙөмтәһен, уның ғәҙел баһаланыуын күреп, күңелем тынысланды.
Салауат ҡалаһынан Евгений Сидоров та 76 балл йыйған. “Был минең өсөн көтөлмәгәнсә булды, — ти ул. — Юғарыраҡ баһа көтә инем”. Ысынлап та, Салауат егетенең һүҙе ниндәйҙер кимәлдә өҫкә сыҡты — эшенә өс балл өҫтәргә ҡарар иттеләр. “Алыҫтан килеүем юҡҡа булманы. Өс балл да һәйбәт ул”, — тип ҡәнәғәтлеген йәшерә алманы Евгений.
Ә бына Өфөнән бер әсә (исемен яҙмауҙы һораны) комиссия ағзалары менән бер нисек тә риза булмайынса ҡайтып китте. Ҡыҙы 72 балл йыйған.
— Һанап ҡарауымса, 80-дән ашыу булырға тейеш, — тип сыҡҡас та тыныслана алмай ҡаңғырҙы әсә. — Балды нисек һанайҙарҙыр, белмәҫһең...
Тағы ла бер ҡатын иғтибарҙы йәлеп итте. Ике сәғәткә яҡын сыҡмайынса, комиссия ағзаларын хәлдән тайҙырған әсә беҙҙең дә күңелде төшөрҙө. “Гәзит кешеләре менән һөйләшмәйем мин!” — тип фырт ҡына китеп барҙы. Проблемаһы шулай ҙур булһа, ғәҙелһеҙлектән йөрәге әрнеһә, уй-хисен уртаҡлашмайынса ҡалмаҫ ине, моғайын.
Ғөмүмән, апелляция, ҡайһы бер ата-әсәнең үҙ һүҙен бирмәй ныҡышыуына ҡарамаҫтан, бик тыныс шарттарҙа барҙы. Бында ҡабул итеүселәрҙең үҙ һөнәренең оҫтаһы, кешелекле, ипле булыуы ҙур роль уйнаны. Төшкә ҡәҙәр барыуыбыҙ сәбәпле, килгәндәрҙең күбеһе Өфөнән булды.
— Райондыҡылар ҙа байтаҡ. Тик улар көндөң икенсе яртыһына ҡалыусан, — тине комиссия ағзалары.
Уҡыусыларҙың сит телдәр һәм химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе лә билдәле булды. Балл менән риза булмағандар бөгөн иртәнге 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120) апелляцияға ғариза бирә ала, apellyacia@mail.ru электрон адресына ла ебәрергә мөмкин.
Д. ИШМОРАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә