11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә 11.06.2026 // Йәмғиәт
Ул бер сәғәткә ҡыҫҡара....

Апрелдә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Башҡортостан ветерандарына аҡса түләнә
Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе ветерандарға бер тапҡыр аҡса түләй.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, уларҙың тол ҡатындарына, шулай уҡ «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе» билдәләре менән бүләкләнгән граждандарға һәм элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына бер тапҡыр 80 мең һум аҡса бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда (алты айҙан да кәм түгел) эшләгәндәргә, шулай уҡ һуғыш йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден-миҙалдары менән бүләкләнгәндәргә һәм элекке нацистик концлагерь, төрмә, геттоларҙың бәлиғ булған тотҡондарына 55 мең һум түләнә.
Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов әйтеүенсә, әле республикала үрҙә әйтелгән түләүҙе алырға хоҡуҡлы 7,5 меңдән ашыу граждан, шул иҫәптән 116 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид йәшәй. Аҡса апрель пенсияһы менән бергә бирелә.
Рәсәй президенты указы тураһында тулыраҡ «Башинформ» яҙып сыҡҡайны.
11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә 11.06.2026 // Йәмғиәт
Ул бер сәғәткә ҡыҫҡара....
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт
«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....
Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....
Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы 10.06.2026 // Йәмғиәт
Ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай....
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......
Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте 10.06.2026 // Йәмғиәт
Йәшенле ямғыр яуыуы һәм елдең көсәйеүе ихтимал....
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды 10.06.2026 // Йәмғиәт
Был юлы ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәгән....
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы 09.06.2026 // Йәмғиәт
Тауыш биреү 12 июндә тамамлана....
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...
Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт
Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....
«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт
Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......
Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......