Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Көлкөлө монолог
Йәмәғәт! Таныш булайыҡ: мин — әкиәттәге Солтан. Бер заман шулай төш күреп ятам: әкиәттән һеҙҙең заманға килеп сыҡҡанмын, имеш. Тарантасҡа пар ат ектереп, Стәрле — Өфө юлы менән китеп барам шулай. Ҡапыл алда бер әҙәми зат пәйҙә булмаһынмы!
— Тррр-рр! Стоп! Мин — гаишник! — ти. Полосатый уҡлау күтәргән.
— Автогражданка оформить иттеңме? — ти.
— Чауа, чауа, — мин әйтәм, — кит бынан, мин — Солтан! — тим.
— Һин минең өсөн Солтан түгел, һин минең өсөн олтан! — ти теге.
— Нимә ул, — мин әйтәм, — автовражданка?
— Вражданка түгел, гражданка, — ти теге. — Тарантасыңды страховкать иттеңме? — ти. Уныһы нимә була тағы тигәс:
— Страховка ул — алтыныңды биреү, — ти теге.
— Етмеш ете ҡатынымды бирһәм бирәм, алтынымды бирмәйем! — тип тәхет таяғы менән тегенең полосатый уҡлауын һуғып һындырҙым. Һаман бәйләнә теге.
— Аттарың нисә ат көслө? — ти.
— Күҙең сыҡҡанмы ни, — мин әйтәм, — ана бит тарантасҡа ике ат егелгән! — тим.
— Ә ниңә аттарыңдың артында госномер юҡ! — ти теге. — Угнал, да? — ти. Кеҫәһенән төймәле һабын һауыты сығарҙы ла:
— Внимание, всем постам! Начинаем операцию “Захват”! — тип аҡыра башланы. Вәт зәхмәт!
— Кемде захватывать итәһегеҙ? — тим.
— Кемде булһын, һине! — ти.
— Һуң, мин бында бит инде. Бер ҡайҙа ла ҡасмағанмын, — тим.
— Ҡасҡандарҙы полиция тоталмай, беҙгә һинең кеүек ҡасмағандар кәрәк, — ти теге. Ярай әле күсерем башлы. Аңлап алған быға нимә кәрәген. Тегеңә бер тоҡ алтын ырғыттыҡ та алға елдерҙек. Теге: “Внимание, всем постам! Операция “Захват” отменяется! Я уже захватил что нужно”, — тип тороп ҡалды. Тоғон ҡосаҡлап. Шатлығынан илай, меҫкен.
— Алтын өсөн рәхмәт, Солтан, минән һиңә бер суртан, — ти. — Берәй балыҡсы шоферҙы ҡаптырғас бирермен, — ти.
Алтын әкиәттә генә ҡөҙрәтле тиһәм, һеҙҙең заманда ла шулай икән. Шул алтынға, һеҙҙеңсә әйтһәк, аҡсаға теләһә ниндәй дүкәмит һатып алып була, ти хәҙер. Хатта юғары белемде лә, кандидатскийҙы, докторскийҙы ла. Бер вәзиремдең бажаһы һөйләп торҙо. Вуз тигән йортҡа быйыл бер бәрән, һигеҙ һыйыр, туғыҙ тана, һикһән һарыҡ, ҡырҡ туғыҙ ҡаҙ, бер көтөү күркә, шуларға эйәреп улыбыҙ ҙа инеп китте, ти. Бер бәрән тигәне шул улылыр инде. Шул бәрән, бер ай уҡыған да, һарыҡ булып сығып киткән. Әҙер диплом һатып алған. Ҙур ғалим буласаҡмын, тип әйтә, ти.
Төшөмдә һеҙҙең заманға килеп сыҡҡанмын, имеш, тигәйнем бит. Шулай, бармағыма шырау кергән, имеш. Бер частный булнисҡа барҙым. Мин — Солтан, тигәс, аңламай торҙолар. “Мин — бай, аҡсам күп!” — тигәйнем бөтә булнис персоналы ябырылды яныма. Иҙән йыуыусыларға ҡәҙәр. Ышвабра тотоп. Психиатр, педиатр, невролог, онколог, гинеколог, дерматолог, ортопед, логопед, тағы әллә кемдәр. Хатта ҡайҙандыр ишетеп, бер астролог та килеп еткән. Был әҙәм кәзәмөгөҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуған, уны мин дауалайым, ти. Хирургтар операцияларын ташлап килгән. Береһе ярты үпкә тотҡан, икенсеһе — һигеҙ метр эсәк. Бөтәһе лә аҡса өмөт итә. Һәр береһе үҙенсә диагноз ҡуя. Береһе, был — аҡһаҡ, ти. Икенсеһе, ҡабырғаһы тура түгел, кәкрәйгән, ти. Өсөнсөһө, табанын йөн баҫҡан, ти. Дүртенсеһе, сәсенә ҡан һауған, ти. Бишенсеһе, ҡанында шәкәр күп, ти. Ә диетолог әйтә, шәкәрендә ҡан күп, ти. Кардиолог: “Стоп! Йөрәге туҡтаған бының! — ти. — Атипичный куриный грипп”, — ти. Шунан бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һанап киттеләр, мин һиңә әйтәйем! “Эсәктәре уралған, күҙенән нур юғалған, һөйәктәре серегән, подшипнигы эрегән, бауырҙары кәлшәйгән, быуындары бөршәйгән, йөрәген май ҡаплаған, баш һөйәге сатнаған, бөйөрҙәрен таш баҫҡан, ашҡаҙанын аш баҫҡан, баш мейеһен мүк баҫҡан, ҡолағына эт баҫҡан...” Ҡуймаған диагноздары ҡалманы. Сестра исемле бер ҡыҙ, күмпәтер тигән тартманың төймәләренә баҫҡыланы ла:
— Господин Солтан, анализдар биреп тормағыҙ, һеҙгә хатта телегеҙҙе күрһәтеүҙең дә хәжәте юҡ, — ти. Нимәмде күрһәтәйем һуң улай булғас, тигәйнем, бакстарығыҙҙы күрһәтегеҙ, ти. Сисенә башлағайным, былар көлөргә тотондо. Баҡһаң, ул бакс тигәндәре аҡсаны аңлата икән. Әпәт аҡса! Һуң, мин әйтәм, бармағыма шырпы ғына кергән бит минең, шуны ғына алығыҙ, тим. Ниндәй шырпы ул хәҙерге заманда, тиҙәр. Японский зажигалка керһә, алыр инек, тиҙәр...
Башым әйләнеп китте. Аҡылдан яҙам, мин әйтәм. Мин, аҡылдан яҙам, тигәс, психиатрҙың шатланғанын күрһәгеҙ икән! Үрле-ҡырлы һикерә! Үгеҙ булып үкерә! “Пошли, господин Солтан, покажу тебе суртан!” — ти. Психбулнисҡа алып китте. Алтын тулы тоҡтарың өсөн борсолма, үҙем урынлаштырырмын, ти.
Эй, туғандар! Сит ерҙәрҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән шул. Китәм, әкиәтемә кире инеп китәм!..
Рәдиф ТИМЕРШИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә