Рәсәйҙә инвалид балалар дәүләт лагерҙарында ял итергә мөмкин 22.01.2025 // Йәмғиәт
Рәсәйҙә инвалид балалар дәүләт лагерҙарында ял итергә мөмкин...
Бюджет клиникалары тураһында кәлимә һүҙ
Башҡортостандың ниндәй клиникаларында дауаланыу яҡшыраҡ? Шәхси йәки дәүләт дауаханаһындамы? «Башинформ»дың әҙәби мөхәррире Алик Шакиров ошо хаҡта фекер йөрөтә.
Бер нисә йыл элек, сираттағы Яңы йыл алдынан, уны ҡаршыларға өс көн ҡалғас, минең менән көтөлмәгән хәл булды: миңә Өфөнөң дәүләт бюджет клиникаларының береһендә операция яһатырға тура килде. Ҡатмарлы операция уңышлы үтте, мин бер ай табип күҙәтеүендә булырға тейеш инем, әммә бер аҙнанан уҡ сығарҙылар. Операцияға тиклем бер нисә көн, унан һуң аҙна буйына дауаханала ятыу миңә ул саҡта беҙҙең медицинаның торошон күҙәтергә мөмкинлек бирҙе. Шул ваҡыттан алып бер нисә йыл үтһә лә, хәл насарланманы, киреһенсә, ул күпкә яҡшыраҡ та, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.
Сырхап киткәс, миңә йәшәгән урын буйынса поликлиникала оҙаҡ сиратта тормаҫ өсөн шәхси клиникала түләүле консультация үтергә тура килде. Уның минең сир буйынса күптән эшләгән тәжрибәле табип икәнен әйткәйнеләр. Табип, ысынлап та, үҙ эшенең оҫтаһы булып сыҡты, шунда уҡ диагноз ҡуйҙы һәм тиҙ арала операция талап ителә, тине. Шунда уҡ үҙенең хеҙмәттәрен тәҡдим итте: йәнәһе, оҙаҡ йылдар ошондай операциялар эшләй, йөҙ процентҡа уңышлы үтә. Бөтә анализдар ҙа тиҙ генә ошо шәхси клиникала яһала.
- Был күпме тора? - тип һораным мин унан.
- Әлбиттә, бындай операциялар арзан түгел, - тине ул, һәм уның бер нисә тиҫтә мең һум тороуын әйтте.
- Ярай, уйлармын, - тип яуапланым, һәм шул уҡ көндө таныш табиптар менән кәңәшләшә башланым. Бындай операцияны бушлай, медицина полисы, Медицина страховкалау фонды аша эшләтергә мөмкин, тине улар миңә. Күпмелер ваҡыттан һуң республика дәүләт клиникаларының береһенә юллама бирҙеләр, шунда, әйтеп үткәнемсә, миңә уңышлы операция яһанылар. «Яҙмыш шаярыуы...» исемле популяр кинокомедиялағы артист Мягковтың (Евгений Лукашиндың) осраҡлы танышҡан Надя хаҡында: «Ул тәмле бешерә. Мин ашап ҡараным!» тигән кеүек, хәҙер мин дә: «Беҙҙең бюджет клиникаларында һоҡланғыс табиптар эшләй, улар уңышлы операциялар яһай. Үҙемдә һынаным!» тип әйтә алам.
Әлбиттә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы финанслаған республика һәм Өфө ҡалаһы дауаханаларында сервисты һәм хеҙмәтләндереүҙе шәхси клиникалар менән сағыштырып булмай. Унда ҙур аҡса түләгән өсөн һәр ауырыуға айырым ҡараш, һәр береһе айырым палатала ята, туҡлыҡлы төшкө аш килтерелә. Бюджет клиникаһында иһә бер палатала ете кеше яттыҡ.
Улар араһында яңы ғына операция үткәргән ҡаты сирлеләр ҙә бар ине. Кемдер төнөн ыңғыраша, кемдер ныҡ хырылдай, хатта стеналар һелкенеп ҡуя кеүек. Бында ниндәй йоҡо булһын инде! Бөтәһенә бер ашхана. Ҡала дауаханаларында насар ашаталар, тәмһеҙ бешерәләр, тигәнде ишетергә, был хаҡта уҡырға тура килгәйне. Ләкин был дөрөҫ түгел. Көнөнә өс тапҡыр ашаталар, бынан тыш, емеш-еләк, кефир бирәләр. Ашханала һәйбәт бешерәләр, ашарға мөмкин. Һәр хәлдә мин ас ятманым, яҡындарыма ашарға килтермәҫкә ҡуштым. Беренсе ҡатта, ҡабул итеү бүлмәһе янында, буфет бар, унда ҡамыр ризыҡтары, колбаса, һуттар, минераль һыу, кондитер изделиелары, көндәлек кәрәк-яраҡтар һатып алырға мөмкин.
Пациенттарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, шәфҡәт туташтары ла, санитаркалар ҙа иғтибарлы. Табиптар хаҡында әйтеп тә тормайым. Мин үҙем ятҡан клиниканы атамайым, ләкин һуңғараҡ, операциянан һуң сыҡҡас, махсус рәүештә республика һәм ҡала дауаханаларының табиптар персоналы менән ҡыҙыҡһындым. Уларҙың һәр береһендә тиерлек Башҡорт дәүләт медицина университетының профилле кафедралары эшләй. Мин операция яһатҡан клиникала ла ул бар, һәм уны республикала билдәле хирург, медицина фәндәре докторы, профессор, йыл табибы етәкләй. Уның етәкселегендә юғары категориялы докторҙар эшләй, уларҙың иҫәбендә - тиҫтәләрсә һәм йөҙҙәрсә ҡатмарлы операция. Дауаханала ятҡан көндәрҙә палаталағы иптәштәремде нисек операцияға әҙерләүҙәрен, һуңынан уларҙың нисек һауығыуҙарын, табиптарға рәхмәт әйтеүҙәрен күҙәттем.
Шәхси клиникаларҙа медицина ҡорамалдары, препараттар, технологиялар, дарыуҙар менән эштең нисек тороуын белмәйем, ләкин мин ятҡан бюджет дауаханаһында барыһы ла һәйбәт ине. Анализдар әҙерләнгән лаборатория теүәл, сәғәт кеүек эшләне, һөҙөмтәләр тиҙ бирелә ине. Магнит-резонанс томографияһы (МРТ), компьютер томографияһы (КТ), рентгенология кабинеттары бар. Шәхси клиникаларҙың ҡиммәт хаҡҡа кешене ентекле тикшерергә, ауырыуҙы асыҡларға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға мөмкинлек биргән импортлы МРТ аппаратын һатып алырлыҡ хәлдә булыуына шикләнәм. Ә бюджет дауаханаһында ул бар. Тап ошо ҡорамал ярҙамында бюджет клиникаларында табиптар сирлеләрҙе ҡотҡара. Ә ҡайһы берҙә ошо уҡ табиптарға шәхси клиникаларҙағы коллегаларының «хаталарын» төҙәтергә тура килә. Салауат ҡалаһында, мәҫәлән, бер ҡатын шәхси клиникала операция яһатҡандан һуң ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенә эләккән, бындағы табиптар пациенттың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған.
Әле илебеҙҙә страховкалау медицинаһының торошо һәм уны үҫтереү тураһында һөйләшеүҙәр, бәхәстәр күп. Күпселек осраҡта уны әрләйҙәр. Йәшәгән урын буйынса поликлиникаға яҙылыу, поликлиникаларҙың, участка табиптарының эшенә дәғүәләр байтаҡ. Барыһы ла шулай. Ләкин сирлеләрҙе стационарҙа дауалау хаҡында һүҙ алып барғанда, беҙҙең страховкалау медицинаһының ошо сегментында ғорурланырлыҡ нәмәләр бар тип иҫәпләйем. Эйе, ҡайһы берҙә табип хаталары була, уларҙан бер кем дә страховкаланмаған, хатта иң тәжрибәле, оҫта табип та. Табиптар операция барышында кемделер ҡотҡара алмаған, кемдеңдер балаһы тыуғанда үлгән. Ошо айырым осраҡтар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең журналистар ярҙамы менән шунда уҡ йәмәғәтселеккә билдәле була. Баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларында үлтереүсе табиптар, уларҙың ҡаты күңеллелеге, вайымһыҙлығы, компетентһыҙлығы тураһында мәҡәләләр һәм сюжеттар сыға. Кешеләр айырым эпизодтарҙы дөйөмләштереп, медицинабыҙ, табиптар тураһында кире фекер йөрөтә башлай, ә дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа көн дә үҙ эшен башҡарған, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарған меңләгән табиптарҙы иҫәпкә алмай.
Совет заманында «Аҡ халатлы кешеләр» тигән йыр бик популяр ине, уны йыш ҡына радио аша яңғыраттылар, эстрадала йырланылар. Ул саҡта табиптарҙың абруйы бик юғары булды, властар ошо абруйҙы дәүләт кимәлендә һаҡларға тырышты: уларға эшләргә шарттар тыуҙырҙы, табиптарҙың фиҙаҡәрлеге, табип бурысы тураһында бына ошондай йырҙар, һоҡланғыс фильмдар, китаптар ярҙамында һөнәрҙе пропагандаланы. Хәҙер «Аҡ халатлы кешеләр» йырын йырламайҙар, уның хаҡында бөтөнләй оноттолар. Бер кем дә табиптар тураһында яңы йырҙар ижад итмәй, табиптар тураһында романдар ҙа яҙмай. Ә телеканалдарҙа барған дауаханаларҙың, медиктарҙың эше тураһында бик күп сериалдар - табип һөнәренә пародия ғына.
Күптәр дәүләт, страховкалау медицинаһы менән дә, ҡалабыҙҙағы бихисап шәхси медицина клиникаларының эше менән дә таныштыр тип уйлайым. Ләкин ошо шәхси клиникаларҙың күбеһендә, таныш медиктар һөйләүенсә, дәүләт стационарҙары һәм поликлиникалары табиптары эшләй, дөрөҫөрәге, өҫтәмә аҡса эшләй. Әлбиттә, шәхси клиникала йәки дәүләт клиникаһында дауаланырғамы – быны һәр кем үҙе һайлай. Әгәр Яңы йыл алдынан йәнә көтмәгәндә сирләп китһәм (Хоҙай ҡушмаһын), мин, ете урынлыҡ дөйөм палатала ятырға тура килһә лә, страховкалау полисын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, туп-тура бюджет дауаханаһына йүгерермен. Беренсенән, хәҙер мин ундағы табиптарға тулыһынса ышанам, икенсенән, хаҡлы ялдағы күпселек коллегаларым, хәйер, пенсионерҙарҙың ғына түгел, шулай уҡ ябай граждандарҙың кеүек, минең дә аҡсам күп түгел. Яҡын арала уның күп булыуы көтөлмәй ҙә.
Ышандырыу өсөн түбәндәге белешмәне килтерәм:
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә йомғаҡ яһалған республика хөкүмәте ултырышында 2024 йылда тармаҡтың яҡынса 120 миллиард һумға финансланыуы билдәләнде, был унан элеккегә ҡарағанда 10 проценттан ашыуға күберәк. 2024 йылда төбәктә 178 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлгән һәм ремонтланған.
Яңы медицина объекттарҙы төҙөү һәм булғандарын реконструкциялау эштәре әүҙем алып барылды. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу темптары артты, санитар автотранспорт һатып алынды. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса 7 объект төҙөлә, 9-ында капиталь ремонт яһалған. Шулай уҡ 135 модулле конструкция, 4 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы ҡуйылған. Бер йыл эсендә санитар автопарк 206 яңы автомобиль менән тулыланған.
Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа беренсел звенолағы авария хәлендәге биналарҙың өлөшө 3 тапҡырға тиерлек кәмегән. Быйыл медицина ойошмалары өсөн дөйөм суммаһы 666 миллион һумға 4 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы, шул иҫәптән 28 берәмек ауыр техника һатып алынған. Өфө ҡалаһының медицина ойошмаларын яңыртыу программаһы эшләй. 2025 йылда 10 объектты капиталь ремонтлау, 22 берәмек ҡорамал, мебель һәм ойоштороу техникаһы һатып алыу, 2029 йылға тиклем дөйөм суммаһы 8 миллиард һумға 118 объектты төҙөкләндереү, 18 297 берәмек ҡорамал, мебель һәм ойоштороу техникаһы һатып алыу күҙаллана.
Республиканың бюджет клиникаларында алдынғы медицина технологиялары, ядро медицинаһы, яһалма интеллект индерелә. Юғары технологиялы хирургия операциялары яһала; Башҡортостан - трансплантация үткәреү һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбендә.
«Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты» проекты үҫешә, уның ярҙамында ауыл халҡына һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтелә, фельдшерҙың дистанцион рәүештә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асыу, электрон рецепт яҙып биреү, телемедицина консультацияһы үткәреү мөмкинлеге бар. Быларҙың барыһы менән дә республика халҡы бушлай файҙалана ала.
https://www.bashinform.ru/news/viewpoint/2025-01-15/o-byudzhetnyh-klinikah-zamolvite-slovo-4083008
Рәсәйҙә инвалид балалар дәүләт лагерҙарында ял итергә мөмкин 22.01.2025 // Йәмғиәт
Рәсәйҙә инвалид балалар дәүләт лагерҙарында ял итергә мөмкин...
Башҡортостанда тағы 18 кадрҙар үҙәге асыла 22.01.2025 // Йәмғиәт
Башҡортостанда тағы 18 кадрҙар үҙәге асыла...
Тотош уҡырға 13
Республика ирекмәндәре пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юлланды 22.01.2025 // Йәмғиәт
Республика ирекмәндәре пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юлланды...
Тотош уҡырға 18
Башҡортостанда һунарсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн имтихан тапшырырға кәрәк 22.01.2025 // Йәмғиәт
Башҡортостанда һунарсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн имтихан тапшырырға кәрәк...
Тотош уҡырға 17
Шишмә районы башлығы 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының хәлен белеште 22.01.2025 // Йәмғиәт
Шишмә районы башлығы 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының хәлен белеште...
Тотош уҡырға 20
Ишле ғаиләләргә түләүле трассаларҙа бушлай йөрөргә рөхсәт итеүҙәре ихтимал 21.01.2025 // Йәмғиәт
Ишле ғаиләләргә түләүле трассаларҙа бушлай йөрөргә рөхсәт итеүҙәре ихтимал...
Тотош уҡырға 35
Дәүләт Думаһы балаларға тәмәке һатҡан өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһында закон ҡабул итте 21.01.2025 // Йәмғиәт
Дәүләт Думаһы балаларға тәмәке һатҡан өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһында закон ҡабул итте...
Тотош уҡырға 27
Башҡортостандың мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды 21.01.2025 // Йәмғиәт
Башҡортостандың мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды...
Тотош уҡырға 34
23 ғинуарҙан Өфөнән Новосибирскиға авиарейстар арттырыла 21.01.2025 // Йәмғиәт
23 ғинуарҙан Өфөнән Новосибирскиға авиарейстар арттырыла...
Тотош уҡырға 28
Ҡыш көнө тышта физкультура дәрестәре өсөн температура нормалары ниндәй булырға тейеш 21.01.2025 // Йәмғиәт
Ҡыш көнө тышта физкультура дәрестәре өсөн температура нормалары ниндәй булырға тейеш...
Тотош уҡырға 19
Борай районында йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән тәбрикләнеләр 21.01.2025 // Йәмғиәт
Борай районында йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән тәбрикләнеләр...
Тотош уҡырға 20
Башҡортостанда һыуыҡтар көтөлә 21.01.2025 // Йәмғиәт
Башҡортостанда һыуыҡтар көтөлә...
Тотош уҡырға 21