Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхәт йәшәү бәхетле йәшәүҙе аңлатмай
Үҙеңдең генә мәнфәғәтеңде ҡайғыртма.

Былтырғы “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙҙа 1000 ир-егеткә уртаса 1134 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Малайҙар күберәк тыуа (1000 малайға – 940 ҡыҙ), әммә 34 йәштән иҫәп ҡатын-ҡыҙ файҙаһына үҙгәрә. 70-тәге ҡатын-ҡыҙ һаны тиҫтер ир-аттыҡынан 2,4 тапҡырға артығыраҡ була.

Ни өсөн ғаиләләр тарҡала?

Бөгөн Рәсәй ҡатын-ҡыҙының уртаса эш хаҡы ир-егеттәр­ҙе­ке­нең 74 процентын тәшкил итә. Са­ғыштырыу өсөн: 2005 йылда ул 60 процент ине. Совет осоронда, 1994 йылға тиклем тиерлек, беҙҙә ҡатын-ҡыҙ беренсе ба­лаһын уртаса 19 йәштә тапҡан, хәҙер иһә – 26 йәштә генә. Беренсе һәм икенсе бала араһын­дағы арауыҡ та һиҙелерлек артты: 1994 йылға тиклем ул 22 ай тәшкил итһә, бөгөн – 67,6 ай. Икен­се бала табырға теләмәгән әсәләр һаны 46 процентҡа кәмене.

Был яңы феномендың – sandwich generation (“сэндвич-быуын”) – барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итте: ҡатын-ҡыҙ, үҙенең ата-әсәһе ҡартайып ауырый башлағас, беренсе балаһын таба, тимәк, улар­ҙан ярҙам көтәһе урынға, ололар­ҙың үҙҙәре тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Был уның эш хаҡының, пенсияһының кәм булыуына алып килә.

Бөгөн Рәсәйҙә 6,2 миллион ба­ла тулы булмаған ғаиләлә тәр­биәләнә, был күрһәткес һуңғы йыл­дарҙа 30 процентҡа артҡан. Яңғыҙ әсәләр һаны 5,6 миллион тәшкил итә, ҡалған 634,5 меңен яң­ғыҙ атай­ҙар ҡарай. Һәр өсөнсө ата-әсә үҙ балаларына алимент түлә­мәй. 27,3 миллион ба­ланың 5,6 миллионы (21 проценты) атай тәрбиәһен күрмәй үҫә.

Эш хаҡының түбән булыуы ғаи­лә тормошонда насар эҙем­тәгә килтерә. Ҡатын-ҡыҙҙың бәғ­зеһе, бала тыуғас, уны үҙе генә ҡа­рай алмаясағын аңлай, уны дәүләткә тапшыра. Дәүләт иһә ҡулайлаш­тырыу маҡсатында, уларҙы башҡа ғаилә­ләр­гә тәрбиәгә бирә. Асыҡла­ныуынса, уларҙың күпселеге был балаларҙы башлыса тик аҡса эшләү өсөн генә тәрбиәгә ала.

Яңы йәмғиәт өсөн бала табыу моданан сыҡты. Көнбайыш Европа дәү­ләт­тәрен генә алып ҡарайыҡ. “Чайлдфри” тигән төшөнсә шунда барлыҡҡа килде бит: ғаиләләр өсөн бала табыу мөһим түгел, үҙең өсөн йәшәргә кәрәк, йәнәһе. Был үҙгәреш Европа дәүләт­тәре­нең сәйәсәтендә лә сағылыш тапты. Икешәр тапҡыр никахта бул­ған Ангела Меркель менән Тере­за Мэйҙың, мәҫәлән, балалары юҡ.

Айырылышыуҙың күпселеге ҡатындарҙан башлана. Уртаса 68 – 75 процент осраҡта айырылышыу мәсьәләһен улар ҡуҙғата. Белгес­тәр быны төрлө сәбәп менән аңла­та. Ҡатын кеше айырылышыуҙы еңелерәк һәм тиҙерәк кисерә. Был хәлгә күнегеү өсөн ирҙәргә уртаса 1,5-2 йыл кәрәк булһа, ҡатын-ҡыҙ ике тапҡырға тиҙерәк стрестан арына.

Был парадоксты ошолай аңла­тырға мөмкин: хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе ғаилә ҡороу өсөн түгел, ә башлыса кеше һүҙенән ҡотолоу ниәтенән кейәүгә сыға. “Кейәүгә сыға алмаған, бала тапмаған” тигән мөһөрҙән ҡасыу теләге ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙы “кейәүгә сығара” ла инде.
Исем өсөн бер нисә йыл никах­та йәшәп, тейешле “алиби” бул­дырғас, төрлө һылтау табып (бын­да башлыса ир ғәйепле), айырылышалар ҙа үҙ иркенә йә­шә­үен дауам итәләр, сөнки бөгөн ҡатын-ҡыҙ өсөн ирҙең кәрәге юҡ. Ирҙең эскесе, ала­ма холоҡло булыуы бар. Уны тәр­биәләп этлән­гәнсе, яңғыҙ йәшә­үең яҡшыраҡ. Кемдер тыныс ҡына көн күрә, бәғзеләре үҙ сафын тулыландырыу өсөн бүтән ғаилә­ләрҙе тарҡатыу ғәмәленә тотона.

Шуныһы ғәжәп, йәмғиәт тә ни өсөндөр ҡатын-ҡыҙ яҡлы. Мигранттар хеҙмәтен өҫтөн ҡуйыу башлыса беҙҙең ир-атты эшһеҙ ҡалдырып, уның ғаилә башлығы тигән статусын түбәнәйтте.

Никах килешеүе ҡотолоу юлы түгел

Ғаиләлә ир кешенең биләгән урыны тураһында һорашҡанда, өс кешенең икеһе уның төп бурысы тип балаларын, ҡатынын матди яҡтан тәьмин итергә тейешлеген билдәләп үтә: “ғаиләлә ирҙәрҙең төп бурысы берәү генә булмайҙыр ул. Сексһыҙ йәшәп була, ашамай йәшәп булмай. Әгәр ҙә беренсе, икен­се, өсөнсө урындарға нимә ҡу­йыр инегеҙ, тиеберәк һораһағыҙ, ошо­лайтып яуаплар инем. Беренсе урында – ғаиләһен тәьмин итеү, икенсе урында – секс, әлбиттә, ул ирҙең бурысы, күршеһенеке түгел инде, өсөнсө – яҡшы атай һәм ир булыу. Йылдар үтеү менән икенсе һәм өсөнсө урындар алмашынып та ҡуя”. Тарихи күҙлектән дә был дө­рөҫкә тура килә һымаҡ. Мамонтты тик көслө зат ҡына аулай алған. Бөгөн дә, иҡтисади күҙ­лектән ҡара­ғанда, ир-ат өлөшөнә етештерелгән тулайым продукт­тың өстән ике өлө­шө тура килә, ҡатын-ҡыҙҙың эш­ләгән халыҡ араһында күпселекте (56 процент) тәшкил итеүенә ҡарамаҫтан. Быға быуаттар буйы өйрәнеп тә бөткәнбеҙ – ир кеше өйгә күберәк алып ҡайта.
Бында тағы бер сағышты­рыу­ҙы күрһәтеү урынлы булыр. Был йә­һәттән йәнлектәр батшаһы арыҫ­ланды күҙәтеү ҡыҙыҡ һығым­таларға килтерә.

Үҙенең ғаилә­һендә (прайдында) ата арыҫлан һирәк һунар итә – буйвол, бегемот һымаҡ тик көслө­ләренә ярҙам формаһында ғына. Ашарға башлыса инә арыҫландар таба. Улар йыҡҡан антилопа-зебраны ата арыҫлан беренселәрҙән булып ашай. Уның төп бурысы – прайдты башҡа ата арыҫландарҙан һаҡ­лау. Икенсе көслөрәк ата арыҫлан килеп, уның ғаиләһен яулап алһа, ул тәү сиратта теге­нән тыуған балаларҙы үлтерә. Яңыраҡ күрһә­телгән бер сюжет оҡшаны. Прайд артынан күҙәткән ғалимдар, ата арыҫландың бүк­кәнсе ашап туйып, йоҡоға талға­нын көтөп тора ла өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан динамиктан икенсе ата арыҫлан­дың үкергән тауышын ҡуя. Быны ишеткән “ир”, тәмле йоҡоһонан тора һалып, шул яҡҡа сапты.

Хужа кеше, ниндәй генә көсһөҙ, хәлһеҙ булмаһын, ғаиләне башҡа­ларҙан һаҡлап тора. Сит ир яҡшы белә: уның ҡатынына, ғаиләһенә ымһынырға ярамай: хужаның реакцияһын белеп булмай – үлтереп тә ҡуйыуы бар.

Өйҙә ирҙең урыны түрҙә була. Быны йыш ҡына ихтирам билдәһе тип ҡабул итәләр. Ә ишеккә арҡаңды ҡуйып ултырырға ярамай, сөнки ингән кеше, бәлки, үлтерергә килгән дошмандыр. Түрҙән бар нәмә күренеп тора. Был – мәмерйә­лә меңәр йыл йәшәгән ата-баба­ларҙан һаҡланып килгән инстинкт.

Ғөмүмән, беҙҙең илдә күптән ин­де ғаиләгә ҡаршы “һалҡын һу­ғыш” бара. Халыҡ иҫәбен алыу мә­ғ­лү­мәттәре буйынса, һуңғы 20 йылда рәсми никахта торған ғаилә­ләр­ҙең һаны алты миллионға кәме­гән, шул уҡ ваҡытта ғаилә ҡорорлоҡ кешеләрҙең иҫәбе һигеҙ миллионға артҡан. Шул уҡ сериалдарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Америка ғалимдары иҫәпләүенсә, ошо “санта-барба­ра­ларҙы” ҡарау арҡаһында һуңғы 20 йылда Бразилияла өс миллиондан артыҡ ғаилә тарҡалған, 800 меңгә кәмерәк бала тыуған.

Ҡунаҡ никахы, һы­нау никахы, граждан никахы ти­гән төшөн­сәләр барлыҡҡа килде. Нисек кенә булмаһын, уларҙы ғаи­лә тип әйтеп булмай – был никах репе­тицияһы булып күренһә лә, ысынында ғаиләнән ҡасыуҙы аңла­та. Ошондай мөнәсәбәткә инеү – кеше һү­ҙенән ҡурҡып, ғаилә йораты тө­ҙөп, унан ҡотолоу юлы ғына. Мо­даға инеп барған никах килешеүен дә ғаиләгә һанап булмай. Был тик “ООО” (өс нулде хәтерләтә – ир, ҡатын, бала) – яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәт кенә була ала – уны ғаилә менән бутарға ярамай, Ғаилә кодексына ярашлы теркәлһә лә.

Бында ғәйеп башлыса ир-атта тора, тигән фекер йәшәне йәм­ғиәт­тә. Ул, йәнәһе, ғәмһеҙ – үҙ балаһын ташлап китеү уға бер ни тормай. Шунлыҡтандыр инде, яңғыҙ әсәләр өсөн дәүләт байтаҡ льгота бул­дыр­ҙы, төрлө сетерекле мәлдәрҙә ул тик ошо әсәнең мәнфәғәтен яҡлап килде.

Балаларҙы онотоу эгоизмға тиң

Беҙҙә түбәндәге статистика алып барылмай, әммә Көнбайыш дәүләт­тә­рендә яҡшы беләләр: үҙ балаһын үлтергәндәрҙең 60 процентын әсә­ләр тәшкил итә, әсәйҙәр балаларын атайға ҡарағанда дүрт тап­ҡыр йы­шыраҡ туҡмай. Беҙ үҙебеҙ шуға шаһит: урамда бере­беҙҙең дә атай кешенең үҙ бала­һына ҡул күтәр­гәнен күргәнебеҙ юҡ, быны башлы­са ҡатын-ҡыҙ эшләй. Өйҙән ҡасып киткән бала­ларҙың 90 проценты яңғыҙ ҡатын тәрбиәләгән ғаиләнән, балалар суицидының 85 проценты ла ошондай ғаиләнән. Рәсәйҙә лә сама менән ошо күрһәткестәр ҡабатла­налыр тип күҙалларға мөмкин. Юғарыраҡ булмаһа әле...

Башлыса үҙен генә уйлап, бала­ла­рының мәнфәғәтенә “төкөрөп” бир­гән әсәйҙе аңлауы ҡыйын. Бында ҡатын-ҡыҙға “Баланыҡы – йө­рәктә, ирҙеке – итәктә”, тип ма­һа­йыу ғына етмәй. Һине берәү ҙә мәж­бүрләп кейәүгә бирмәгән бит. Үҙеңдең генә мәнфәғәтеңде ҡай­ғыртып, балаларҙыҡын онотоу эгоизмға тиң. Һуңынан бала­ларың ғәфү итерме һуң?

Беҙҙә һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙы сәйәсәткә күберәк йәлеп итергә кәрәк тигән фекер нығына. Ул, йәнәһе, сәйәсәткә ҡатын-ҡыҙға хас сифаттар бирәсәк. Шунлыҡтан парламент, хөкүмәт ағзаһы итеп байтаҡ гүзәл зат ҡуйылды. Әммә “Левада-үҙәк” үткәргән һуңғы тикше­реүҙәр буйынса, быны хуплаған кешеләр һаны ун пунктҡа кәмегән. Ошо хәл башлыса уларҙың ҡайһы бер вәкилдәре арҡаһында булды шикелле. Свердловск өлкәһенән ми­нистр Ольга Глацкихтың йәш­тәргә – “һеҙҙең дәүләткә кәрәгегеҙ юҡ”, Һарытау өлкәһе министры Наталья Соколованың “айына 3,5 мең һумға бына тигән итеп йәшәп була” тигән нигеҙһеҙ һүҙҙәре йоғонто яһа­ны, ахырыһы. Әйтергә кәрәк, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың етәксе вази­фаһын биләү мөмкинлеге ирҙәрҙе­кенә ҡарағанда 1,5 тапҡырға юға­рыраҡ. Бында башлыса бер балалы ҡатындарға өҫтөнлөк бирелә.

Рәсәй кимәлендә балалар омбудсмены итеп күп балалы Анна Кузнецованы ҡуйғас, был күренеш үҙҙәрен либераль ҡарашлы тип иҫәп­ләгән киң матбуғат саралары тарафынан ҡырҡа кире ҡабул ителде.

Яңыраҡ ҡатын-ҡыҙ етәкселәр баш­ланғысы менән эш таба ал­маған кешеләр өсөн махсус һалым булдырыу тураһындағы тәҡдим бөтә Рәсәйҙе шаулатты. Был граждандар, йәнәһе, бушлай медицинанан файҙалана, ә ҡаҙнаға тейешле аҡсаны түләмәй. Был уйҙың күп балалы әсәләрҙең башына инеп сығырына шикләнәм...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 694

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 825

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 768

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 478

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 101

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 796

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 044

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 175

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 777

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 824

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 616

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 871