Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ахай” өлкәндәрҙе көтә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба.

Һуңғы йылдарҙа республикала ярҙамға мохтаж булған ололар өсөн шәхси пансионаттар барлыҡҡа килә башланы. Уларҙың береһе Әбйәлил районының Ишбулды ауылында урынлашҡан. Уны ошо ауылда йәшәгән ҡыйыу, оло йөрәкле Рәсимә Мәхийәнова асҡан.

– Ауылда эш юҡ, ике ҡатлы йортобоҙ буш тора. Күптәр Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй. Үҙем ун йыл буйы көн һайын ауыл менән ҡала араһын тапағас, бының ни тиклем ауыр икәнен яҡшы аңлайым. Шуға ла халыҡҡа эш булыр тип, пансионат асырға булдым, – ти Рәсимә Фаршат ҡыҙы.

Рәсимә Мәхийәнованың яҙмы­шы еңелдән түгел, әммә ул бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй, “эшләһәң, бөтәһе лә була” тип дәртләнеп йәшәй. Ҡатын ике балаһы менән яңғыҙ ҡалған саҡта ла, “бәләкәстәремде етеш тормошта йәшәтәм” тип, бер юлы өс урында эшләргә өлгөрә.

Ҡалала ул Туйыш ауылы егете Әлмир Рауил улын осрата. Улар бер-береһен аңлап, һүҙҙәре берегеп, матур ғаилә ҡора. Икеһе лә тырыш, уңған булғас, донъя­лары ла нығына, тормоштары ла көйлө бара. Ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә кәрәк кеүек, тик уртаҡ балалары булмауы йөрәктәрен өйкәп тора. Бирмәһә, Хоҙай бирмәй икән, шуға ла улар өс баланы үҙҙәренеке итеп теркәтеп ала.

– Балаларҙы ҡарау талап ителгәс, ҡалаға эшкә йөрөүҙе туҡтаттым, хәҙер өйҙә ултырам. Быға тиклем имен булмаған ғаиләлә үҫкәнгә, уларҙың холҡо еңелдән түгел, психикалары ла ҡаҡшаған, шуға күҙ-ҡолаҡ булып тороу ҙа, дауалау ҙа талап ителә, – ти Рәсимә Фаршат ҡыҙы.
Ҡатындың “өйҙә ултырам” тип әйтеүе һүҙҙә генә ул. Тынғыһыҙ Мәхийәновтар бер минут та эшһеҙ тора белмәй: күпләп мал, ҡош-ҡорт тота, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. Бер-ике йыл эсендә Мәхмүт ауылында ҙур йорт һалып сығалар. Ғаилә башлығы Магнитогорск металлургия комбинатында хеҙмәт юлын дауам итә.

Эшһеҙ ултырырға яратмаған Рәсимә Фаршат ҡыҙы иһә былтыр үҙ шөғөлөн аса. Шулай итеп, “Ахай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булдырылып, уның нигеҙендә Ишбулды ауылында ололар өсөн пансионатҡа нигеҙ һалына.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙ­ҙа ҡарауһыҙ ҡалған, ҡарт көнөндә яҡын­дары өсөн ауырлыҡ, мәшә­ҡәт тыуҙырған, мөмкин­лектәре сикләнгән ололар йыш осрай. Беҙ ошондай ауыр хәлгә ҡалған кешеләрҙе ҡабул итәбеҙ. Шулай уҡ инвалид ата-әсәһен ҡара­ғандар ҙа ваҡыты менән ял итеп алырға, ҡайҙалыр барып ҡай­тырға теләй, улар ҙа яҡындарын пансионатҡа ваҡытлыса килтерә ала. Анығыраҡ әйткәндә, йәмғиәт­тең төп маҡсаты – аҡылы зәғифләнгәндәргә, ололарға һәм инвалидтарға йәшәү урыны булдырыу, тәүге ярҙам күрһәтеү. Был Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы бойомға ашырыла. Беҙ эшмәкәрлегебеҙҙе тик махсус рөхсәткә (лицензияға) нигеҙләнеп алып барабыҙ. Пансионатҡа медицина күҙәтеүе үткән кешеләрҙе генә ҡабул итәбеҙ, туберкулез кеүек йоғошло ауырыуҙар менән сирләгәндәрҙе алмайбыҙ. Әбйәлил район дауа­ханаһы менән килешеү төҙөнөк. Улар пансионатта йәшәгәндәргә медицина ярҙамы күрһәтәсәк, – ти Рәсимә Фаршат ҡыҙы.

Беҙ барғанда Мәхийәновтарға 80 йәше уҙған ҡатынды алып килгәйнеләр. “Был апайҙың аңы зәғифләнгән, нимә эшләгәнен дә аңламай. Шуға ла уны ҡарап йонсоған ҡыҙы бер аҙ ял итергә булған”, – тип аңлатты хужабикә.

Сабый бала хәлендә ҡалған ололарға ярҙамға килеү, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ талап итә. Шуға ла Рәсимә Фаршат ҡыҙы эшен юридик яҡтан нығытыу, хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеү, уңай­лыҡ­тар тыуҙырыу буйынса бар­лыҡ талаптарҙы ла үтәп бара. Уның социаль йүнәлештәге проектын район хакимиәте лә хуплап, мөмкин тиклем ярҙам итәсәктәрен белдергән.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, бындай пансионаттарҙа бушлай йәшәтеү, шулай уҡ сығымдарҙы пенсия иҫәбенә ҡаплау ҙа мөмкин түгел. Ундағы кешеләр тәүлегенә биш тапҡыр туҡланырға, медицина күҙәтеүе менән тәьмин ителергә тейеш. Бында иһә йәшәү хаҡы тәүлегенә 500 һумдан башлана, ә артабан клиенттың хәленән сығып хаҡ ҡуйыла. Был иғәнә мөрәжәғәт итеүсене йәшә­теү, ашатыу, тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндергән кешеләргә эш хаҡы түләү өсөн кәрәк.

– Күптәр яҡындарын пенсия иҫәбенә генә ҡалдырырға теләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул аҡсаға ғына ҡарау мөмкин түгел шул, – ти Рәсимә Фаршат ҡыҙы.

Рәсимә Мәхийәнованың эше ҡыҙыҡһыныу тыуҙырһа, 89638902464 телефонына шылтыратып, “Ахай” пансионаты тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.


Автор: Р. ХӨСНУЛЛИНА Район: Әбйәлил районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә