Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе. 1960 йылда көньяҡ-көнсығыш райондарында йәшәгән етем, социаль йәһәттән аҙ яҡланған, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн асылған белем усағы бөгөн республиканың 11 гимназия-интернаты араһында инновациялы программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған абруйлы уҡыу йорто. Данлы тарихы булған белем усағын тамамлаусылар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, профессор, химия фәндәре кандидаты Әхәт Мостафин, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, авиация подполковнигы Кәрим Кәшәфетдинов һәм башҡа бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Төрлө йылдарҙа балаларға белем һәм тәрбиә биргән тәжрибәле педагогтар — Ғәлиә һәм Самат Мөхәмәтйәновтар, яҙыусылар Ҡадир Әлибаев, Мәүлит Ямалетдинов, Берйән Байымов һәм Зөһрә Фәйзуллиналарҙың исеме лә мәктәп тарихында яҡты эҙ ҡалдырған.
Урал аръяғының ғына түгел, тотош Башҡортостанда милли кадрҙар әҙерләү буйынса ныҡлы йүнәлеш алған мәғариф учреждениеһында әле республиканың Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр һәм башҡа райондарынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 284 уҡыусы белем ала.
Сибай гимназия-интернатҡа ун йылдан ашыу Башҡортостандың мәғариф отличнигы Роза Бикбова етәкселек итә. Тәжрибәле педагог, оҫта ойоштороусының тырышлығы менән уҡыу йорто республика кимәлендә иң алдынғылар исемендә.
Уҡыусыларға төплө белем биреүҙә мәктәп директорҙарының роле ифрат ҙур. Етәксе талапсан, яңылыҡҡа ынтылыусан, маҡсатлы икән, уҡыу йортоноң да эшмәкәрлеге юғары була. Заман менән йәнәш атлаған алдынғы хужаларҙың береһе — Сибай гимназия- интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова менән бер аҙ әңгәмә ҡороу мөмкинлеге тыуҙы.
— Һеҙ етәкселек иткән мәктәптә белем биреүгә ҙур иғтибар бирелә. Һөҙөмтәлә уҡыусыларығыҙ республика, төбәк олимпиадаларында призлы урын яулай, сығарылыш класс уҡыусылары күпләп юғары уҡыу йорттарына инә, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Бөгөн заман ҡуйған талаптарҙың барыһын да үтәп өлгөрәме уҡытыусы?— Билдәле булыуынса, мәғариф өлкәһендә белем биреүҙе заман талаптарына яраҡлаштырыу маҡсатында етди бурыстар ҡуйылды. Шул иҫәптән һәр уҡытыусыға, үҙ эшен төплө белеүҙән тыш, заманса фекер йөрөтөргә, яңы форматта дәрес биреү алымдарын белергә, яңы электрон технологиялар менән эш итергә тура килә. Бөгөн элеккесә уҡытыу мөмкин түгел, шуға күрә беҙ үҙебеҙҙә был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барабыҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең йылдан-йыл яҡшырыуы, сығарылыш класс уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарының бюджет нигеҙенә уҡырға инеүҙәре тап ошо хаҡта һөйләй.
— Белеүебеҙсә, педагогик коллективта үҙ эшенең оҫталары тупланған. Улар хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп китһәгеҙ ине.— Ысынлап та, беҙҙең коллективта 45 уҡытыусы һәм тәрбиәсе иҫәпләнә, шулай уҡ башҡа хеҙмәткәрҙәр бар. Коллективтың уртаса йәше — 48 йәш. Уҡытыусыларҙың барыһы ла юғары белемгә эйә, уларҙың яртыһынан күберәге төрлө юғары исемдәргә лайыҡ.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары — физика уҡытыусыһы Әнүәр Аллаяров, биологиянан уҡыусыларға белем биргән Сажиҙә Илембәтова, тарихсылар Зилә Сирғәлина менән Фәнил Ниғмәтуллиндарҙың дәрестәрен уҡыусылар көтөп ала. Күпселек осраҡта тап ошо уҡытыусыларҙың уҡыусылары ҡала, төбәк-ара, республика олимпиадаларында еңеү яулай.
Шуны ла әйтер инем, беҙҙең гимназияға дәртле, белемле балаларҙы яратҡан йәш белгестәр кәрәк, бигерәк тә рус теле һәм әҙәбиәте, математика фәненән уҡытыусылар талап ителә.
— Һуңғы йылдарҙа мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек һалына, үҙ-ара бәйләнеш булдырыла. Был йәһәттән гимназия-интернатта ниндәй эштәр алып барыламы?— Әлбиттә, мәғариф өлкәһендәге заманса уҡытыуҙың яңы өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе — “Мәктәп — юғары белем” кластерының модель контексы буйынса бәйләнеш булдырыу тора. Был йәһәттән беҙгә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының булыуы бик уңайлы. Ике уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек күптән дауам итә, беҙҙең уҡыусылар институтта үткән күп сараларҙа әүҙем ҡатнаша, конференцияларҙа сығыш яһай, олимпиадаларҙа призлы урындар ала. Әйткәндәй, юғары уҡыу йортонда белем биргән ғалимдарҙың бер нисәүһе беҙҙең уҡыусыларға лекциялар уҡый.
— Роза Хаммат ҡыҙы, “һәләтһеҙҙәр юҡ, һәр кемдә ниндәйҙер талант йәшеренгән. Уны табып, үҫтерә белеү генә шарт”, — тигән бер аҡыл эйәһе. — Тулыһынса килешәм. Һәр бала үҙенсә һәләтле, уны ваҡытында күреп, асып, артабан үҫтереү генә кәрәк. Был йәһәттән беҙ күпкә бәхетлерәкбеҙ, сөнки беҙҙә шул тиклем дәртле, талантлы һәм һәләтле балалар тупланған. Уларҙың һәр береһе хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин, уҡыусыларҙың сығыштарын көндәр буйы ҡараһаң да, арымайһың.
Уҡыусылар өсөн төрлө йүнәлештә 20 түңәрәк эшләй. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы өсөн 2007 йылда төҙөлгән “Кендек” командаһын белмәгән кеше юҡ, барыһы ла уларҙың сәхнәгә сығыуын көтөп ала. Уларҙың уйынлы-ысынлы тормош күренештәренә арналған төртмә сығыштары барыбыҙҙы көлдөрөп кенә ҡалмай, ә шул проблемаларҙы хәл итергә саҡыра. Етәксеһе Дим Ғүмәров менән “кендек”тәр һәр ерҙә үткән КВН уйынында призлы урын ала, 2017 йылда улар Гран-приға лайыҡ булды.
Фәнүзә Мөхәмәтйәнова етәкселегендәге “Салтанат” өлгөлө бейеү ансамбле тураһында ла тик йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Ансамблдә ҡыҙ һәм малайҙар бик теләп шөғөлләнә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошонда бейегән уҡыусыларыбыҙ, артабан да бейеүгә тоғро ҡалып, үҙҙәре уҡыған юғары уҡыу йортонда ла яратҡан шөғөлдәрен ташламай. Репертуарында 20-нән ашыу төрлө халыҡ бейеүҙәре булған “Салтанат”тар – Өфө, Магнитогорск, Ҡурған, Анапа ҡалалары сәхнәһендә сығыш яһап, төрлө конкурстар еңеүсеһе. Áûëòûð бейеүселәр Анапала үткән XXV Халыҡ-ара мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижад күп жанрлы конкурсында Гран-при яуланы.
Әйткәндәй, гимназия-интернаттың үҙ традициялары, гәзите, музейы, үҙешмәкәр театры, телевидениеһы, гимны һәм үҙенә генә хас белем һәм тәрбиә белем алымдары бар.
Традиция тигәндәй, тап беҙҙең белем усағында ун йылға яҡын яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға йәш ижадсылар бәйгеһе үтә. Сарала яҙыусының үҙе ҡатнашыуы һәм шәхсән әҙерләгән приздарын еңеүселәргә тапшырыуы конкурсҡа оло мәртәбә өҫтәй, уның бәҫен арттыра. Тәүҙә ижад бәйгеһе ҡала мәктәптәре араһында үтә, әле ул республика кимәленә сыҡты. Былтыр унда 140 бәйгесе ҡатнашып, 300-гә яҡын эш ҡабул ителде. Туғыҙ район һәм дүрт ҡаланан уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға үткәрелгән ижад бәйгеһенең йылдан-йыл офоҡтары киңәйә, ағымдағы йылда беҙ яҙыусының әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштереүҙе лә конкурстың шартына индерергә тигән ниәттәбеҙ.
— Быйыл илебеҙҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Ошо юҫыҡта белем усағында ниндәй эштәр ҡаралған?— Беҙҙең уҡыу йортонда Гөлдәр Дашкина етәкселегендә “Мираҫ” драма түңәрәге уңышлы эшләй. Икенсенән, гимназия-интернатты тамамлаусылар араһында үҙебеҙҙең халыҡ һәм атҡаҙанған артистарыбыҙ, режиссерҙар бихисап. Күптән түгел Мәскәүҙәге “Шаршау” театрының режиссеры Регина Ишбулатова менән бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле осрашыу үтте. Сәхнә тормошоноң бар нескәлектәре, серҙәре тураһында фекерҙәрен сығарылыш класс уҡыусылары менән ихлас уртаҡлашты ул. Сибай “Сулпан” театрын режиссеры Борис Мәхмәүтов та — даими көтөп алған ҡунағыбыҙ.
— Роза Хаммат ҡыҙы, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән тиҙҙән белем биреү учреждениелары биш көнлөк уҡытыуға күсерелә. Интернат системаһына ҡараған белем усаҡтарында был тәңгәлдә хәлдәр нисек планлаштырыла?— Әлбиттә, был йүнәлештә эш башланды, барыһы ла Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарарына ярашлы буласаҡ, сөнки беҙҙә балалар белем генә алмай, шулай уҡ йәшәй ҙә.
Ә инде шәмбе көндәрен уларҙың сәләмәтлектәрен нығытыуға һәм һәләттәрен үҫтереүгә ярашлы эш алып барыу тәҡдимен коллектив хуплап ҡаршы алды. Был йүнәлештә беҙҙә күптән эш яйға һалынған. Уҡыусыларҙы спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында төрлө түңәрәктәр һәм секциялар эшләй. Мәҫәлән, Таһир Ҡарағолов етәкселегендә “Электрон тир” ойошторолдо, Хөрмәт Таһировтың көрәш һәм уҡтан атыу түңәрәктәрендә лә балалар бик теләп ҡатнаша.
— Уҡыусыларҙың көнкүреш шарттары ла ҡыҙыҡһындыра.— Мөмкинлек булғанда, райондар буйлап һәр уҡыусының көнкүреш шарттары һәм ғаиләһе менән танышыуҙы ла төп маҡсат итеп алғанбыҙ. Проблемаларға юлыҡҡанда, һәр мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү, сетерекле хәлдән сығыу юлдарын бергәләшеп табыу — беҙҙең төп маҡсатыбыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусыларыбыҙҙың заманса уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәүен теләргә генә ҡала. Һәр бүлмәлә душ, автомат кер йыуыу машинаһы урынлаштырыу — иң ҙур хыялыбыҙ. Сибайҙа көньяҡ-көнсығыш райондарҙың белемгә ынтылған, һәләтле уҡыусылары өсөн уңайлы, ҙур һәм өр-яңы бинаның кәрәклеге — күптән өлгөргән һәм хәл итә торған мәсьәләләрҙең береһе. Ошонда белем алған уҡыусылар аҙаҡ Сибай институтында уҡып, төбәккә йәш белгестәр булып ҡаласаҡ, шуға күрә яҡын арала беҙҙең хыял тормошҡа ашыр тигән теләктә ҡалабыҙ.
— Роза Хаммат ҡыҙы, балаларын һеҙҙең мәктәпкә алып килергә теләгән ата-әсәләргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?— Сибай гимназия-интернатына уҡыусылар VI кластан ғына ҡабул ителә, әңгәмәләшеү ваҡыты алдан райондарға хәбәр ителә, графикты күҙәтеп барһындар ине. Ҡабул итеү тәртибенә ярашлы, уҡыусылар төрлө йүнәлеш буйынса артабан белем алыу өсөн бүленә, тап ошо осраҡта күп кенә аңлашылмаусылыҡ килеп сыға, сөнки бала химия йәки биология йүнәлешендә белем алырға теләй, ә ул кәрәкле фәндән имтихан тапшырмаған булып сыға. Күптәр IX кластан һуң мотлаҡ имтихан тапшыра ла шуның һөҙөмтәһе менән беҙгә уҡырға керә. Тик ул ғына етмәй, шуға күрә абитуриенттар ниндәй йүнәлештә белем алырға теләй, ìәêòәïòә үê шул предметтан имтихан тапшырырға тейеш. Икенсенән, уҡыусыларҙың һау-сәләмәт булыуы ла мөһим. Ауырыу балалар өсөн махсус диета, айырым бүлмә кеүек мөмкинлектәр тыуҙыра алмайбыҙ, әлегә һау балаларҙы ғына ҡабул итәбеҙ.
Йәнә шуны әйтер инем: беҙҙә уҡыусылар профиль йүнәлешендә белем ала. Химия-биология, физика-математика буйынса һәм кадет кластары булдырылған.
— Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да Сибай гимназия-интернаты төпкөл башҡорт ауылдарының ул һәм ҡыҙҙарын республика өсөн êөñëө милли кадрҙар итеп әҙерләүенә, уларҙың һәләттәрен асыуға, белемдәрен арттырыуға үҙ өлөшөн индерһен. Киләсәктә һеҙҙең менән өр-яңы уҡыу йортонда осрашырға яҙһын!