Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изгелек өләшеүсе Гөлдәр
Иҫ киткес хозур тәбиғәтле Арлар ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә донъяға килә Гөлдәр Бикхужа ҡыҙы Үмәрғәлина. Ишле ғаиләлә, әлбиттә, иң беренсе урында хеҙмәт була. Бәләкәйҙән балалар уңған, кеселекле булып үҫә. Гөлдәр ҙә ата-әсәһенең уң ҡулына әйләнә.

— Өйөбөҙ еләкле тауға һыйынып ҡына ултырған, “һә” тигәнсә бер биҙрә еләк йыйып, әсәйемде һөйөндөрә торғайныҡ, — тип хәтерләй ул.
18 йәшендә Биксән ауылына матур ғаиләгә килен булып төшә, бер-бер артлы дүрт малай, бер ҡыҙ таба. Ғаиләнән килгән тырышлыҡ үҙенекен итә: сөгөлдөр баҫыуында, ырҙын табағында тырышып эшләй, донъяһын да көтә, балаларын да ҡарай. Колхоз етәкселәре уны маҡтау грамоталары менән бүләкләй. Өфөгә барып массаж серҙәренә лә өйрәнә Гөлдәр. Уның шифалы ҡулдары күптәрҙе ауырыуҙарҙан ҡотҡара. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Яҙмыштарҙа ете йәйғор төҫө” программаһында ҡатнашыу бәхете лә йылмая уға.
Яҙмыш тик сағыу биҙәктәрҙән генә тормай шул... Тормош иптәше Миңлеғужаның ҡапыл ғына яҡты донъянан китеүенә тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт үтеп киткән. Биш бала менән яңғыҙы тороп ҡалғас, әсә баҙап, юғалып ҡалмай. Нисек тә булһа ғәзиздәренә етемлекте һиҙҙермәй, кеше итергә тырыша, үҙе лә өмөтөн һүндермәй, йәшәргә ынтыла.
— Бөгөн бер бөртөк сабыйын ҡарамайынса, балалар йортона биргән әсәләр өсөн беҙгә оят. Күҙҙәреңә мөлдөрәп ҡарап торған балаңды сит ҡулдарға бирергә, уға хыянат итергә нисек йөрәктәре етәлер... Кешенән кәм-хур булмайыҡ тип, ҡош-ҡортон да, мал-тыуарын да аҫрайбыҙ. Ауыр минуттарҙа күршеләрем ярҙам итә, әхирәттәрем кешелекле, — ти Гөлдәр. — Миңниса апай, Йәмилә еңгәй менән Ильяс ағай, Гөлйөҙөм, Рәмилә әхирәттәрем, Сәйфулла ағай менән Райфа күршеләрем ярҙамдарынан ташламаны, рәхмәт уларға.
Балалары ла тырышып-тырмашып уҡырға инде. Айҙар Салауат сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамланы, матур ғаилә ҡорҙо. Ҡыҙҙары Фидалиә Өфө сәнғәт училищеһының III курсында уҡый. “Музыка уҡытыусыһы Әнүәр Хөрмәт улы Ниғмәтуллинға рәхмәтлебеҙ, — ти Гөлдәр Биксән ауылының ата-әсәләре исеменән дә. — Һәләтле балаларҙы күреп, уларға сәнғәт юлынан китергә ярҙам итә ул”.
Гөлдәрҙең иң яҡшы сифаты — миһырбанлылыҡ, изгелек. Килен булып төшөүенә лә 30 йылдан артыҡ ваҡыт үтеп киткән. Ләкин ул йылдар һис тә бушҡа уҙмаған. Ауылдаштары хәстәрлекле әсә булараҡ уны ихтирам итә, башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Донъяла Гөлдәрҙәй әсәләр күберәк булһа икән!
Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.
Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә