Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөҙөмтә берҙәмлектә күренә
Һөҙөмтә берҙәмлектә күренәБайрамда бүләк биреү — матур йола. Рәсәй һәм Ҡала көнө алдынан баш ҡала Советында Өфөнөң алдынғы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы булды. Алты кешегә ҡаланың иң юғары наградаһы — Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамотаһы бирелде, тағы ла 23 кеше ҡала Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла — изге һәм кәрәкле һөнәр эйәләре. Уҡытыусылар, табиптар, ғалимдар, төҙөүселәр, сәнәғәт предприятиелары эшселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар булды. Наградаларҙы Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Евгений Семивеличенко тапшырҙы. — Ҡала көнө алдынан наградалар тапшырыу йолаһы электән бар. Беҙ үҙ эшмәкәрлеге, профессионализмы менән баш ҡалабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индереүселәргә ихтирам һәм хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ, — тине ул. Ҡала округы хакимиәте Почет грамотаһы менән Өфөнөң янғындан һаҡлау идаралығы начальнигы Рәмил Кәримов, “Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Виктор Новиков, табип-офтальмолог Валентина Цепилова, табип-хирург, бүлексә мөдире Артем Ронжин, техник фәндәр докторы, профессор Семен Шапиро һәм “Academia” галереяһы директоры Роза Фәйрузова бүләкләнде. Ҡала Советының Почет грамотаһын алған Эльза Сыртланова менән әңгәмәләштек. Ул — баш ҡаланың 33-сө поликлиникаһында баш табип. Тәжрибәле Эльза Рәиф ҡыҙының “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исеме, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән маҡтау грамоталары бар. Ул шулай уҡ монографиялар, уҡытыу әсбаптары һәм методик тәҡдимдәр авторы ла. — Беҙҙең поликлиника — баш ҡалала иң ҙур һәм алдынғыларҙың береһе. Һәр ваҡыт заман технологияларын ҡулланабыҙ, яңы дауалау методикаларын үҙләштерәбеҙ. Беҙгә килеүселәр сират тороп йонсомай, Интернет аша яҙылыу мөмкинлеген киң файҙалана, — ти ул. — Был награда — барлыҡ коллективтың хеҙмәтенә баһа. Евгений Семивеличенко бүләкләнеүселәрҙе тағы ла бер ҡат ҡотланы. — Бергә тупланып эшләгәндә генә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, артабан да яратҡан ҡалабыҙ мәнфәғәтендә тырышайыҡ. Байрам менән! — тине ул тантана һуңында.

Әлфиә ӘЙҮПОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә