Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт мәғрифәтселегенә юл башлаусы

Мирсәлих Биксуриндың тыуыуына – 200 йыл.

Әҙип һәм ғалимдары булмаған ҡәүем – бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ – хәмиәтһеҙ (яҡлаусыһыҙ), әҙәбиәте булмаған милләт – рухһыҙ.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ.


Тарихи үткәнебеҙ, рухи-мәҙәни тамырҙарыбыҙ тураһында һүҙ сыҡҡанда, йыш ҡына киҫкен, хатта еңел-елпе фекерҙәр ишетергә тура килгәне бар. Шундай саҡтарҙа әҙәбиәтебеҙҙә тарихи теманы үҫтереүгә ифрат ҙур көс һалған арҙаҡлы прозаигыбыҙ Ғәли Ибраһимовтың “Беҙ, ғәҙәттә, емештәрен ашайбыҙ, ә тамырҙары тураһында йыш ҡына онотабыҙ” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. “ХХ быуат Рәсәйенең намыҫы” тип нарыҡланған, рус һүҙ сәнғәтенең тәрән тамырҙарын берәмтекләп ғүмере буйына барлаған, зиһен һәм күңел күҙе менән байҡаған бөйөк әҙәбиәт белгесе, академик Д.С. Лихачевтың “Хәҙерге заманды бары быуаттар фонында ғына тейешенсә баһаларға мөмкин” тигән һүҙҙәре лә үрҙә әйтелгәндәргә бер ҡеүәт булып яңғырай.

Ғилем баҡсаһындағы ҙур фекер эйәһе

Халҡыбыҙҙың “быуаттар фоны” сағыу һәм бай, уның ижтимағи аңы һәм рухиәте үҫешенә, социаль-иҡтисади алға китешенә, милли-мәҙәни әүҙемлегенә һут биреп торорҙай тарихи тамырҙары мул һәм тәрән. Мәшһүр “Урал батыр” эпосынан алып бөйөк Шәйехзада Бабичҡа тиклемге арауыҡта ғына ла беҙ халҡыбыҙҙың күңел түрендә урын алған йөҙәрләгән йырауҙар, сәсәндәр, яҙыусылар, ғалимдар, дин белгестәре, педагогтар, рәссамдар, артистар, бейҙәр, тархандар, кантон, ғәскәр башлыҡ­тары, азатлыҡ көрәше етәкселәре, идеолог-сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡа “быуаттар фонын” тыуҙырған шәхестәребеҙ булғанлығын күрәбеҙ. XIX быуат башҡорт ижтимағи фекере, ғилеме, әҙәбиәте, публицистикаһы һәм педагогикаһы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Мирсәлих Биксурин – шундай ил улдарының береһе. Ошо көндәрҙә уның тыуыуына 200 йыл тулды.

М. Биксурин 1819 йылда Ырымбур губернаһында Кәлсер Табын ырыуы уҙаманы Мөрсәлим атлы обер-офицер ғаиләһендә тыуған. Ул 1838 йылда “бик яҡшы әхлаҡи сифаттары һәм уҡыуҙағы юғары уңыштары” өсөн “коллежский регистратор” дәрәжәһенә лайыҡ булып, Неплюев хәрби училищеһын тамамлай һәм Ырымбур сик буйы комиссияһында тәржемәсе булып эшләй башлай. 1844 – 1878 йылдарҙа Неплюев кадет корпусында ғәрәп, фарсы һәм ваҡыты-ваҡыты менән башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ телдәре уҡытыусыһы була. Бер үк ваҡытта 1850 – 1869 йылдарҙа Ырымбур сик буйы комиссияһы эргәһендә ҡаҙаҡ балалары өсөн асылған мәктәптә рус һәм ҡаҙаҡ телдәренән дәрес бирә. “Тәрбиәләнеүселәргә бик тә шәп һәм файҙалы дәрестәре өсөн” ул 1869 йылда II дәрәжә изге Анна ордены менән наградлана.

1856, 1866 – 1867 һәм 1871 – 1873 йылдарҙа М. Биксуринға педагогия эшен ҡалдырып, тәрже­мәсе сифатында рус армияһының Урта Азияға хәрби походтарында ҡатнашырға, Төркөстан халыҡ­тарының делегацияһы составында, баш тәржемәсе булып, Санкт-Петербургка батша янына барырға тура килә. 1879 йылда отставкаға сыға. 1880 йылда уға иң юғары гражданлыҡ дәрәжәһе – “мөхбир дәүләт кәңәшсеһе” тигән һәм бер ҡатарҙан генерал-майор тигән хәрби дәрәжә бирелә.

Төрлө уҡыу йорттарында, административ урындарҙа эшләү дәүерендә М. Биксурин Ырымбур төбәгендә генә түгел, унан ситтә лә һәләтле педагог һәм көнсығыш телдәре белгесе, ҙур ғалим һәм халыҡты ағартыу өсөн арыу-талыу белмәй көрәшкән яҙыусы, публицист булараҡ киң билдәлелек ала, төрлө дәрәжәләргә күтәрелә. “1853 – 1855 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” тигән Владимир таҫмаһындағы бронза миҙал (1856), III һәм II дәрәжә изге Станислав (1864,1866), IV һәм III дәрәжә изге Владимир (1867, 1873) ордендары менән наградлана.

Тыуған төбәгенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, көнсығыш халыҡтарының матди һәм рухи мәҙәниәтен, телен өйрәнеү буйынса күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Рус география йәмғиәтенең ағза-хеҙмәткәре һәм был йәмғиәттең Ырымбур бүле­генең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академигы) итеп һайлана. 1887 йылда Ырымбурҙа ғилми архив комис­сияһын ойоштороусыларҙың, әүҙем ағзаларының береһе була. Оҙаҡ йылдар был комиссияның рәйесе вазифаһын да атҡара.

Ырымбурҙа эшләү осоронда М. Биксурин Ҡазан университетын фән кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ булып тамамлаған С. Күкләшев, М. Иванов, В. Григорьев, В. Вельяминов-Зернов, С. Федоров ише башҡорт, рус ғалимдары һәм яҙыусылары, генерал Г. Генс, кантон башлыҡтары Ишмөхәмәт һәм Фәхретдин Өмөтбаевтар, Абдулла Дәүләтшин, Әлмөхәмәт Ҡыуатов менән аралаша. Һуңғыһы – университетта белем алып, фән кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ булған, Башҡортостандағы йәмғиәт тәртип­тәре, уларҙы камиллаштырыу тураһында мәғрифәтсел йөкмәт­келе тәҡдимдәр менән сыҡҡан шәхес.

Мирсәлих Биксурин үҙе кеүек үк туған халҡының, еренең һәм уртаҡ ватан Рәсәйҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып эшләгән, ижад иткән шәхестәргә лайыҡлы алмаш тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Киләсәктә башҡорттоң арҙаҡлы улдары булып таныласаҡ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев менән Урта Азия яҡтарында туғандаш төрки халыҡтарына белем биреүгә ифрат ҙур өлөш индергән, профессор дәрәжәһенә өлгәшкән Әбүбәкер Диваев, ҡаҙаҡтың мәшһүр ғалимы, публицисы һәм йәмәғәт эшмәкәре булып китәсәк Ибраһим Алтынсарин тап унан һабаҡ ала. Һуңғараҡ М. Өмөтбаев уға исемләп “Остаз Мирсәлих Биксуринға” тигән мәктүбен – шиғри хатын да ижад итәсәк, уны ғилем баҡсаһындағы ҙур фекер эйәһе тип ололаясаҡ.

Замандаштары һәм шәкерттәре араһында бына шулай ҙур абруй ҡаҙанған, халҡыбыҙҙың рухиәте тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған был олуғ шәхес 1903 йылда 84 йәшендә вафат була һәм Ырымбурҙың мосолман зыяратында ерләнә.

Күп яҡлы ижади эшмәкәрлек

М. Биксурин үҙ осороноң ижтимағи үҫеш проблемалары, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, тарих һәм тел мәсьәләләре менән ҡыҙыҡ­һына. Фекерҙәш ҡәләмдәштәре М. Иванов, С. Күкләшев кеүек үк, ғилми-әҙәби йыйынтыҡ төҙөү өҫтөндә эшләй. Уның “Башҡорт һәм ҡырғыҙҙарҙың (ҡаҙаҡтарҙың – Ғ.Ҡ.) Ырымбур крайында булған һөйләштәренең һәм рус-фарсы-татар һүҙҙәренең, һөйләшеү һәм дөрөҫ яҙыу өлгөләренең ҡушым­таһы менән ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрен өйрәнеүгә башланғыс ҡулланма”һы ике тапҡыр донъя күрә.

Социаль-тарихи һәм мәҙәни үҫеш тенденцияларын ентекле өйрәнеү һөҙөмтәһендә М. Биксурин халыҡтарҙың артта ҡалыуында төп сәбәптәрҙең береһе милли сикләнгәнлек, дуҫлыҡ ептәрен нығытмауҙа тигән фекергә килә. Шуға ла ул туған халҡының мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенең арта­банғы үҫешен Көнсығыш һәм Көнбайыш, бигерәк тә алдынғы рус мәҙәниәте ҡаҙаныштарын төплө үҙләштереүҙә күрә. Үҙенең “Баш­ланғыс ҡулланма”һын төҙөгәндә, ғалим-педагог тап ошо күҙлектән сығып эш итә. Унда ул башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәрен ғәрәп, фарсы һәм рус телдәре менән сағыштырып тикшерә. Күрһәтмә әсбаптар сифатында йыш ҡына был телдәрҙә ижад ителгән ауыҙ-тел һәм яҙма әҙәбиәт өлгөләрен килтерә. Дәреслегенең аҙағына рус-ғәрәп-фарсы-татар-башҡорт-ҡаҙаҡ һәм тематик принципҡа ҡоролған рус-фарсы-татар һүҙлек­тәрен урынлаштыра. Был йәһәттән М. Биксуриндың ҡулланмаһы Рәсәйҙә төркиәтселектең үҫеү тарихында ҡәрҙәш булмаған тел­дәрҙе сағыштырма планда өйрә­неү­ҙең тәүге тәжрибәһе була.

Урта Азияла тәржемәсе булып эшләгән осорҙа М. Биксурин төбәк­тең тәбиғәте, унда йәшәгән халыҡ­тарҙың тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһына һәм социаль-иҡтисади, сәйәси темаларға арналған мәҡә­ләләр яҙа башлай. Яҙмалары “Хәрби йыйынтыҡ”, “Рус геогра­фияһы йәмғиәтенең хәбәрҙәре” тигән баҫмаларҙа донъя күрә. Артабан улар, бер йыйынтыҡҡа туп­ланып, 1872 йылда Ҡазанда “Төркөстан төйәге” тигән исем менән баҫылып сыға.

Мәғрифәтсе М. Биксурин фольклористика өлкәһендә лә ҙур эшмәкәрлек күрһәтә. Ул, туғандаш татар, ҡаҙаҡ халыҡтарының ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән бер рәттән, башҡорт йырҙарын, хикәйәттәрен, әкиәттәрен һәм легендаларын үҙенең “Башланғыс ҡулланма”һына урынлаштыра. 1870 йылда уның мөхәррирләүендә һәм туранан-тура булышлығында И. Покровский “Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге яҙмалары”нда (1-се сығарылыш) 2-се Үҫәргән улысы башҡорто Ю. Әминев тарафынан яҙып алынған һәм Ырымбур сик буйы комис­сияһында тәржемәсе булып эшләгән С. Батыршиндың рус теленә тәржемә иткән 215 башҡорт йырын ғәрәп шрифты менән төп нөсхәлә һәм русса баҫтырып сығара.

Шуныһы мөһим: фольклор әҫәр­ҙә­рен йыйып нәшер иткәндә, М. Биксурин халыҡтың һөйләү теле үҙенсәлектәрен һаҡларға тырыша. Уның ғилми-әҙәби йыйынтығында башҡорт һүҙ сәнғәте тарихында тәү тапҡыр башҡорт телендә “Батыр батшаның әкиәте” тигән исем менән Петр I хаҡындағы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә билдәле булған хикәйәттең бер өлөшө баҫыла. 1861 йылда “Ҡазан универ­ситетының ғилми яҙмалары”нда (3-сө китап) уның тырышлығы менән йәнә башҡорт телендә “Өс туған” тигән башҡорт әкиәте донъя күрә.

Ике әҫәрҙең дә теле беҙҙең быуаттың 20-се йылдарында ғәрәпсә шрифт менән башҡортса яҙылған текстарҙан стилистик яҡтан да, лексик һәм грамматик йәһәттән дә әллә ни айырылмай. Улар халыҡтың һөйләү теле нигеҙендә милли яҙма әҙәби телде барлыҡҡа килтереүгә тәүге ынты­лыштарҙы сағылдырған ҡомарт­ҡылар булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә һәм халҡыбыҙҙың үҙ милли яҙма әҙәби телен булдырыу өсөн көрәш-ынтылыштарҙың һис кенә лә ХХ быуат баштарында түгел, бәлки XIX быуаттың урталарында уҡ башланыуы тураһында һөйләй.

Фольклор һәм яҙма әҙәбиәт әҫәрҙәрен йыйып баҫтырғанда, М. Биксурин уларҙың жанр-стиль тәбиғәтенә ныҡ иғтибар итә. Көнкүреш, юмор характерындағы хикәйәттәргә – яҙма әҙәбиәт, ә әкиәттәргә, мәҡәл һәм әйтемдәргә фольклор өлгөләре булараҡ ҡарай. Уларҙы китабында ла шул принциптан сығып урынлаштыра. Әйтергә кәрәк, был әҫәрҙәре баштан-аяҡ донъяуи эстәлекле булып, халыҡтың ғәҙел, кешелекле хаким тураһындағы хыялын яҡтыртыуға, кешенең эшсәнлеген һәм ҡыйыу­лығын, аҡылын һәм намыҫын, ҡыҫҡаһы, халыҡҡа төрлө ауырлыҡ­тарҙы еңеп сығырға булышлыҡ иткән сифаттарҙы данлауға, унда ғилем-һөнәргә һөйөү тәрбиәләүгә, әхлаҡи шөҡәтһеҙлектәрҙе, насар ғәҙәттәрҙе, наҙанлыҡты тәнҡит­ләүгә йүнәлдерелгән. Бына китапта бирелгән мәҡәл-әйтемдәрҙең бер нисәһе: “Иҫкеһеҙ яңы булмаҫ”, “Байҙың эше фарман менән, юҡтың эше дарман менән”, “Ананың күңе­ле – балала, баланың күңеле – далала”, “Эт һимерһә, эйәһен ҡабыр”, “Ярлылыҡтан яҡшы нәмә юҡ, ятып ашар аш булһа”, “Саҡҡан – үлтерер, маҡтаған – еткерер”, “Бирһәң – алырһың, икһәң – урырһың” һ.б.

Мирсәлих Биксуриндың күп яҡлы ижади һәм педагогик эшмә­кәрлеге эҙһеҙ юғалмай. Гимназия­ларҙың, хәрби һәм башҡа уҡыу йорттарының уҡыусылары уның дәреслеге ярҙамында көнсығыш һәм әсә телдәрен өйрәнә; Мө­хәммәт­сәлим Өмөтбаев, Ибраһим Алтынсарин, Әбүбәкер Диваев кеүек шәкерттәре үҙҙәренең бөтә ғүмерен туған башҡорт һәм ҡаҙаҡ, ҡәрҙәш төрки халыҡтарҙы белемле итеүгә, уларҙың мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә арнаған күренекле ғалим, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре булып формалаша. Уның ижад емештәренә көнсығыш илдәрен өйрәнгән күренекле белгестәр мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, “Башлан­ғыс ҡуллан­ма”һында донъя күргән “Батыр батшаның әкиәте” И. Бе­резиндың “Төрөк хрестома­тия”һын­да ла (Ҡазан, 1876) урын ала.

Шулай итеп, М. Биксуриндың күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге йөҙөндә Башҡортостанда капиталистик үҫеш яралғылары күренә башлаған осорҙоң ижтимағи-сәйәси, әхлаҡи-этик, фәлсәфәүи һәм эстетик ҡараш тенденциялары киң сағылыш тапты. Улар ғалим-әҙиптең ысын мәғәнәһендә баш­ҡорт мәғрифәтселек хәрәкәте пионерҙарының – юл башлаусы­ларының – береһе һәм берәгәйе булыуы тураһында һөйләй. Был ижад – рухи-мәҙәни тормошобоҙҙоң “быуаттар фонын” тыуҙырышҡан яҡты биттәренең береһе ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872