Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр ғәмәл бер епкә теҙелә
“Зәүхиә, бер мәҡәләңдә ялған араҡы тураһында яҙ әле. Ҡайһы бер ауылдарҙа шул сифатһыҙ шыйыҡсаны һатып, халыҡты ағыулап, үлемгә еткереп ятыусылар бар. Барып йөҙҙәренә бәреп әйтеү ҙә файҙа бирмәй, бәлки, үҙҙәренең гонаһ ғәмәлдәре тураһында уҡыһалар, уйланырҙар”, – тип шылтыратҡайны бер яҡташым.

Әлбиттә, “тылсымлы таяҡҡа” эйә бул­һам, һис шикһеҙ, мин ул араҡыны ғына түгел, ғөмүмән, бөтөн насар ғәмәлдәрҙе юҡҡа сығарыр инем. Үкенескә, ундай “таяҡ” миндә юҡ – ҡәләмем генә бар. Яҙып ҡарайым әле: бәлки, кемдер эсергә яраҡһыҙ, кешенең һаулығына зыян килтергән, хатта ғүмерҙе өҙә торған эсемлекте һатыуҙан туҡтар, үкенер, тәүбә ҡылыр. Ошо ғәмәле менән үҙ яҙмышын ғына түгел, ә яҡындарының да тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртер, сөнки кемдеңдер иҫәнлегенә белә тороп зыян килтереү енәйәт яһауға тиң, тип уйлайым.

Ғөмүмән, нисек шундай түбәнселеккә төшөргә мөмкин? Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр был эшкә бара алған­дарына иҫең китерлек. Үҙебеҙҙең дә балалар үҫә бит. Иртәгә ялған араҡы һатҡан кешенең үҙенең балаларына ла кемдер ағыу тәҡдим итәсәк: тормошта бумеранг законы үтәлмәйенсә ҡалмай, изгелек кенә изгелек булып ҡайта.

Әсе күҙ йәштәре үҙенә генә түгел, ҡәһәр булып балаларына, яҡындарына төшә. Яза ниндәй булырын бер кем дә алдан белмәй. Ә был ғәмәлде ҡылыусыларҙың аҡылы камил түгелдер тип иҫәпләргә ҡала, сөнки кемдеңдер ғәзизенә алйытҡыс эсемлек эсертеп, уның яҡындарының күҙ йәштәрен түктертеп, әле тормошҡа йүнләп аяҡ баҫмаған йәштәрҙе юлдан яҙҙырып аҡса эшләү аҡылға һыя торған эш түгел. Ул хәрәм байлыҡтың изгелеген, рәхәтен күреү мөмкинлеге лә бик шикле.

Беҙ бит йәш артҡан һайын аҡыллыраҡ, зиһенлерәк булырға тейешле заттар. Һәр ҡылығыбыҙ, һүҙебеҙ йәштәргә үрнәк булырға тейеш. Балаларҙы иһә үҙең­декенә, ситтекенә бүлергә ярамай. Теләһә ҡайһы бала алдында ла оло кеше үрнәк күрһәтеүе, һүҙен уйлап һөйләүе зарур. Уйын-көлкө менән әйтелгән һүҙ ҙә мәғәнәле, кинәйәле булһын ул. Беҙҙең балаларҙы ситтән килеп бер кем дә тәрбиәләмәҫ. Былай ҙа уларҙы дөрөҫ юлдан сығарырға күп һорамаған заманда, тәү сиратта беҙ үҙебеҙ хилаф эштәрҙән ситләшһәк, был бары изгелеккә булыр.

Балаларҙы юлдан яҙҙырыусыларҙы фаш итергә, туҡтатырға, аңламаһалар, тейешле органдар аша язаға тарттырыр­ға тейеш һәр бер зиһене булған кеше. Әлбиттә, яңғыҙ ғына был эште атҡарып булмай. Һәммә ауылда ла алдынғы ҡарашлы, сая, аҡыллы ҡатындар бар, йәмәғәт ойошмалары ла эшләй. Улар ошо проблемаға күберәк иғтибар йүнәлтһә ине: яҙмышыбыҙҙы намыҫһыҙ әҙәмдәр бәхетһеҙ итергә тейеш түгел. Был советҡа ингән ҡатындар ауыл хал­ҡына зыян килтереүсе, балаларҙы юлдан яҙҙырыусы кешеләрҙең ғәмәлдәре тура­һында тейешле органдарға хәбәр итһен, йыйылышҡа саҡырып һөйләшергә вәкә­ләте булһын, уларҙың күҙ уңынан ауыл­дағы бер ҡырын эш тә ситләп үтмәһен ине ул. Ни өсөн халыҡ түҙеп, сыҙап ятырға тейеш? Иртәгә һуң булыуы бар.

“Ниңә был турала урындағы полиция хеҙмәткәрҙәренә әйтмәйһегеҙ?” – тип ҡыҙыҡһындым яҡташымдан. “Әйтеп ҡарайбыҙ, файҙаһын күрмәйбеҙ, уларға ышаныс юҡ”, – булды яуап. Полиция хеҙмәткәрҙәре контрафакт араҡы һатыусыларҙы ваҡытында фашлап, яуаплылыҡҡа тарттырһа, законһыҙ сауҙа менән шөғөлләнергә форсат бирмәһә, халыҡ улар тураһында бүтән төрлө фекерҙә булыр, рәхмәт һүҙҙәре генә әйтер ине.
Араҡы... Күпме күҙ йәштәре түктергән, күпме бәхетһеҙлек килтергән эсемлек. Шуның арҡаһында емерелгән ғаиләләр, өйләнмәгән ирҙәр, тыумаған балалар, өҙөлгән ғүмерҙәрҙе һанап бөткөһөҙ... Араҡыға киткән аҡса – бушҡа, юҡҡа киткән аҡса, араҡы эсеп үткән ғүмер ҙә шулай уҡ.
“Инде ирҙәр ҙә ҡалманы, эсеп, үлеп бөтөп баралар, иҫәндәре лә яйы сыҡҡан һайын эсергә генә тора. Эш юҡҡа һылтаналар, ә теләгән кеше ситкә барып та эшләп ҡайта, мал тота, әмәлен таба”, – тип һөйләне артабан танышым. Эйе, беҙ, ҡатындар, иргә арҡа терәп тормош көтөргә тырышабыҙ, бала табабыҙ, ауырлыҡтарҙы, шатлыҡтарҙы бергә үтергә тейешбеҙ тип уйлайбыҙ. Яйы сыҡҡан һайын шешәгә үрелгән ир менән, әлбиттә, был хыялдар юҡҡа сыға. Ирмен тигән ир иң тәүҙә аҡһаҡал дәрәжәһенә етеп йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тейеш тә бит... Араҡыға һатылған ғүмер был планға яраҡһыҙ шул.

“Ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эсергә әүәҫләнде, йәш ҡатындар ҙа йыйылышып эсә”, – тигәс, ҡыйын булып китте. Шул аҡсаға балаларға шөғөлләнергә берәй файҙалы әйбер алып, һөнәргә өйрәтһәгеҙ, был ғәмәлегеҙ өсөн киләсәктә ни хәтлем сауап, шатлыҡ аласаҡһығыҙ! Донъяға тыуған һәр бала талантлы, фантазия һәм теләк кенә кәрәк. Бер йыйылғанда – бер шөғөл, икенсегә – икенсе, сараны өйҙән өйгә йөрөп үткәрергә була. Балаларға ла ҡыҙыҡ, ҡунаҡҡа йөрөгән һымаҡ. Ҡамырҙан ғына ла ниндәй генә фигуралар яһап, киптереп буярға, матур картиналар яһарға мөмкин. Ошоно аңламаған ҡатындарҙан, һеҙ шул араҡы эсеп, буш һүҙ һөйләп ултырыр өсөн тыуҙығыҙмы был матур донъяға, тип һорағым килә. Иртәнсәк ни күҙҙәрегеҙ менән балаларығыҙға ҡарайһығыҙ?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабиров республика буйынса күп кенә райондарҙа араҡы, спирт һатылыуы тураһында хәбәрҙар: контрафакт араҡы һатып байыусылар, эсеп һәләк булыусылар проблемаһын геноцидҡа тиңләй, ҡурҡыныс күренешкә ҡаршы республика буйынса ҡәтғи саралар үткәреләсәк, тип вәғәҙә итә. Ошо юлдарҙы яҙғанда, хыялланып, ғөмүмән, беҙҙең яҡтарҙа араҡыһыҙ туйҙар, төрлө мәжлестәр үткәреү алға китһен ине, тип уйланым. Сертификатһыҙ ҙа, сертификатлы ла араҡы өҫтәл түрендә булмаһын ине. Ҡыҙыҡлы ярыштар, күңелле уйындар, бейеүҙәр, йырҙар менән үрелеп барһын байрамдарыбыҙ. Ә бына ҡанды ҡыҙҙырып ебәреү өсөн иҫертмәй, тилертмәй торған ҡымыҙ эселһен ине. Ул дәрт-дарман да, көс-ҡеүәт тә, күңел көрлөгө лә бирә. Иртәгеһенә баш төҙәтергә кәрәк түгел, киреһенсә, хәлләнеп, сәләмәтләнеп тораһың, сөнки тәнеңә иҫ киткес файҙалы, сихәтле, саф ризыҡ инә. Бейетә лә, йырлата ла, эшләтә лә. Үҫеп килгән быуынға ла ыңғай үрнәк. Әйткәндәй, яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән, социаль пакет ҡаралған яҡшы эш урындарына, нигеҙҙә, йәштәрҙе алалар. Эсеү өсөн ҡаты яза бирә торған, шунда уҡ эштән бушатҡан урындар ҙа бар. Ошо хаҡта ла уйланыу мөһим.

Башҡортостанда иһә файҙалы эсемлек – ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу, уны пропагандалау, маҡтаулы ғаиләләрҙе дәртләндергән бәйгеләр булдырыу, айыҡ тормош алып барған ауылдарға гранттар биреү булһын ине.

Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙе юҡҡа сарыф итеп йәшәгән кешеләр, һис шикһеҙ, үҙҙәре ғәйепле. Ғөмүмән, яҡты көнөбөҙҙө изге ғәмәлдәр менән биҙәһәк тә, хәрәм эштәр менән ҡарайтһаҡ та – былар бары тик башыбыҙға килгән уйҙарҙы тормошҡа ашырыу нәтижәһе. Хилаф уйҙы изгегә бороп ебәреү кешенең үҙенән тора. Ниәттәрҙең тормошҡа ашыуы һөҙөмтәләре, муйынсаҡтағы ынйы мәрйендәр теҙелгән кеүек, беҙҙең ғәмәл­дәребеҙгә үрелә. Ғәмәлдәр изге булһа, уларҙың нуры үҫеп килгән быуынға яҡты маяҡ, тормошта дөрөҫ йәшәргә изге фатиха булып торасаҡ. Ә үҙебеҙ иҫән саҡта изге ғәмәлдәребеҙ бәлә-ҡазаларҙан, гонаһлы эштәрҙән кәртә, Аллаһы Тәғә­ләнең ярлыҡауы булып тора. Бер үк тапҡан малыбыҙ хәләл, ашағаныбыҙ хәләл ризыҡ булһын!


Автор: Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА Район: Татарстан Республикаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә