Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡояш кеүек булығыҙ!

Һәр эштә иң ҡыйыны – тәүге аҙым яһау

Балаларын кескәй саҡтан әҙәпле, тәүфиҡлы булырға өндәгән, кеше араһында үҙен матур тоторға өйрәткән ата-әсәләргә рәхмәт. Ундай йәштәр менән аралашыу шул тиклем рәхәт.

Яғымлы мөғәмәлә өндәшеүсенән әллә ни артыҡ көс талап итмәй, әммә уны ҡабул иткән кешенең кәйефен күтәрә, ыңғай, асыҡ әңгәмәгә көйләй. Иң мөһиме – был һүҙҙәр ихлас күңелдән әйтелергә тейеш. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә, тиҙәр бит. Ниндәйҙер аҫтыртын маҡсатҡа өлгәшеү өсөн генә яғымлы булырға ярамай, сөнки шәхси мәнфәғәтеңде ҡайғыртып, кешеләрҙең хис-тойғоһо менән идара итеү – әхлаҡһыҙлыҡ, ул ҡасан да булһа үҙеңә әйләнеп ҡайта.

Изге китаптар “яҡыныңды ярат” тип өйрәтә. Әлбиттә, тота килеп, бөтәһен дә яҡын күреү мөмкин түгел, әммә яғымлы, әҙәпле мөнәсәбәт күрһәтеп, хөрмәт итергә була.

Бөйөк остаздар үҙ өҫтөңдә эшләүҙе изге ҡараштан, яҡшы ҡылыҡтарҙан башларға кәңәш итә. Ә матур, төҙөк телмәр кешегә тирә-яҡ мөхит менән камил мөнәсәбәттәр ҡорорға, бер тулҡында йәшәргә мөмкинлек аса. Ваҡыт үтеү менән, тәүфиҡ, әҙәп кеүек изге ҡиммәттәргә ҡоролған тормош рәүеше һеҙгә бихисап кинәнес-шатлыҡ алып киләсәк. Ул шәхсиә­тегеҙҙе, булмышығыҙҙы үҫтереп, кешеләрҙең эске донъяһын аңларға, шул иҫәптән яҡшат­ланып маташҡан ике йөҙлө әҙәмдәрҙең ысын асылын күрергә, тойорға ярҙам итәсәк.

Яғымлылыҡтың ҡапма-ҡаршы күренеше – тупаҫлыҡ. Ул иң яҡын кешеләрҙең дә араһын һыуындыра, ҡайһы саҡта хатта дошманла­шыуға алып барып еткерә. Телен тыя белмәүе, киҫкен холҡо арҡаһында кешеләр эш урынын юғалта. Уйламай ысҡындырылған бер йәмһеҙ һүҙ урам саттарында йәштәрҙең үҙ-ара эләгешеүенә, ыҙғышына килтерә, һөҙөмтә – юғалған һаулыҡ, өҙөлгән ғүмерҙәр. Ә күпме кеше ошо арҡала иркенән мәхрүм ителеп, иң матур йылдарын заяға үткәрә...

Тупаҫлыҡ нервыларҙың һәр саҡ көсөргәнештә булыуы хаҡында һөйләй, бихисап сирҙәргә юл аса. Ә тормош, үҙенең икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстары менән, эргәңдән генә үтеп китә.

Ҡырыҫ холоҡло, зәһәр телле кешегә хеҙмәт баҫҡыстары буйлап үрләү ҙә ауыр бирелә. Яҡшы карьера яһаған хәлдә лә, улар асылда яңғыҙ, бигерәк тә эштән тыш ваҡытта. Әҙәп ҡағиҙәләрен һанламай, яғымлы мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнмәй, беҙ күп мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырабыҙ, танышаһы кешеләр менән танышмайбыҙ.

Спортсылар, шул иҫәптән көрәшселәр араһында ла тупаҫ, йәмһеҙ һүҙҙәр ҡулланып һөйләшкәндәр күп. Улар аңлауынса, һүгенеү – ул ҡыйыулыҡ, көс-ҡеүәт билдәһе. Ә бит был дөрөҫ түгел. Беренсенән, насар уйҙар, оятһыҙ һүҙҙәр кешенең эске донъяһының емерелә башлауын күрһәтә. Икенсенән, көрәш төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр Юныс Харисов, Эльбрус Ниғмәтуллин кеүек батырҙарҙан өлгө алырға тейеш. Улар спортта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, әммә тормошта иҫ киткес ябай, кешелекле, кеселекле булып ҡала алған.

Яуызлыҡтың үрсей торған үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, күптәр тупаҫ мөғәмәләгә шундай уҡ яуап ҡайтара, йәғни “таш менән атҡанға аш менән ата белмәй”. Был осраҡта үҙеңде ҡулда тотоу мөһим. Аҙ ғына туҡтап тор, берәй яҡшы нәмә хаҡында уйла һәм һинең ризаһыҙлығың юҡҡа сығасаҡ, асыуың баҫыласаҡ. Оятһыҙлыҡ, тупаҫлыҡ алдында күптәр баҙап ҡала. Ә бына көслө рухлылар бындай хәлгә юмор менән ҡарай. Берәйһе юрамал этһә, иҫкәрмә яһамай, ә үҙе башлап ғәфү үтенә. Аңлы кеше яңылы­шыуын таный һәм яуап итеп үҙен дә кисереүҙе һорай. Ә тәкәббер бәндә яғымлы мөнәсәбәтте көсһөҙлөк билдәһе тип ҡабул итә. Был инде уның үҙ бәләһе...

Кемгәлер яғымлы, ихлас мөрәжәғәт итеп тә, тупаҫ яуап ишетһәгеҙ, йөрәгегеҙгә яҡын алмағыҙ. Тормошта һеҙҙең әҙәплелекте баһалаясаҡ кешеләр күп буласаҡ. Ҡояшты ла әрләүселәр бар, ә бит ул барыһына ла тигеҙ яҡтыртыуҙан туҡтамай. Ҡояш кеүек булығыҙ.

Изгеләр, аҡыл эйәләре үҙҙәренә ҡарата мыҫҡыллау-хурлауҙарҙы батҡаҡ (ҡойо) менән дауаланыу тип ҡабул иткән. Тарихтан билдәле: уларҙың бәғзе берәүҙәре һуңғы һулышынаса хатта язалаусыһына яҡшы мөғәмәләлә булған. Бының менән улар рух көсөн, эске ныҡлығын күрһәткән.
Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева кеүек замандаштарыбыҙҙың йәки академик Дмитрий Лихачевтың китаптарын уҡыған, видеояҙма­ларын ҡараған һайын үҙеңә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ асаһың, уларҙың телмәр байлығына, эске мәҙәниәтенә, хатта тәнҡитселәренә ҡарата изгелекле мөнәсәбәтенә һоҡланаһың. Өйрә­нергә теләһәк, остаздарыбыҙ етерлек, теләк кенә булһын.

Һәр эштә лә иң ҡыйыны – тәүге аҙым яһау. Мәҫәлән, иртәнсәк өйөңдән сыҡҡас, быға тиклем бер тапҡыр ҙа сәләмләшмәгән күршеңә йылмайып “Һаумыһығыҙ!” тип өндәш. Ә унан инде икенсе, өсөнсө аҙым... һәм тиҙҙән тормошоңдоң ысынлап та яҡшыға үҙгәреүен тойорһоң.


Автор: Айгөл ҒӘЛИУЛЛИНА үҙеңде һаҡлау мәктәбе инструкторы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә