Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изгелектән донъя яҡтыраҡ
Әбйәлил районының Асҡар ауылында ғүмер иткән Гөлнара менән Айрат Әминевтәр – бөгөн аяҡтарында ныҡлы баҫып торған, яҡташтары өсөн заманса уңайлыҡтар тәҡдим иткән, бихисап халыҡ өсөн эш урындары булдырған эшҡыуарҙар. “Һәр уңышлы ир-егет артында ышаныслы ҡатын-ҡыҙ тора” тигән фекер бар. Быны Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙына ҡарата ла һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин.

Заманалар үҙгәреп киткәс, ғаилә баш­лығы Айрат Зиннәт улы эш­ҡыуар­лыҡ менән шөғөлләнеп ҡарарға хәл итә. Ниәтен тормошҡа ашырыуҙы күмәртә­ләп һатыу нөктәһенән башлай. Тиҙҙән бизнестың был төбәктә әлегә бер кем дә тотонмаған өлкә­һенә иғтибарын йүнәлтеп, Асҡар ауылында “Элита” тип аталған ҡунаҡхана төҙөй. Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап, район хакимиәтенең социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә эшләгән Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы иренә ярҙам кәрәклеген тойоу менән, яйға һалынған хеҙмәтен ҡалдырып, эшҡыуарлыҡҡа егелә – “Элита”ның директор ҡамытын тарта башлай. Бергәләгәс, эш тә йылдамыраҡ китә.

– Иң ныҡлы бизнес – ғаилә бизнесы. Әгәр ғаилә дөйөм эш менән янһа, ҡыҙыҡһыныуҙары, уй-фекерҙәре бер йүнәлештә булһа ғына үҫергә, алға барырға мөмкин. Быға ныҡлы инанғанбыҙ. Ғаилә бизнесында бер-берең алдында яуаплылыҡ көслө, бер көн менән генә йәшәмәйһең, балалар, ейәндәр һинең эшеңде дауам итһен өсөн тырышаһың, – ти Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы.

Тәүге берҙәм уңыштан дәртләнгән Әми­нев­тәр, яңынан-яңы ниәттәрен тор­мошҡа ашырып, район үҙәгендә ҡәһүәхана, төҙө­лөш ихатаһы, машина йыуыу, ремонтлау урындары аса. Бөгөн улар бильярд залдары, сауна һәм хеҙмәт­ләндереү кимәле, башҡа уңайлыҡтары менән ҡалалағы заманса ҡунаҡханаларҙан ҡалышмаған “Ҡунаҡ ихатаһы” комплексына эйә.

Бынан ике йыл элек тәбиғәттең хозур мөйөшөндә – Тирмән ауылында яңы комплексҡа нигеҙ һалалар. Бындағы “Алтын буға” һәм “Ынйы” тип аталған заманса йыһазландырылған залдарҙа туйҙар, юбилейҙар гөрләп үтә. Уңған хужабикә, зауыҡлы ханым булып танылған Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы өсөн һәр ҡунаҡтың хеҙмәтләндереү кимәленән риза булыуы үтә лә мөһим.

Күптән түгел тағы бер ниәттәрен тор­мош­ҡа ашырыуға өлгәшкән эшлекле ғаилә: Асҡар ауылының үҙәк баҙарында балалар өсөн күңел асыу комплексы асҡандар. Бын­дағы лабиринттар, кафе, 5D видео ба­лаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килгән.

Киләсәккә ышаныс менән ҡараған Әминевтәр мәрхәмәтлек менән дә ихлас шөғөлләнә, улар – районда үткән төрлө сараларҙың даими бағыусыһы. Башҡорт­остан аграр сәнәғәт колледжының Әбйәлил ауылындағы филиалына, Рауил ауылын­дағы балалар йортона, мәктәптәргә ярҙам итәләр, мохтаж ғаиләләр өсөн республика, район баҫмаларына яҙылалар. Әйтергә кәрәк, был эштәрҙең барыһын да ихлас күңелдән башҡара, “мөмкинлек бар икән, ниңә ярҙам итмәҫкә” тигән ябай ҡараштан сығып эш итә улар.

– Уйлаған ниәттәрҙе, алға ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырып киләбеҙ, шуға күрә шөкөр итергә генә ҡала. Был йәһәттән Айраттың тәүәккәллеге, һәр яңы башланғысҡа дәрт менән тотоноуы миңә лә ышаныс өҫтәй. Атайым менән әсәйем янымда, улар һәр саҡ аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә, дәртләндерә белә. Ҡустым менән икебеҙгә матур тәрбиә биргәндәре, тормоштоң төрлө мәлдәрендә терәк-таяныс булғандары өсөн уларға рәхмәтем сикһеҙ, – ти Гөлнара.

Ошо көндәрҙә Әминевтәр ғаиләһендә иҫтәлекле ваҡиға булған: улдары Айҙар менән килендәре – Ҡариҙел һылыуы Альбинаның никах тантанаһы үткән. 26 йыл ҡәйнәһе менән бергә йәшәгән, һуңғы көндәренәсә уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән Гөлнараның сабыр, йор аҡыллы ҡәйнә булырына шик юҡ. “Балаларыбыҙ бәхетле булһын инде, бөтә башҡарған эштәребеҙ уларҙың яҡты киләсәге хаҡына бит”, – ти ул.

“Бөгөнгө ҡатмарлы заманда ҡатын-ҡыҙға эшҡыуар булыу, шул тиклем ҙур бизнесты алып барыу ауыр түгелме, көс-ҡеүәтте ҡайҙан алаһығыҙ?” – тип ҡыҙыҡһынам Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙынан.

– Ауырлыҡтар тураһында уйламайым да. Иртә менән тороп, көндәлек мәшә­ҡәттәремде, бурыстарымды махсус блокнотҡа билдәләйем дә эшкә тотонам. Гел бизнес тип кенә лә йәшәп булмай, ғаиләлә йылы мөхит булдырыу, яҡын­дарың тураһында хәстәрлек күреү кеүек бөтмәҫ хәстәрҙәр ҙә ята ҡатын-ҡыҙ иңендә. Арыуымды һиҙһәм, йәйәү йөрөүҙән, матур йөкмәткеле фильм ҡарауҙан күңелемә ял алам, – тип яуап­ланы эшҡыуар ханым.

Бизнес тип аталған ҡатмарлы, мәле менән хатта ҡырыҫ донъяла ла күңел матурлығын юғалтмаған, изгелек ҡылыуҙан йәм тапҡан, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылған Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙына, уның татыу ғаиләһенә тик уңыштар һәм именлек юлдаш булһын!


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә