Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәйләмдәрҙә — йәйғор төҫө
Бәйләмдәрҙә — йәйғор төҫөМилли нағыш менән йорт биҙәү — халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе. Йылдар үткән һайын ҡул эшен үҙ итеүселәр һирәгәйә барыуға ҡарамаҫтан, күп ауылдарҙа әле лә сигеү сиккән инәйҙәребеҙ байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе Хәйбулла районының Сәғит ауылында йәшәүсе Тәнзилә Шакирова.

Дүртөйлө районында тыуып үҫкән Тәнзилә Хәбирйән ҡыҙы Хәйбулла тарафтарына яҙмыш ҡушыуы буйынса килеп төпләнә. Дөрөҫөрәге, береһенән-береһе бәләкәй дүрт улын алып, иренән ҡасып китергә тура килә. Ул саҡта Хәйбулла районында сиҙәм күтәреүҙә, баҫыусылыҡта эшләйем тигән кешегә эш күп була. Яңғыҙ ҡатын Мәмбәт ауылында төпләнә, улдарын бер үҙе үҫтерә. Күңелен баҫыу, ҡышҡы оҙон төндәрҙе тиҙерәк үткәреү теләге менән бәйләмгә тотона. Артабан бәйләү-сигеүһеҙ бер көн дә тора алмай башлай, саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, күңел йыуанысы, хәсрәтен таратыусы “серҙәш”е янына килә. Балаларын яңғыҙ тәрбиәләү еңелдән булмай, шуға күрә шәл бәйләп һата. Ауылдаштары Тәнзилә инәйҙе аш-һыу оҫтаһы булараҡ та, гөл үҫтерергә яратыусы тип тә белә. Ҡатын-ҡыҙҙың сыраһы ҡырҡ, береһе янмаһа, береһе яна тигәндәй, малайҙарын үҫтереп, өйләндереп бөткәс, Ғәли Мәмбәтовҡа тормошҡа сыға. Нужаны күп күргән, яңғыҙлыҡтың ни икәнен кисергән ике йөрәк ҡауышып, матур итеп донъя ҡора.
Тәнзилә Хәбирйән ҡыҙы хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, уларҙың балаларына, бүлә-бүләсәрҙәренә төрлө әйберҙәр, бейәләй-ойоҡбаштар, кофталар бәйләй. Ултырғыс һәм диван ябыуҙары күҙҙең яуын ала, ырғаҡ менән бәйләнгән шәлдәрҙе күреп, һушың китерлек!
— Бәйләмдәремде балаларыма, ейәнсәрҙәремә бүләк итәм, һораусылар булһа һатам, төрлө күргәҙмәләргә лә алып йөрөйөм, — ти. — Бөгөн һатыуҙа ептәрҙең ниндәйе генә юҡ. Ҡайҙа барһам да, иң беренсе еп һатып алам, ҡайтҡас, йәйғор төҫөндәге төрлө әйбер бәйләйем. Күҙ нурымды түгеп, күңел йылымды ҡушып бәйләгән кейемдәрҙе кейгән туғандарымды, ейән-ейәнсәрҙәремде күреү — үҙе ҙур ҡыуаныс. Тыуған көндәр тиһеңме, байрамдар булһынмы, барыһына ла үҙем бәйләгән һәм сиккән ҡул эштәремде бүләк итәм, — ти ул.
Бәхетле ул бөгөн: донъяға һөйөнөп баға, ҡулынан нур тама. Сабырлығы, көслө рухлы булыуы менән тормош һынауҙарын лайыҡлы үткәреп ебәрә, күҙ нурҙары ҡушылған ҡул эштәре әллә күпме кешегә йылылыҡ, ҡыуаныс килтерә. Ҡатын-ҡыҙ бәхетен татып, тормош юлдашы янында 24 йыл буйы бәхетле ғүмер кисерә, әле булһа матур шөғөлөн ташламай.
К. ИШБУЛДИНА.
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә