Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡануниәтте яҙыуы еңел, ә үтәүе...

Башҡортостан Прокуратураһы былтырғы эшенә йомғаҡ яһаны.

“Республикала ҡануниәттең былтырғы хәле законды боҙоуҙар һанының ярайһы уҡ күп булыуы, шул уҡ ваҡытта бөтә власть органдарының, прокуратураның һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмаларының уларҙы кәметеү, бөтөрөү буйынса ныҡышмалы хеҙмәте менән билдәләнде”, — тине Башҡортостан прокуроры Ан-дрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында былтырғы эшкә йомғаҡ яһап. Ошо осорҙағы хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә ниндәй баһа бирергә мөмкин, уның алдына ниндәй бурыстар ҡуйыла?

Берлектәге эш кенә берәгәйле

Тәүҙә һандарға мөрәжәғәт итәйек. Былтыр 205 710 тапҡыр закон боҙоу осрағы асыҡланған. Алдағы йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 1,1 процентҡа түбәнерәк. Был хоҡуҡ боҙоуҙар түбәндәгесә бүленә: тәфтиш һәм дознание үтәлешен күҙәтеү өлкәһендә – 51,7 процент, федераль ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеүҙә – 42,2 процент, милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм экстремизмға, терроризмға ҡаршы тороу өлкәһендә – 3,2 процент, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса – 1,7 процент, енәйәт өсөн язаның башҡарылыуын күҙәтеүҙә – 1,2 процент.

Был осраҡта федераль ҡануниәттең үтәлешендә закон боҙоуҙың структураһы түбәндәгесә: етештереү һәм ҡулланыу өлкәһенә уларҙың 1,6 проценты тура килә, урманды файҙаланыуҙа – 0,5, һаулыҡ һаҡлау тармағына – 0,9, хеҙмәт­кә түләүҙә – 7,8, граждандарҙың торлаҡ хоҡуҡтары буйынса – 1,4, халыҡ күмәк йыйылған урындарҙа граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә – 5,7, башҡа өлкәләрҙә – 24,3 проценты.

– Уҙған йыл сәйәси ваҡиғалары менән иҫтә ҡалды – Рәсәй Президентын, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарын һайланыҡ, – тине Андрей Назаров. – Беҙ был мөһим сараларҙа хоҡуҡ һаҡлау һәм контроллек итеү органдары, һайлау комиссиялары менән берлектә эшләнек. Граждандарҙың һайлау участкаларындағы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында иҫкәртеү эше лә башҡарылды.

Ҡануниәтте боҙоу буйынса айырым осраҡтар булғылаған, улар, нигеҙҙә, агитация үткәреү тәртибен күҙәтмәүгә ҡайтып ҡалған. Дөйөм алғанда, һайлау осоронда тауыш биреүгә ҡамасаулаған етди кәмселектәргә юл ҡуйылмаған. Был ваҡиғаларҙы күҙәтеү тәжрибәһе быйыл үтәсәк республика Башлығын һайлауҙа, шулай уҡ күпселек муниципаль берекмәләрҙә урындағы үҙидараның вәкәләтле органын һайлау барышында ҡулланыласаҡ.

Хеҙмәттәшлек нигеҙе – ҡануниәт

Хоҡуҡи киңлектең берҙәмлеге тигән төшөнсә бар. Уны тәьмин итеүҙә республика прокуратураһы менән Башҡорт­ос­тандың дәүләт власы органдары араһында эшлекле бәйләнеш булды­рыл­ған. Норматив хоҡуҡ акттарының проекттары өҫтөндә берлектәге эш федераль ҡануниәттең үтәлешен боҙоуҙарға, коррупция ихтималлығына ошо документтарҙы әҙерләгәндә үк юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итә. Шуның һөҙөмтәһендә закон һәм ҡарарҙар әҙерләгәндә былтыр 400-ҙән ашыу хатаға юл ҡуйылмаған.

Муниципаль нормалар ҡабул итеү өлкәһендә лә прокурорҙар ҙур эш башҡара. Был осраҡта муниципаль хоҡуҡи акттарҙың проекттарын өйрәнеү ҙә, модель акттарын яҙыу ҙа шуға инә. Былтыр муниципаль кимәлдә ҡануниәткә ҡаршы килгән алты меңдән ашыу акт кире ҡағылған, проекттарға ҡарата мең ярымдан артығыраҡ иҫкәрмә һәм тәҡдим бирелгән.

Йыл һайын республика прокура­тураһы ҡануниәтте заман талап иткәнсә үҙгәртеү йәки өҫтәмәләр индереү башланғысы менән сығыш яһай, улар иҫәбендә федераль закондар ҙа бар. Мәҫәлән, республика прокуратураһы Башҡортостандың түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү һәм төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡандарҙы яҡлау буйынса саралар тураһындағы закондарына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте.

– Рәсәй Президенты Владимир Путин былтыр “Рәсәй Федерацияһында туберкулез таралыуын иҫкәртеү тураһында”ғы Федераль законға ҡул ҡуйғайны, уны ҡабул итеү буйынса эш тә республи­кабыҙ прокуратураһы тәҡдиме менән башҡарылды, – тине Андрей Назаров. – Беҙҙең депутаттар корпусына ошо башланғысыбыҙҙы яҡлап сыҡҡаны өсөн рәхмәт белдерәм.

Иғтибар үҙәгендә – социаль хоҡуҡ

Былтыр прокурорҙар граждандарҙың социаль хоҡуҡтары боҙолоуҙың 58 мең осрағын асыҡлаған. Уларҙы бөтөрөү маҡсатында судҡа 18 меңдән ашыу дәғүә һәм ялыу ебәрелгән. Асыҡ­ланыуынса, 396 ойошма һәм эшҡыуар хеҙмәт хаҡы түләүҙе тотҡарлаған, уларҙың һәр ҡайһыһына ҡарата тейешле саралар күргәндәр.

Прокурорҙар ярҙамы менән эш хаҡы буйынса 753 миллион һумлыҡ бурыс ҡайтартылған. Ғәйепле 821 түрә һәм эшҡыуар – административ, 669-ы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, 35-енә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Кемерово ҡалаһындағы фажиғәле ваҡиғанан һуң прокурорҙар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә бөтә республика буйынса күңел асыу һәм ял итеү урындары булған сауҙа комплекстарын, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын тикшереп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә улар 500-ҙән ашыу объектта булған һәм янғын хәүефһеҙлеген боҙоуҙың туғыҙ меңдән ашыу осрағын асыҡлаған. Тикшереү күрһәтеүенсә, сауҙа комплекстарының күп кенә хужалары һәм хакимиәттәре, табыш тураһында ғына уйлап, һаҡсыллыҡ күрһәтеүҙә саманан тыш “тырышҡан”, хәүефһеҙлек буйынса ябай ғына сараларҙы ла һанға һуҡмаған. “Шуныһын да билдәләмәй булмай: ошондай объекттарҙың етәкселәре был тикше­реүҙән һуң етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрҙе, тәүге сиратта ҙур финанс сығымы талап итмәгән кәмселектәр бөтөрөлдө”, – тине республика прокуроры.

Шул уҡ ваҡытта, айырым объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүгә бәйле етди кәмселектәр асыҡланыуы сәбәпле, ошо биләмәләр өсөн яуаплы прокурорҙар судҡа 110 дәғүә ебәргән. Талаптың үтәлеше — прокурорҙар контролендә. Уларҙың дәғүәһе буйынса 18 объекттың эше туҡтатылған.

Сиратта — 228 кеше

Торлаҡ мәсьәләһе прокурорҙарҙың даими иғтибар үҙәгендә. Был өлкәләге хоҡуҡ кешенең көнкүреш шарттары менән бәйле һәм һис боҙолорға тейеш түгел, шул иҫәптән – авария хәлендәге йорттарҙан күсерелгән граждандарҙыҡы ла. Әлеге ваҡытта авария хәүефе янаған күп ҡатлы 103 йортта йәшәгән 896 кешене күсереү контролдә ҡалыуын дауам итә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын (инвалидтарын) һәм уларҙың ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә прокуратура иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Былтыр федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға ошо ҡатламдағы 177 граждандың торлаҡ шарттары яҡшыртылған.
Уҙған йылдарҙағы саралар һөҙөмтә бирә: былтыр торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратҡа ҡуйғанда ике генә ветерандың ошо өлкәлә хоҡуғы боҙолоуы асыҡланған. Бөгөнгә сиратта 228 кеше тора, һәм уларға торлаҡ тапшырыу эше дауам итә.
Дарыу ваҡытында биреләме?

– Халыҡтың медицина ярҙамына хоҡуғын күҙәтеү буйынса ҙур эш башҡарылды, был даирәлә ҡануниәтте боҙоуҙың 1800-ҙән ашыу осрағын асыҡланыҡ, – ти Андрей Назаров.

Ташламалы хаҡҡа дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе, белеүебеҙсә, былтыр ҡырҡыулашҡайны. Яҡты донъяла йәшәү-йәшәмәүе билдәле бер дарыуға ғына бәйле граждандар аҙ түгел. Әммә уның буйынса ташламалы хаҡҡа тәьмин итеү эшендә өҙөклөктәр килеп тыуҙы һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла был йәһәттән ҡаты тәнҡиткә дусар ителде. Ахырҙа, был пенсионерҙар уны йыш ҡына дарыухананан ҡиммәт хаҡҡа һатып алырға мәжбүр булды.

Прокурорҙар суд аша граждандарға дарыу алыуға киткән бер ярым миллион һумдан ашыулыҡ сығымды кире ҡайта­р­тыуға өлгәшкән. Сара күреү һөҙөмтә­һендә 1300-ҙән ашыу граждан дарыу менән тәьмин ителгән.

“Һаҡаллы йорттар” булмаһын

Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан­дарҙың хоҡуҡтары боҙолоуы етди проб­лема булып ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фатирҙы хужаларына тапшырыу ваҡыты уҙған барлыҡ йорттарҙа ла ыңғай үҙгәреш бар тип әйтеп булмай. Республика прокуратураһының тәҡдимдәренән һәм иҫкәрмәләренән һуң Хөкүмәт зыян күргән граждандарҙың торлағын төҙөүҙе тамамлау, норматив базаны камиллаштырыу буйынса “юл карталары”на төҙәтмәләр индергән, ҡануниәткә ҡаршы килгән рекламаға юл ябылған.

– Шул уҡ ваҡытта республиканың контроль органдарына төҙөлөш комплекстарында проблемалар барлыҡҡа килеү менән улар тураһындағы мәғлү­мәтте бер-береһенә еткереү буйынса тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк, был хәлдең нисек булырын баштан уҡ күҙалларға мөмкинлек бирәсәк, юғиһә төҙөлөш фирмаһы бөлгөнлөккә төшкәс кенә, сара күрергә тотоналар, – тине Андрей Назаров үҙенең сығы­шында.
Ни хаҡҡа һаталар һәм алалар – барыһы ла билдәле

Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн һатып алыу системаһында хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау буйынса эҙмә-эҙлекле эш бара. Заказсыларҙың һатып алыуҙа ҡатнашыуы буйынса документтар төҙөгәндә, еңеүселәрҙе билдәлә­гәндә, һатыу һәм алыу даирәһендәге берҙәм мәғлүмәт системаһында тейешле информацияны урынлаштырғанда, башҡарылған эш өсөн түләгәндә закон боҙоу осраҡтары әлегә йыш осрай икән.

Яғыулыҡ-энергетика ресурстарын тотоноусыларҙың бурысын кәметеү маҡсатында идара итеү компаниялары коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында иҫәпләшмәгән хужалар менән әүҙемерәк эшләргә мәжбүр ителә. Республика ойошмалары менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә былтыр миллиард ярым һумлыҡ бурысты ҡайтартыуға өлгәшел­гән. Ә былтыр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә барлығы 3700-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоу туҡтатылған, был йүнәлештә 40 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Прокурорҙар эшмәкәрлеге нигеҙендә 68 гектар ерҙе дәүләт һәм муниципаль милеккә кире ҡайтартыуға өлгәшелгән, ғәйепле кешеләрҙән 35 миллион һум штраф түләттерелгән.

Рөхсәтһеҙ ҡырҡыу – енәйәт

Тәбиғәтте һаҡлау тураһындағы ҡану­ниәттең үтәлешен күҙәтеү ҙә прокура­тураның өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе булып тора. Уның ҡушыуы буйынса, республиканың Урман хужалығы министрлығы былтыр урманда ут сыға­рыуҙа ғәйепле алты кешенән янғынды һүндереү буйынса сығымды түләтте.

Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу тураһын­дағы енәйәт эштәренең барыһы буйынса ла дәүләт ғәйепләүселәре енәйәт ҡо­рал­дарын – йөк машиналары, трактор­ҙар, бензин бысҡыларын – конфиска­циялауҙы юллай. Ҡағиҙә булараҡ, судтар был талапты һәр саҡ ҡәнәғәтләндерә. Был ҡоралдар, шулай уҡ рөхсәтһеҙ киҫел­гән бүрәнә тулы күләмдә дәүләткә тапшырыла.

Бизнесменды ҡыйырһытмаһындар

Эшҡыуарлыҡ субъекттарының хоҡуҡ­та­рын яҡлау, уларға ҡарата яһалма административ кәртәне бөтөрөү буйынса ла тейешле саралар күрелә. Былтыр прокурорҙарҙың башланғысы менән ошо даирәлә 360 чиновник – административ, 1200-ҙән ашыу кеше дисциплинар яуап­лылыҡҡа тарттырылған, өс енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бер йыл эсендә хужалыҡ итеү субъекттарына ҡарата 2800-ҙән ашыу законһыҙ планлы һәм планһыҙ тикшереүҙе булдырмау сараһы күрелгән. Контролерҙарҙың күҙалланған тикшереү­ҙәренең сирек өлөшө самаһына проку­рорҙар тарафынан рөхсәт бирелмәгән. Был контроль органдарының 112 етәксе­һенә ҡарата ла административ эш ҡуҙғатылған.

Рәсәй Президенты һәм илдең Генераль прокуроры ҡушыуына ярашлы, дәү­ләт һәм муниципаль заказсыларҙың эш­ҡыуарҙар алдындағы бурысын ҡапла­тыу буйынса әүҙем саралар күрелгән. Ныҡыш­малы һәм системалы эшмәкәрлек һөҙөм­тәһендә былтыр эшҡыуарҙар 1 мил­лиард 200 миллион һум аҡсаһын ҡайтарта алған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509