Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәйе тәмле, һүҙе татлы – Йәшәһен өләсәйҙәр!
Бөгөн - Өләсәйҙәр көнө. Ошо уңайҙан "Башҡортостан" гәзитенең "Тубырсыҡ" махсус битендә 2012 - 2014 йылдарҙа донъя күргән балалар ижады өлгөләренең бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, һеҙҙең ул-ҡыҙҙарығыҙҙың яҙмалары барҙыр бында. Уҡыйыҡ, хәтергә төшөрәйек!


Өләсәйемдең ҡулдары


Өләсәйемдең ҡулдары
Һырланып бөткән.
Ошо ҡулдар әсәйемде
Иркәләп көткән.

Ауыр эш күргән был ҡулдар,
Өшөгән, туңған.
Шуға ла әлеге һырҙар
Уларға ҡунған.

Гөлзирә МӘЖИТОВА,
Яңы Усман мәктәбе.


Бөрйән районы.

(5.04.2014)

Алтынға биргеһеҙ һәр һүҙе


Йыш ҡына булам мин
Өләсәйҙә ҡунаҡта.
Уны бик ныҡ һағынам,
Ул да мине ярата.

Ҡапҡаны асып инәм,
Өләсәйем ҡаршылай.
Һәм олатайға әйтә:
– Самауырҙы ҡуй, бабай!

Арҡамдан дөпөлдәтеп
Мине яратып ала.
Самауыры ҡайнағансы
Хәлемде һорай һала.

Бал, ҡорот, ҡаймаҡ менән
Һөтлө сәйҙәр эсәбеҙ.
Мәтрүшкә еҫенә тулған
Беҙҙең өй эсебеҙ.

Алтын-көмөшкә биргеһеҙ
Өләсәйҙең һәр һүҙе.
Иманлылыҡҡа өйрәтә —
Ағинәй инде үҙе.

Сәйе тәмле, һүҙе татлы —
Йәшәһен өләсәйҙәр!
Матур тәрбиә алып
Үҫһен беҙҙә кескәйҙәр!


Алина ӘМИРҒӘЛИНА,
Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.


Күгәрсен районы.

(27.04.2013)

Дуҫ йәшәргә өйрәтә


Ишембай районының Маҡар ауылында йәшәгән Фәүзиә өләсәйем янына һәр ваҡыт ашҡынып ҡайтам. Ул да мине гел ҡыуанып ҡаршы ала.

Өләсәйемә биш йәш тулған көндә Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Уның атаһы Ғүмәр олатай, ике ағаһы — Усман менән Ғәле — фронтҡа киткән. Усман олатай яуҙа хәбәрһеҙ юғалған, башҡалары иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан. Яу яраларына бирешмәйенсә, матур тормош көткәндәр.

Һуғыш йылдары балаһы булараҡ, өләсәйем — бик эшсән, бирешмәҫ кеше. Ул беҙҙе тырыш булырға, дуҫ йәшәргә өйрәтә.

Инсаф ӘҺЛИУЛЛИН,
21-се лицей уҡыусыһы.


Өфө ҡалаһы.

(8.05.2012)

“Йыуа ашап үҫтек...”


Быйыл яҙ иртә килде. Мине ағайымдар тауға алып сыҡты.

Бында йыуа күп икән. Уны башҡа үлән араһынан йыйырға өйрәндем. Тәмле “һуған”ды өйгә кеҫәмә тултырып алып ҡайттым. Йыуаны айырыуса ҡарт өләсәйем яратып ашаны.

– Беҙ, һуғыш йылы балалары, йыуа, кесерткән, ҡаҡы, балтырған, һарына менән туҡланып үҫтек, — ти ул. — Ә хәҙер ашарға нимә генә юҡ! Шулай ҙа ризыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк.

Илнур ВӘЛИЕВ,
5-се мәктәп уҡыусыһы.


Белорет ҡалаһы.

(8.05.2012)

Оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ, ҡәҙерлеләрем!


Ғәлиә өләсәйем менән Әхмәҙинур олатайым, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып донъя көтә.

Өләсәйем — Әбйәлил районының Мишәр, ә олатайым Мәхмүт ауылында тыуып үҫкән. Йәш саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән. Бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан ҡәҙерлеләрем. Шуға улар тормоштоң ҡәҙерен белә, матур итеп йәшәй. Мал тәрбиәләйҙәр, баҡса үҫтерәләр. Өләсәйем йырларға, таҡмаҡ әйтергә ярата. Ҡайһы берҙәрен беҙ ҙә отоп алырға тырышабыҙ.

Ҡулы ла алтын өләсәйемдең! Бер ҙә, ҡартайҙым, тимәй, һаман да беҙҙе хәстәрләй. Бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәренә күңел йылыһы күскән кеүек.

Һөйөклө, яғымлы өләсәйем һәм олатайым! Беҙҙе һөйөндөрөп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерегеҙ, ҡәҙерлеләрем!

Эльвира ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Һаҡмар мәктәбе уҡыусыһы.


Баймаҡ районы.

(22.02.2012)


Автор: И. ҠОРМАНОВА әҙерләне. Фото: Әлфиә Абдрафиҡова фотоһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә