Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Романтика юҡ. Етди һәм ентекле эш кенә

Бөгөн – Эксперт-криминалистар көнө.

Был бинала бик олпат ойошманың урынлашыуы ишек төбөнән үк аңлашыла. Фотохәбәрсебеҙҙең ҙур сумкаһын һәм үҙебеҙҙе энәһенән-ебенә тиклем тимер эҙләй торған ҡорамал менән тикшереп сыҡҡас ҡына индерҙеләр. Эйе, беҙ етди кешеләр эшләгән урынға – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика үҙәгенә килдек.

Фильмдар ары торһон

Бында юлланыуҙың аныҡ сәбәбе лә бар – бөгөн улар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ә беҙҙе иһә уларҙың нимә менән шөғөлләнеүе, енәйәттәрҙе ниндәй юлдар менән асыуы, ғөмүмән, кем ул эксперт-криминалист тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Үҙәктә 2006 йылдан алып начальник булып эшләгән полиция полковнигы Радик Гәрәев менән уның урынбаҫары, шулай уҡ полиция полковнигы Светлана Рәшитова барыһына ла яуап бирҙе, хатта эш алымдарын һәм технологияларын да күрһәтте.

– Беҙ – Эске эштәр министрлығы янын­дағы ойошма, полицияға ҡарайбыҙ. Төп маҡ­сатыбыҙ – енәйәтте асыҡлау, йәмәғәт тәр­тибен һаҡлау. Хоҡуҡ боҙған кеше күктән осоп йөрөмәй: барыбер ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдыра. Мәҫәлән, бармаҡ йә аяҡ кейе­ме урыны тороп ҡала, берәй әйбере оно­тола, ҡаны йә төкөрөгө лә бик мөһим беҙ­ҙең эксперттар өсөн, – ти Радик Рифҡәт улы.

Криминалистика хеҙмәтенең тарихы бай. Тәүге хеҙмәткәрҙәр енәйәт урынын фо­тоға төшөргән ябай фотографтар бул­ған. Артабан фән, технологиялар үҫешә килә, уларҙың да оҫталығы һәм белеме артҡан. Һәр кемдең бармаҡ рәсеменең үҙе­нә генә хас булыуын беләләр, аяҡ ке­йе­менең эҙе буйынса хужаһын да табырға өйрәнәләр. Хәҙер инде енәйәтселәрҙе генетика буйынса еңел асыҡлайҙар, бының өсөн уның бер тамсы ҡаны, төкөрөгө йә мәнейе (сперма) лә етә. Бөгөн кеҫә телефондары, компьютерҙар һәм башҡа юғары технологиялар ҙа криминалистарға хеҙмәт итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, улар заман менән бергә атлай һәм үҫешә.

Ғөмүмән, үҙәктең эшмәкәрлегенә кил­гән­дә, ул күп яҡлы һәм төрлө. Бында криминалистик экспертиза һәм иҫәп, медик-криминалистик һәм биологик, махсус экспертизалар, иҡтисади, автотехник, техник экспертизалар бүлектәре эшләй. Баллистика, шартлатҡыстар менән дә тикше­реү үткәрәләр, кешене тауышы, яҙыуы буйынса асыҡлай беләләр. Заманса ҡора­малдар менән йыһазландырылған үҙәккә һығымта алыр өсөн бөтә республиканан төрлө әйберләтә дәлилдәр килтерәләр.

– Беҙ, илдә һуңғы йылдарҙа айырыуса популяр булған криминалистик сериал­дарҙы ҡарап, һеҙҙең эште бик яҡшы күҙ алдына килтерәбеҙ кеүек. Полиция хеҙ­мәткәрҙәре менән бергә эксперттар “жыу­лап” килеп етә лә, енәйәт урынынан пробирка һәм пакеттарға дәлилдәрҙе күсереп һалып, “һә” тигәнсә хоҡуҡ боҙоусының кем икәнлеген асыҡлай һәм геройға әйләнә. Ә тормошта нисек? Барыһы ла шулай еңелме? – тип һорайым белгестәрҙән.

Радик Рифҡәт улы эштең ысынбар­лыҡта нисек ойошторолоуы тураһында һөйләп бирҙе. Ниндәй ҙә булһа енәйәт ҡылынһа, миҫал итеп кеше үлтереүҙе алайыҡ, иң тәүге хәбәр полицияға барып етә. Шунда уҡ енәйәт урынына иң яҡын булған участковый полицейский табыла һәм уға шул урынды һаҡлау, сит кешеләрҙе ебәрмәү бурысы ҡуйыла. Ул арала тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, оперативниктар менән бергә эксперт-криминалистар килеп етә. Һәр кем үҙ эшен башҡара, оперативниктар шаһиттарҙы эҙләй, был урында булған видео­яҙмаларҙы ала башлай.

Эксперттар иһә енәйәт урынын фотоға төшөрә, барлыҡ билдәләрҙе эҙләп йыя. Шунан лабораторияларҙа эштең иң ҡатмарлыһы һәм ентеклеһе башлана ла инде. Микроскоптар, лупалар, ҡағыҙҙар... Ҡыҫҡаһы, бер ниндәй ҙә романтика юҡ, ә ни бары ауыр, ваҡ һәм үтә яуаплы хеҙмәт кенә. Әйтергә кәрәк, бында эшләгән һәр кем өсөн Енәйәт кодексының 307-се статьяһы буйынса яуаплылыҡ ҡаралған. Уларға яңылышырға ярамай, бер хатаның кеше яҙмышына, хатта ғүмеренә торошло булыуы ихтимал бит.

Эҙҙәрегеҙ ҡалмаһын!

Светлана Вил ҡыҙы беҙҙең өсөн үҙәк буйлап ҡыҙыҡлы һәм фәһемле экскурсия уҙғарҙы. Иң тәүге лабораторияға инеп бар­ған ерҙән үк туҡтата һалдылар. Бында белгестәр гендар, ДНК менән эшләй икән, унда махсус битлек һәм бирсәткәһеҙ инергә ярамай. Ишек төбөндә бәләкәй генә инструктаж үткәрҙеләр: ҡул менән бер ергә лә ҡағылмаҫҡа, сөскөрмәҫкә, ҡорамалдар янында “тын алмаҫҡа”. Радик Рифҡәт улы әйтеүенсә, уларҙың үҙәгендә бөтә республика енәйәтселәренең геном базаһы булдырылған. Кеше төрмәгә эләгеү менән шәхси мәғлүмәттәре ошонда ебәрелә. Унан ДНК алына, эшкәртелә һәм базаға инде­релә. Ә беҙ фотохәбәрсе менән бында ят ке­шеләр, стериль таҙа урында яңылыш үҙ эҙебеҙҙе ҡалдырыу ихтималлығы бул­ғанлыҡтан, хәүефһеҙлек һаҡларға кәрәк икән.

Беҙ килеп ингәндә, эксперт Гүзәл Ниғмәтуллина кешенең баш һөйәген тикшерә ине. Уның енесен, йәшен билдә­ләү, үлем сәбәбен асыҡлау, тешенән ДНК-һын алыу – бик ҡатмарлы ғәмәл. Бында эш­ләү түгел, әҙер булмаған кеше өсөн ҡа­рап тороуы ла ҡурҡыныс, шуға күрә икенсе лабораторияға ашыға һалдыҡ. Тик быныһы тағы ла хәүефлерәк урын булып сыҡты. Шулай уҡ битлек кейеп кенә инергә яраған бүлмәлә бөтә республиканан килгән енәйәтселәрҙең ҡаны менән эшләйҙәр булып сыҡты. Бында төрмәгә яңы эләккән кешенең ҡан өлгөһө килә. Махсус аппарат унан үҙенә кәрәкле мәғлүмәт алғас, ул эш­кәртелә. Артабан уны дөйөм базаға инде­рәләр. Ә хәүеф шунда – төрмәләге контингент билдәле: СПИД, туберкулез һәм башҡа ауырыуҙар етерлек, шуға күрә был лабораторияға ла ситтәргә инеү тыйыла.

Экскурсияны дауам итеп, дактилоскопия белгестәре ултырған бүлмәгә йүнәлдек. Сәғәт киске алты булыуына ҡарамаҫтан, эш гөрләй. Баҡһаң, ҡул һәм бармаҡ эҙҙәре буйынса бында шулай уҡ республика үҙәге ойошторолған икән. Барлыҡ енәйәтселәр хаҡындағы мәғлүмәт берҙәм базаға индерелә. Был эш әллә ни ҡатмарлы түгел һымаҡ тойола ине, ысынында улай булмай сыҡты. Компьютерға әҙер эҙҙәрҙе индереп кенә ҡалмай эксперттар. Етмәгән, күрен­­мәгән урындарын төп нөсхәнән махсус лупалар аша ҡарап, өҫтәп төшөрәләр, уны 100 процент тап килгәнсә, еренә еткерәләр.

Тағы ла бер бүлмәлә контрафакт әйберҙәрҙе асыҡлаған эксперттар ултыра. Унда йәшник-йәшник спиртлы эсемлектәр, тауарҙар ҡуйылған. Беҙ ингәндә эксперт Гөлназ Абсаликова биш мең һумлыҡ аҡсаны ентекләп өйрәнә ине. Уныһы бик сифатлы итеп эшләнгән ялған аҡса булып сыҡты. Ә быны асыҡлау нисек башҡарыла тигән һорауға, Гөлназ етди генә итеп: “Был – сер. Беҙҙең эш ысулдарын енәйәт­селәр белергә тейеш түгел”, – тип яуапланы.

Ысынлап та, эш ысулдарының сер булғандары күп бында. Күрһәтеү тыйылған әйберҙәр ҙә байтаҡ. Этик яҡтан гәзиттә яҙырға, күрһәтергә ярамаған мәғлүмәттәр тураһында ла һөйләне эксперттар. Үтә яуаплы һәм мөһим эштәре, шуға күрә быларҙың барыһына ла аңлап ҡараныҡ.

Бер кемгә лә ишек асмағыҙ...

– Бына беҙ ҙур ҡалала йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙең тирәлә әллә ни хәүефле ваҡиғалар булмаһа, ҡала тормошо ла тыныс кеүек тойола. Ысынында иһә көн һайын сетерекле хәлдәр булып тора: йә үлтереш, йә урлашыу, йә авария, йә шартлау. Беҙҙең эксперттар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, көнөнә бер нисә мәртәбә ваҡиғалар урынына бара. Үҙем дә көн һайын ҡайҙа булһа ла сығып торам, – ти Радик Рифҡәт улы.

Уларҙың эш көнө таңғы етенсе яртыла башлана. Сәғәт етелә министрға барлыҡ мәғлүмәтте хәбәр итергә кәрәк. Төрлө ваҡиғалар ҙа, начальник әйтмешләй, көн-төн тип тормай осрап ҡына тора. Үлтереү, көсләү кеүек ауыр енәйәттәр, ҡағиҙә булараҡ, тиҙ арала асыҡлана. Урлашыу, ваҡ хулиганлыҡ, һуғышыу, автомобилдәргә зыян килтереү кеүек вағыраҡ хоҡуҡ боҙоуҙар байтаҡ. Был йәһәттән кеҫә телефондары “статистиканы боҙа”. Ни өсөн тигәндә, иғтибарһыҙлыҡ менән кеҫәнән төшөп ҡалһа ла, кеше уны “урланылар” тип полицияға ғариза яҙа. Уларҙы эҙләү бик ваҡ, сетерекле эш икәне аңлашыла.

– Ысынбарлыҡта беҙҙә енәйәтселәр әллә ни күп тә түгел бит ул. Эш шунда: бер урлашҡан әҙәм тотолғансы был ҡы­лығын дауам итеп, ун-егерме кешене талауы ихтимал. Бик һаҡ ҡыланһа ла, ул ҡайҙа булһа ла яңылыша һәм эләгә. Ә беҙҙең эксперттар уның “почеркы”, эш итеү алымдары, эҙҙәре буйынса барлыҡ хи­лаф эштәрен асыҡлай һәм бер юлы әллә нисәмә енәйәт фашлана, – ти Радик Гәрәев.

Үлтереүселәр, көсләүселәр менән дә шул уҡ хәл. Полицияға тотолғансы күпләп ҡы­ла улар яман эштәрен. Шулай уҡ төр­мәлә ултырып сыҡҡандар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡара шөғөлдәренә ҡабат тотона. Тап ошо осраҡта үҙәктең базаһы ярҙамға килә лә инде. Яңы енәйәт урынындағы эҙҙәр базалағы менән сағыштырыла һәм, тура килеү асыҡланған осраҡта, ғәйеплә­неүсе шунда уҡ ҡулға алына.

– Кешеләргә енәйәтселәр тоҙағына эләкмәү өсөн үтә һаҡ булырға кәрәк. Мәҫәлән, мин автомобилгә ултырыу менән барлыҡ ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе бикләп ҡуям, сөнки светофор янында туҡтап торғанда енәйәтсе еңел генә ишекте аса ла яныңдағы сумкаңды алып ҡаса. Бер нимә лә эшләп өлгөрөп булмай. Шулай уҡ өйөгөҙгә бер ҡасан да сит кешеләрҙе индермәгеҙ. Ниндәй генә таныҡлыҡ күрһәт­мәһендәр, ышанмағыҙ. Газ, электр һәм башҡа ҡорамалдарҙы тикшерергә килгән кешеләр ҙә күп осраҡта – енәйәтселәр. Ярар берәй әйберегеҙҙе урлап ҡына кит­һәләр, ә ҡурҡынысыраҡ ғәмәл ҡылһалар? – ти Светлана Рәшитова.

Минеңсә, көн дә тәртип боҙоу осраҡ­та­ры менән күҙгә-күҙ осрашҡан кешеләр кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәктер.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт  индерелде

Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт индерелде 12.05.2026 // Йәмғиәт

Дәреслектең электрон версияһын Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтынан күсереп алырға мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте 12.05.2026 // Йәмғиәт

Быға пилотһыҙ хәүеф режимы индерелеүе сәбәпсе....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә 12.05.2026 // Йәмғиәт

Константин Толкачев оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 2

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды 08.05.2026 // Йәмғиәт

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй....

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте...

Тотош уҡырға 3

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә 08.05.2026 // Йәмғиәт

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Байрамдарҙан һуң республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә....

Тотош уҡырға 3

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 2

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә