Ул йәйге ял өсөн иң уңайлы һәм популяр тәүге унау иҫәбендә.Рәсәйҙәге Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы баҫып сығарған мәғлүмәттәр буйынса, былтыр “Яҡтыкүл” шифаханаһы илдә йәйге ял өсөн иң уңайлы һәм популяр булған тәүге унау иҫәбенә ингән. Был рейтингтағы алдынғылар исемлегенә Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттар эләкмәгән. Һөҙөмтәләр 2018 йылдың 1 июненән 31 авгусына ҡәҙәр йәшәү өсөн ҡунаҡханалар, фатирҙар һәм йорттар бронләү анализы буйынса сығарылған.
Исемлеккә Ставрополь крайындағы “Кисловодск” һәм “Пятигорск”, Ырымбур өлкәһендәге “Соль-Илецк” (Тоҙ түбә), Ростов өлкәһендәге “Таганрог”, Тверь өлкәһендәге Селигер күле буйындағы “Осташков”, Калининград өлкәһендәге “Зеленоградск” курорттары, Башҡортостандан “Яҡтыкүл”, Иркутск өлкәһенең Байкал күле буйындағы “Листвянка”, Карелияның Онега ҡалаһындағы “Медвежьегорск”, Алтайҙағы Катунь йылғаһы буйындағы “Манжерок” ял йорттары ингән.
Шулай итеп, “Яҡтыкүл”данлы шифахана-курорттар менән йәнәшә атлай, әммә был ғына танылған ял йорто өсөн сик түгел. Шифахана директоры Салауат Таһир улы Нафиҡов менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Салауат Таһир улы, республикабыҙ шифаханалары менән дан тота. Бындай уңыштың нигеҙе нимәлә тип иҫәпләйһегеҙ?
– Эйе, Башҡортостан шифаханалары дауалау күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй һәм уларға ихтыяж ҙур. Бындай уңыштың сәбәбе ябай: 90-сы йылдарҙа, илдә көрсөк хөкөм һөргәндә, республикабыҙ етәкселеге шифаханаларҙы һаҡлап ҡына ҡалмайынса, уларҙы үҫтереүгә лә тос өлөш индерҙе. Шуға ла беҙ Мортаза Рәхимовҡа ошо изге эше өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Төбәгебеҙ шифаханалары, башҡа төбәктәгеләр менән сағыштырғанда, тик медицина дауалауы менән шөғөлләнә. Мин ситтә күп йөрөнөм, Ҡырымда ла булдым. Ундағы дауалау шарттарына ҡарағанда, Башҡортостан шифаханалары күпкә алға киткән. Ошо кимәлде һаҡлап, артабан үҫтерергә кәрәк. “Яҡтыкүл”, “Янғантау”, “Красноусол”, “Асы”, “Танып” – бөтәһе лә лидерҙар.
– Төбәк шифаханалары менән дан тотһа ла, теләгәндәрҙең барыһы ла унда рәхәтләнеп ял итә алмай, сөнки хаҡтар ҡиммәт. Был йәһәттән “Яҡтыкүл”дә хәлдәр нисек?
– Ысынлап та, шифахана-курорттарҙағы хаҡтарҙың ҡиммәт булыуы ял итергә теләгәндәрҙең мөмкинлеген сикләй. Быны танырға кәрәк, сөнки әлеге мәлдә күптәрҙең тәүлегенә өс – өс мең ярым һумға юллама алып, йылына бер тапҡыр булһа ла шифаханала ял итеү мөмкинлеге юҡ.
2015 йылда, “Яҡтыкүл”дең үҫеш стратегияһын билдәләгәндә, терәк-хәрәкәт ағзаларын дауалау буйынса иң яҡшы шифахана булып ҡалыу, шул уҡ ваҡытта хаҡтарҙы арзанайтыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Ошо маҡсатта 2017 йылда республика Хөкүмәтенә “Ҡайындар” ял йортон һатып алыу тәҡдимен индерҙек һәм хуплау алдыҡ. Беҙ ундағы хаҡтарҙы түбән бюджетлы итеү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Әле “Ҡайындар” ял йортонда бер көн йәшәү хаҡы 1500 һум тора. Унда көнкүреш, туҡланыу һәм дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.
– Шифаханаларҙың ҡайһы бер ауырыуҙарға – дауаһы, ҡайһы берҙәренә зыяны тейеүе лә ихтимал. Ә бына “Яҡтыкүл” был йәһәттән ниндәй сирҙәрҙе еңеү форсатын бирә?
– “Яҡтыкүл”дең тәбиғи дауалау ләменең даны тотош республикаға һәм илгә таралған. Шифахананан дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы Һөлөккүлдең ләм сифаты – иң яҡшыһы. Уның запасы беҙ белгәндән тағы ла 300 йылдан ашыу ваҡытҡа етерлек. Шуға ла шифаханала дауалау осоронда һәр пациент өсөн бығаса ҡулланылмаған таҙа ләм тотонола. Сапропель умыртҡа бағанаһы, быуындар ауыртыуы, ревматоидлы артрит, артроздар, неврит, полиневрит, плексит, Рейно сире, невроз һәм башҡа өҙлөгөүҙәрҙән яфаланғандарға айырыуса ныҡ ярҙам итә.
Әлеге көндә шифаханала дауаланыусыларҙың 84 процентының хәле яҡшырып ҡайтһа, тағы ла 14 проценты ыңғай үҙгәрештәрҙе тоя. Пациенттарҙың бары бер проценты ғына һөҙөмтәһеҙ ҡайта, сөнки уларға бындай дауа күрһәтелмәгән.
“Яҡтыкүл” – ҡатын-ҡыҙҙа түлһеҙлек сирен дауалау буйынса ла иң яҡшы шифаханаларҙың береһе. Күптәр бында дауаланғандан һуң әсә булыу бәхетенә эйә була. Гинекологик сирлеләргә лә уның шифаһы килешә. Сапропель ләме целлюлитҡа ҡаршы иң ҡулай дауалау сараһы булып тора. Шифахана таяҡҡа таянып килгәндәрҙе лә һауыҡтыра, бөтөнләй йөрөй алмағандарҙы аяҡҡа баҫтыра.
“Яҡтыкүл”дең радон бүлексәһе шифахананың бәҫен арттыра. Был иһә радон концентрацияһын көйләү мөмкинлеген тыуҙырып, уның менән дауаланыуҙы файҙалы һәм зыянһыҙ итә. Халыҡ был хаҡта белеп бөтмәй, шуға ла тәүҙә ләм өсөн генә килә. Рәсәйҙә радон лабораторияһы бары 12 шифаханала ғына бар.
Әйткәндәй, күптән түгел шифаханаға табип-онкологтар ғилми конференцияға йыйылды. Хәҙер көслө заттар араһында ла төрлө сирҙән яфаланғандар ҙа, түлһеҙлектән интеккәндәр ҙә етерлек. Әле шифаханала простатитты уңышлы дауалайбыҙ. Был мәсьәләләр өҫтөндә урологтар даими эшләй.
– Тимәк, табиптар Яҡтыкүл ләменең шифаһын өйрәнә...
– Эйе, табиптарыбыҙ ләмдең тәбиғи дауалау көсөн өйрәнеүҙе дауам итә. Февралдә шифаханала “Неврологияның заман аспекттары” ғилми-ғәмәли конференцияһына Мәскәү, Өфө, Сибай, Баймаҡ, Учалы, Магнитогорск, Белорет ҡалаларынан неврологтар, терапевтар, дөйөм ғәмәл табиптары, реабилитологтар йыйылды. Ошо йүнәлеште үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, сөнки ләм һәм радондың был сирҙе еңеү мөмкинлеге бар.
Хәрәкәттә – бәрәкәт, ә хәҙер халыҡ аҙ хәрәкәт итә, күп ултыра. Шуға ла бөгөн кинезотерапия таралыу алды, икенсе төрлө әйткәндә, дауалау физкультураһы. Кешене хәрәкәт менән дауалайҙар. Мәҫәлән, операциянан һуң быуындар эшләмәй, ҡул һынһа, оҙаҡ йүнәлә. Ошондай мәлдәрҙә ул реабилитациялау ысулдарының береһе тип әйтергә мөмкин.
– Һеҙҙе борсоған мәсьәләләр бармы?
– Советтар Союзы осоронда кеше һаулығын нығытһын өсөн алдан иҫкәртеү сараһына айырыуса иғтибар бүленгән, шуға ла шифахана-курорт системаһы ул осорҙа ныҡ үҫешә. Һәр сирҙе дауалау буйынса ла ял йорттары эшләгән. Ә хәҙер медицинала бындай ҡараш юҡ кимәлендә. Халыҡ дарыуҙар менән генә сикләнә, артабан сирҙе иҫкәртеү сараһын күрмәй. Шуға ла кеше дауахана тупһаһын даими тапауын дауам итә. Тәғәйенләнгән дарыу сирҙе ваҡытлыса баҫа, ә артабан һаулыҡты нығытыу сараһы туҡтала. Табип дауаланыу һөҙөмтәле булһын өсөн, дарыуҙарҙан тыш, альтернатива сифатында шифаханала һаулыҡты нығытыуҙы тәҡдим итергә тейеш.
Йылына бер тапҡыр булһа ла унда барыу ҙур файҙа бирәсәк. Сирле табиптарға йөрөүгә, дарыуҙар алыуға ла күп ваҡыт һәм аҡса сарыф итә, операциялар иһә йөҙәр мең һум менән иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта ауырыуҙы аҙҙырмайынса, юллама алып, сирҙе ваҡытында туҡтатырға, еңергә мөмкин. Мәҫәлән, беҙҙең шифахананың “Ҡайындар” ял йортона юллама хаҡы ун көнгә бары 15 мең һум ғына тора.
– Әлеге мәлдә “Яҡтыкүл” шифаханаһы нисә кешене ҡабул итә? “Ҡайындар” ял йортоноң артабанғы үҫешен нисек күҙаллайһығыҙ?
– Бөгөн “Ҡайындар” – 450, ә “Яҡтыкүл” 200 кешене ҡабул итә ала. “Ҡайындар”ҙы һатып алыу шифахананың үҫешенә ҙур этәргес булды. Уның базаһында ҡеүәтле, хатта иң яҡшы үҙәк асырға уйлайбыҙ. Унда диагностика һәм дауалау буйынса заманса медицина ҡорамалдары буласаҡ, көслө белгестәр йәлеп ителәсәк. Шулай уҡ был медицина үҙәге өсөн яңы бина төҙөү ҡарала. Унда бальнеология, физиотерапия бүлектәре, дауалау физкультураһы өсөн ҙур залдар буласаҡ. Һәр дауаланыусы менән инструкторҙар шөғөлләнәсәк. Йәғни киләсәктә реабилитациялау эшенә ҙур иғтибар йүнәлтәсәкбеҙ. Мәҫәлән, кеше операциянан һуң бер нисә көн дауаханала була ла өйөнә ҡайтып китә, ә реабилитация үтмәй.
Авария, урамда йығылыуҙан алған йәрәхәттәрҙән һуң да һаулыҡты нығытыу мөһим, ә беҙҙә был мәсьәлә ситтә ҡала килә. Операциянан һуң реабилитация үтмәү арҡаһында ҡайһы бер кешеләр инвалид булып ҡала. Шуға ла беҙ ошо етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эш башларға йыйынабыҙ. Шуның өсөн дә бөтә Башҡортостандан фекерҙәштәребеҙҙе йыйып, уны бойомға ашырыуҙың методикаһын әҙерләү маҡсатын ҡуйҙыҡ.
– “Яҡтыкүл”де кемдәр айырыуса үҙ итә?
– Беҙҙә Белорет, Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан дауаланыусылар күп. Ейәнсуранан иһә 130-ға яҡын пенсионер ял итә. Магнитогорск металлургия комбинаты менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, уларҙан да дауаланыусылар бар.
Аныҡ программа буйынса ла эшләйбеҙ: һәр районда унлап кеше йыйыла һәм беҙ уларҙы үҙ транспортыбыҙ менән бушлай килтерәбеҙ, һуңынан кире алып барабыҙ. Райондарҙың ветерандар ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шулай уҡ теләгән һәр кем, беҙгә мөрәжәғәт итеп, кешеләр йыйһа, уларҙы ла барып алабыҙ.
Ял итеүселәр буш ваҡыттарын файҙалы үткәрһен өсөн төрлө саралар ҡаралған. Концерт ҡуйыла, кино күрһәтелә, шулай уҡ саңғы, велосипед, катамаран, кәмә, пляж – барыһы ла бушлай тәҡдим ителә. Шулай уҡ музейҙарға, саңғы шыуыу комплексына, Абҙаҡ зоопаркына, Магнитогорск ҡалаһына экскурсиялар ойошторола.
Шифахананың ҡабул итеү ваҡыты үҙгәрҙе: хәҙер иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләйбеҙ, хатта шәмбе һәм йәкшәмбелә лә көндәлек режим һаҡлана.
Бында табиптарға ҡытлыҡ юҡ. Әле шифаханала 430-ға яҡын кеше эшләй. Ул районда иң ҙур һалым түләүсе булып тора. Бынан тыш, хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү буйынса ла иң ҙур предприятие.
– “Яҡтыкүл”дең был төбәктә туризмды үҫтереүҙә тотҡан урыны ниндәй?
– Әле ул – иң үҫешкән шифахана-курорт төбәге. Ундай биләмә республиканың башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Павловка, Нөгөш һәм башҡа урындарға оло хөрмәт менән ҡараһам да, ошондай һығымта яһарға мәжбүрмен.
Беренсенән, бында республиканың өс иң ҙур тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан: Белорет районында – “Морат” һәм “Абҙаҡ”, Әбйәлилдә – “Металлург–Магнитогорск”. Улар Рәсәйҙә иң ҡеүәтлеләр иҫәбендә.
Икенсенән, бында яҡшы инфраструктура булдырылған. Иң мөһиме – шәхси ҡунаҡханалар күп. “Урал легендаһы” кластерына ҡараған курорт зонаһы 12-14 мең кешене бер юлы ҡабул итә ала. Беҙҙең “Яҡтыкүл”дә – 650, “Юбилейный”ҙа – 1200, Абҙаҡта – мең самаһы, ә ҡалғандары шәхси ҡулдағы ҡунаҡханалар.
“Яҡтыкүл” бренды, Урал аръяғына нур өҫтәп, республикабыҙҙы тирә-яҡҡа танытып тора, шуға ла беҙгә кимәлде төшөрөргә ярамай. Шифахана ярҙамында ошо төбәкте бергәләп күтәрергә кәрәк, сөнки бында бөтәһе лә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Шуға ла беҙ бөгөн барыһын да үҙебеҙҙең ҡанат аҫтына берләштереп, берҙәм эшләү яғында.
– Салауат Таһир улы, уй-ниәттәрегеҙ изге. Киләсәктә уларҙы бойомға ашырырға яҙһын. Тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.