Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәғлүмәт ҡумтаһы
Балалар, һеҙҙең өсөн!

2010 йылдан Рәсәйҙә Берҙәм балалар ышаныс телефоны эшләй. 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата уға илдең төрлө төбәктәрендәге 226 махсус ойошма беркетелгән. Был номерға теләһә ниндәй ауылдан йәки ҡаланан, стационар, кеҫә телефондарынан шылтыратып, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, уларҙың ата-әсәләренең һәм башҡа граждандарҙың тиҙ психологик ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Ышаныс телефонының төп үҙенсәлеге – анонимлыҡ һаҡлау һәм хеҙмәтте бушлай күрһәтеү. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Ғаиләлә, мәктәптә, тормошта ҡатмарлы хәл-ваҡиға килеп тыуған осраҡта, төплө кәңәшкә, йылы һүҙгә, ярҙамға мохтажлыҡ кисергәндә түбәндәге һандарҙы йыя алаһығыҙ:

Ағыуҙан – анһат аҡса

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Борай районында ялған араҡы етештереүсе цехтың эшмәкәрлеген туҡтатҡан.
Район үҙәгендә йәшәүсе 35 йәшлек "эшҡыуар" шәхси йортонда ялған алкоголле эсемлек сығарыуҙы күптән яйға һалған, цехты заман техникаһы менән йыһазландырған. Ихатала һигеҙ мең литрҙан ашыу спирт, дөйөм хаҡы 100 мең һумдан ашыу тәшкил иткән әҙер тауар, буш шешәләр һәм ҡапҡастар табылған. Ялған араҡыға Башҡортостанда етештерелгән билдәле алкоголле эсемлектәрҙең маркалары йәбештерелгән. Ир тауарын ауыл магазиндарына оҙатҡан, түбән хаҡҡа һатҡан. Етештереү сеймалын сит өлкәнән алған, уның юлы асыҡлана. Тауар экспертизаға ебәрелгән, һөҙөмтәһе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителәсәк.

Әйткәндәй...
Был хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә Рәсәй өсөн көнүҙәк: халыҡ сифатһыҙ алкоголь менән ағыулана. Күптән түгел йәмәғәтселек Борай районында алкоголь продукцияһын һатыу күләмен кәметеү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов фекеренсә, Борай был йәһәттән башҡа район һәм ҡалаларға ыңғай өлгө күрһәтте. Йәмәғәтселеккә әлеге тәҡдим менән сыҡҡан әүҙем шәхестәр араһында Борай районының имам-мөхтәсибе Рифат Зарипов та бар.
– Бындай ҡарар күптән кәрәк ине. Моғайын, байтаҡ кеше ошо фекерҙе йөрөткәндер, мәгәр уны тормошҡа ашырыу мөмкин түгел һымаҡ тойолғандыр. Магазиндарҙа алкоголь продукцияһы һатыуҙы кәметеү сараһын “Айыҡ ауыл” конкурсының дауамы тип ҡарау һәм киләсәктә был алымды уның бер шарты итеп ҡуйыу зарур.
Беҙ, ислам динен таратыусы кешеләр булараҡ, уй-фекерҙәребеҙҙе халыҡҡа еткерәбеҙ. Һүҙҙән эшкә күсеү мәсьәләһе, әлбиттә, ауыр буласаҡ. Быны яҡшы аңлайбыҙ. Шуға ла, халыҡ алдында сығыш яһап, һәр бер күңелгә иман орлоғон сәсеү үҙ һөҙөмтәһен бирер тип ышанам, – тип белдерҙе Айнур Арыҫланов.

Сабый ғүмере менән уйнамағыҙ!

Йыл һайын Рәсәйҙә юл-транспорт фажиғәләрендә 1500-гә яҡын бала һәләк була. Был ҡот осҡос һан – бер ҙур ҡала мәктәбе тулыһынса юҡҡа сыға тигән һүҙ!
Рәсәйҙә һәр егерменсе юл-транспорт ваҡиғаһында балалар зыян күрә, 20 меңдән ашыуы төрлө тән йәрәхәте ала, һөҙөмтәлә уларҙың дүрттән бер өлөшө ғүмерлеккә инвалид булып ҡала. Ошо юлдарҙы уҡыған кешеләр аҙыраҡ уйланһын ине: автомобиль йөрөтөү – оло яуаплылыҡ, ҡәҙимге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙең, тиҙлек менән мауығыуҙың бәләгә килтереүе ихтимал. Унан тыш, балаларға ла юлдың ни тиклем хәүефле икәнлеген, ҡалала уны светофор булған урындан ғына сығыу, юл тирәһендә уйнамау, трасса буйлап велосипедта йөрөүҙән тыйылыу кәрәклеген аңлатыу зарур. Хәүефһеҙлек ҡайышын тағыу, балаларҙы махсус креслола йөрөтөү ҙә бәләнән ҡотҡарыуы ихтимал. Ошондай иң ябай талаптарға ҡул һелтәү енәйәткә тиң, сөнки күпселек осраҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ата-әсәнең битарафлығы, яуапһыҙлығы арҡаһында сабыйҙар һаулығы һәм ғүмере менән хушлаша.

Яңғыҙлыҡ бәләһе

Күрше әбей шылтырата: "Балам, инеп сыҡ әле. Алданылар бит мине. Ярҙам кәрәк". 80-гә инеп барған оло кешегә "юҡ" тип әйтеп буламы һуң – Рәмилә әбейгә йүнәлдем.

Ул яңғыҙ йәшәй. Бер ҡыҙы Себерҙә төпләнгән, икенсеһе – Өфөлә. Һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, проблемалары тигәндәй, килеп-китеп йөрөйҙәр, әбейҙең тормошона бик ҡыҫылып бармайҙар. Фатиры ике бүлмәле, иркен. Бөхтә, таҙа йәшәй. Һөйләшер кешеһе булмағанғамы, Рәмилә әбей мине ҡолас йәйеп ҡаршы алды, ишек төбөнән үк хәбәрен теҙә башланы. Баҡһаң, кисә генә, көпә-көндөҙ, халыҡ эштә саҡта бер ир менән ҡатын килеп, подъезда йыйылыш үткәргән икән. Ниндәйҙер "иҫ киткес шәп" һыу фильтрын маҡтағандар, фәҡәт ошо көндә генә уны 50 процентлы ташлама менән ҡуйыу форсаты барлығын әйткәндәр. Әбей тик тормаған, күрәһең: ҡыҙыҡһыныуын белдереп, һорау биргән. Тегеләр, кеше психологияһын яҡшы белгән зат булараҡ, шуны ғына көтөп торғандай, уны етәкләп тигәндәй фатирына тиклем оҙатҡан, артабан хәбәрҙәрен өйөнә инеп үк теҙә башлағандар.
– Эй, балам, йүгереп йөрөйҙәр. "Дәүләт программаһы", "торлаҡ-коммуналь системалағы реформа", "хөкүмәт" һүҙҙәрен йыш ҡабатлағас, ышаныслы кешеләр тип торам. "Крандағы һыу ифрат зарарлы, уны фильтрһыҙ ҡулланырға ярамай, шундай мөмкинлек өйөңә үҙе килеп кергәндә, баш тартып торма", — тинеләр. 6 мең һумдан ашыу аҡса кәрәклеген әйткәс, әлегә пенсия алып өлгөрмәгәнемде аңғарттым. "Күршеләреңдән алып тор", – тиҙәр. Аптырағас, Анатолий Ивановичҡа барҙым. "Шарлатандар тоҙағына эләккәнһең, ул фильтр һиңә нимәгә?" – тип әйтеп ҡараны, әммә, әйтерһең, аңды томалағандар – аҡса бир, тип тик торам. Бына шулай, ярты сәғәттә, йәнәһе, 13 мең торған һыу таҙартыу ҡоролмаһын 6500 һумға ҡуйып киттеләр. Кискә табан ғына ни эшләгәнемде аңлай башланым – кухняла һыу фильтры былай ҙа бар ине ләһә! Бына шулай, кәрәкмәгән әйбер өсөн пенсиянан ҡолаҡ ҡаҡтым, мине мыҫҡыл итеп, алдап киттеләр".
Әбейгә ҡалдырған килешеү ҡағыҙҙарын, квитанцияны ҡарайым – барлыҡ документтарға ла үҙе ҡул ҡуйған, ҡыҫҡаһы, шарттар менән килешкән. Әммә уҡып тормаған! Күҙе бик насар күрә...
Бер урында бәләкәс кенә хәрефтәр менән яҙылған: тауарҙың был төрөн алмаштырырға һәм кире ҡайтарырға ярамай. Тәүҙә ҡан баҫымы күтәрелгән Рәмилә әбейҙе тынысландырырға, шунан һуң үҙ ҡулы менән имза ҡуйғас, нимәлер иҫбатлау бик ауыр буласағын аңлатырға һәм башҡа нескәлектәрҙе төшөндөрөргә тура килде. Ҡайтҡас, Интернет селтәрен аҡтарып, мәғлүмәт таптым: Өфөлә был әҙәмдәр байтаҡ пенсионерҙы алдаған икән... Ҡыҫҡаһы, Рәмилә әбейгә полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Ҡыҙың Өфөлә йәшәй бит, апай. Килеп хәлеңде белмәйме ни? Шундай осраҡта ниңә үҙең уға шылтыратманың, кәңәш һораманың? – тим, аптырағас.
– Эй, балам, ҡарт, сирле кеше кемгә кәрәк? Фатирҙы ейәнсәремдең исеменә күсергәнгә тиклем күтәреп тигәндәй йөрөттөләр ҙә ҡулдарына документ алғас оноттолар. Ейәнсәрем иһә Мәскәүҙә. Тәүҙән үк, әгәр мине ҡараһа ғына фатирҙы уға бүләк итәм, тигән шартым бар ине. Оноттолар... Етмәһә, бер арауыҡ әллә кемдәр телефондан шылтыратып йонсотто: йәнәһе, оло кешегә бындай ҙур фатир нимәгә, әйҙә, бәләкәсерәккә алмаштырырға ярҙам итәбеҙ, һатышабыҙ, документтарҙы үҙебеҙ юллайбыҙ, тиҙәр. Фатир ейәнсәрем исемендә икәнлеген белгәс кенә туҡтанылар.
Рәмилә әбейҙе тыңлағас, "ҡара риэлтор"ҙарҙың эргәлә генә, емтек эҙләгән ҡарсығалай өйөрөлөүе, уларҙа яңғыҙ йәшәүсе ололар тураһында мәғлүмәт булыуы, маҡсатына өлгәшер өсөн был әҙәм аҡтыҡтарының бер нимәнән дә сирҡанмаясағы аңлашылды. Ҡыҫҡаһы, "алтылағы алтмышта" тип юҡҡа әйтмәйҙәр: оло кешеләр сабый шикелле ихлас, тиҙ ышаныусан була, уларҙы алдау бер ни тормай. Бигерәк тә яңғыҙ, аралашыуға һыуһаған, ысынбарлыҡтан алыҫлашҡан оло кешеләрҙе. Тормош мәшәҡәттәре күп тип, яҡындарығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ – шылтыратып булһа ла хәл белеп тороғоҙ. Юҡһа, һеҙҙән алда килеп "хәл белеүҙәре" ихтимал.
С. РӘСҮЛЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә