Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Хәбиров һымаҡ етәксе булғым килә”

Ваҡытының бер сәғәтен дә бушҡа әрәм итмәй.

Айтуған менән осрашып, аралашыу өсөн бихисап ваҡыт көтөргә тура килде. Йә имтихан бирә, йә көрәш күнекмәһенә кит­кән, йә ансамбль менән сығыш яһай, йә бөтөн­ләй ҡалала юҡ – Айғыр тауҙарына сәйәхәткә сыҡҡан... Шулай ҙа тырыша торғас, бер кис ваҡыт тапты егет. Уның менән аралашҡас иһә, ирекһеҙҙән: “Бына ниндәй икән бөгөнгө әүҙем йәштә­ребеҙ”, – тиергә мәжбүр булаһың.

Ҡатнашмаған саралары юҡ

Айтуған Байисламов – Ишембай ра­йонының Этҡол ауылы еге­те. Әле Баш­ҡорт дәүләт медицина универс­ите­тының икенсе курсында уҡып йөрөй. Ул – Өфөләге Ишембай районының йәш яҡ­таштар берлеге рәйесе. Тәү сиратта уның ошо эшмә­кәрлеге ҡыҙыҡһындырҙы беҙҙе.

Ишембай студенттарынан тор­ған ойошма былтыр октябрҙә булдырылған. Маҡ­саттары – дуҫ­тарса аралашыу, яҡташтар менән танышыу һәм уларҙы йәмәғәт эшенә йәлеп итеү, яңы килгән студенттарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү. Был эште Ғүмәр ауылы ҡыҙы, М. Аҡмулла исе­мендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Әлфиә Ғай­сина башлап ебәрә, ул тәүге рәйес тә була. Тик башҡа шө­ғөл­дәре күп булыу сәбәпле, рә­йеслекте Айтуғанға тапшыралар.

– Башҡа райондарҙың яҡташ­тар ойошмалары менән сағыш­тырғанда, беҙҙеке әлегә бигерәк йәш. Элегерәк тә уны ойоштороп ҡарағандар ул, тик төрлө сәбәп­тән был хәрәкәт һүнеп ҡалған. Әле, шөкөр, уны тергеҙеп һәм берләшеп, дәррәү эш башланыҡ, – ти Айтуған.

Ойошторолоуға күп ваҡыт үтмәһә лә, әүҙемлектәре бик юға­ры икән уларҙың. Өфөлә һәм Ишембайҙа үткәрелгән барлыҡ мөһим сараларҙың, башҡорт фо­рум­дарының, дебаттарҙың бере­һен дә ҡал­дырмаҫҡа тырышалар. Былтыр, ассо­циацияға берләш­мә­гән булһалар ҙа, йәш лидерҙар форумы “YouLead 2018”, “Аҫыл­таш Х”, “Урал мираҫы” кеүек проекттарҙа район вәкилдәре булараҡ ҡатнашҡандар. Төрлө интеллектуаль бәйгеләрҙән, спорт ярыштарынан, яҡташтар осрашыуҙарынан да ситтә ҡал­май ойошма ағзалары. Мәҫәлән, Республика көнөнә арналған “Минең республикам” квест-уйынында ун команда араһында еңеү яулағандар. Шулай уҡ “Һинең өсөн Башҡортостан нимә?” тип аталған видеоролик төшөргәндәр. Һанай башлаһаң, бик күп ундай уңышлы проекттар.

Йәштәрҙең күпселеге Өфөлә уҡып йөрөһә лә, Ишембай ҡала­һы һәм тыуған ауылдары менән бәйләнештәрен өҙмәй. Һәр кем үҙенең ауылында, мәктәбендә саралар ойошторорға тырыша, сығары­лыш класс уҡыусыларына вуздарға уҡырға инеү буйынса кәңәштәр бирә, уларҙы яҡташтар ойошмаһына әленән үк йәлеп итеү мөмкинлектәрен эҙләй. Айырыуса Ишем­байҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исе­мендәге 2-се республика гимназияһы менән бәйлә­нештәре ныҡлы яҡташтарҙың. Яҙ башында унда ҙур мәғариф форумы үткәрергә, абруйлы сығыш яһаусы ҡунаҡтарҙы саҡырырға йы­йыналар, унда үҙҙәре, студент отрядтары вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.

Ишембай тип белеп торһондар

Ойошманың төп составында 10-15 кеше эшләй. Һәр кем үҙе­нең йүнәлеше буйынса яуап бирә, үҙ эшен башҡара. Ә дөйөм алған­да 60-70-ләп кеше бар. Ҙурыраҡ саралар ойошторолһа, уларҙың барыһы ла йәлеп ителә.

– Беҙҙең яҡташтар ойошма­һында барлыҡ төп вуздарҙан да студенттар иҫәп­ләнә, шулай уҡ ҡайһы бер колледждарҙан да бар. Һәр ерҙәге кеүек үк, беҙҙә лә иң әүҙеме – ҡыҙҙар. Егеттәр әҙерәк тә, һүлпәнерәк тә, – тип йылмая ул.

Айтуған бер нисә әүҙем ағза­ларын да билдәләне. Мәҫәлән, Сәлих ауылы егете Ислам Төхвә­туллин М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Күптән түгел генә Баш­ҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булған, “Урал батыр” эпосын яттан һөй­ләү бәйгеһендә Гран-при яулаған, шулай уҡ яңыраҡ башҡорт вайндары (ҡыҫҡа ви­део­яҙмалар) тө­шөрөү өсөн тағы бер грант отҡан. “Теләһә ниндәй урыҫ, ҡаҙаҡ телдә­рен­дәге һүгенеү ҡатыш видео ҡарап ултыр­ғансы, үҙебеҙсә башҡортса, ҡыҙыҡ­лы һәм фәһем­ле роликтар төшөрә ул”, – ти Айтуған.
Хәҙер йәштәр араһында баш­ҡорт дебаттарында ҡатна­шыу “модаға” ингән икән. Был йүнә­леште лә ситтә ҡалдырмай яҡ­таш­тар ойошмаһы ағзалары. Айтуған әйтеүенсә, Ишембайҙан уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнаша унда. Был дебаттар һәр районда үткәрелә, унда еңгәндәр Өфөгә төп этапҡа килә. Быйыл финал уйынында Ишембай ҡыҙҙары Гөлсәсәк Шәрипова менән Гөлназ Ильясова еңеп сыҡҡан. Әйткән­дәй, Гөлсәсәк башҡорт теле буйын­са республика олимпиа­даһында ла еңеү яулаған. Һүҙ юҡ, был ҡыҙҙар, гимназияны тамамлап, Өфөгә уҡырға килгәс, ойошма­ның иң сағыу ағзаларына әйләнәсәк.

Берлек тураһында әңгәмә ҡорған мәлдә, Айтуған үҙ фекер­ҙәре менән дә уртаҡлашты.
– Яҡташлыҡ көслө булған ра­йондарҙан өлгө алырға кәрәк беҙгә. Төп маҡсатыбыҙ – берҙәм­лек. Ишембайҙарға ярҙам итеү, бер-беребеҙҙе күтәреү кәрәк, беҙҙе әллә ҡайҙан белеп, танып торһондар, ғорур­ланһындар. Төрлө юғары вазифаларҙа үҙебеҙҙең яҡ кешеләре эшләй икән, була­саҡ йәш белгестәргә лә файҙалы бит ул. Мәҫәлән, баш ҡалалағы дауаханала яҡта­шыбыҙ баш табип булһа, ул барыбер йәштәрҙе тартасаҡ, ярҙам күрһәтәсәк, тип ышанам. Әлбиттә, тәүҙә эшенә, дипломы­на ҡарая­саҡ, быныһы бәхәсһеҙ, – ти ул.

Шулай уҡ районды нығыраҡ, киңерәк танытыуҙы ла үҙҙәренең маҡсаты итеп күрә йәштәр. “Юҡ­һа, Ишембай тиһәң, күп­тәр­ҙең күҙ алдына йә Торатау, йә “нәски” килә. Ә бит беҙ – башҡорт нефте­нә нигеҙ һалған район, бөтә ил кимәлендә үҙенсә­лекле һаналған “Витязь” тигән предприя­тиеһы эшләй. Күпме данлыҡлы шәхес сыҡ­ҡан Юрматы ырыуынан. Ниндәй бай тарихыбыҙ бар”, – ти Айтуған Байисламов.

Буласаҡ хирургка спорт ярҙам итә

Әйткәндәй, егет – спортсы ла. Рәйес итеп һайланғансы, ул спорт секторы өсөн яуаплы булған. Үҙе бәләкәйҙән көрәш менән шөғөл­ләнә, X класҡа тиклем барлыҡ район бәйгеләрендә, һабантуйҙа гел гран-при яулап килгән. Әммә XI класта Берҙәм дәүләт имтиханы бирергә, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнергә, ә инде беренсе курста ныҡлап уҡырға кәрәк булғанлыҡтан, көрәште туҡтатып торорға мәжбүр була. “Хәҙер яңынан шөғөлләнә башланым. Беренсенән, ул һаулыҡ өсөн бик кәрәк һәм файҙалы, икенсенән, спорттың ошо милли төрөн популяр­лаштырырға ярҙам итәм”, – ти ул.

Үҙенең тыуған ауылында даими рәүештә спорт ярыштары ойоштора егет. Яңыраҡ ҡына фут­бол буйынса бәйге үткән, көрәш ярыштары ла ситтә ҡалмай.

Айтуған Сәлим улы бик ҡат­мар­лы һәм ныҡлап уҡыуҙы талап иткән һөнәр һай­ла­ған, ул – була­саҡ хирург. Әле яҡшы билдә­ләргә генә уҡый. Бынан тыш, универ­си­теттың “Сәләм” ансамблендә йырлай, уларҙың хор коллективы төрлө республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша. Яҡташ­тар ойошмаһында рәйеслек эше лә күп ваҡытын ала. “Нисек барыһына ла өлгө­рәһең?” – тип һорайым, аптырағас. Айтуғандың яуабы аныҡ:
– Тырышһаң, барыһына ла өлгөрөп була. Ваҡытымдың бер сәғәтен дә бушҡа әрәм иткем килмәй. Һеҙ шуны һиҙҙегеҙме? Республикаға етәксе булып дәртле, һәр ергә лә өлгөргән шәхес килде. Башлыҡ шундай булғас, бөтә өлкәлә лә йәнлелек һиҙелә, кешеләр ҙә әүҙемерәк булып китте.

Мин дә уҡыуҙы тамамлап, тәжрибә туп­лағас, баш табип дәрәжәһенә етеп, шундай уҡ өлгөлө етәксе булырға теләйем.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 2

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 1

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә