Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө.
“Беләһеңме, иртән торғас, ғаиләбеҙҙе иң тәүҙә батырыбыҙ Салауат Юлаев сәләмләй. Йортобоҙҙоң тәҙрәләренән дә, тупһаһынан да уның тау башындағы мөһабәт һыны күренеп тора. Ҡасандыр баш ҡалала ғаиләбеҙ өсөн төҙөлөш участкаһы һатып алғанда, тотош республиканың символына әүерелгән олуғ һәйкәл донъябыҙға йәм өҫтәгән күренешкә әүерелер тип кем уйлаған? Хәҙер иһә балалар ҙа күнекте: милли батырыбыҙ һәр саҡ беҙҙең менән, күңелгә рәхәтлек тә, яуаплылыҡ та өҫтәй. Әйткәндәй, махсус кран саҡыртып, йорт алдындағы ағастарҙы тәртипкә килтерҙек: Салауат Юлаев һәйкәле һәр ваҡыт күҙ алдында торһон, күңелдәргә рухи күтәренкелек өҫтәһен...”
Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталы журналисы, өс бала әсәһе Гүзәл Кәримова (Багаева) менән йәнле әңгәмәбеҙ ошолай башланып китте. Ғөмүмән, Гүзәл һәм Азат Кәримовтар – ырыҫлы, булдыҡлы башҡорт ғаиләләренән. Оҫта ҡуллы хужабикәнең йәнле ҡул эштәре менән милли биҙәүестәрҙе үҙ иткән кешеләр күптән таныш (Гүзәл социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшмәкәрлек алып бара, күркәм биҙәүес эшләргә теләгәндәргә оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштора). Ғаилә башлығы иһә баш ҡалалағы мәғариф учреждениеларының береһендә етәксе урынбаҫары вазифаһын биләй, йорт эштәренә лә маһир. Ябай ғына итеп әйткәндә, күктәге торнаға ымһынмайынса, ҡулындағы сәпсекте ныҡ тотҡан, тормоштарын үҙ тырышлыҡтары менән йыр иткән ҡотло кешеләрҙән улар.
Ә тормошто йыр итеү өсөн нимә кәрәк? Дөрөҫ, мөхәббәт кәрәк. Уның янына үҙ-ара ихтирамды, ышанысты ҡушһаҡ, уртаҡ маҡсат һәм тырышлыҡты ла өҫтәһәк, дан башҡорт ғаиләләре рецебы бер аҙ күҙалланған кеүек. Гүзәлдең әйткәненә ҡолаҡ һалайыҡ:
– Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә уҡығанда Матбуғат йортона йыш килә торғайным. Шунда Азат менән танышып-аралашып киттек. Ул саҡта уҡ буласаҡ тормош иптәшем үҙ эшен асып ебәргән, аяғында ныҡлы баҫып торған егет ине, ә мин – студент, киләсәгемде матбуғаттағы ижадта күрҙем. 2002 йылда өйләнештек, участка һатып алып, үҙ оябыҙҙы ҡора башланыҡ. Шуныһы раҫ: мөхәббәтһеҙ бәхетле тормош көтөү мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта фәҡәт донъяуи ҡиммәттәргә таянып, уртаҡ маҡсатҡа ынтылһаң ғына ырыҫлы һәм бәрәкәтле йәшәйешкә нигеҙ һалып була.
Атайым һәм әсәйем Хәлисә менән Миҙхәт Багаевтар Федоровка районының Батыр ауылында йәшәй. Беҙҙе, өс балаһын, улар хеҙмәттә тәрбиәләне. Йорттағы барлыҡ эштәрҙе күмәкләп башҡара инек. Ҡул эштәренә оҫталыҡ иһә – әсәйемдән. Хәтеремдә, мин бәләкәй саҡта ул ифрат күркәм, күлдәй ҙур япма бәйләне. Кейемдәрҙең дә иң сағыуын, матурын әсәйем беҙгә үҙе тегеп йә бәйләп кейҙерер ине... Бынан бер нисә йыл элек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының самими булмышын сағылдырған түшелдерек, яға, һаҡалдарҙы, стилләштерелгән заманса биҙәүестәрҙе эшләргә лә әсәйем менән икәүләп тотондоҡ. Әлбиттә, тота килеп башламаныҡ: тарихи-мәҙәни сығанаҡтар менән таныштыҡ, музей-күргәҙмәләрҙә булдыҡ, өлгөләрҙе ҡараныҡ. Материалдарҙың сифаты ла мөһим. Тәбиғи таштарҙың, мәҫәлән, дауалау ҡеүәһе бар, уларҙың, кешеһенә ҡарап, тап килеү-килмәүе ихтимал. Ҡыҫҡаһы, әйберҙәребеҙ беҙҙе генә түгел, уны һатып аласаҡ хужабикәһен дә һәр йәһәттән ҡыуандырырға, рухи ҡәнәғәтлек тойғоһо бүләк итергә, күңеленә ятырға тейеш, минеңсә.
Әсәйем хаҡында бер кәлимә һүҙ. Ифрат маҡсатлы, сәмле кешеләрҙән ул. Ҡулынан килмәгән эш юҡ. Һәр саҡ ғаилә мәнфәғәттәрен алға ҡуйып, барыһын да берләштереп, йүнәлтеп торған рухи маяҡ та.
Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуып үҫкән Азат та татыу, эшһөйәр ғаиләлә тәрбиәләнгән. Тик йәш кенә килеш бик ауыр тормош һынауын кисерергә тура килгән: геүләтеп донъя көтөр сағында ҡәҙерле атаһы менән әсәһе бер-бер артлы юл фажиғәһендә һәләк булғас, донъя дилбегәһен үҙ ҡулына алырға, ҡустыһы Вил өсөн дә яуаплылыҡты үҙ иңенә йөкмәргә тура килгән уға. Еңел булмаған, әммә Азат һынмаған, киреһенсә, уғата ауыр һынау уны сыныҡтырған, быуындарын нығытҡан – бөгөнгө тормошо ошоға асыҡ миҫал.
Кәримовтар өс бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Сыңғыҙ – туғыҙынсы, Баязит бишенсе класта уҡый, иркәбикә Зәлифә иһә балалар баҡсаһына йөрөй. Ғәзиздәренең күңеле рухи яҡтан бөтөн булһын, туған телде бала саҡтан белеп һәм яратып үҫһен өсөн Кәримовтар уларҙы милли музыка ҡоралдары түңәрәктәренә лә йөрөтә. Егеттәр һыҙҙырып ҡурайҙа уйнаһа, Зәлифә ҡылҡумыҙ серҙәренә төшөнә икән. Өйҙә иһә балалар – ата-әсәһенең төп ярҙамсылары.
– Барыһына ла өлгөрөргә нисек ваҡыт табаһың да нисек дәрт-дарман еткерәһең, тип һораусылар бар. Тәбиғәттән бирелгән тынғыһыҙлыҡ, тиктормаҫлыҡ та сәбәпселер, бәлки, быға... Икенсе яҡтан, ергә яҡын йәшәгән кешенең хәл-торошо ырамлыраҡ була тигәнгә инанам: Ер – көс һәм илһам сығанағы. Бына әле, мәҫәлән, яҙ еткәнен түҙемһеҙлек менән көтәм: теплицала ифрат “күңелле тормош” башлана. Үҫентеләрҙең ерҙе ярып сыҡҡанын, яҡтылыҡҡа ынтылып үҫкәнен күреү миңә сикһеҙ рәхәтлек бирә, йәшәү көсө өҫтәй, ҡомарландыра. Шуға күрә шәхси йортта донъя көткәнгә мең ҡыуанам, – ти Гүзәл.
Әйткәндәй, Азат яратҡан ҡатыны өсөн әһәмиәтле бүләк эшләгән: йортҡа төкәтмә төҙөп, оҫтахана булдырған. Ул – фәҡәт Гүзәлдең донъяһы, ҡул эштәре өсөн материалдары, башланған эштәре, күргәҙмә өлгөләре – барыһы ла ошонда. Бүлмә милли стилдә йыһазландырылған, зауыҡ менән биҙәлгән, уның үҙенә күрә ҡото һәм йылыһы бар. Юҡҡамы ни Гүзәл: “Ошонда инеп ҡулыма эшемде тотоп ултырһам, бар булмышым ял итә; күңелем тынысһыҙланып торһа, бар шик-шөбһәләрем юҡҡа сыға”, – ти. Әйткәндәй, сағыу мөйөштө Зәлифә лә үҙ итә: киләсәктә әсәһе ише оҫтабикә булырына кем шикләнә?
...Башҡорт халҡының данлы тарихынан белеүебеҙсә, милләттәштәребеҙ – “төньяҡ амурҙары” Парижды яулағаны мәғлүм. Заман еле иһә уңған башҡорт ҡыҙына Европаның иң күркәм ҡалаларының береһен башҡа юлдар менән яулау мөмкинлеген биргән: былтыр Гүзәл Кәримова “Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән” халыҡ-ара фестиваль-бәйгеһенең төрлө этаптарын үтеп, Францияла ойошторолған финалына барған, башҡорт милли биҙәүестәрен донъя кимәлендә танытҡан.
– Ҡул эштәрем урындағы халыҡта ифрат ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Түшелдеректәрҙе, нигеҙҙә, француз ҡатын-ҡыҙҙары һатып алды, стилләштерелгән биҙәүестәр ҙә үҙ хужаларын тапты. Ә бер ханым иһә, минең Рәсәйҙән икәнде белеп, атаһының рус булыуын, тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуын, ата-бабалары йәнтөйәген, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡасан да барып күрмәгәнен һөйләне, “иҫтәлек булыр” тип, биҙәүес алып китте. Быйыл, Алла бойорһа, фестивалгә тағы ла барырға ниәтләйем. Был юлы ул Хорватияла уҙасаҡ, – ти Гүзәл.
Әйткәндәй, абруйлы халыҡ-ара бәйгелә ҡатнашыу өсөн һөнәри таһыллыҡ менән бер рәттән, байтаҡ финанс сығым да талап ителә. Милли үҙенсәлегебеҙҙе, рухи булмышыбыҙҙы күрһәткән, Рәсәйҙе, Башҡортостанды танытҡан фестивалгә Гүзәл Кәримова фекерҙәштәрен, ижадташ дуҫтарын да ылыҡтырмаҡсы. Шул уҡ ваҡытта финанс сығымдарҙы ҡапларға ярҙам иткән мөмкинлектәр ҙә булһын, беҙҙең эшмәкәрлеккә власть вәкилдәре лә иғтибар итһен ине, тигән теләктә булдыҡлы милләттәшебеҙ.
...Һис шикһеҙ, уртаҡ тормош юлынан ҡыйыу аҙымдар менән алға атлаған Гүзәл һәм Азат Кәримовтар – бер алманың ике яртыһы; күптәргә өлгө булырлыҡ даланлы, матур пар. Афарин! Бер үк ҡиммәттәргә инанып, сәмләнеп тормош көтөүҙәре, ауырлыҡтар алдында бирешмәйенсә, бер-береһе өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер тороуҙары, бер һүҙле, уртаҡ маҡсатлы булыуҙары уларҙың йәшәйешен йәмле һәм даланлы итә.