Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сирғолдар ҡарашын үҙгәртмәй
Хәбәрсене — эше, бүрене аяҡтары туйҙыра, тигән әйтемдән кәм түгел: бер йомош менән юлға сыҡһаң, икенсеһе осрап ҡына тора. Был көндө Ибрайға тип юлланғайным. Ул элекке Чапаев исемендәге колхоздың, хәҙер иһә Байдәүләт ауыл хакимиәте биләмәһенең иң төпкөл ауылы һәм унда юл юҡ, шуға ла Сирғол аша үтергә кәрәк. Әммә элекке колхоз кәнсәһе алдына йыйылған халыҡты урап үтеп булманы.
— Район хакимиәте башлығын көтәбеҙ. Әле район делегацияһы Ибрайға үтеп китте, ә башлыҡ улар араһында булмай сыҡты. Мәктәпте ябыу мәсьәләһе ныҡ киҫкенләште, шуға уның менән осрашып-һөйләшеп ҡалайыҡ тип урамға сыҡҡайныҡ, — тип аңлатты ир-егеттәрҙең береһе.
— Үҙебеҙҙә бына тигән мәктәп була тороп, ниңә балаларыбыҙҙы биш саҡрымдағы Ибрай мәктәбенә йөрөтөп уҡытырға тейеш?..
— Эйе шул. Өҫтәүенә Ибрай мәктәбе беҙҙекенән бәләкәйерәк тә, насарыраҡ та. Ашханаһы шул тиклем тар — балалар сират тороп ашарға инә. Спорт залы ла емерелергә тора, — тип ҡатын-ҡыҙҙар уның һүҙен элеп алды. — Шул етешһеҙлектәрҙе күрһәтмәҫ өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәрен мәктәп директоры, ишеккә арҡыры тороп, индермәне. Дөрөҫлөк асыласаҡ бит...
— Был хәл туҡтатылмаһа, аслыҡ иғлан итәсәкбеҙ, башҡаса сара юҡ!..
Ай-һай, ысынлап та ҡыҙған сиреғолдар, туҡтатып ҡына булһасы! Һүҙ ҡыҫтырыр форсат табып:
— Ҡыҙҙар, егеттәр, был хәлдең килеп сығыуына үҙегеҙ ғәйепле: күберәк бала табырға кәрәк ине, — тиеүем утҡа май һипкәндәй булды.
— Бына ҡарағыҙ! — тип артымдағы бер ҡатын өс-дүрт йәштәр тирәһендәге улын минең алдыма сығарып ҡуйҙы.
— Эйе, балалар бар ул. Быйыл беренсе класҡа дүртәү бара, киләсәктә уларҙың һаны унан да артып китә. Ә Ибрай мәктәбенә барасаҡ балалар һаны, киреһенсә, беҙҙәгенән кәмерәк — өсәү генә. Министрлыҡҡа һандарҙы райондан боҙоп күрһәткәндәр. Был махсус эшләнелгән, — тип халыҡ дәррәү күтәрелде.
— Райондың сығымдарын ҡыҫҡартабыҙ тип Сирғол мәктәбенә ҡул һуҙмаһындар. Ибрай мәктәбенең сығымын беҙгә һалмаҡсылар. Әгәр ҙә һеҙгә һандар менән раҫлау кәрәк икән, рәхим итегеҙ, бына, беҙ күп нәмәне иҫәпләп сығарҙыҡ. Мәгеҙ, тик был һандарҙың яҡынса икәнлеген, әммә дөрөҫлөктән айырылмауын күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, — тип ҡулыма ҡағыҙ тотторҙолар.
“Йә, Хоҙай, ғәҙеллек яҡлау инстанцияларының иң һуңғыһы мин булып сығаммы ни инде?” — тип һандарға күҙ йүгертәм...
— Беҙҙең мәктәп Ибрай мәктәбенең филиалы булған өсөн Сирғол уҡыусылары иҫәбенә норматив күберәк һалынған, ә бына ибрайҙарҙың сығымы беҙҙекенән күпкә артығыраҡ: беҙҙеке 259322 һум тәшкил итһә, ибрайҙарҙыҡы — 1434056 һум. Сирғол мәктәбен ябып ҡына Ибрай мәктәбенең дә, райондың да сығымдарын ҡаплап булмаясаҡ... — Халыҡ тағы ла нығыраҡ шауланы, береһенән-береһе тосораҡ факттар килтерҙе. — Сирғол менән Ибрай араһы — 5, Байдәүләт менән бергә 11 километр. Ярай, ҡышын урамдар, юлдар ваҡытында ғына түгел, ғөмүмән, таҙартылып торһа. Быйыл Ибрай мәктәбенә өлкән кластарға уҡырға йөрөгөн балалар ҡайһы көндәрҙә, юл булмау арҡаһында, һуңлау ғына түгел, бөтөнләй дәрескә бара алманы...
— Ибрай, Саҙалы, Байдәүләт ауылдары балалары элек беҙҙең мәктәпкә йөрөп уҡыны — һәр тарафҡа ла юл алыҫлығы бер үк булды. Хәҙер ниңә һуң Ибрай төп мәктәп итеп һайланды? — тигән һорау яңғыраны.
— Беҙ балаларыбыҙҙы күрәләтә Ибрай мәктәбенә бирмәйәсәкбеҙ, лутсы ситкә ебәрәсәкбеҙ. Бынан район отасаҡмы, отоласаҡмы — ниңә шул турала уйланмайҙар икән?
Был һорауҙарға ябай хәбәрсе түгел, әле Хоҙай үҙе лә яуап бирә алмаҫ, моғайын. Сараһыҙлыҡтан ҡулды йәйеп, үҙ юлымда булдым. Ә ҡыҙған сирғолдар Ейәнсура районы хакимиәте башлығын “тотор” өсөн Байдәүләткә барырға ҡарар итте — был көндө райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының ғәҙәттәге күсмә семинары ошо тарафта ойошторолоп, йомғаҡлау өлөшө нәҡ Байдәүләттә билдәләнгәйне.
Эш нимә менән бөткәндер — хәл-ваҡиғалар үҙе тураһында белгертер, моғайын. Закондар шул рәүешле булғас, гәзитсе был тәңгәлдә ябай күҙәтеүсе, йәғни репортер ролен генә үтәй шул.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә