Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матурлығынан зыяны күберәк
Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым.

– Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп ултыртһаң, бүлеп бир әле!

– Матурлығын-матур ҙа ул, ағыулы икән. Ҡуй, ултыртма. Мин дә бөтөрөрмөн тип йөрөйөм, – тине күршем.

Баҡһаң, был үҫемлектең, ысынлап та, файҙаһына ҡарағанда, зыяны күберәк икән. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа сит илдән индерелгән бихисап үҫемлек тәбиғәткә зыян килтерә, кешеләргә лә хәүеф менән янай. Уларҙы инвазив төргә ингән үҫемлектәр тип атайҙар.

Бөгөн республикала 457 төрлө сит ил үҫемлеге теркәлгән. Беҙҙең флораның сирек өлөшөн тәшкил итә был һан. Ошо үҫемлектәрҙең йөҙҙән ашыуы айырыуса хәүефле булып һанала.

“Үҫемлектең ниндәй хәүефе бар һуң?” тип аптыраусылар ҙа булыр. Аңлатып үтәйек: улар тәбиғи экосистеманы үҙгәртеү көсөнә эйә, биологик төрлөлөк юҡҡа сыға, иҡтисади зыян килтерелә, иң мөһиме – кеше һаулығына йоғонто яһай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ерлектә үҫкән үҫемлектәр ситтән индерелгәндәр алдында көсһөҙ. Беҙҙең ялан-туғайҙарҙағы үҫемлектәрҙе мал да ашай, төрлө бөжәктәр ҙә бөтөрә. Ә бына сит илдән индерелгәндәргә мал да, ҡоротҡостар ҙа, бөжәктәр ҙә теймәй икән. Һөҙөмтә булараҡ, экосистема үҙгәрә.

Республикала иң зарарлы һәм хәүефле үҫемлектәр һаны бер тиҫтәгә яҡын. Исемлектең башына амброзия ҡуйылған. Ул – Төньяҡ Американан килгән ҡый үләне. Тәбиғәт шарттары оҡшаш булғанға күрә, беҙҙә үҙен һәйбәт хис итә һәм йылдан-йыл таралыу даирәһе киңәйә. Айырыуса Ейәнсура районында күпләп осрай. Сәскә атҡан ваҡытында һеркәһе һары төҫтә була. Шул кешелә аллергия һәм быума сирен көсәйтеүгә сәбәпсе икән.

Тағы ла аллергия тыуҙырған бер үҫемлек, дөрөҫөрәге, ағас – тирәк. Беҙҙең ерлектә үҫкән тирәктәр мамыҡ осормай. Килмешәктәрҙе иһә яйлап бөтөрөү юлын эҙләргә кәрәк.

Америка сағанына иғтибар иткәнегеҙ бармы? Уны хәҙер бөтә ерҙә тап итергә була. Йәһәт үҫеп, тере ҡойма итеп файҙаланыу мөмкинлеге булғанға, халыҡ уны күпләп ултыртты ла нисек ҡотолорға белмәй. Әлеге саған үҙен туғайҙарҙа хужа кеүек хис итә, яр буйҙарындағы талдарҙы ҡыҫырыҡлап сығара башланы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: әлеге саған аҫтында бер нимә лә үҫмәй. Уның көслө тамырҙары башҡа үҫемлектең орлоғона үҫеү мөмкинлеге бирмәй торған химик матдәләр бүлеп сығара. Был сағанды бөтөрөүе ҡыйын. Хатта бер сантиметрлыҡ ҡына тамырҙан да яңы ҡыуаҡ үҫеп сыға.

Иғтибарға лайыҡ тағы бер үҫемлек – Сосновский балтырғаны. Кавказ яҡтарынан килтерелеп, беҙҙең тарафта тарала баш­ла­ған. Шуныһы ҡыҙыҡ – Кавказда ер ташлы булғанға, был үҫемлек бәләкәй генә булып үҫә, ә беҙҙә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡтар өс метрлыҡ бейеклеккә күтәрелә. Әлегә республикала ул әллә ни күп түгел, ләкин үҫемлектең тиҙ таралыуын иҫәпкә алғанда, хәүеф кимәлен баһалауы ҡурҡыныс. Көн яҡты­һында был үҫемлеккә яңылыш тейһәң, фотохимик реакция арҡаһында тәндә өсөнсө дәрәжә бешеү барлыҡҡа килә. Кискә яра нығыраҡ ҡуба, аҙналар буйы йүнәлмәй йонсота.

Яҙманы уҡығас, күптәр был үҫемлек­тәрҙең беҙҙең яҡтарға ниндәй юл менән килеп инеүе хаҡында ҡыҙыҡһыныр. Белгестәр билдәләүенсә, төп сәбәп – 1975 йылғы ҡоролоҡ. Республикаға Ставрополь, Краснодар крайҙарынан, Ростов өлкәһенән бесән, һалам килтерелгән. Тап ошо ва­ҡытта колорадо ҡуңыҙы, шул иҫәптән зыянлы үҫемлектәрҙең орлоҡтары индерелә.

Һанап кителгән миҫалдарҙың барыһы ла бер һығымтаға этәрә: алдан уйламайынса, хәлде өйрәнмәйенсә, бер төбәктән икенсеһенә үҫемлектәрҙе күсереп ултыр­тыр­ға ярамай. Нисек кенә булмаһын, әлеге ваҡыттағы хәлде күреп, шуны әйтергә мөм­кин: был үҫемлектәрҙең артабан яңы мө­хит­тә таралыуын бер нисек тә кисектереп булмай.

Уларға ҡаршы көрәш юлдары әлегә уйлап табылмаған. Биологтар төрлө ысул сы­ғарып ҡарай, әммә үҫемлектәрҙе бөтө­рөү өсөн саралар юҡ. Бары тик улар орлоҡ бирмәҫ борон, үҙҙәрен сабып ташлап, та­мы­ры менән ҡаҙып алыу кеүек ябай ғына ысулдар менән көрәште дауам итеү кәрәктер.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә