Ҡалдыҡтар буйынса яңы системаны яйға һалыу дауам итә.
Өфөлә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы башланғысы менән һәм Рәсәй Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре ҡатнашлығында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса яңы системаға арналған кәңәшмә уҙғарылыуы тураһында гәзитебеҙҙең интернеттағы сайтында хәбәр ителгәйне инде. “Сүп-сар реформаһы” беҙҙең илдә беренсе тапҡыр үткәрелә һәм уның еңел бармауы тәбиғи хәл тип ҡабул ителә.
Кәңәшмәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән осрашты. Сарала был яңы эшкә күсеүҙең үҙенсәлектәрен тикшереү маҡсат итеп ҡуйылғайны. Палата ағзалары тармаҡ берекмәләре менән берлектә ошо яңы шөғөлгә комплекслы аудит үткәрә һәм проблемаларҙы хәл итеүҙә эксперт ярҙамы тәҡдим итә.
“Халыҡ “сүп-сар реформаһы”н шикләнеп ҡаршы алды һәм был борсолоу, нигеҙҙә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүгә рөхсәт алған эшҡыуарҙарға ҡарата белдерелә...” Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойошторған кәңәшмә Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комиссияһы рәйесе Альбина Дудареваның ошо һүҙҙәре менән башланып китте.
Уның әйтеүенсә, халыҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыусыларға ла, яндырыусыларға ла, полигон төҙөгәндәргә лә шик менән ҡарай, сөнки тирә-яҡтың бысраныуын күреп торалар. Был осраҡта бер төбәк кешеләренең икенсе ерҙән килтереләсәк сүп-сарҙы ҡабул итергә ҡаршы булыуы айырым мәсьәлә тыуҙыра икән. Архангельск өлкәһендә йәшәүселәр, мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһынан сүп ташырға ҡарар итеүҙәренә ҡырҡа ризаһыҙлыҡ белдерә. Ә уның күләме ҙур ғына – көнкүрештән һәм предприятиеларҙан йылына 22 миллион тонна йыйыла! Белгестәр әйтеүенсә, шуның 10 проценты ғына эшкәртелә. Әлбиттә, был ҡалдыҡты донъяның иң ҙур мегаполистарының береһе үҙ биләмәһендә күмә лә, яндыра ла алмай, ләкин Рәсәйҙә буш ятҡан ер ҙә хәтһеҙ күп, дөрөҫ файҙалана белһәң...
– Эргәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар күмелергә тейешле полигондар барлыҡҡа киләсәк ауылдар һәм ҡасабалар халҡы был эшкә теше-тырнағы менән ҡаршы, – тине Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев. – Улар сүп-сар ташыған йәки эшкәртергә йыйынған шәхси предприятиеларға ышанмай, тирә-яҡты һәләк итерҙәр тип уйлай. Дөрөҫөн әйткәндә, хәл маҡтанырлыҡ түгел, сөнки төбәк операторҙары үҙ бурысын еренә еткереп үтәй аласағын күрһәтмәне әле. Мәскәүҙән алыҫ түгел бер полигонды ҡарарға тура килде: ҡалдыҡтар өйөмөнөң бейеклеге 30 метрға етә!
Тимәк, шәхси фирмаларҙың барыһы ла үҙ эшенә намыҫлы ҡарай тип булмай. Реформаның башында уҡ ышанысты юғалтыу шәп түгел, әлбиттә. Альбина Дударева, теге йәки был операторға ҡалдыҡтар менән эшләргә рөхсәт бирмәүҙе һорап, тотош коллективтар мөрәжәғәт иткән осраҡтарҙың булыуы тураһында һөйләне. Беҙҙә эшҡыуарҙарҙы фәҡәт табыш артынан ҡыуған кеше тип беләләр, ә был яңы системаның социаль йөкмәткеһе лә бар.
Икенсе яҡтан, сүп-сарҙы сортҡа айырыу һәм эшкәртеү предприятиелары төҙөргә йыйынған инвесторҙар ҙа был тармаҡтағы ҡағиҙәләрҙең туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә икән. Һөҙөмтәлә ундай эшҡыуарҙарҙың һаны һуңғы ваҡытта ныҡ ҡына кәмегән. Кәңәшмәлә Әстрхан ҡалаһындағы бер йүнселде миҫалға килтерҙеләр: ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу полигоны, сүпте сортҡа айырыу һәм эшкәртеү ҡорамалдары өсөн бер миллиард һум тотонған, ләкин ниндәйҙер административ кәртәләр әҙер майҙансыҡты эшләтергә бирмәгән, ахырҙа ул кредит биргән Һаҡлыҡ банкына муйындан бурысҡа батҡан. Һөҙөмтәлә был ҡеүәттәр әле лә эшләмәй.
– Күптән түгел тәбиғи ресурстар министрының сығышын тыңлағайныҡ, ул ни өсөндөр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе инвесторҙар өсөн ылыҡтырғыс тармаҡ тип атаны һәм уларҙың хатта был эшкә рөхсәт алыу өсөн сиратта тороуын әйтте. Ә беҙ һөйләшкән кешеләрҙең ундай теләге юҡ. Ғөмүмән, был тармаҡ менән ҡыҙыҡһынған инвесторҙы табыуы ҡыйын, – тине Альбина Дударева.
Хеҙмәтләндергән өсөн түләү ҙә төрлө төбәктә төрлөсә алынған. Дағстанда бер кешенән айына 8 һум 71 тин түләтеү ҡаралһа, Хабаровск крайында ошо күрһәткес – 49, ә Коми Республикаһында 100 һумға етә. Мәскәү ҡалаһы, әлбиттә, был тәңгәлдә айырым урынды биләй, ләкин ундағы халыҡ өсөн билдәләнгән 227-шәр һумды ла кәңәшмәлә ҡатнашыусылар артыҡ юғары тип тапты: дүрт кешенән торған ғаилә өсөн ул айына бер мең һумға етә яҙа.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡан Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре Башҡортостанды ошо “сүп-сар реформаһы”н тыныс шарттарҙа уңышлы башлап ебәргән төбәктәрҙең береһе тип атай. Өфөгә килеп, бында реформаның нисек үткәрелеүе менән танышыу теләге лә шул сәбәпле тыуған икән. “Һеҙҙә ҡалдыҡтың һәр кешегә тура килгән күләме лә, тариф та, структур йәһәттән һәм башҡа күрһәткестәр ҙә уртаса алынған, был – мәсьәләне аҡыллы хәл итеү юлы”, – тип белдерҙе Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комиссия рәйесе.
– Башҡортостандағы хәл, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, аңлайышлыраҡ, – тине Валерий Фадеев. – Республикалағы нормативтар балансланған, йәғни халыҡҡа артыҡ ауырлыҡ килтермәҫлек һәм шул уҡ ваҡытта төбәк операторы ла зыян күрмәҫлек итеп билдәләнгән. Тариф мәсьәләһен хәл иткәндә лә беренсе сиратта халыҡтың мәнфәғәте иҫәпкә алынған, ә был шартты мин иң мөһиме тип иҫәпләйем.
Йәмәғәт палатаһы секретары раҫлауынса, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүгә бөтә төбәктәр буйынса, дөйөм ҡарағанда, ығы-зығы өҫтөнлөк итеүе күҙгә ташлана һәм был тармаҡта тәртип булдырыуға ошо палата ла йәлеп ителгән. Сүп-сарҙы халыҡтан кубометрлап йыялар, ә полигонда ул тонналарҙа килтерелә. Мәҫәлән, Томскиҙағы сүп-сарҙың тығыҙлыҡ күрһәткесе, Красноярскиҙағы менән сағыштырғанда, алты тапҡырға айырыла. Тимәк, был тәңгәлдә алдашыуға ла юл асыла.
Кәңәшмәлә Октябрьский ҡалаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү тәжрибәһе лә ҡаралды. Бының өсөн ошо ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Шамил Фәррәхов һәм төбәк операторының урындағы вәкилдәре лә саҡырылғайны. 114 мең кеше йәшәгән ҡалала сүп-сар йыйыу һәм ташыу механизмы оҙаҡ дәүер дауамында яйға һалына, камиллаша барған икән. Йылына бында 50 мең тоннаға яҡын ҡалдыҡ йыйыла. Ҡалала сүпте сортҡа айырыу комплексы эшләй, унда килтерелгән ҡалдыҡтан ете фракция – ҡатырға, ҡағыҙ, пластик шешә, алюминий, полиэтилен, быяла, сепрәк – айырып алына. Шулай ҙа әлегә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтың ете проценты ғына икенсел сеймал рәүешен ала.
Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһы бында 2012 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Пластик шешә, алюмин һауыттар өсөн контейнерҙар, ҙур сүп-сар өсөн бункерҙар, хәүефле ҡалдыҡтарға ЭКО-бокстар, ҡағыҙ һәм ҡатырға өсөн йәшниктәр ҡуйып сығылған. Гринпис версияһы буйынса, былтыр Октябрьский сүпте айырып йыйыу мөмкинлеге рейтингында халҡы 100 меңдән ашҡан ҡалалар араһында дүртенсе урынды яулаған.
2009 йылда ҡалала тәжрибә рәүешендә 109 фин ер аҫты контейнеры урынлаштырғандар, республикала ундайҙар башҡа бер ерҙә лә юҡ. Тышҡы күренеше күркәм, һыйҙырышлығы ҙур – биш кубометрлыҡ, тәрәнлеге – 1,5 метр. “Әммә халыҡтың мәҙәни кимәле түбән булыуы арҡаһында проект үҙен аҡламаны, контейнерҙар ҡоро сүп-сарға тәғәйенләнгән, кешеләр иһә төрлөһөн һала”, – ти Октябрьский вәкилдәре. Уларҙы хеҙмәтләндереү ҙә ярайһы уҡ ҡиммәткә төшә, хаҡтары ла арзан түгел – 170-әр мең һум, бер тоҡтоң хаҡы 15 мең һумға етә.
Бынан тыш, ҡалалағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә “Экология Т” төбәк операторы тәжрибә рәүешендә, әгәр ҙә халыҡ сүп-сарҙы айырып йыйған осраҡта, коммуналь хеҙмәт хаҡын түбәнәйтеү программаһын эшкә ҡушҡан. Анығыраҡ әйткәндә, түләү ҡалдыҡтарҙың дөйөм күләменә бәйле – сүп-сар ошо күләмдең күпме өлөшөнә ҡарата айырып йыйыла, коммуналь хаҡ та шунсаға кәметелә. Компания директоры Илнур Шакировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был йортта ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу башланған да инде.
Республиканың төбәк операторҙары төп проблема итеп ауыл- ҡасабаларҙа контейнерҙар һәм улар өсөн майҙансыҡтар булмауын атай. Әлеге ваҡытта Башҡортостан 10 меңдән ашыу контейнерға мохтаж. Альбина Дударева иҫәпләүенсә, компаниялар ошондай контейнерҙар менән йыһазландырыуҙы инвестиция программаһына индерергә тейеш ине. Әммә республикала тарифты билдәләгәндә был күрһәткес онотолоп ҡалған. Бөгөн контейнерҙар урынлаштырыу менән муниципалитеттар шөғөлләнә, республика уларҙы йыһазландырыу сығымын ҡапларға әҙер.
Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү айырым мәсьәлә булып тора. Төбәк операторҙары билдәләүенсә, республикала файҙалы фракцияларҙы һатыу проблемаһы юҡ. Хеҙмәттәш компаниялар быяла, ҡатырға, пластик шешә, алюминийҙы алырға риза һәм был юлға һалынған, тип әйтергә лә мөмкин. Иң ҙур зона буйынса билдәләнгән “ЭКО-сити” операторы быйылғы йыл аҙағына саҡлы Ишембай районындағы сүп-сарҙы сортҡа айырыу комплексы нигеҙендә төбәктәге иң тәүге экотехнопарк булдырыуҙы планлаштыра. Бында пластик эшкәртеләсәк, органик ҡалдыҡтан компост яһаласаҡ, сорттарға айырыуҙан һуң тороп ҡалған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтан RDF-яғыулыҡ етештереләсәк.
Фекер алышыуҙа асыҡланыуынса, Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, электроника ҡалдыҡтарын, көнкүреш техникаһы һыныҡтарын утилләштереү мәсьәләһе хәл ителмәгән.
– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағы инвесторҙар өсөн әллә ни ылыҡтырғыс булмағас, төп эш муниципалитеттар иңенә ятасаҡ, – тине Альбина Дударева, кәңәшмәне йомғаҡлап. – Мәҫәлән, Екатеринбургта икенсел сеймалдан яһалған продукцияға дәүләт заказы бирәләр. Улар иҫәбенә ихаталар өсөн эскәмйәләрҙе, йорт тирәһе өсөн – биҙәлеш әйберҙәрен, төрлө төҙөкләндереү әйберҙәрен индерергә мөмкин.
Ҡыҫҡаһы, нимәләрҙе хужалыҡ әйләнешенә индереп була, уларға заказ бирергә кәрәк. 2024 йылға саҡлы илебеҙҙә “Экология” милли проектында билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү бурысы тора: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың утилләштереүгә йүнәлтелгән өлөшөн – 36, ә эшкәртергә тәғәйенләнгәнен дөйөм күләмдең 60 процентына еткереү.