Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ашатырға, яратырға һәм маҡтарға

Сабыйығыҙҙың башынан көнөнә егерме тапҡыр һыйпарға онотмағыҙ.

Нефть сәнәғәте, машина эшләү, төҙөлөш материалдары, фарфор-фаянс етештереү предприятиелары үҫешкән, 114 меңдән ашыу халыҡты үҙ ҡанатына алған Октябрьский ҡалаһы республикала ҙурлығы буйынса бишенсе урында.

Йөҙ квадрат километр майҙандағы биләмә бик күп тарихи серҙәрҙе һаҡлай. Археологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, беҙҙең эраның I мең йыллығында был ерҙәрҙе ҡыпсаҡ-төрки ҡәбиләләре төйәк иткән. ХVI-ХVII быуаттар дауамында Урта Волга буйынан халыҡ был яҡтарға күпләп ағылған. Кантон системаһы осоронда Нарыштау итәгендәге ауылдар хәрби ҡатламға ҡараған 12 башҡорт һәм биш мишәр-татар кантоны составына ингән.

1930 йылда академик И.М. Губкиндың ғилми тикшеренеүҙәренә таянып, нефть ятҡылыҡтарын эҙләү һәм үҙләштереү башлана, шулай итеп, нефтселәрҙең тәүге палаткаларынан Социалистик тип аталған ҡаласыҡ барлыҡҡа килә. Землянкаларҙа йәшәгән кешеләр ҙә күп була. Һөҙөмтәлә хәрби төҙөүселәр, тотҡондар, ғалимдар, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр көсө менән Октябрьский исемен алған ҡасаба үҫкәндән-үҫә, ә 1946 йылда ҡала статусын ала.

Хәҙер ул – эре индустрия үҙәге, илленән ашыу милләт кешеһе хеҙмәт иткән, юғары һәм урта махсус, һөнәри уҡыу йорттары, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары, спорт майҙансыҡтары булған йәшәү өсөн уңайлы, зауыҡлы ҡала.

Бөгөн һүҙебеҙ индустрия үҙәгенең ҡаҙаныштары, табыштары тураһында түгел, ә ҡаланың киләсәген билдәләйәсәк, уның иң ҙур ҡеүәте һәм ҡиммәте – ғүмерҙәренең татлы миҙгелен кисергән кескәй октябрьскийҙарҙың тормошо, үҫеше хаҡында. Балаларға булған мөнәсәбәткә ҡарап та ил ағаларының аҡылын, мөхиттең йәшәү өсөн уңайлылығын, күптәргә сәңгелдәк булған төйәктең уңышлы аҙымдарын һәм ҡаланың яҙмышын баһаларға һәм күҙалларға мөмкин бит.


Перинаталь үҙәктең баш табип урынбаҫары Людмила Василевская Санкт-Петербург ҡалаһында үткән V дөйөм Рәсәй конференцияһынан яңы ғына ҡайтып төшкәйне. Йөклө ҡатындарға бала тапҡанда һәм унан һуң медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса төрлө төбәктәрҙән, хатта сит илдәрҙән килгән хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашыуҙың һулар һауалай мөһимлеге көн кеүек асыҡ.

– Беҙҙең перинаталь үҙәк, Октябрьский ҡатын-ҡыҙҙарынан тыш, күрше тирә-яҡтағы Йәрмәкәй, Туймазы, Баҡалы, Шаран, Бәләбәй, хатта бер яҡ ситтәрәк ятҡан Бишбүләк райондары әсәләренә лә медицина ярҙамы күрһәтә. Аралар ҙа ярайһы ғына алыҫ – 35 километрҙан 150 километрға тиклем. Шул тиклем ҙур теләк, ынтылыш менән көтөп алдыҡ яңы үҙәкте. Бында эшләүе лә, дауаланыуы ла әйтеп бөткөһөҙ оло бәхет, – ти ул.


Тышҡы яғынан уҡ мөһабәтлеге, күркәмлеге менән күҙгә ташланған йәшкелт төҫтәге күрмәлекле йорт 13 мең квадрат метр майҙанды биләй.

Обсервация, патология бүлексәләре, операция блоктары, реанимация, бала табыу залдары, барлыҡ уңайлыҡтары булған йылы, яҡты палаталар – бөтәһе лә әсә һәм сабыйҙарҙың сәләмәтлеге, ғаилә бәхете хаҡына. “Беҙ бында эшләмәйбеҙ, ҡыуаныстан осоп ҡына йөрөйбөҙ”, – Людмила Ивановнаның был һүҙҙәре менән беҙ ҙә килештек, күтәренке кәйеф, һоҡланыу тыуҙырған иркен коридорҙар, тыныс мөхит, ҡоростай тәртип хакимлыҡ иткән йорттоң аҡ халатлы фәрештәләренә бығаса булмағанса шарттар тыуҙырылған. Озон терапияһы, барокамера, дауалау-физкультура комплексы ярҙамында пациенттарҙың сәләмәтлеге яҡшыра, кислородҡа ҡытлыҡ, шешенеүҙәр бөтөрөлә.

Шуныһы бик ғәжәп тойолдо: ғүмер баҡый кеше күҙенән йәшерен, ябыҡ булған йортта “Асыҡ ишектәр көнө” уҙғарыуҙың традицияға әүерелеүен ишетеп, тәүҙә бер аҙ һағайғайныҡ. Хәбәр дөрөҫкә сыҡты. Әсә булырға йыйынған ҡатын-ҡыҙ илдәге бала табыу йорттары эшмәкәрлеге, перинаталь үҙәк коллективы тураһында фильмдарҙы, йөклөлөккә, бала табыуға әҙерлек тураһында сығыштарҙы, табиптар менән күҙгә-күҙ осрашып әңгәмәләшеүҙәрҙе бик тә йылы ҡабул иткән. Буласаҡ әсәләр психологтар менән аралашыуҙан тартынмай, үҙҙәрен борсоған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап ала.

– Беҙ әңгәмә ваҡытында әсәләрҙең сабыйҙарын мотлаҡ күкрәк һөтө менән туҡландырыуҙарына баҫым яһайбыҙ, – ти Людмила Ивановна. – Үкенескә ҡаршы, ошо тәбиғи туҡлыҡлы аҙыҡтан бәләкәстәрен мәхрүм иткәндәр ҙә бар. Ә бит күкрәк һөтө – сабый өсөн торғаны хазина, ундағы организмды тынысландырған, ауыртыуҙы баҫҡан гормондар балаға йоҡоға талырға, стресты еңергә ярҙам итә. Һөттәге бифидус-фактор тип аталған матдә дисбактериоз проблемаһын тулыһынса хәл итә. Сабыйҙы имеҙеү әсәнең үҙе өсөн дә файҙалы. Уйлап ҡарағыҙ, сәнәғәттә етештерелгән балалар аҙығында 40-45 самаһы файҙалы матдә иҫәпләнһә, күкрәк һөтөндә улар 400-ҙән артыҡ. Бер генә ҡатнашма ла әсә һөтөн алмаштыра алмай. Ундағы витамин һәм минераль матдәләр, фабрика шарттарында етештерелгән аҙыҡҡа ҡарағанда, яҡшыраҡ үҙләштерелә лә, – ти Людмила Ивановна.


Бала табыу йортондағы ҡәтғи ҡанундарҙың күҙгә күренеп үҙгәреүен, “йомшарыуын” күреп тә бер аҙ аптыраштыҡ. Хәҙер ҡатын-ҡыҙға бында үҙенең таҙа, үтекләнгән матур халатын кейеп килергә лә рөхсәт. Ниндәй музыка аҫтында бала табырға теләүе лә иҫәпкә алына. Ир-аттың бала тапҡанда ҡатыны эргәһендә ярҙамсы булыуына ла күнеккәндәр. Әйтеүҙәренсә, хәҙер ирҙәр “батырайған”, сабыйҙарын беренсе булып ҡулға алыуҙарынан, ғаиләләренең ишәйеүенән ҙур ҡәнәғәтлек кисерәләр.

Донъяға килгән сабыйҙы мотлаҡ әсәнең күкрәгенә ике сәғәткә һалалар. “Бәй, ул тиклем оҙаҡ ятҡас, аҡырып илайҙыр бит сабый” тигән фекергә лә табиптарҙың яуабы бер: “Иларға тейеш инде, шулай һалҡынды ла, сағыу яҡтылыҡты ла тойорға өйрәнә. Бик һиҙгер бит улар, атай кешенең тыныс тауышын ишетеү менән шымып ҡалалар”. Психологтарҙың әйтеүенсә, тап ошондай тактиль бәйләнеш баланың киләсәк психикаһын билдәләй ҙә инде.

Сабыйҙар ҙа хәҙер “иреккә” сыҡҡан, уларҙы элеккесә ҡаты итеп биләп тә тормайҙар. Бәләкәстәр ҡулдарын сығарып, рәхәтләнеп иҙрәп ята. Тағы ла бер һәйбәт яңылыҡ: әгәр ҙә сабыйҙы бер аҙ дауалау талап ителһә, уны патология бүлексәһенә һалалар, әммә әсә кешене, элекке замандарҙағы кеүек, өйөнә ҡайтарып ебәрмәйҙәр, баланан айырмайҙар.

Ашатырға, яратырға, маҡтарға – баланың сәләмәтлеге өсөн иң мөһим ғәмәлдәр ошо, тип раҫлай үҙәк табиптары. “Бәләкәй әле, бер ни ҙә аңламай, тип хаталанмағыҙ. Сабыйығыҙға шаяртып та ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Бер йәшкә тиклем бөтәһе лә мейенең ҡатлам аҫты структураларында туплана. Һеҙ уның аҡыллы, игелекле, хәстәрлекле, башлы булып үҫеүен теләйһегеҙ, эйе бит? Шулай булғас, башынан көнөнә кәм тигәндә егерме тапҡыр һыйпарға онотмағыҙ. Һеҙҙең һөйөүегеҙ, үбә-үбә, ҡоса-ҡоса, башынан һыйпап яратыуығыҙ сабыйығыҙҙың аҡылы өсөн бик кәрәкле “аҙыҡ” икәнен хәтерҙә тотоғоҙ, уны бер дарыу ҙа алмаштыра алмай”, – тип киҫәтә үҙәктең медицина хеҙмәткәрҙәре әсәләрҙе.

Табиптарға ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләү буйынса ла ҙур мәшәҡәтле эштәрҙе атҡарырға тура килә.
– 900 грамм ғына ауырлыҡта тыуған сабыйҙы ҡулға алыуым иҫтә. Яңыраҡ ошо ике йәше тулған һау-сәләмәт, туптай ҡыҙсыҡты күреп йәнә шатландым. Алдынғы технологиялар, заманса уңайлы шарттар, әлбиттә, шәфҡәт туташтарының, табиптарҙың профессионаллеге һөҙөмтәһендә ошондай мөғжизәләргә өлгәшеп була.

– Тәүге балаларын ҡулына алған әсәләрҙең уртаса йәше күпме хәҙер?
– Был йәш тә яйлап, үҫешкән илдәрҙәге кеүек, арта бара – уртаса 28,5 йәш. Былтыр үҙәктә 1946 сабый донъяға килде. Элекке йылдарҙағы менән сағыштырғанда, күберәк, әммә ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип иҫәпләйем. Һәр баланы, алтын бөртөгөндәй күреп, ҡәҙерләп көтөп алабыҙ. Сирле әсәләрҙең сәләмәтлеге, түлһеҙ ғаиләләрҙең артыуы борсолдора. ЭКО процедураһына ғына әле сиратта утыҙ кеше тора.

– Кадрҙар мәсьәләһе хәл ителгәнме? Бындай хан һарайындай йортта ең һыҙғанып эшләргә теләүселәр барҙыр, моғайын.
– Һуңғы дүрт йылда Ырымбурҙан биш белгестең килеп эш башлауы яҡшы булды. Әлегә кадрҙар менән тәьмин ителгәнбеҙ, әммә беҙгә лә яңы һулыш кәрәк. Тәжрибәбеҙҙе, һөнәр нескәлектәрен егәрле, талантлы йәштәребеҙгә ваҡытында тапшыраһы ине.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872