Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эш “эҙләшкәндәр”
Ҡулайлаштырыу шауҡымы ике балалы ғаилә башлығы, мәктәп шоферы Ғәли Әсләмовты ла урап үтмәне: быйыл йәй эшһеҙ тороп ҡалды.
Ҡырҡ йәше лә тулмаған ир, хеҙмәт биржаһында теркәлеп, эшһеҙлек буйынса пособие алырға ҡыйынһынды, шуға күрә бесән эшләп, кәбәнен һарайына ташып бөткәс, баш ҡалаға юлланды. “Ҡайҙа барып мөрәжәғәт итергә?” — тип оҙаҡ баш ватырға тура килмәне уға. Автобустан төшкәс тә, вокзал бағаналарының береһендә “Эшкә урынлаштырабыҙ” тигән иғлан күҙенә ташланды. Кәрәкле кешеләр минең менән һөйләшер ҙә шунда уҡ ярҙам итер тигән өмөт эшһеҙ ҡалыуына инде нисәнсе ай көйөнөп йөрөгән кешенең күңелен йылытып ебәрҙе.
Тейешле урынға килгәс, бер аҙ сиратта торҙо: илдә ҡулайлаштырыу барғанда Ғәли Әкрәм улы кеүектәр кәмемәй шул. Яңыраҡ ҡына ул бер гәзиттә “Рәсәйҙә эшһеҙҙәр һаны — 1 миллион 255 мең, Башҡортостанда 30,5 мең кеше” тигән юлдарҙы уҡығайны. Шуны иҫенә төшөргәс, эш табырға ярҙамлашыусы ойошмаларҙың барлығына ҡыуанып ҡуйҙы, ундағы хеҙмәткәрҙәр ифрат изге йөрәкле булып тойолдо.
Ғәли Әсләмовтың да сираты килеп етте. Ниндәй һөнәр буйынса эш эҙләүен һоранылар ҙа адрестар яҙылған биш бит ҡағыҙ тотторҙолар. Мәғлүмәт өсөн өс мең һум биреүенә һис үкенмәне эш эҙләүсе. Йөрәгенә ятҡанын, хеҙмәт хаҡын күберәк түләгәнен һайлап аласаҡ бит ул! Күрһәтелгән адрес буйынса хатта Себер яҡтарына, Мәскәүгә, Сочиға барып эшкә урынлашырға мөмкин икән!
Һөйөнә-һөйөнә барғас, тәүге адрес буйынса килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ир-уҙаман. Шулай ҙа ҡыуанысы оҙаҡҡа булманы: төҙөлөш компанияһы урынына аҙыҡ-түлек магазинына барып юлыҡты. Адресты яңылыш яҙғандар, күрәһең. Киләһе адрес буйынса баш ҡаланың икенсе осона китте. Был компанияла шоферҙар бөтөнләй кәрәкмәгән булып сыҡты. Артабан ҡала буйлап сабып йөрөүҙең кәрәген күрмәне Ғәли Әкрәм улы, былай ҙа күп ваҡытын әрәм итте. Ул бер парк эскәмйәһенә ултырҙы ла күрһәтелгән телефондарҙы барлай башланы. Кискә тиклем утыҙлаған ергә шылтыратты, әммә уңманы: йә кемдеңдер фатирына эләкте, йә эшкә күптән икенсе кеше алынған булып сыҡты. Ҡайһы берәүҙәр: “Нисәнсе кеше эш эҙләп аптырата! Кем бирҙе һеҙгә был номерҙы?” — тип асыуланды. Һуңлап булһа ла, Ғәли Әсләмов үҙен кәкре ҡайынға терәүҙәрен аңланы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ялған мәғлүмәт менән һатыу итеүсе агентлыҡтарҙан зыян күреүселәр көндән-көн арта. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәткә ҡаршы көрәш буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре быйыл октябрҙә Өфөлә кадрҙар агентлығы селтәрҙәренең береһен япты.
Был ойошмалар эш эҙләүселәргә юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән эш вәғәҙә иткән. Көн һайын уларҙың һәр береһенә йөҙгә яҡын кеше килгән. Хеҙмәткәрҙәр менән аралашҡандан һуң, күптәр мәғлүмәт һатып алған. Асылда ундай вакансиялар бөтөнләй булмаған.
Агентлыҡтар эш эҙләүсене өс ай буйы хеҙмәтләндерергә тейеш. Ошо ваҡыт эсендә Ғәли Әсләмов кеүектәр дәғүә белдерһә, уларға тағы мәғлүмәт биргәндәр. Һуңынан килешеү ғәмәлдән сыҡҡан, клиент алдында яуаплылыҡ та бөткән. Агентлыҡтарҙың бындай эшмәкәрлегенә ҡаршы “Мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәҙер зыян күреүселәрҙең исемлеге асыҡлана.
— Кадрҙар баҙарында мутлашыу ысулдары бихисап, — тип иҫкәртә белгестәр. Ғәли Әсләмов хәлендә ҡалмаҫ өсөн уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк.
— Эшкә урынлаштырыу өсөн бөтөнләй хаҡ түләтеү юҡ. “Аҡса бирһәгеҙ, мотлаҡ эш табабыҙ”, — тиһәләр, тимәк, был — тулыһынса алдаҡ. Кадрҙар агентлығына эш эҙләүсе түгел, ә эш тәҡдим итеүсе ойошма түләргә тейеш, — ти Өфөләге бер кадрҙар агентлығы директоры.
Хоҡуҡ һаҡсылары кадрҙар агентлығының эшмәкәрлеген теүәл асыҡларға ҡуша. “Килешеү төҙөгән саҡта шуға иғтибар итегеҙ: һеҙҙе эшкә урынлаштырырға вәғәҙә итәләрме, әллә мәғлүмәти хеҙмәт күрһәтәләрме. Әгәр мәғлүмәти хеҙмәт кенә күрһәтелһә, агентлыҡ артабан һеҙҙең эшкә урынлашыу-урынлашмауығыҙ өсөн яуап бирмәй”, — ти улар.
— Быны алдан белгән булһам, алданмаҫ инем, — ти Ғәли Әкрәм улы.
Әйткәндәй, Өфөләге эш эҙләү ваҡиғаһынан һуң ул кире ауылға ҡайтҡан. “Көн биргәнгә йүн биргән. Баҡса үҫтереп, мал үрсетеп, умарталағы күстәрҙе ишәйтеп, һәүетемсә йәшәрбеҙ әле. Һәр хәлдә ҡалаға башҡа бармайым. Бер ҡатлы булһаң, алдарға ғына торалар”, — ти ул.
Нурзиә ХӘСӘНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә