Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар.Әғзәм ағай Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын үткән, заманы өсөн белемле, тормош көтөргә сәмле ир-уҙаманы була. Колхозда хисапсы, ревизор булып эшләй. Ҡатыны Фәүзиә менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ата-әсә балаларына күркәм тәрбиә һәм белем бирергә, уларҙы бар яҡлап та тормошҡа әҙерлекле итеп үҫтерергә ынтыла. Ошо маҡсатта ауылда башланғыс белем алған улдары Таһирҙы һәм ҡыҙҙары Зиләне Яңауылдағы мәктәп-интернатҡа уҡырға бирәләр.
“Мәктәп-интернат ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе булды, уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе шәхес итеп тәрбиәләү өсөн ҙур көс һалды. Уларҙың тырыш хеҙмәте минең кеүек бик күптәрҙең киләсәк яҙмышында бик тә йоғонтоло булды”, — тип иҫкә ала бөгөн Таһир Әғзәм улы мәктәп йылдарын. Ул тырышып уҡый, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, мәктәптең тынлы оркестрында уйнай һәм оҫта гармунсы була.
Йыр-моңға әүәҫ егет мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Йәше еткәс, уҡыуын туҡтатып тороп, йыраҡ Монголияла Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта һәм, училищены уңышлы тамамлап, белгес дипломы ала.
Таһир Мөнировты ул саҡтағы тәртип буйынса Ҡариҙел район мәҙәниәт йортона эшкә тәғәйенләйҙәр. Бында ул үҙе менән бер үк училищела белем алған бейеүсе ҡыҙ Рәфиләне осрата. Мөхәббәтле йәштәр гөрләтеп туй яһай, матур, талантлы ғаилә тыуа.
Мөнировтар райондың мәҙәни тормошон йәнләндереү, халыҡтың рухын байытыу өсөн ең һыҙғанып эшләй. Улар ойошторған һәм үҙҙәре лә ҡатнашҡан концерттарҙы халыҡ көтөп ала. Районда ғына түгел, республика кимәлендәге конкурс, фестивалдәрҙә лә тамашасы күңелен яулайҙар.
Ғаиләлә улдары Илсур менән ҡыҙҙары Айгөл тыуа. Балалары ла, ауылдаштары әйткәнсә, сәхнәлә үҫә. Икеһе лә халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Мөнировтарҙың бейеүгә оҫта һәм йырлы-моңло ғаиләһе – райондың йөҙөк ҡашы була. Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы халыҡ бейеүҙәре ансамбленә 35 йыл етәкселек итә. Бейеү коллективында шөғөлләнеүселәр араһынан сәнғәт донъяһын һайлаған күп кенә талантлы йәштәр үҫеп сыға. Ул күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Әйткәндәй, Мөнировтарҙың улдары Илсур ошо ансамблдең солисы була. Ул “Байыҡ” республика телевизион конкурсында бер нисә тапҡыр лауреат булараҡ таныла.
Таһир Әғзәм улы эштән айырылмайынса Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт институтының иҡтисад һәм идара итеү факультетын тамамлай. Икенсе һөнәргә эйә булыу менән уны банк системаһына иҡтисадсы итеп эшкә саҡыралар. Уны һәр саҡ сәхнә түрендә күрергә яратҡан ауылдаштары хатта күпмелер ваҡыт Мөнировтың мәҙәниәткә ҡабат ҡайтыуына өмөтләнә.
“Сәхнәлә йәшлек тантана итергә тейеш”, тип аңлата ул үҙенең һөнәр алыштырыуын. Әммә күңеле һаман да йыр-моңдан айырылмай. Эштән бушаған арала гармунын ҡулына ала ла өҙҙөрөп уйнарға керешә. Бигерәк тә ял көндәрендә, байрамдарҙа Мөнировтарҙың йорто шау-гөр килеп тора. Тыуған йортҡа балалар, ейәндәр йыйыла. Илсур менән Айгөл икеһе лә юғары уҡыу йорто тамамлап, тормошта үҙ урынын тапҡан, матур ғаилә ҡорған. Улар атай-әсәйҙәре юлын һайламаһа ла, йыр-бейеү ярата.
Таһир Әғзәм улы байтаҡ йылдар яҡташтарының рухи донъяһын байытып йәшәй, ә бөгөн иһә уларҙың көнкүрешен хәстәрләй. Юғарыла әйтеп үткәнсә, бер нисә йыл банкта эшләгәс, уны райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы идараһына эшкә күсерәләр. Унда һөнәри баҫҡыстар үтеп, иҡтисадсынан идара начальнигы вазифаһына күтәрелә.
Тиҫтә йыл самаһы элек районда яңы предприятие – “Монтаж-сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола. Уға етәкселекте тармаҡ эшмәкәрлеген яҡшы белгән Таһир Әғзәм улына йөкмәтәләр. Предприятие йылылыҡ энергияһы, шулай уҡ Ҡариҙел, Ураҙбахты, Чепаш, Болмаҙы, Абыҙ ауылдары халҡын һәм ундағы социаль-көнкүреш объекттарҙы һыу менән тәьмин итә. Улар ҡарамағында 22 артезиан ҡоҙоғо һәм йөҙ саҡрым һыу селтәрҙәре иҫәпләнә. Эйе, йорттар йылы булғанда, крандарға һыу килеп торғанда, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы эшселәренең ауыр, яуаплы хеҙмәте тураһында кем генә уйлана икән?! Ә бит бөгөнгө шарттарҙа коммуникацияларҙың шаҡтай туҙғанлығын, бигерәк тә ҡышҡы шарттарҙа хәүефле хәлдәр килеп тыумаһын, тормош шарттары уңайлы, йәшәү имен булһын өсөн нисек тырышырға кәрәклеген был өлкәлә эшләүселәр үҙҙәре генә белә. Предприятие ойошторолған көндән башлап эшләгән мастер Михаил Пастухов, операторҙар Виктор Алябушев, Мәүлемйән Фәйезов, йылылыҡ селтәрҙәренә идара итеүсе мастер Фәрис Бикиев һәм уларҙың хеҙмәттәштәре, кәрәк икән, тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып эшкә тотонорға әҙер.
– Хеҙмәттәштәрем ауырлыҡҡа зарланмайынса, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты тырышып, күңел биреп башҡара. Улар үҙ хеҙмәтенең кешеләргә кәрәклеген тоя һәм шуның менән ғорурланырға хаҡлы. Ундайҙар оло ихтирамға лайыҡ, – тип һөйләй Таһир Әғзәм улы.
Ихтирамға лайыҡлылар тураһында һүҙ сыҡҡас, предприятиеның финанс-иҡтисади тотороҡлолоғон тәьмин иткән хисапсылар Гөлфирә Шакирова, Дилара Хәбибуллина, Лилиә Әйүпованың һөнәри оҫталығын билдәләргә кәрәк. Ғөмүмән, кемдең ниндәй вазифа башҡарыуына ҡарамаҫтан, етәксе һөнәри оҫталыҡты юғары баһалай. Коллективта белемле һәм квалификациялы хеҙмәткәрҙәр генә эшләй.
Таһир Әғзәм улы йәнә ошондай фекерҙә: хеҙмәт кешеһе ғүмеренең күп өлөшөн эш урынында үткәрә, шуға ла аңлашып эшләү, үҙ-ара яҡшы мөғәмәлә булырға тейеш. Был кешеләрҙә кәйеф күтәренкелеге тыуҙыра, илһамландыра, эш тә ырамлы бара. Етәксенең һөйләгәндәре коллектив тормошона тап килә. Бында эш кешеһенең ҡәҙере бар. Хеҙмәт алдынғыларын Маҡтау грамоталары, премиялар менән бүләкләйҙәр, ҡиммәтле бүләктәр бирәләр, район кимәлендә ҙурлайҙар. Уңғандар ижтимағи тормошта ла әүҙем ҡатнаша. Район күләмендәге спорт бәйгеләрендә, мәҙәни сараларҙа талант һәм көс күрһәтәләр.
Ғәҙәттәгесә, етәксенән киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр ҡороуы хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.
– Нәҡ йырҙағыса, – тине ул, ихлас йылмайып, – Ҡариҙел буйында ҡалам һәм яратҡан эшем менән шөғөлләнәм. Минеңсә, кеше йәшәгән ерен, ғаиләһен һәм эшен яратырға тейеш, шул саҡта йәшәүе лә күңелле.