Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай.Был байрамда барлыҡ ҡатын-ҡыҙ көслө заттарҙы ҡотлай, бүләктәр тапшыра. Әле һалдат бутҡаһын тәмләп өлгөрмәгән улдарыбыҙҙың да күтәренке кәйефтә йөрөүен күҙәтеү ифрат ҡыуаныслы. Тик күптәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң ни өсөн нәҡ 23 февралдә билдәләнеүе хаҡында уйланмайҙыр ҙа.
Ә ниңә 23 февралдә?Совет осоронда уны Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы декретына ҡул ҡуйыу нигеҙендә барлыҡҡа килеүе менән бәйләгәндәр. Тарихсылар иһә, был документ 1918 йылдың 15 ғинуарында уҡ ҡабул ителгән, тип раҫлай. Совет хөкүмәте, армияһыҙ илдең именлеген тәьмин итеп булмаясағын яҡшы аңлап, хәрби көстәрҙе формалаштырыу өсөн 20 миллион һум бүлә. Ул заман өсөн был бик ҙур аҡса була. Илдә тәртипһеҙлек хөкөм һөргән, халыҡ кем өсөн көрәшергә белмәй икегә бүлгеләнгән осорҙа Петроградта 2018 йылдың 21 февралендә үҙ теләктәре менән армияға хеҙмәт итергә килеүселәрҙе йыйыу буйынса беренсе пункт асыла. Совет иле юлбашсыһы иһә социалистик Ватанды яҡларға саҡыра.
Ҡыҙыл Армия көнөн 17 февралдә билдәләргә теләһәләр ҙә, уны күсереп, ял көнөндә, йәғни 23 февралдә үткәрергә ҡарар ителә. Аҙаҡ иһә илдә һуғыш, аслыҡ башланғас, был көн бер аҙ онотолоп тора. Бары тик 1922 йылдан уны яңынан билдәләй башлайҙар.
Сталин осоронда, 1918 йылдың 23 февралендә Ҡыҙыл Армия Нарва һәм Псков янында ҙур еңеүгә өлгәшә, тип был датаны ошо көнгә бәйләүселәр ҙә табыла.
Бөйөк Ватан һуғышында еңгәндән һуң, 1946 йылдан халҡыбыҙ яратып өлгөргән байрам Совет Армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты көнө тип билдәләнелә.
Рәсәй Федерацияһы барлыҡҡа килгәс, Дәүләт Думаһы 1995 йылда Рәсәйҙә Хәрби дан көнө тураһында закон ҡабул итә. Уға ярашлы, ошо датаны ҡалдырып, 1918 йылда Ҡыҙыл Армияның Германияның кайзер ғәскәрҙәрен еңеү көнөн Ватанды һаҡлаусылар көнө тип атайҙар. Тик был исем нығынып китмәй. 2002 йылда Дәүләт Думаһы, был байрам мәсьәләһенә яңынан ҡайтып, уны Ватанды һаҡлаусылар көнө тип иғлан итә.
Нисек кенә аталмаһын, ул көн һәр ватандашыбыҙ өсөн ҡәҙерле, һәр ғаиләгә ҡағыла тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Быуаттар дауамында илһөйәр ата-бабаларыбыҙ, туғандарыбыҙ, хатта нескә заттар ҙа ил именлеге һағында тора һәм йәнен-тәнен аямай көрәшә.
Сәйәсәттә һуңғы һүҙҙе кем әйтә?Тарихтың ҡайһы осорона күҙ һалһаҡ та, ниндәй ҡан ҡойоштарҙы алһаҡ та, кем хәрби йәһәттән көслө, шул һуңғы һүҙҙе әйткән. Рәсәй тарихында ла уның еңеүҙәре артында көслө рухлы, Тыуған ил өсөн ғүмерен бирергә әҙер торған илһөйәр халҡы тора.
Бөгөн дә илдәр араһында ер, тәбиғи байлыҡтар, донъяла алдынғылыҡты бирмәү өсөн аяуһыҙ һуғыштар, сәйәси һәм мәғлүмәт алышы дауам итә. Рәсәйҙе тарҡатыуҙы көҫәгән, уның байлығына ымһынғандарҙың артыуы ла борсолоу уята. Донъялағы сәйәси хәл, Рәсәй етәкселеге алдында яңы бурыстар ҡуйып, армияны нығытыуға иғтибарҙы йүнәлтеүгә булышлыҡ итте. Илебеҙ был йәһәттән, нимә тип кенә һөйләһәләр ҙә, донъяла көслө дәүләттәр иҫәбенә инә. Бөгөн Рәсәй Армияһы американдар өсөн төп көнәркәш булып тора. Илебеҙ ғәскәрҙәренең көсәйеүе, үҙен ныҡлы тойоуы, ҡурҡмауы башҡа агрессорҙарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Шуға ла беҙҙе иҡтисади яҡтан ҡаҡшатыу маҡсатында төрлө санкциялар ҡуллана башланылар.
Дөйөм һандарға күҙ һалғанда, Рәсәй хәрби көс буйынса АҠШ-тан саҡ ҡына ҡалыша. Быны хәүефле тип ҡабул итергә ярамай, сөнки әле беҙҙең ғалим һәм инженерҙар уйлап тапҡан техника донъяла иң шәптәрҙән һанала. Тик беҙҙә халыҡ һанының ике тапҡырға кәмерәк булыуы борсоуға һала: АҠШ-та 327 миллиондан ашыу кеше йәшәһә, Рәсәйҙә 150 миллионға ла етмәй, сағыштырмаса алғанда, ғәскәр һаны ла беҙҙә ике тапҡырға кәм. Әле ил армияһында миллион самаһы һалдат иҫәпләнә. Был иһә ошо өлкәлә сығымдар күләме буйынса беҙҙең илде өсөнсө урынға ҡуя.
Рәсәй Армияһының ҡоро ер ғәскәрҙәре һан буйынса иң ҙуры тип һанала – 400 мең самаһы. Авиация һәм диңгеҙ флотында 150-шәр мең самаһы хәрби хеҙмәт итә, ә Космос ғәскәрҙәрендә – 120 мең тирәһе. Армияның башҡа өлкәләрендә кеше һаны, үҙҙәренең тәғәйенләнешенә ярашлы, күпкә кәм. Мәҫәлән, Һауа-десант ғәскәрҙәре 35 мең самаһы тәшкил итә, әммә был осраҡта уларҙың һан менән түгел, сифат менән алдырыуын да иҫәпкә алырға кәрәк.
Алдағы йылдарҙа Рәсәй Армияһында реформалар көтөлә. 2017 йылдағы һандар менән сағыштырғанда, былтыр армия сафтары 250 мең һалдатҡа артҡан. Һөҙөмтәлә “хәрби булмаған” һөнәрҙәргә ҡытлыҡ барлыҡҡа килгән, шуға ла киләсәктә хеҙмәткә саҡырылыш кампанияһында ошо етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эш алып барыласаҡ.
Көслө армия һалдаттар һаны менән генә түгел, техниканың ҡеүәте нигеҙендә лә билдәләнә. Шуға ла һуңғы йылдарҙа ғилми-техник уйлап табыуҙарға иғтибар бермә-бер артты. Бындай мөнәсәбәт оҙаҡ көттөрмәне: Рәсәй Хәрби көстәре башҡа илдәр менән көнәркәшлек итеү дәрәжәһенә күтәрелде.
Әлбиттә, хәрби тармаҡтағы үҫеш – илдең оборонаһына күпләп аҡса бүлеүҙең дә ыңғай емеше. Һуңғы биш йылда армияға киткән сығым 50 процентҡа артҡан, тик ул ғына талап ителгән маҡсаттарҙы тулыһынса бойомға ашырыу өсөн етмәй.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй оборона министры Сергей Шойгуның армияның һәм һалдаттың абруйын арттырыуға ҙур көс һалыуын дә билдәләргә кәрәк. Уның етәкселегендә илдең хәрби ҡеүәте артты, ыңғай яҡҡа үҫеш булыуы ҡыуандыра.
Эйе, ил сиге ныҡ булһа, беҙ ҙә тыныс йоҡларбыҙ. Донъялар имен булһын, “батшалар” татыу йәшәһен!