Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балыҡ аулаған байымаҫ
Республикала балыҡ үрсетеү мәсьәләһенә иғтибар көсәйә. Төбәктә сәнәғәт, һәүәҫкәр, спорт һәм тауар балыҡсылығы менән шөғөлләнәләр. Һыу ятҡылыҡтарында табан балыҡ, һаҙан, аҡ амур, опто, ҡарабалыҡ, суртан, ҡорман, сабаҡ, ташбаш, аҡ сабаҡ, ҡыҙылғанат, ағасаҡ һәм башҡа балыҡтарҙы тоторға мөмкин. Урта Волга территорияһының Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан буйынса биологик һыу ресурстарына дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге начальнигы Шамил Әйүпов белдереүенсә, республиканың йылға, күл, быуаларынан йылына 120 тонна балыҡ тотола. Шул саманы уҡ браконьерҙар аулай, һәүәҫкәр балыҡ тотоусылар ҙа уларҙан ҡалышмай.

Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн балыҡсылыҡ ауыр хәлдә. Быға тиклем һыу ятҡылыҡтарын бер туҡтауһыҙ ҡулланһалар ҙа, совет заманындағы кеүек, үрсетеү өсөн селбәрә ебәрелмәне. Быйыл был йәһәттән ыңғай үҙгәреш күҙәтелә. Һыу объекттарына зыян килтергән предприятиелар иҫәбенә селбәрәләр ебәрелгән. Уҡ балығы селбәрәһенең 5 меңлек тәүге партияһын Дүртөйлө эргәһендә Ағиҙел йылғаһына ебәргәндәр. Рәсәй Тимер юлдары компанияһы тағы 10 мең селбәрә һатып алыуға аҡса күсергән.
– Әйткәндәй, “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаһы, нефть эшкәртеү ойошмаларына был йәһәттән дәғүә юҡ. Һыу ресурстарына килтерелгән зыян күләмен белгестәребеҙ баһалай, ойошмалар иһә селбәрә һатып алыуға аҡса күсерә, – тип һөйләй Шамил Әйүпов. – Тиҙҙән Ағиҙел йылғаһына 70 мең суртан балығы селбәрәһен ебәрәсәктәр. Йыл аҙағына тиклем тағы 25 мең өҫтәргә ниәтләйбеҙ. Павловка һыу һаҡлағысында ла балыҡ үрсетеү мәсьәләләре хәл ителәсәк, – ти ул. Әле селбәрәләрҙе Краснокама районындағы “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте үрсетә.
Һыу биоресурстарын һаҡлау маҡсатында йыл һайын ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында — 1 майҙан 10 июнгә тиклем — балыҡ тотоу тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан республиканың әле бер, әле икенсе төбәгендә ҡануниәтте боҙоусылар табыла. Кешеләр әлеге осорҙа балыҡ тотоуҙың тәбиғәткә ни тиклем зыян килтереүен аңламай, күрәһең. Йыл һайын хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә 800-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағын теркәй, 300-ҙән ашыу енәйәт эше аса. Ләкин хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Ошо көндәрҙә генә Нефтекама ҡалаһында йәшәгән ир Ҡарман һыу һаҡлағысында балыҡ ҡармаҡлағанда тотолған. 36 балыҡ өсөн ул 2600 һум штраф түләргә тейеш. Иглин районының Мамаевка ауылы эргәһендәге Сим йылғаһында полицейскийҙар рейд мәлендә моторлы кәмәләге иргә юлыҡҡан. Уның кәмәһендә 12 килограмм балыҡ табылған. Мәләүез районы кешеһе Ағиҙел йылғаһында 240 метрлы ау менән тотолған. Миҫалдар етерлек. Ләкин үҙгәреш күҙәтелмәй. Шуға белгестәр түҙемһеҙлек менән 2013 йылды көтә. Киләһе йыл балыҡсылыҡ тураһында яңы закон үҙ көсөнә инәсәк. Унда балыҡ тоторға яраған һәм ярамаған осраҡтар, ошоға ярашлы һыу ятҡылыҡтары тураһында ентекле яҙылған, штраф күләме аныҡ билдәләнгән. Был закон йылға-күлдәрҙә тәртип урынлаштырыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Лилиә Нуретдинова




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә