Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәүефһеҙлегебеҙ үҙебеҙгә бәйле

Биш ҡағиҙәне үтәү шарт.

Иртән интернет селтәрен асып, яңылыҡтар таҫмаһын уҡыуы ла ҡурҡыныс хәҙер. Көн һайын тиерлек юлдағы фажиғәләр, уларҙа һәләк булғандар тураһындағы мәғлүмәттәргә юлығаһың.

Һуңғы ваҡытта бигерәк тә пассажир, шул иҫәптән мәктәп автобустары менән һәләкәттәр күп теркәлә. Күптән түгел генә Калугала булған хәл барыһын да тетрәндерҙе — унда ете кешенең ғүмере өҙөлдө, байтағы йәрәхәтләнде. Бәхеткә күрә, Учалылағы аварияла уҡыу­сылар иҫән ҡалды. Мәҡәлә әҙер­ләнгәндә, Кемерово өлкәһендә вахта автобусының түңкәрелеп, алты шахтерҙың үлеүе тураһында ҡот осҡос хәбәр шаңҡытты.

ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, пассажир транспортының аварияға осрауында күп осраҡта водитель ғәйепле. Статистика буйынса, йәйәүлеләр тапалған осраҡтарҙың 52 процентында водителдәр “зебра” ҡағиҙәһен боҙа, бәрелештәрҙең 45 проценты — дистанцияны, ә 25 проценты хәрәкәтте башлағанда сират тәртибен һаҡламауҙан килеп сыға.

Бынан тыш, водителдәрҙең арыған килеш рулгә ултырыуы һәм техника торошоноң ҡәнәғәтләнер­лек хәлдә булмауы ла аварияларға килтерә. Былтыр ете айҙа ғына ла Рәсәйҙә төҙөк булмаған транспорт сараһына идара иткән өсөн 85 мең административ эш ҡуҙғатылған, автобус водителдәренең ғәйебе менән өс мең юл һәләкәте теркәлгән, уларҙа 116 кеше һәләк булған, 4,6 меңе йәрәхәтләнгән.

Юл-транспорт ваҡиғалары бигерәк тә ҡарлы-боҙло айҙарҙа йыш күҙәтелә. Ҡышҡы юл — водителдәр һәм пассажирҙар өсөн, ысынлап та, ҙур һынау. Бәләгә тарығандарҙың барыһы ла нәҡ уларға бер нимә лә булмаясаҡ, сөнки улар машинаға яҡшы идара итә һәм юлды һәйбәт белә тип уйлай. Бындай күңелһеҙ хәл-ваҡиға булмаһын өсөн һәр кемгә таныш биш ҡағиҙәне үтәргә кәрәк, ти белгестәр.

- Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа. Беҙҙә тиҙ хәрәкәт итеүҙе күҙ уңында тотҡан автобандар юҡ, иң ҙур тиҙлек күпме булырға тейеш икәнен дә яҡшы хәтерләйһегеҙҙер: сәғәтенә — 90 километр. “Уҙыу тыйыла” тигән билдә тора икән, тимәк, алда хәүефле урын, тиҙлекте арттырмаҫҡа, дистанцияны һаҡ­ларға кәрәк. Хәрәкәтте әкрен генә, башҡа водителдәрҙе алдан “боролош сигналдары” менән иҫкәртеп яһау зарур. Кинәт алға сығыу яҡындағы водителде уңайһыҙ хәлгә ҡуйырға мөмкин.

- Рулгә эскән килеш ултыр­маҫҡа. Хатта бер шешә һыра эскәндән һуң да. Ярты шешәнән һуң да. Бер рюмка араҡынан һуң да. Әлбиттә, һеҙ ныҡ иҫерек түгел, бер кем дә бәхәсләшмәй, ләкин юлда нимәлер була ҡалһа, үҙегеҙҙе ғәйепләйәсәктәр, сөнки һеҙ эскәнһегеҙ.

- Алыҫ юлға сығыр алдынан һәйбәт ял итергә. Пассажирҙар йоҡлай йәки тәҙрәгә ҡарап бара ала. Ә һеҙгә иғтибар менән алға ҡарап, бер нисә сәғәт барырға һәм һәр автомобилде, һәр йәйәүлене, һәр боролошто һәм асфальттағы соҡорҙо иҫәпкә алырға тура киләсәк.

- Машинағыҙҙың төҙөклөгөн даими тикшереп торорға. Был — ғәҙәти эш. Һәр ваҡыт үҙ мәлендә техник тикшереү үтеү һәм нимәлер “шаулай” башлаһа, уның тулыһынса ватылғанын көтмәйенсә, автомоби­легеҙҙе хеҙмәтләндереү урынына алып барығыҙ. Тормоздарҙың торо­шон ҡарап тороу, уларҙың төҙөклөгө (һәм, һеҙҙең тиҙ эш итеүегеҙ, әлбиттә), ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарасаҡ.

- Бөтөнләй юлға сыҡмаҫҡа. Ғинуар-февраль — иң хәүефле айҙар, һауа торошон күҙаллап булмай. Көн һайын тиерлек ҡарлы буран ихтималлығы хаҡында иҫкәртәләр. Бындай көндә яҡшы хужа этен дә өйөнән сығармаҫ, ә бында алыҫ юл тураһында һүҙ бара. Һауа торошо насар булғанда, айырыуса таулы участкалар — мәҫәлән, Өфө — Белорет трассаһы хәүефле. Йыл һайын ҡышҡыһын халыҡта “ҡәйнә теле” тип йөрөтөлгән урында бер нисә саҡрымға һуҙылған тығындар хасил була.

Иғтибар итегеҙ!
Авариянан ҡотолоп булмаһа, нимә эшләргә?


Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эксперттары шундай кәңәш бирә: бөтә сараларҙы ҡулланғандан һуң да аварияға юл ҡуймау мөмкин булмаһа, хәрәкәт иткән машинанан һикермәгеҙ, ә ҡаршыға килгән машина менән йөҙгә-йөҙ бәрелешеүҙән ҡасырға тырышығыҙ. Уға төкөлгәнсе, соҡорға төшөү, ҡоймаға, ҡыуаҡтарға, хатта ағасҡа бәрелеп туҡтау хәйерлерәк.

Бәрелер алдынан аяҡтарығыҙҙы иҙәнгә ныҡлап терәгеҙ, башығыҙҙы алға, ҡулдарығыҙ араһына, эйегеҙ, рулгә йәки алдағы панелгә терәлегеҙ. Артта ултырған пассажир башын ҡулдары менән тотоп, бер яҡҡа ауырға тейеш. Бала ситтән ултырһа, уны ныҡ ҡына итеп ҡыҫырға, үҙеңдең кәүҙәң менән ҡапларға һәм шулай уҡ ҡырынға ауырға кәрәк.

Айырым осраҡтарҙа ғына аварияла зыян күреүселәрҙе машинанан үҙаллы сығарырға ярай: машинанан бензин еҫе килһә, салонда төтөн булһа һәм ул янһа, һауа торошо зыян күреүсене машинала ҡалдырырға форсат бирмәһә (мәҫәлән, ныҡ һалҡын) йәки яраһы салонда беренсе ярҙам күрһәтергә форсат бирмәһә. Башҡа осраҡтарҙа табиптар йәки ҡотҡарыусылар килгәнен көтөргә кәрәк. Эш шунда: кеше бәрелгәндән һуң умыртҡа бағанаһы имгәнергә мөмкин һәм һеҙҙең “ярҙам” уның хәлен тағы ла ҡатмарлаштырыуы ихтимал.

Башҡортостанда иң хәүефле юлдар ҡайҙа?

Авариялар йышыраҡ машиналар күп йөрөгән юлда теркәлә. Был Өфө — Ырымбур һәм М5 Урал, Һамар — Өфө — Силәбе трассалары. Сибай, Октябрьский ҡалаларында, Мишкә, Ҡариҙел, Федоровка, Балаҡатай, Мәләүез һәм Илеш райондарында үлемесле һәләкәттәр һаны артҡан. Йыл дауамында балалар зыян күргән фажиғә осраҡтары Өфөлә, Учалыла, Әлшәй һәм Архангел райондарында күбәйгән. Былтыр водителдәр ғәйебе менән 21 бала һәләк булған һәм 470-е йәрәхәт алған.

Күңелһеҙ һандар

Былтыр ғына Башҡортостанда иҫерек водителдәр ғәйебе менән 103 кеше һәләк булған һәм 509 кеше йәрәхәтләнгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 18 меңдән ашыу иҫерек водителде туҡтатҡан, шуларҙың 2210-ы эскән килеш икенсе йәки унан да күберәк тапҡыр тотолған.


Автор: Римма СОЛТАНОВА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә