Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Димселәргә әле лә эш күп

Ғаилә ҡороу – бәхет ул.

Бөгөн ҡыҙыҡлы ғына ваҡиға билдәләнә: Никах агентлыҡтары көнө. Был байрам беҙҙең илдә 2010 йылда ғына барлыҡҡа килә. Ә бына агентлыҡтарҙы ойоштороу тарихы алыҫ 1650 йылға уҡ барып тоташа. Бөйөк Британияның баш ҡалаһында Генри Робинсон исемле сауҙагәр “Күңел күреү һәм осрашыуҙар бюроһы”на нигеҙ һала. Әммә бер йыл да үтмәй, “шәхси тормош серен асҡан өсөн” тип уны ябып та ҡуялар. Тик бер башланған бизнес туҡтап ҡалмай һәм беҙҙең көндәргә тиклем килеп етә.

Кемгә – хистәр, кемгә – аҡса

Эре ҡалаларҙа, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек тормош тиҙлеге юғары булған мегаполистарҙа айырыуса күп бындай агентлыҡтар. Уларға ихтыяж ҙур. Унда был хеҙ­мәт өсөн хаҡтарҙың ниндәй кимәлдә булыуы ла аңлашылып тора.

Өфөлә лә бар никах агентлыҡ­тары. Интернеттан ҡараһаң, шунда уҡ 15-ләп адрес һәм телефон номеры тәҡдим ителә. Ә бына ҡыҙыҡ­һынып шылтырата башлағас, ярты­һы ғәмәлдә юҡ булып сыҡты. Бәйлә­нешкә ингәндәре лә “беҙ телефон аша эшләмәйбеҙ, килегеҙ” тип кенә яуап бирә. Күҙгә-күҙ ҡарап кешене үҙеңә ҡаратыу еңелерәк шул...

Эйе, ҙур ҡалаларҙа ишле булыу, ке­йәүгә сығыу ауырлашҡандан-ауырлаша бара. Ғүмер бик тиҙ үтә, ә үҙеңде ҡайғыр­тырға ваҡыт та, мөмкинлек тә булмай китә, шуға күрә никах агентлыҡтарына мө­рә­жәғәт итеүселәр беҙҙә лә бар. Тик бында барыһы ла тәү ҡарашҡа күренгәнсә ябай түгел. Иң тәүҙә шуны аңларға кәрәк: никах агентлығына мөрәжәғәт итһәң, улар 100 процент ышаныс менән үҙ һыңа­рың­ды табып бирә, тип уйлау хата. Тәүге проблема шунан ғибәрәт: был агентлыҡ­тарҙың күбеһе үҙен байытыуға ҡоролған, һинең йөрәк бәләң уларҙы артыҡ борсомай, шуға ла уларға мөрәжәғәт иткәндә, был мәсьәләгә үтә яуаплы ҡарау мөһим. Ыңғай миҫалдарҙы иҫәпкә алып, интернеттан фекерҙәр уҡып һайларға кәрәк. Ыша­ныслыһын тапҡан хәлдә лә, шунда уҡ һөҙөмтәгә өлгәшәһең, тип бер кем дә гарантия бирмәй. Һинең өсөн тапҡан кеше оҡшамаҫ йә ул һине тиң күрмәҫ, тигәндәй.

Никах агентлыҡтары ике төрлө йүнәлештә эшләй. Тәүгеләре сит ил кешеләре менән таныштырыуға иҫәпләнһә, икенселәре урындағы кешеләрҙе ҡауыштырыуға ҡоролған. Сит илдәр даирәһендә эшләгәндәр, әлбиттә, күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙға тәғәйенләнә. Рәсәй “кәләш­тәрен” теге яҡта бик һанлайҙар, тиҙәр бит. Был осраҡта ҡыҙҙарға янаған хәүеф тураһында ла оноторға ярамай.

Буласаҡ туғандарҙы һайлау

Ғөмүмән алғанда, беҙҙең баш­ҡорт кешеһенең ир йә ҡатын эҙләп никах агентлығына бармаясағына иманым камил. Ә бына борон-борондан килгән димселәргә ышаныу ғәҙәте бар. Тарихҡа күҙ һалып ҡарағыҙ, элек бит кейәү менән кәләш өйләнешкәнгә тиклем бер-береһен күргәне лә булмаған. Димселәр менән ата-әсәләр үҙ-ара һөйләшеп, ғаилә өсөн файҙалы бәйләнеш булдырған. Был осраҡта баш әйләндерерлек мөхәббәт тураһында һүҙ бармай, әлбиттә. Файҙа һүҙе нигеҙендә тәү сиратта иҡтисади уңыш күҙ уңында тотола: йә ике бай нәҫел бергә ҡушыла ла аҡса ситкә китмәй, тағы ла арта, йә ауырыраҡ хәлдәге ғаилә, хәллерәге менән берләшеп, нығынып аяҡҡа баҫа.

Әйткәндәй, ҡағиҙә булараҡ, бындай ғаиләләр ныҡлы һәм татыу булған, ир менән ҡатын балалар үҫтереп, тиң ҡартайған. Шулай булырға тейеш тә: оҫта, тәжрибәле димсе йәштәрҙең үҙҙәрен бик белмәгән хәлдә лә, нәҫелен, ата-әсәһен белә, холоҡ-фиғелдәрен өйрәнә. Ғаиләнең статусына, социаль хәленә, иҡтисади мөмкин­лектәренә ҡарап эш итә.

Элегерәк димселәр ғәҙәти күренеш булараҡ ҡабул ителһә, хәҙерге заманда йәштәр үҙҙәре танышыуҙы хуп күрә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ваҡыт уңышлы килеп сыҡмай, шуға күрә бөгөн дә димселәргә мөрәжәғәт итеүселәр, айырыуса балаларын өйләндерергә теләп, уларға барған ата-әсә бихисап.

Үҙебеҙҙең Риф ағай

Әле лә димселекте тергеҙергә ынтылыусылар күренгеләй. Ҡайһы бер ауылдың йә райондың үҙ димселәре бар хатта. Өфөлә йәшәгән башҡорттарҙы танышты­рырға тырышҡандары тураһында шулай уҡ ишетеп торабыҙ.

Бөгөн иһә барлыҡ республикаға киң билдәле димсе тураһында бәйән итке килә. Ул – “Аҡ ауаз” димсе клубына нигеҙ һалған Риф Бикбаев.
Уны халыҡ, әлбиттә, тәү сиратта йырсы, композитор булараҡ һәйбәт белә. “Юлдаш йыры” конкурсы лауреаты башҡортса кисәләр, байрамдар үткәргән шәп тамада булараҡ та таныш.

Риф Бикбаевтың эш алымы ҡыҙыҡлы: ул, командаһы менән республиканың төрлө райондарына, ауыл-ҡалаларына барып, осрашыу кисәләре ойоштора. Танышырға теләгән кешеләр компьютер аша йәнһеҙ фотоларға ҡарап ҡына ултырмай, матур кисәлә ҡатнашып, күңел аса, үҙен күрһәтә, бүтәндәрҙе ҡарап ҡайта, тигәндәй. Кисәгә килгәндәрҙең йәше сикләнмәй, танышырға теләгән кеше ингән өсөн генә хаҡ түләй. Сара йыр-моң менән үрелеп бара, күңелле дискотека ойошторола. Бында инде кемде йырлатырға тип баш ҡатырып ултыраһы юҡ: Риф – бынамын тигән йырсы. Тамадалыҡ оҫталығы ла булғас, кисәләрҙе лә үҙе алып бара. Яңғыҙҙар оҡшаған кешеһе менән таныша ала. Теләгәндәр оҫталығын күрһәтә: сәхнә түренә сығып йырлай, бейей, шиғыр һөйләй. Шулай уҡ кисә барышында анкеталар тултыртыла. Эйе, анкеталар менән дә эшләй Бикбаевтың командаһы. Уларҙы интернет селтәренә һалып, танышыу ойошторған осраҡтар ҙа юҡ түгел икән.

– Мин кисәләрҙә күберәге ир-ат менән эшләйем. Ир кеше үҙенә ышанырға, оялып тормаҫҡа, яҙмы­шын ҡулына ала белергә тейеш, шуға күрә тәүҙә уларға мөрәжәғәт итәм, оҡшаған ҡатынды барып бейергә саҡырырға өгөтләйем. Тәүҙәрәк юғалып ҡалһалар, күп кеше алдында уңайһыҙланһалар ҙа, әңгәмә ыңғай һөҙөмтә бирә, батырайып, күңеле төшкән ҡатындар менән аралаша башлайҙар, – ти ул.

“Аҡ ауаз” димселәр клубының эшләп килеүенә былтыр ноябрь айында дүрт йыл тулған. Ошо ваҡыт арауығында нисәмә бәхетле ғаилә ҡоролғандыр. Риф Бикбаев “бындай статистиканы алып бармайбыҙ” ти. “Эш һанда түгел, сифатта бит. Иҫәпләп ултырырға ваҡыт та, теләк тә юҡ. Ундайҙар күберәк булһын, тип тырышабыҙ ғына”, – ти ул.

Күп халыҡ менән эшләгәндәр шуны аңларға тейеш – кешенең ниндәйе генә юҡ. Һәр кемдең үҙ холҡо, үҙ ҡарашы тигәндәй, шуға ла беҙҙең димсе һәр кем менән шәхсән осрашып, аралашып эш итергә күнеккән.

– Ирҙәр ялҡауыраҡ барыбер. Осрашыуға килергә, ниндәй ҙә булһа аҙым яһарға йыбаналар, ә сибәр, уңған ҡатын таптырырға аптырамайҙар. Әле яңы ғына берәү шылтырата, йәнәһе, интернет аша ғына ҡыҙҙарҙың фотоларын ебәр ҙә, ул диванда ятып ҡына ҡарап, үҙенә оҡшағанын һайлап аласаҡ. Ә үҙенең эше юҡ, насар ғәҙәте лә бар. Әлбиттә, ундай кешеләр менән бәйләнеш тотҡо килмәй, – ти ул.

Икенсе миҫалдар ҙа бар. Дөйөм алғанда, эшлекле, тик эсергә яратҡан тол ирҙе һәйбәт кенә бер ҡатын менән таныштыра димсе. Күп тә үтмәй, уларҙан яңылыҡ килә: ир эсеүен ташлаған, Себергә килемле урынға эшкә урынлашҡан, никах уҡытҡандар, әле туй үткәрергә әҙерләнәләр. Ошоноң кеүек матур миҫалдар байтаҡ.

– Кемдең кемлеген күреү ауыр түгел бит ул. Мәҫәлән, уҡыған кешене юғары белемле менән таныштырырға тырышаһың. Ауылды йәки ҡаланы һайлағандарҙың да теләктәрен иҫәптә тотабыҙ. Тота килеп, социаль хәле буйынса ла, донъяға ҡараштары менән дә тап килмәгән кешеләрҙе таныштырмайбыҙ, – ти ул.

Осрашыу кисәләре иң тәүҙә Баймаҡта башлана. Был районда күп эшләргә тура килә уларға. Артабан саралар Күмертау, Күгәрсен, Мәләүез, Хәйбулла, Салауат тарафтарында үтә. Шулай уҡ ҡалаларҙа ла әүҙемләшә халыҡ, унда ойошторолған кисәләргә яҡын-тирәләге ауылдарҙан килеүселәр күп. Әле Өфөлә лә үткәрелә башлаған танышыу кисәләре.

Әйткәндәй, кисә башҡортса алып барылһа ла, башҡа милләт вәкилдәре лә ҡыҙыҡһынып килә, танышырға теләк белдерә икән. Яңғыҙҙарҙың күп өлөшө өлкәндәр, айырылышҡан йәштәр, шулай уҡ бөтөнләй өйләнмәгәндәр ҙә юҡ түгел икән.

– Беҙҙең кисәләргә даими йөрөгән кешеләр ҙә бар. Иң ҡарт бабайыбыҙға – 85 йәш. Ейәндәре килтерә, алып ҡайта. Үҙе кисәлә ихлас ҡатнаша, әбейҙәр менән аралаша. Инәйҙәр ҙә байтаҡ беҙҙең. 70-те үткән, даими йөрөгән бер ихлас әбей иң дәртлеһе – кисә башланыу менән бейеүгә төшөп китә лә аҙағына тиклем йөрөй, – тип йылмая димсе. – Әлбиттә, һәр кем менән эшләйбеҙ, бер кемгә лә ҡаршылыҡ юҡ.
Шуға күрә, хөрмәтле яңғыҙҙар, парлы булырға теләһәгеҙ, кемгә мөрәжәғәт итергә беләһегеҙ.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров Өфө мэрияһына БПЛА-нан зыян күргән йорттарҙы тергеҙергә ҡушты
Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә

Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә 06.04.2026 // Йәмғиәт

Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә...

Тотош уҡырға 0

Йәнә +20°: Башҡортостанда йылы көндәр көтөлә

Йәнә +20°: Башҡортостанда йылы көндәр көтөлә 06.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанға легендар «Еңеү паровозы» килә

Башҡортостанға легендар «Еңеү паровозы» килә 03.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанға, шулай уҡ Рәсәйҙең тағы бер нисә төбәгенә легендар «Еңеү паровозы» килә....

Тотош уҡырға 2

Рельстан сыҡҡан поезд пассажирҙарының күбеһен Ульяновскиға алып килгәндәр
Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған

Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған 03.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө билдәле булды

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө билдәле булды 03.04.2026 // Йәмғиәт

Быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 17 апрелдә уҙа. Һәр ваҡыттағыса акция онлайн һәм офлайн ......

Тотош уҡырға 2

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 03.04.2026 // Йәмғиәт

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр 02.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 1

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә 02.04.2026 // Йәмғиәт

Шаран районы Шаран ауылында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен ......

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды 02.04.2026 // Йәмғиәт

Ул 35-се белем биреү үҙәгендә урынлашҡан (Ғафури урамы, 7)....

Тотош уҡырға 3

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 02.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә