Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауылдарҙы йәмләр кешеләр бар
Һыуҙары әсе булһа ла, тормоштары татлымы икән кинйәкәйҙәрҙең? Һәр хәлдә, улар уны татлы итергә тырыша, мал тота, донъя көтә, төрлө ойошмалары, байрамдары аша рухлы булып йәшәргә тырыша.

Рәйхана апай Йәһүҙина, мәҫәлән, Скворчиха ауылында оло быуынды ойоштороуға күп көс һала. Ул ауыл советы ветерандары рәйесе лә, урындағы ағинәйҙәр ойошмаһының да етәксеһе, үҙе шиғыр яҙа, үҙе йырлай. Әлбиттә, клубҡа барып, йырлап-бейеп ҡайтыу бер, ә ошондай ойошма-йүнәлеш­тәрҙе, ысынлап та, ауылдың таянырлыҡ көсө итеп туплау – икенсе мәсьәлә, һәм, әйтергә кәрәк, был эште башҡарып сығыу Рәйхана Йәүҙәт ҡыҙының ҡулынан килә. Тиҫтәнән ашыу ағинәйҙәр төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып дан алған, шулай уҡ ауыл халҡына йәшәү мәғәнәләре менән өлгө күрһәтә. Мәҫәлән, улар кис йыйылып, репетиция яһай, унан саҡ ҡына иртәрәк скандинавса атлау менән шөғөлләнә.

– Махсус таяҡтарыбыҙҙы тотабыҙ ҙа Алмалы тауына менеп китәбеҙ, Балан моронона барып етәбеҙ, ауылды бер нисә тапҡыр әйләнеп сығабыҙ, – ти апай әүҙем тормоштары хаҡында. Шулай әүҙемлеккә өндәп, үҙҙәре лә сәләмәт йәшәй, әммә ауылдың тормошон күркәмерәк итеүҙә ролдәре бының менән генә сикләнмәй. Мәҫәлән, ниндәйҙер етешһеҙлек булһа, улар йәһәт кенә йыйылып, мәсьәләне уртаға һалып сисә. Берәй ғаилә юлдан тайпылып китһә, ярҙамға ашығалар. Ғөмүмән, был инәйҙәрһеҙ ауылдың тормошон күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Уларҙың береһе менән беҙгә лә танышырға форсат сығып тора.

Фәнирә Кинйәбаеваны, дөрөҫөн әйткәндә, кинйәкәйҙәр генә түгел, ә хатта республиканан ситтә лә беләләр һәм хөрмәт итәләр, ғүмере буйы рәхмәтле булып йәшәйҙәр, тик ул һәләте хаҡында һуңыраҡ, ә башта уның ауыл тормошондағы роле тураһында әйтеп үтке килә. Ауылда мәсет төҙөлә, газ үтеп, түбә йылытылып, иман йортоноң ишектә­рен асыуға күп тә ҡалмаған инде. Ошо мәсетте төҙөүҙә финанс эше әлеге ғаиләнең ҡулында.

– Әсмә исемле бер инәй вафаты алдынан 350 мең һум аҡса ҡалдырҙы. Белорет яҡтарында йәшәүсе яҡташыбыҙ Ғиззәтулла Баязитов исемле егет бура килтерҙе, Норильскиҙан икенсе егет, хатта исемен дә белмәйбеҙ, йәнә 100 мең һум тапшырып китте, ошондай изге кешеләр ярҙамында эшләнелә. Өмәгә күп сыҡтылар, ә унлап кеше ныҡ йөрөнө, – тип һөйләй был изге эш тураһында ағинәй. Был апай ҙа төрлө яҡтан уңған. Мәҫәлән:

– Көтөүгә малды йөрөтөп булмай торғайны, тәртип туплау ауыр булды, ләкин Фәнирә Шәйхи ҡыҙы ярҙамы менән был проблеманы хәл иттек, ул хәҙер көтөү өсөн яуаплы, мал көтөүгә йөрөй. Ғөмүмән, Фәнирә Шәйхи ҡыҙы менән Закир Талха улы бар яҡлап абруйлы, гел бергә йөрөүҙәре, татыу булып, эштәрҙе гел бергә атҡарыуҙары һоҡландыра һәм йәштәргә өлгө булып торалар, – ти Гүзәлиә Бардовская ла. Ошо урында ағинәйҙең республиканан ситтә булған даны тураһында ла әйтеп китергә ваҡыттыр – ул кешеләрҙе өшкөрөп дауалай икән.

– Бала таба алмаған ҡатындар килә, доғала­рым­ды әйтеп өшкөргәндән һуң, ун бер ҡатын әсә булды. Бер ҡатын хатта Норильскиҙан килгәйне, уның ғына яҙмышын белмәйем, – ти халыҡ табибы һирәктәргә генә бирелгән шөғөлө хаҡында. Эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы ташларға теләгәндәр ҙә Фәнирә инәйгә өшкөртөргә килә икән, эштәре алға бармағандар, үҙ-үҙен юғалтыу сиктәренә еткәндәр ҙә...

– Һәр ғәмәлгә доғаһы бар, Аллаһ Тәғәләгә мөрә­жәғәт итеп, ярҙам һорап, ҡолаҡтарына өрәм, – ти әңгәмәсе. – Хоҙайҙың рөхсәте менән эшләһәң, барыһы ла килеп сыға, үҙемде ниндәйҙер мөғжизә эйәһе тип әйтмәйем, ә кешеләргә нәҡ Хоҙай ҡушыуы буйынса ярҙам ғына итәм.
Ҡул йылыһы менән генә түгел, буҙа яһау, милли ризыҡтар бешереү, болануттан сәй әҙерләү менән дә дан алған был апай. Әлдә ауылдарҙы йәмләр ошондай инәй-бабайҙар бар әле


Автор: Рәмил МАНСУРОВ Район: Ишембай районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә