Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тышҡы бәйләнештәрҙең ныҡлығы – улар ҡулында

Бөгөнгө тормошта сит илгә сәйәхәткә сығыу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Беҙҙең республика кешеләре лә төрлө маҡсат менән сәфәргә даими йөрөп тора. Шул уҡ ваҡытта уларҙың сит дәүләттәрҙә төрлө күңелһеҙ хәлдәргә тарыуы ла ихтимал. Был осраҡта Рәсәй Сит илдәр эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге ярҙамға килә. Был артыҡ күҙгә күренмәгән, әммә мөһим булған эш тураһында, Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан вәкиллектең етәксеһе Венер ҒӘЛИӘКБӘРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Әңгәмәне ҡалыпҡа һалынған һорауҙан башлайыҡ әле. Ҡасан булдырылды вәкиллек, ул нимә менән шөғөлләнә, эшмәкәрлегегеҙҙең төп йүнәлеше ниҙән ғибәрәт?

– Илдә вәкиллектәр булдырыу 1993 йылда башланғайны. Был республикалар һәм өлкәләр сит дәүләттәр менән бәйләнешкә инһен, тышҡы баҙарҙарға сыҡһын һәм был йүнәлештә хаталарға юл ҡуйылмаһын тигән маҡсаттан эшләнгәйне. Шуға күрә булдырылған көндән алып беҙ республика Хөкүмәте, муниципаль берәмектәр, Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙ­мәте, таможня органдары, аэропорттың сик контроле бүлексәһе һәм башҡа федераль структуралар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.

Эшмәкәрлектең тағы бер йүнәлеше – консуллыҡ ярҙамы күрһәтеү. Тимәк, дәүләт органдары заявкаһы буйынса төрлө документтар, визалар, паспорттар әҙерләү, республика халҡына консул­лыҡ ярҙамы күрһәтеү тигән һүҙ был. Әйтергә кәрәк, граждандар менән эшләү – беҙҙең вәкиллек өсөн бик мөһим йүнәлеш. Беҙ көн һайын кешеләрҙе гражданлыҡ мәсьәләләре, документ­тарҙы раҫлау, сик аша үтеү, сит илдәрҙә йәшәгән туғандарын табышыу йәки уларға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса ҡабул итәбеҙ. Мөрәжәғәт иткән һәр кешегә ярҙам итергә тырышабыҙ, бик булмаһа, кәңәш бирәбеҙ.

Шулай ҙа иң мөһим бурысыбыҙ – Башҡортостанға сит дәүләттәр менән сауҙа-иҡтисади, ғилми, мәҙәни һәм башҡа төр бәйләнештәр булдырыуҙа ярҙам итеү. Вәкиллек Рәсәй сит ил эштәре министрлығының ҡушыуы буйынса эшләгән үҙаллы федераль структура булып тора. Беҙ Рәсәйҙең сит илдәрҙәге илселектәре, генераль консуллыҡтары менән туранан-тура эшләйбеҙ һәм улар аша республика­быҙҙың һәм халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотабыҙ.

– Вәкиллек 25 йылдан ашыу эшләй. Республика әүҙем рәүештә тышҡы бәйләнештәр булдыра. Ошо арауыҡта халыҡ-ара эштәрҙә етди хаталар асыҡландымы?

– Бәхеткә күрә, етди хаталар булғаны юҡ. Тик барыһы ла шыма ғына бара, тип тә әйтеп булмай. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән беҙ даими эшләйбеҙ. Халыҡ-ара йәки тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек башҡарғанда, илебеҙ мәнфәғәтенә зыян килмәһен өсөн, төбәк структураларының эшен көйләп ебәрәбеҙ. Шуға тағы бер тапҡыр баҫым яһағым килә: бындай осраҡтар бик һирәк һәм еңел генә юлға һалына.

– Сит илдәргә сығыусылар менән эшләйбеҙ, тинегеҙ. Улар ниндәй дәүләттәргә өҫтөнлөк бирә, унда нимә менән шөғөлләнә?

– Беҙ граждандарҙың ҡайҙа йөрөүен күҙәтмәйбеҙ, был вәкиллектең бурысы түгел. Сит ил паспорты алған кеше ҡайҙа һәм ниндәй ваҡытҡа сәфәргә сығыу мәсьәләһен үҙаллы хәл итә. Шуны ғына әйтә алам, Башҡортостан кешеләре лә, ҡағиҙә булараҡ, бөтә ил халҡы өсөн популяр булған ял, уҡыу, дауаланыу һәм эшләү урындарына бара. Аңлашыла, күп кеше булған урындарҙа бихисап проблемалар ҙа тыуа: документтарын юғалталар, административ тәртип боҙоуҙарға юл ҡуялар һәм башҡалар. Быларҙың береһе лә беҙҙе ситләп үтмәй.

– Киң мәғлүмәт сараларында консуллыҡ хеҙмәткәрҙәренең сит илдәрҙәге Рәсәй граждандарына күрһәткән ярҙамы етмәй, тигәнерәк мәғлүмәт йыш күренә. Һеҙ был күренешкә ниндәй аңлатма бирер инегеҙ?

– Элегерәк сит илдәргә сығыусылар әҙ ине бит, шуға күрә консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре лә граждандарҙың мөрәжәғәтенә күберәк иғтибар бүлә алды. Ә хәҙер ундайҙар байтаҡҡа артты, мөрәжәғәттәр ифрат күп һәм хатта физик яҡтан да ярҙам итеп өлгөрөп булмай. Бынан тыш, сит илгә киткәндәр ҙә яуапһыҙ ҡыланалар: йә документтарын юғалталар, йә шикле хәлдәргә эләгәләр, йә енәйәт ҡылалар. Тик нисек кенә булмаһын, бәләгә тарыған һәр кемгә төрлө яҡлы консуллыҡ һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә, уларҙың тиҙерәк Рәсәйгә әйләнеп ҡайтыуын тәьмин итергә тырышабыҙ.

Шундай осраҡтар ҙа була: ҡайһы берәүҙәрҙең аҡсаһы сит илгә барып, күңел асырға етә, ә ҡайтыр юлына ҡалмай. Ундайҙар аптырап, Рәсәй консуллығына барып, билетҡа аҡса һорарға мәжбүр була. Ауырлыҡ шунда: был маҡсатҡа аҡса бүленмәй, шуға күрә йыш ҡына хеҙмәткәрҙәр аҡса йыя һәм билет алып, меҫкен туристы тыуған еренә ҡайтарып ебәрә.

– Йыш ҡына американдарҙың үҙ граждандарына теге йәки был илгә сығыуҙы тыйыуы тураһында ишетә­беҙ. Ә беҙҙең Сит илдәр министр­лығы шундай иҫкәртеүҙәр яһаймы?

– Ҡәтғи тыйыу бер илдә лә юҡ. Шулай ҙа сәйәхәтте кисектереп тороуҙы кәңәш иткән илдәр булыуы ихтимал. Беҙҙә лә бар ундайҙар. Был Алжир, Ангола, Афғанстан, Ираҡ, Непал, Нигерия, Шри-Ланка һәм башҡалар. Бер һүҙ менән әйткәндә, граждандар һуғышы барған, ҡораллы конфликттар булған, террор хәүефе янаған, эпидемиялар һәм тәбиғәт ғәрәсәттәре теркәлгән урындар­ға именлек мәнфәғәтендә бармаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Сит илдә булған саҡта инде элементар хәүефһеҙлек сараларын күрергә, урындағы ҡануниәтте, йолаларҙы хөрмәт итергә кәрәклеге лә аңлашылалыр.

Быларҙан тыш, һуңғы ваҡытта өсөнсө дәүләттәрҙә хоҡуҡ һаҡлау һәм махсус хеҙмәттәр тарафынан ҡулға алыныу хәүефе артты. Хәҙер иһә быға уйлап сығарылған ғәйеп тағыу һәм оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ултыртыу өсөн урланыу ҡурҡынысы ла өҫтәлде, шуға күрә аҙ өйрәнелгән алыҫ илдәргә сәйәхәткә сығыр алдынан, беҙҙең вәкиллеккә мөрәжәғәт итеп, кәңәшләшеүҙәрен һорайбыҙ.

– Беҙҙең республика кешеләре донъяны яҡшы кимәлдә белә, халыҡ-ара хәлде аңлай. Ә бына сит илдәрҙә беҙҙе, айырып әйткәндә, Башҡорт­останды беләләрме?

– Элегерәк Башҡортостанды һәм уның баш ҡалаһы Өфөнө сит илдәрҙә аҙ беләләр ине. Нигеҙҙә, нефть һәм химия тауарҙары етештереүсе булараҡ танылғанбыҙ. Һуңғы йылдарҙа иһә республиканың даны артты. Был йәһәттән 2015 йылда беҙҙә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары үҙ бурысын башҡарҙы. Шул мөһим саммиттарҙан һуң Өфөлә уҙғарылған ҙур халыҡ-ара саралар һаны ике тапҡырға артты. Беҙгә килгән сит ил делегациялары һәм ҡунаҡтары ла күбәйҙе.

Күреүебеҙсә, Башҡортостанды һәм уның баш ҡалаһын Европа илдәрендә, Яҡын Көнбайыш һәм Азияның көньяҡ-көнбайыш илдәрендә таныйҙар. Шулай уҡ Көньяҡ Америка һәм Африка партнерҙары ла беҙҙе һәйбәт белә. Был – сауҙа, мәҙәниәт, спорт өлкәлә­рен­дә хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе. Респуб­ликаның сауҙа бәйләнештәре донъяның 100-ҙән ашыу иле менән булдырылған. Тимәк, беҙҙең төбәктә сит ил партнерҙары өсөн ҡыҙыҡлы, заманса предприятиелар булдырыла, инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, төрлө халыҡ-ара саралар ойошторола.

Башҡортостан менән бизнесмендар һәм сит илселәр ҙә ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, былтыр республикаға Болгария, Вьетнам, Швейцария, Үзбәкстан, Куба илселәре килде. Дөйөм алғанда, 34 сит ил делегацияһы булып китте, уларҙың 13-ө дипломатик делегациялар ине. Ҡайһы бер илдәрҙе беҙҙең геосәйәси урыныбыҙ – Европа менән Азия ҡушылған ерҙә ултырыуыбыҙ, ислам динен тотоуыбыҙ ҡыҙыҡһындыра. Улар килә, хәлде өйрәнә, шуға күрә Башҡортостан күптәр өсөн ылыҡтырғыс төбәк, тип әйтергә мөмкин.

– Ә БДБ илдәре?
– Был йәһәттән Ҡаҙағстан иң яҡын һәм мөһим партнер булып тора, шулай уҡ Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан менән бәйләнештәр бик йылдам үҫә. Үҙәк Азия илдәре граждандары менән дә туғандарса мөнәсәбәттәр тураһында киң билдәле.

Грузия менән Төркмәнстанға ингәндә, виза тәртибе бар. БДБ илдәренең күбеһенә тик сит ил паспорты менән генә инеп була. Ни бары Абхазия, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Көньяҡ Осетияға ғына Рәсәй паспорты менән барырға мөмкин. Билдәле сәбәп­тәр буйынса Украинаға барыу йылдан-йыл ауырлаша, шулай уҡ Молдавия менән көсөргәнешлек бар.

– Һөнәри байрамығыҙ уңайынан әйтер һүҙҙәрегеҙ барҙыр?

– Эйе, беҙҙең матур байрамыбыҙ бар. Уны Сит илдәр эштәре министр­лығы вәкилдәре генә түгел, илселек, генераль консуллыҡтар, вәкиллек хеҙмәткәрҙәре лә билдәләй. Башҡорт­остандан сыҡҡан күп кенә дипломаттар бөгөн сит илдәрҙә, Ер шарының төрлө төбәктәрендә эшләй һәм илебеҙҙең тышҡы сәйәси мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡлай.

Ошо уңайҙан файҙаланып, уларҙың барыһын да һәм, әлбиттә, беҙҙең билдәле дипломатик хеҙмәт ветерандары Зиннур Мәрҙәнов менән Ришат Халиҡовты ҡотлағым килә, уларға һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 50

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 40

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 36

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 35

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 52

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 41

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 51

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 34

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 54

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 36

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 33

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 39