Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙең йәшәгән мөхиткә һаҡсыл ҡара

“Инереңдән алда сығырыңды уйла!”

ти башҡорт халыҡ әйтеме. Был тәбиғәт байлыҡтарынан законһыҙ файҙаланыу, алданған өлөшсөләр һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләләренә лә туранан-тура ҡағыла. Әммә шуныһы: ошо өс проблема ла Рәсәйҙең капиталистик ҡоролошҡа әҙерлекһеҙ яңынан аяҡ баҫыуына бәйле һәм уларҙы күнегелгән ысулдар менән генә хәл итеп булмаясаҡ.

Ошо көндәрҙә Ҡариҙел район-ара судында законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн 44 йәшлек эшҡыуарҙы ике йыл ярымға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарылды. Башҡортостан Прокуратураһы мәғлүмәттәренә ярашлы, эшҡыуар ун гектар ерҙә ҡороған ағастарҙы ҡырҡыуға рөхсәт алған, әммә килешеүҙе боҙоп, үҫеп ултырған 84 шыршы менән һәм 15 ҡарағасты ла ауҙара һәм үҙенең таҡта ярыу урынына килтерә. Суд ҡарары нигеҙендә уның моторлы бысҡыһы һәм тракторы тартып алына. Эшҡыуар ошондай ҡылығы өсөн быға тиклем дә яуаплылыҡҡа тарттырылған икән.

Аҡмаһа ла, тамыр ине

Тәртип йәки закон, ғәҙәттә, билдәле ерлек­тә, уның өсөн шарттар булған саҡта ғына боҙола. Ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡ­тарынан законһыҙ файҙаланыуҙың социаль, финанс ерлектәре бар. Мәҫәлән, сирек быуат элек кенә ошо киңлектәрҙә хөкөм һөргән Советтар Союзында бөтә байлыҡ, шул иҫәптән ҡаҙылма байлыҡтар ҙа халыҡтыҡы иҫәпләнде һәм һәр кеше теләгән урында ағас ҡырҡа, балыҡ тота, шулай уҡ ҡаҙылма байлыҡтар эҙләү менән шөғөлләнә алды. Әлбиттә, сикләнгән күләмдә.

Проблеманың финанс яғы, һис шикһеҙ, анһат юл менән аҡса эшләүгә ҡайтып ҡала, һәм был законһыҙ күренешкә яза биреү юлы менән генә сик ҡуйырға ынтылыу стенаға борсаҡ бәреүгә тиң. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡтың ҡасандыр ата-бабалары хужа булған урманда ағас ҡырҡыу кеүек хоҡуҡтан мәхрүм ителеүен дә, моғайын, законлы күренешкә һанап булмайҙыр. Был йәһәттән йоғонтоло тәртип урынлаштырыуҙы, һис шикһеҙ, урындағы үҙидара ҡарамағына тапшырыу отошлораҡ. Үҙҙәре көн иткән мөхиттәге байлыҡтан урындағы халыҡ та файҙа күрһен өсөн, унан файҙаланған юридик шәхестәрҙән рента түләтеүҙе яйға һалыу ҙа ҡамасауламаҫ. Аҡмаһа ла тамған сығанаҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт – урындағы халыҡ мәнфәғәтендә. Был йәһәттән ыңғай өлгө лә бар, мәҫәлән, батша Рәсәйендә башҡорт ерҙәрендә алтын сығарыу менән әүҙем шөғөлләнгән Рәмиевтәр яҡын-тирәләге ауылдарға ерҙәрен файҙаланған өсөн аҡсалата түләгән бит.

Торлаҡты, бәлки, ҡуртымға

Алданған өлөшсөләр проблемаһы капитализмдың хәҙерге үҫеш стадияһына айырыуса хас граждандар йәмғиәтенең һәм уның айырылғыһыҙ өлөшө булған кеше хоҡуҡтарының Рәсәй ерлегендә һанға һуғылмауы был йәһәттән хоҡуҡ һәм финанс культураһының түбәнлеге хаҡында һөйләй. Ғәмәлдә иһә был көсөргәнешлек торлаҡ мәсьәләһен бер ниндәй тәжрибә булмаған, тейешле хоҡуҡи механизмдар менән тәьмин ителмәгән баҙар ысулын ҡулланырға маташыуға бәйле. Ә бит был юлды һайлаған етәкселәр һәм белгестәрҙең Көнбайыш илдәрендә киң таралыу алған торлаҡты ҡуртымға биреү кеүек алымдың отошлораҡ икәнлеген белергә тейеш ине. Мәҫәлән, Германияла йәшәгән немецтарҙың өстән ике өлөшө самаһы торлаҡты һатып алырға ынтылмай, ҡуртымға алған торлаҡта тыныс ҡына ҡартайыуҙы отошлораҡ һанай.

90-сы йылдарҙағы киң күләмле реформалар башланғанда, ҡайһы бер төҙөлөш ойошмаларының торлаҡ проблемаһын сифат буйынса яңы һәм уңайлы кимәлдә хәл итеү юлына баҫып, торлаҡ баҙары бул­дырыу сараһын күреүе өсөн мөмкин­лектәр бар ине. Ләкин теләһә ҡайһы проблеманы төрлө мәнфәғәттәрҙе һәм мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып хәл ҡылырға күнекмәгән йәмғиәтебеҙҙә халыҡтың мәнфәғәтен артҡы планға ҡуйып, торлаҡты һатып биреү ысулы эшкә ҡушылды һәм, әлбиттә, алданған өлөшсөләр пробле­маһын тыуҙырҙы. Ә бит был йәмһеҙ һәм йәмғиәтебеҙҙең баһаһын төшөргән хәл-күренеш ауыл ерендә халыҡтың күпләп кәмеүе менән бергә бара.

Шул уҡ ваҡытта проблеманың уңайлы сиселеш табыуы өсөн ниндәйҙер шарттар барлыҡҡа килеүе хаҡында ла һүҙ алып барырға нигеҙ юҡ. Киреһенсә, “Рос­реестр”ҙың Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йылда торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу буйынса 22 мең кеше килешеү төҙөгән. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда 28 процентҡа күберәк, һәм алдағы йылдарҙа прокуратура, суд органдары тупһаһын тапарға мәжбүр булғандарҙың кәмемәйә­сәге хаҡында һөйләй.

Санитария полицияһы? Шәп булыр ине

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары – хәтерҙә ҡала торған проблемаларҙан, сөнки бөтмәҫ-төкәнмәҫ сеймал өҫтөндә ултырған халҡыбыҙҙың көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып һәм эшкәртеп икенсегә файҙаланыу ихтыяжы бер ҡасан да булманы. Был мәсьәләнең бер яғы ғына, сөнки көнкүреш ҡалдыҡтарын теләһә ҡайҙа ташлау кеүек икенсе яғы ла юҡ түгел. Мәҫәлән, ҡыш үтеп, ер өҫтө ҡарҙан әрселеү менән, Өфөнөң һәр тарафында бихисап сүп-сарҙың сәселеп ятыуы хәҙер бер кемдә лә ғәжәпләнеү тойғоһо уятмай.

Дөрөҫ, элекке Советтар Союзында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әлеге ише мәшә­ҡәттәр тыуҙырмай ине, сөнки, беренсенән, ул саҡтарҙа тауарҙы хәҙерге кеүек ҡумта­ларға, хатта таҡта һауыттарға һалып һа­тыу традицияһы булманы. Һуңғы йылдарҙа ҡалаларҙа халыҡтың йылдам артыуы ла проблеманы көсәйтте. Тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл республиканың төньяҡ-көнсығыш, Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын урынлаштырыу өсөн полигондар, ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырыусы 26 пункт һәм 48 бушатыу урыны төҙөү ҡарала.

Көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереүгә бәйле мәсьәлә өр-яңы һәм һөҙөмтәле сиселештәргә мохтаж. Уларҙы теләһә ҡайҙа, шул иҫәптән урамда ла ташлап китеү кеүек тәртипһеҙлекте бөтөрөү өсөн санитария полицияһы ойоштороу маҡсат­ҡа ярашлы булмаҫ инеме икән? Был осраҡта төрлө рейдтар, ә яҙын тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан таҙартыу өсөн өмәләр ойоштороу зарурлығы ла юҡҡа сығыр ине. Әлбиттә, төп мәшәҡәт халыҡта үҙе көн ит­кән мөхиткә тейешенсә мөнә­сәбәт тәр­биә­ләүҙә пропагандистик алымдарҙан да отошлоһо юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы эшкә ҡушыу традицияһы элекке СССР менән тарихҡа китеп барҙы шикелле.


Автор: Тимер ЮРМАТИН Фото: dalnoboi.ru
Район: Өфө ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә