Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Бер бөртөк баламдың елкәһенә менеп ултырмаҡсыһыңмы?!"
Күптән түгел бер подъезда йәшәгән ҡатындың өсөнсөгә ауырлы икәнен күреп, телһеҙ ҡалдым. Тәүге балаһы быйыл саҡ мәктәпкә барҙы, икенсеһенә – дүрт йәш. Ә ире йылға яҡын инде эшһеҙ ята, көндәр буйы йорт алдындағы эскәмйәлә тәмәке борҡота. Ҡатын үҙе – балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы. Уның ғына аҡсаһына нисек көн күрәләрҙер? Етмәһә, йәнә ауырлы...

Борсолоп йөрөй торғас, түҙмәйенсә ҡатынға мөрәжәғәт иттем. Нимә уйлайым – барыһын да әйттем. Йәлләүемде белдерҙем, ирҙәрҙең йүнһеҙлегенә көйҙөм. Йәш ҡатын иһә тыныс ҡына тыңлап торҙо ла, һүҙем бөткәс: “Дөрөҫ уйламайһығыҙ, апай, – тип ҡуйҙы. – Ирҙең йүнһеҙлегенә һылтанһаң, бөтөнләй бала тапмай ҡартайырға мөмкин. Ул эшһеҙ тип, йәшәүҙең матурлығын күреүҙән туҡтарғамы ни? Мин – ҡатын-ҡыҙ. Хоҙай бәпәй табыу бәхетен биргән икән, уны кинәнеп ҡабул итәм”. Күҙҙәремә ҡапыл йәш төйөлдө...

...Бишенсе курсты тамамлағас, дуҫлашып йөрөгән егетем менән өйләнешергә ҡарар иттек. Әсәһе белгәндә һуң ине инде: никах ҡағыҙы алырға өлгөргәйнек. Ирем уҡыуын аспирантурала дауам итергә булғас, беҙгә институт ятағынан бәләкәй генә бүлмә бирҙеләр. Нисек ҡыуанғаныбыҙҙы белһәгеҙ! Ҙур ҡалала йәшәр урыныбыҙ бар, ирем тиҙҙән фән кандидаты булыр, үҙем иһә яҡында урынлашҡан мәктәптә эш таптым. Шулай дәртләнеп үҙаллы тормош башлағайныҡ, тағы ла ҙурыраҡ бәхет өҫтәлде: ауырға ҡалдым. Яңылыҡты ҡәйнәмә минең тыуған көнөмдә еткерергә булдыҡ. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ булыр.

Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Өмөтөбөҙ селпәрәмә килде. Хәбәрҙе ишетеү менән ҡәйнәм ҡапыл тоҡанып, урынынан һикереп торҙо:
– Ул ниндәй башбаштаҡлыҡ?! Бер бөртөк баламдың елкәһенә менеп ултырмаҡсыһыңмы? Ул кандидатлыҡ яҡларға тейеш! Балаң менән һине туйындырам тип вагон бушатырға сыҡһынмы хәҙер? Мин улымды ҡара эш өсөн үҫтермәгәнмен!..

Ярһыуҙан тыны быуылған ҡәйнәм сумкаһынан йомарлап аҡса алып ырғытты ла ишеккә ҡарай йүнәлде: “Иртәгә үк абортҡа бараһың! Ә һин ҡатыныңа спираль алып бир – тыуған көнөнә бүләк булыр...”

Ғәйепле ҡиәфәттә иртәгәһен дауаханаға киттем. Ирем дә туҡтатырға уйламаны. Аҡсаны түләгәс, тейешле палата янына килеп, сиратҡа баҫтым. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер-бер артлы саҡырып индерәләр ҙә, тиҙ арала эште бөтөрөп, арбала иҫһеҙ ятҡан килеш икенсе бүлмәгә сығарып ырғыталар. Конвейер кеүек. Әйтерһең, кешеләр түгел бында, ә малдар...

Туҡтауһыҙ шаҡылдаған арба тәгәрмәстәренән, сират көткән ҡатындарҙың өмөтһөҙлөк ҡатыш ҡурҡыу сағылған ҡарашынан бөтөн тәнем дер ҡалтырай башланы. Өҫтәүенә йөрәк аҫтымдағы сабыйым үкһеп илай, йәнен ҡыймауымды үтенә кеүек... Ә арт яҡтан ҡәйнәмдең зәһәр тауышы яңғырап киткәндәй. Ике ут араһында ни эшләргә белмәй торғанда аңымды юғалтып ҡолағанмын. Нашатырь спиртының еҫенә ҡапыл иҫемә килеп, уны-быны уйлап өлгөргәнсе аҡ халатлылар йәһәтләп палатаға алып инеп китте.

Их, шунда бер генә һорау биргән булһалар... “Сабыйыңды алдырырға теләмәйһеңме әллә?” – тиһәләр... Юҡ шул. Аҡсаһы түләнгәс, һөйләшеүҙе кәрәк тип тапмағандарҙыр.

Йылдар үтте. Барлыҡ иғтибарымды эшкә йүнәлтеп, педагогик хеҙмәтемдә байтаҡ уңыш ҡаҙандым, хатта фатир ҙа бирҙеләр. Коллегаларым да, ата-әсәләр ҙә, етәкселек тә минең өсөн өҙөлөп тора. Тик... балам юҡ. Әсәлек бәхетенән ғүмерлеккә мәхрүм ҡалдым. “Ҡыу ағас! Ейән-ейәнсәр төҫө күрһәтмәнең. Улымды ла бәхетһеҙ иттең”, – тип ҡәйнәм мине ҡарғай-ҡарғай үлеп китте. Ә ирем һаман шул кандидатлыҡ эшен яҡлай алмай этләнә, дәүләтте, хеҙмәт-тәштәрен әрләй, бөгөнгө мәғарифты һүгә, миңә ҡаныға...

Яңыраҡ Интернетта бер яҙмаға юлығып, илай-илай уҡыным: “...Тулғаҡ тотҡан саҡтағы һыҙланыуҙарға түҙә алмай, бала табыу йорто ишеген башҡаса мәңге асмаҫҡа ҡабат-ҡабат ант итәм. Түҙеп торғоһоҙ ауыртыу мәңге һуҙылыр кеүек... Юҡ, туҡтаны, бына донъяға тыуыуын белгертеп, бәпесем ауаз һалды. Йөрәгем алҡымыма килеп тығылды, күҙҙәремдән туҡтауһыҙ йәш аға. Күкрәгемдә мыш-мыш килеп ятҡан шундай йомшаҡ, йылыҡас бәләкәсемдең еҫенә туя алмайым. Ожмах еҫе, тиҙәр уны. Әлегеләй илаһи мәлде йәнә бүләк иткән Аллаһ Тәғәләмә мең рәхмәт! Ошо ләззәтте ҡабат-ҡабат татытһаңсы, Раббым...”

Әсәлек бәхетен миңә лә биргәйне бит Хоҙайым. Ниңә уны һаҡламаным, ҡәҙерен белмәнем?..


Автор: (Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындан яҙып алынды). Фото: zdorovi.net


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 3

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 3

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә