Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сирле балам мөлдөрәп ҡарап ултырҙы бит әле...
Ошо көндәрҙә белем биреү тармағы буйынса ҙур сара ойошторолоп, унда өлкән класс уҡыусылары өсөн яңы программа тәҡдим ителгәне хаҡында уҡығас, уйға ҡалдым. Төрлө йүнәлештәр буйынса эш алып барылыр ул, тик тәрбиәгә урын бүленерме? Ни тиһәң дә, һәр һөнәр эйәһе тәү сиратта әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләрен белергә тейеш бит.

...Бер йылдан ашыу элек ун дүрт йәшлек улым менән Өфөгә килдек. Балам тыумыштан хроник сирле. Бәләкәй сағында дауаханаларға бушлай һала, шифаханаларға юллама бирә торғайнылар. Аҙаҡ үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрә башланыҡ тиергә мөмкин.

Сираттағы мәртәбә улымдың һыҙланыуы көсәйгәс, урындағы табиптар баш ҡалаға йүнәлтмә бирҙе. Һөҙөмтәлә төрлө уколдар яҙылды, массаж курсы үтергә ҡушылды. Бар процедураларҙы эшләйбеҙ, тик шул ваҡытта Өфөлә йәшәп торорға урын табығыҙ, тинеләр.

Баш ҡалала элекке таныштарым бар ҙа, тик уларға нисек барып инәһең? Уңайһыҙ. Ни эшләргә белмәй аптырап ҡалдым. Шул саҡ башыма ҡылт итеп бер фекер килде: фатирға түләп торорға була ла һуң... Ике аҙна өсөн, моғайын, ул тиклем күп хаҡ һорамайҙарҙыр.

Ошондай ҡарарға килеп, улымдан интернет аша белдереүҙәр эҙләтергә тотондом. Балам телефондар таба, мин шылтыратам. “Ике аҙнаға” тиһәң, шунда уҡ кире ҡағалар.

Өс-дүрт телефон буйынса шылтыратҡас, сираттағыһын йыйғайным, бик яғымлы тауышлы ҡыҙ алды. “Риэлторҙар компанияһынанмын, – ти. – Хәҙер килһәгеҙ, тиҙ генә табып бирәбеҙ”.

Рәсәй урамында урынлашҡан офисҡа киттек. Ниңәлер, бер бинаның иң төптәге ҡараңғыраҡ бүлмәһендә ултыралар икән. Йәш кенә яғымлы егет һәм ҡыҙҙар. Инеү менән кофе тәҡдим иттеләр. Ошондай мөхиттә иркен тын алып ҡуйҙым, фатирҙы бөгөн үк табырыма ышанысым артты.

“Беҙгә ошо ерҙәрәк бәләкәй генә бүлмә кәрәк, – тим. – Дауаханаға яҡын булһын ине. Күрәһегеҙ, улыма атлап йөрөүе ҡыйын...”

Риэлтор ҡыҙҙың күҙҙәре йәшләнгәндәй булды, улыма йәлләп ҡарап, уфтанып ҡуйҙы. Унан өтәләнеп фатир эҙләй башланы. Бер-ике минуттан уҡ йөҙө балҡып китте: “Ҡайһылай бәхетле икәнһегеҙ! Ул тирәлә бына шунда уҡ өс адрес таптым. Хаҡтары ла осһоҙ”.

Бындай һүҙҙәрҙән ҡанатланып киттем, изгелекле ҡыҙҙы ҡосаҡлап алырҙай булдым. “Бына өс телефон бирәм, үҙегеҙ шылтыратаһығыҙ, – тип аңлата ине был мәлдә риэлтор. – Әгәр берәй хәл килеп сыҡһа, беҙгә шунда уҡ хәбәр итегеҙ. Фатир алғанығыҙса ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Алдан дүрт мең генә аҡса ҡалдырһағыҙ...”

“Ә үҙегеҙ бармайһығыҙмы ни беҙҙең менән?” – тип аптыраңҡырап ҡалдым. “Юҡ, – ти ҡыҙ. – Фатирҙарын ҡуртымға биреүселәр менән арабыҙҙа шундай килешеү төҙөлгән. Беҙ клиенттарыбыҙға уларҙың телефонын ғына бирәбеҙ, артабан үҙегеҙ һөйләшәһегеҙ. Әйттем бит, мәсьәлә хәл ителгәнсә даими бәйләнештә буласаҡбыҙ”.

Риэлтор, мине ышандырыу өсөндөр, бүлмәһен ҡуртымға биргән берәүҙең телефон һандарын йыйҙы. Уныһы әле эштә булыуын, ике сәғәттән бушаясағын әйтте. Тынысланып, килешеүгә ҡул ҡуйҙым да, аҡсаны түләп, өс телефон номерын алып, офистан сыҡтыҡ.

Ике сәғәттән баяғы һандарҙы йыйғайным, ниңәлер, кире ҡаҡты. Тағы шылтыратҡайным, йәнә ташланы. Күңелемә шом төштө. Телефондарҙың икенсеһен йыйҙым. Уныһы ир кеше булып сыҡты, бер сәғәттән бүлмәһен күрһәтә алыуын әйтте. Кис төшөп килә. Улым, һиҙҙермәһә лә, ныҡ арыны. Их, тиҙерәк үтһен ине ваҡыт.

Бер сәғәттән баяғы телефон һандарын йәнә йыйғайным, теге ир: “Бүлмәне алғандар инде, – тип белдерҙе. – Ҡатыным кешеләр тапҡан икән...”
Хәлем бөттө, быуынһыҙ булдым. Йәһәтләп өсөнсө телефон номерын эҙләп таптым. Уныһы бөтөнләй һүндерелгән булып сыҡты...

Эй, риэлтор ҡыҙ, тағы шылтыратырһығыҙ, тигәйне бит әле. Уның телефон һандарын йыйҙым. Алманы. Тағы шылтыратҡайным, һүндереп ҡуйҙы...

Шул саҡ килешеү ҡағыҙы барлығы иҫемә төштө. Уны ныҡлабыраҡ ҡараһам, мисәтһеҙ-ниһеҙ биткә ҡултамғамды ҡуйғанмын икән...

Ошо ваҡытта әгәр ирем шылтыратып, үҙенең элекке дуҫы менән һөйләшкәнен, уның фатирында йәшәп торорға ризалыҡ биргәнен әйтмәһә, белмәйем, ни эшләгән булыр инем икән? Ҡурҡыныс төштәй генә иҫкә алам хәҙер был ваҡиғаны. Эйе, дүрт мең аҡса күп түгел. Әммә икенсе яҡтан уйлағанда, шундай яғымлы йәш кешеләрҙең нисек ошолай аяуһыҙ алдашыуы мөмкин? Сирле балам ҡаршыларында мөлдөрәп ҡарап ултырҙы бит әле...

Аҙаҡ интернет селтәренән үҙем кеүек хәлдә ҡалған кешеләрҙең төркөмөн таптым. Унда... Ҡайһылай алдаша икән дә ҡайһы бер риэлторҙар. Төркөмдә “ҡара” офистарҙың адрестары ла бирелгән. Әгәр фатир алырға теләһәгеҙ, алдан ошондай мәғлүмәттәрҙе өйрәнегеҙ, хөрмәтле замандаштарым. Күҙеңә йылмайып ҡарап алдай хәҙер ҡайһы берәүҙәр.

Эйе, һәр һөнәр эйәһенә иң беренсе әҙәпле, әхлаҡлы булыу кәрәк. Мәғариф өлкәһендә ошоно онотмаһындар ине. Уҡыусылар ниндәй генә йүнәлеште үҙләштермәһен, уларҙың һәр береһендә тәрбиәгә урын булырға тейештер.


Автор: Л. МӘМБӘТОВА. Фото: yurnedviga.ru
Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә