Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын — ерҙән, ғалим илдән сыға
Алтын — ерҙән, ғалим илдән сығаӨфөнөң Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан Башҡорт дәүләт университетының төп бинаһына барып ингәс, уң яҡҡараҡ боролоп бер ни тиклем атлағас, “Беренсе проректор, профессор Ғәлимов Б.С.” тигән ишектәге яҙманы бик күптәр хәтерләйҙер. Мин дә ауылдашымдың хәл-әхүәлен белергә тип тиҫтә йылдар элек йыш ҡына инеп сыға торғайным. Кемдәр генә кермәй уның бүлмәһенә. Шулай булмай, бындағы бөтә уҡыу-уҡытыу барышы, көндәлек ағымдағы эштәр Баязит атҡарған вазифаға килеп тоташа бит. Ә бының ниндәй күләмдә, ваҡыт, башҡарылған хеҙмәт йәһәтенән ниндәй көсөргәнешле булыуын 2004 йылда Баязиттың үҙенән һорашып яҙып алғайным.
“Бөгөн университетта 20 меңдән ашыу студент белем ала, — тине ул. — Барлығы бер меңгә яҡын уҡытыусы эшләй. Шуларҙың 150-һе фән докторы, 460-тан ашыуы фән кандидаты исемен йөрөтә, 680 аспирант бар. Юғары уҡыу йортоноң составына 13 факультет, Хоҡуҡ институты, Башҡортостан эшҡыуарҙарының комплекслы хәүефһеҙлеге академияһы, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Учалы ҡалаларындағы филиалдар инә. 52 һөнәр буйынса белгестәр әҙерләнә. Йыл һайын бюджет нигеҙендә һәм түләүле бүлектәргә яҡынса 2 мең тирәһе абитуриент ҡабул ителә. Университеттың абруйы, рейтингы юғары. Бында уҡырға килеүселәр бер ваҡытта ла кәмемәй. Йыл һайын бер урынға уртаса алғанда 4-5 кеше дәғүә итә, ә инде ҡайһы бер факультеттарҙа хатта 10-12-гә барып етә...”
Университеттың беренсе проректоры Баязит Сабирйән улы һәр саҡ ошо процестың уртаһында булды. Ана шуға ла уның бүлмәһенән халыҡ өҙөлмәне. Хатта ул ҡайһы бер осорҙа ҡорт һырып алған умартаны хәтерләтеп ҡуя. Баязит ултырған урынды ул саҡта “демократик бүлмә” тип тә атап булыр ине. Сөнки уға бер саҡта ла түрәлек, дәрәжәлек сире ҡағылманы. Хеҙмәтен төрлө ҡағиҙәләргә, формализмға нигеҙләнгән тәртипкә буйһондороп эшләмәне.
Баязит Ғәлимовтың киң билдәле ғалим-философ, һәләтле етәксе-ойоштороусы булып китеүе хаҡында һөйләгәндә уның тормошон, ғилми үҫешенең ҡайһы бер баҫҡыстарын нығыраҡ асыҡлау-аңлау өсөн биографияһына тағы ла туҡталып үтеү кәрәктер.
Беҙ уҡыған осорҙа Кинйәбулат ауылында бары башланғыс мәктәп ине. Ете класты алты саҡрым алыҫлыҡтағы Байғужа ауылына йәйәү йөрөп уҡып бөтөрҙөк. Минән бер генә класҡа һуңыраҡ һабаҡ алған Баязит мәктәптең өлгөлө уҡыусыһы булды. Беҙ икебеҙ ҙә, бер-беребеҙгә белдермәһәк тә, шиғыр яҙыу менән мауыға инек. Һәр фәнде еңел үҙләштергән һәләтле егеттән шағир сығыр, әҙәбиәтсе булыр тип өмөтләнде уҡытыусылар. Әммә күрше ауыл мәктәбен тамамлағас, Баязит мин инде уҡып йөрөгән Ишембай ҡалаһының 3-сө мәктәбенә (хәҙер Зәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия) килеп, гуманитар йүнәлештән теүәл фәндәргә табан ҡырҡа үҙгәреш яһаны. Сәбәпһеҙ түгел, әлбиттә. Бында балаларға, үҙ һөнәренә ғашиҡ, белемле һәм тәжрибәле уҡытыусылар эшләй ине. Шуларҙың береһе Урал Абдулла улы Әбүшахмин булды. Ул уҡытҡан физика фәненә Баязит шул тиклем бирелде, урта мәктәпте миҙалға тамамлап, бер йыл колхозда эшләгәс, БДУ-ның физика-математика факультетына уҡырға инде.
Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, бында һәйбәт уҡып йөрөһә лә, шиғри күңелле егет философияға тартыла башлай. Индивидуаль план буйынса әҙерләнергә мөмкинлектән файҙаланып, бер факультетта уҡып йөрөгән килеш, философия факультетының программаһын үҙаллы үҙләштереп, юғары уҡыу йортон тамамлағанда ”Тәбиғи фәндәрҙең философик мәсьәләләре. Симметрия” тигән темаға диплом эше яҙа. Артабан аспирантурала белем алыуын дауам итә. Шул уҡ төшөнсәнең тармағы, әммә ҡапма-ҡаршы яғы — ”Ассиметрияның танып-белеүҙәге роле” исемле темаға билдәле ғалим Т.Ғ. Солтанғужин етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләй. Ошо төшөнсәләр буйынса яҡшы белгес, Мәскәү педагогия институты уҡытыусыһы Владимир Гетт, Мәскәү дәүләт университетының физика һәм философия факультеттарын тамамлаған талантлы яҡташыбыҙ Энгельс Чудинов ярҙамында Мәскәү педагогия институтында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Баязиттың фәнни хеҙмәтендәге фекере ҡыҙыҡлы ла, бер ни тиклем бәхәсле лә була. Артабан ул, ошо теманы киңәйтеберәк докторлыҡ диссертацияһы яҙып, уны ла уңышлы яҡлай. Тәбиғәттең фәнни күренештәре нигеҙендә үҫеш принциптарын гносеология аша аңлатыуы ғалимдың башта уҡ дөрөҫ йүнәлештә барыуын, ул күтәргән идеалдарҙың нигеҙле, төплө, шул уҡ ваҡытта күп яҡлы булыуын раҫлай. Был философия фәненең күп йүнәлешле булыуын раҫлай. Баязит Ғәлимов киң билдәле ғалим А.С. Селиванов менән берлектә студенттар һәм был өлкәлә эшләүсе йәш ғалимдар өсөн “Философия” тигән яңы дәреслек ижад итә. Ул киң билдәлелек ала. Яңы йүнәлеш сит ил ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Бөйөк Британия библиографик үҙәге Баязит Ғәлимовты ХХ быуаттың иң яҡшы ике мең философы араһына индереп, уға танытма һәм миҙалын тапшыра.
Хәҙер ауылдашым тиҫтәгә яҡын фәнни монография, юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслектәр, китаптар, 50-нән ашыу Рәсәй, Германия, Америка, Төркиә кеүек илдәрҙә сыҡҡан төрлө баҫмаларҙағы мәҡәләләр авторы. Бер нисә Фәндәр академияһы ағзаһы. Хеҙмәттәре “Рәсәй философияһы” матбуғатында ла, Америка биография институтында ла юғары баһа алды.
Баязитҡа ғилми тикшеренеү, педагогик эшмәкәрлеккә етәкселек, ойоштороу кеүек эштәрҙе лә йәштән үҙләштерергә тура килде. Хәйер, уларҙы эҙләп тә йөрөмәне. Егеттең был яҡтан да һәләтен, төплө белемен, ипле, әҙәпле, кәрәгендә тотороҡло һәм ныҡлы характерын күреп, университет етәкселеге төрлө йәмәғәт эшен уға ышанып тапшыра торҙо. Студент йылдарында уҡ ул факультет, унан университет, комсомол ойошмаларына етәкселек итте. 1981—1989 йылдарҙа БДУ-ның партия ойошмаһы секретары вазифаһын атҡарҙы. 1995 йылда философия кафедраһына мөдир, бер йылдан уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса университет проректоры, башта әйткәнемсә, уның беренсе проректоры итеп үрләтелде.
Ә инде ошоларға өҫтәп, уның етәкселегендә аспиранттарҙың 15 кандидатлыҡ, ғалимдарҙың ете докторлыҡ диссертацияһы яҡлауын әйтһәк, ул рәйесе һәм ағзаһы булып торған төрлө академия, ойошмаларҙың, исемдәрен һанап китһәк, Баязит Ғәлимовтың фән, педагогия, йәмәғәт эшендәге хеҙмәттәренең ни тиклем күп яҡлы, күләмле һәм бай йөкмәткеле булыуын күрәбеҙ. Быларға мәктәптә, юғары уҡыу йорттарында алған белем, башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнеү менән генә өлгәшеп булмай, әлбиттә.
Китап хаҡында һүҙ сыҡҡас, бынан ярты быуаттан ашыу элек булған тағы ла бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп китәйем. Урта мәктәпте тамамлағас, бер ни тиклем тракторсы ярҙамсыһы булып эшләнем, шунан үҙебеҙҙең Кинйәбулат ауылы клубына һәм уға төкәтеп һалынған китапханаға мөдир итеп ҡуйҙылар. Әҙәбиәт менән ныҡлап танышырға, ижад итергә, бигерәк тә малай саҡтан һаташҡан концерт, драмаларҙа ҡатнашырға, хатта уларҙы үҙемә ойошторорға мөмкинлек тыуыуына шат инем. Ең һыҙғанып эшкә тотондом. Әммә ярты йыл үтеүгә, армия сафына саҡырҙылар. Артыҡ хафаланманым. Берҙән, ул саҡта хеҙмәт итмәгән ир-атҡа бөтәһе лә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ ҡырыныраҡ ҡарай торғайны. Икенсенән, урынымды китап яратҡан, урта мәктәпте миҙалға тамамлаған, гармун уйнарға ла оҫтарып өлгөргән, саңғысы, шахматсы ауылдашҡа, дуҫҡа ҡалдырғаным өсөн йәнем тыныс ине.
Һүҙҙе ауылға, һөнәргә күсергәс, Баязиттағы тағы бер тәбиғи һәләт хаҡында әйтәйем. Хоҙай уның күркәм йөҙ һәм буй-һынына ҡушып, бик матур тауыш та биргән. Быны һиҙҙерергә теләмәһә лә, уның башҡарыуында халыҡ йырҙарын, композиторҙарҙың көйҙәрен дә тыңлап, тәьҫирләнеп ултырыу бәхетенә өлгәшкәнем бар. Йыр-моңға мөхәббәте лә юҡтан түгелдер тип уйлайым. Сөнки Ишембай яҡтарында, бигерәк тә беҙҙең Кинйәбулат ауылында, йырламаған, бейемәгән кеше булмай торғайны.
Икенсенән, Баязит атаҡлы йырсы менән бергә үҫте. Әсәһенең бер туған апаһының улы Венер Килмөхәмәтов менән бала саҡтан улар бер йортта йәшәне, уйындары ла, уйҙары ла бергә булды. Ишембай баҙарында һатыр өсөн ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, еләк йыйғанда, селек, утын ҡырҡҡанда, бергә йырлашҡанда өс йәшкә олораҡ Баязит ҡустыһына тәүге ”вокал һабаҡтары” бирһә, һуңынан энеһе, йырсы булып танылғас, уның һоҡланғыс тауышынан илһамланып, моңланып-уйланып үҙ күңеленә һабаҡ алған кеше.
Үкенескә ҡаршы, ауылдашыбыҙ, мәшһүр йырсы Венер Килмөхәмәтов арабыҙҙан ҡапыл һәм иртә китеп барҙы. Ҡустыһының йырҙарын, иҫтәлеген халыҡҡа еткереүҙә лә Баязит изге эш башҡарҙы. Бер нисә тапҡыр Венерҙың йырҙары тупланған кассеталар сығарыуҙы, туғандарын, ауылдаштарын, райондаштарын саҡырып, Өфөлә уның иҫтәлегенә арналған онотолмаҫ кисә ойошторҙо. 2003 йылдың яҙында Кинйәбулат ауылында үткәрелгән Венер Килмөхәмәтов исемендәге конкурстың башында ла ул торҙо.
Өлгөрә Баязит, барыһына аҡылы, ҡулы, күңеле етә. Әммә тормош ысынбарлығын, донъялағы таяныстарҙы онотоп ебәрмәйек. Ана халыҡ нимә тигән: ирҙе ҙур иткән дә ҡатын, хур иткән дә ҡатын. Ысынлап та, ҙур итеүсе кешең — ғаилә терәгең булмаһа, ни ҡылырһың? Өйҙө, ирҙе тотҡан — ҡатын. Бөтәһе лә бит уларҙың хәстәрлегенән башлана. Баязит бынан ҡырҡ йыл элек, БДУ-ла IV курста уҡып йөрөгәндә, филология факультеты студенты, тыныс һәм сабыр тәбиғәтле Флора исемле һылыу ҡыҙ менән таныша ла, өс ай ҙа үтмәй, өйләнеп тә ҡуя. Флора Арыҫлан ҡыҙы ла фәнгә тартыла, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Педагогия университетында студенттарға белем биреү менән бер рәттән, ул һәр нәмәлә Баязитҡа терәк, ярҙамсы булыу бурысын бер көн дә, бер сәғәт тә онотмай. Сөнки ул ир-ат уңышының ҡатын-ҡыҙҙың хәстәрлегенә бәйләнгән булыуын яҡшы белә.
Данлыҡлы ауылдашымдың бер сифатын әйтмәй үтһәм яҙыҡ булыр. Ул — баҫалҡылыҡ, инсафлыҡ. Емле башаҡ тулған һайын башын түбән эйә. Мәҡәләм башында Баязит Ғәлимовтың һуғыш, унан һуңғы ауыр осорҙа үткән балалыҡ йылдары хаҡында байтаҡ ҡына һүҙ алып барғайным. Юҡтан түгел ул, сөнки кешенең, быуындары кеүек, характеры ла шул саҡта нығына, асылы, булмышы, хатта яҙмышы ошо мәлдәрҙән башлана, һабаҡтары күңел йөрәгендә ғүмерлеккә ҡала. Баязит өсөн дә улар тормош мәктәбе булып ҡалды. Йәшәүҙең, кешеләрҙең ҡәҙерен белергә, ауырлыҡтан ҡурҡмаҫҡа, ғәҙел һәм сабыр булырға өйрәтте. Шундай кешеләр генә маҡсатына ирешә. Баязит Сабирйән улы Ғәлимов ана шундай ғалим һәм шәхес! Кинйәбулаттан киң бейеклеккә күтәрелде ул! Сөнки алтын — ерҙән, ғалим илдән сыға.
(Аҙағы. Башы 104-се һанда).
Риф МИФТАХОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 801

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 618

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874