Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү урыны үҙгәрһә...
Йәшәү урынын үҙгәрткән пенсионерҙарға яңы урында пенсия ала башлау өсөн Пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итеү мотлаҡ булмаясаҡ, бының өсөн фондты электрон формала иҫкәртеү мөмкинлеге ҡарала.

Быны Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетҡа инеп, махсус хеҙмәт аша эшләп буласаҡ. Иң мөһиме, Пенсия фондының күпселек электрон хеҙмәттәрен ҡулланыр өсөн дәүләт хеҙмәттәре сайтында раҫланған иҫәп яҙыуы булырға тейеш. Әгәр ул юҡ икән, Пенсия фондының клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, тейешле урында теркәлә ала. Шәхси кабинетта теркәлгәндән һуң, Пенсия фонды бүлексәһенә барыуҙың кәрәге ҡалмай.

“Российская газета” хәбәр итеүенсә, әлегә йәшәү урынын үҙгәрткән пенсионерҙар Пенсия фондына барып, был турала иҫкәртергә тейеш. Эш бына нимәлә: пенсия түләүҙе Пенсия фондының территориаль органы түләү эше асылған урында ойоштора. Кеше йәшәгән урынын алмаштырһа, түләү эше лә “күсенә”. Шуның өсөн Пенсия фондының территориаль органы бүлегенә барып, ғариза яҙырға кәрәк. Пенсия алыусы яңы урында рәсми рәүештә теркәлмәһә лә, хафаланырға урын юҡ, бары тик яңы адресты күрһәтергә кәрәк.

Дүрт көн эсендә документ эштәре тамамлана, һәм пенсионерға яңы урында пенсия түләнә башлай. Шуның менән бергә элек йәшәгән төбәктә пенсия билдәләүҙең дөрөҫлөгө документтар нигеҙендә тикшерелә.

Пенсионер яңы урында теркәлһә, һәр төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумына тиклем федераль йәки төбәк өҫтәмәләрен иҫәпкә алып, пенсияны яңынан иҫәпләйәсәктәр. Икенсе төрлө әйткәндә, әгәр пенсия Рәсәй буйынса йәшәү минимумынан (8 726 һум) түбәнерәк булһа, уға федераль бюджеттан өҫтәмә түләү ҡарала, әммә төбәктә йәшәү минимумы пенсио­нерҙың пенсияһынан юғарыраҡ булһа, ул саҡта төбәк социаль өҫтәмәһе тәғәйенләнә.

Шулай уҡ пенсия килтереү ысулын һайлау һәм уны таратыусыны алмаштырыу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн Пенсия фондының территориаль органына граждандың сайттағы шәхси кабинеты аша ғариза яҙып, пенсия таратыу ойошмаһын, ысулын һәм пенсионерҙың банк реквизиттарын күрһәтергә кәрәк.

Әлеге көндә пенсияны түбәндәге ысулдар менән алырға була:
Рәсәй Почтаһы аша:
пенсияны өйгә килтертеү йә иһә йәшәү урыны буйынса почта бүлексәһенән барып алыу. Был осраҡта һәр пенсионерға таратыу графигы буйынса пенсия алыу көнө билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта билдәләнгән дата сиктәрендә пенсия һуңыраҡ та түләнергә мөмкин (мәҫәлән, һәр айҙың 1-се көнөнән 18-енә тиклем). Пенсия түләүҙең һуңғы көнөн алдан белеү зарур, сөнки улар һәр почта бүлегендә төрлөсә;
банк аша:
пенсияны банк бүлексәһе касса­һында йә иһә банк картаһы асып алырға була (2017 йылдың 1 июленән пенсия түләү өсөн тик махсус “МИР” карталары ҡулланыла).

Билдәләнгән көндә банк пенсияны карта иҫәбенә Рәсәй Пенсия фондының территориаль органы бюджетынан күсерә. Картанан аҡсаны үҙегеҙ теләгән ваҡытта алырға була. Был осраҡта комиссия тотолмай.

Пенсионерҙың картаһы башҡа түләү системаларына ҡараған булһа, ҡулланыу ваҡыты уҙыу менән банктар үҙҙәре уны “МИР” картаһына алмаштыра;
пенсия таратҡан ойошма аша:
өйгә килтереү йә ойошманың үҙенән барып алыу мөмкинлеге бар.

Төбәктәге бындай ойошмаларҙың тулы исемлеген Рәсәй Пенсия фондының территориаль органынан һорап белергә була. Пенсияны башҡа ойошмалар аша таратыу тәртибе почта элемтәһенекенән айырылмай.


Автор: Нәзилә УСМАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә