Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һеҙгә ҡайһы төбәк операторы хеҙмәт күрһәтәсәк?
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик берәмектәр, эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарында төбәк операторы менән ҡалдыҡтар буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә килешеү төҙөргә тейеш, тип белдерҙеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.

Бындай килешеү төҙөү кәрәклеге ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡағиҙәләрҙә ҡаралған. Формаһы һәм тәртибе республика биләмәләрен хеҙмәтләндергән төбәк операторҙарының рәсми сайтына ҡуйылған:

– “Ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы (телефоны – 8 (800)347-80-03, htt://sahufa.ru/).
Хеҙмәтләндереү төбәктәре – Өфө ҡалаһы; Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары;

– “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (телефоны – 8 (800) 511-84-20, https://dmsrb.ru/).
Хеҙмәтләндереү төбәктәре – Ағиҙел, Нефтекама, Межгорье ҡалалары; Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары;

– “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең республика бүлексәһе (телефоны – 8 (800) 700-49-00, htt://ecocityrb/).
Хеҙмәтләндереү төбәктәре: Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары; Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары;

– “Экология-Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (телефоны – 8 (800) 250-01-85, htt://eko-tro.ru/).
Хеҙмәтләндереү төбәктәре: Октябрьский ҡалаһы; Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары.

* * *


Сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу буйынса яңы системаға күсеүгә бәйле барлыҡ һорауҙар менән төбәк операторҙарының “ҡыҙыу линия”һына, шулай уҡ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына (телефон – 8 (347) 218-03-90) шылтыратырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк, ә халыҡ был хеҙмәт өсөн ҡаралған тарифтарға ярашлы түләргә тейеш.

Башланғыс тәү сиратта ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса, экологик йәһәттән хәүефһеҙ системаһын булдырыу, санкцияланмаған күп һанлы ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү, яңылары барлыҡҡа килеүҙе туҡтатыу, шулай уҡ сүп-сарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү буйынса үҫешкән инфраструктура төҙөүгә йүнәлтелгән.


Автор: И. ҠОРМАНОВА. Фото: analytic19.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә