Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мохтаж булып йәшәмәйек
Мохтаж булып йәшәмәйекДәртле, тырыш, әүҙем ханым Наилә Дамир ҡыҙы үҙенең бөтөн булмышын иң изге һөнәргә — уҡытыусылыҡҡа — арнаған, әммә тормошо мәғариф өлкәһе менән генә сикләнмәй, йәмәғәт эшмәкәрлеге, үҙешмәкәр сәхнә менән үрелеп бара.

Наилә Буранғолова — Салауат районы ҡыҙы. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң, Илеш районында йүнәлтмә буйынса башланғыс класс балаларын уҡыта, шул саҡтан уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, концерттар, кисәләр ойоштора, уларҙы үҙе алып бара. Бейеү менән шөғөлләнгәнлектән, ул балалар өсөн түңәрәк тә асҡан.
Бынан 25 йыл самаһы элек Өфөнөң Дим районындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 104-се мәктәпкә килеп урынлаша. Унда беренсе тапҡыр башҡорт телен предмет булараҡ уҡыта башлай. Урыҫ телендә һөйләшкән балаларға башҡортса белем биреү ысулдары буйынса ғилми хеҙмәттәр менән таныша һәм сит телдәрҙе өйрәнеү методикаһын үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ете йыл Дим районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист булып та эшләп ала. Биҫтәлә башҡорт телен өйрәнеү тап ошо мәктәптән башлана ла инде. Наилә Дамир ҡыҙы туған телебеҙҙе өйрәтеүҙе тәүҙә факультатив, түңәрәк формаһында ойоштора, аҙаҡ дәрес рәүешендә үткәрә башлай.
Педагогик эшмәкәрлек уның тормошонда ҙур урын биләй, тик йәмғиәт өсөн үтә файҙалы тағы бер эше бар. Наилә Буранғолова — Дим районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.
Өфөлә, айырыуса баш ҡаланың төп өлөшөнән ситтәрәк ятҡан Дим районында йәшәүсе башҡорттарҙы табып, бер ҡорға туплау һис тә еңел эш түгел. Наилә Дамир ҡыҙы һәр саҡ милли сараларҙың уртаһында йөрөй.
— Районда башҡорттар күп түгел, шулай ҙа уларҙың ҙур өлөшөн туплауға өлгәштек. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре лә беҙгә ярҙамға килә. Унда хәрби-ватансылыҡ тәрбиә биреү менән генә сикләнмәйҙәр, музей — район башҡорттарының милли-мәҙәни үҙәге лә, — ти Наилә Буранғолова.
Музей директоры Илүзә Ғәйнуллинаның, ысынлап та, ярҙамы ҙур. Уртаҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһендә ветерандар, балалар, ғалимдар, яҙыусылар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар, төрлө кисәләр ойошторола.
Әйткәндәй, бөгөн Димдә ике милли мәктәп бар: 7-се башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы менән 102-се башҡорт гимназияһы. Бында башҡорт теле туған тел булараҡ өйрәнелә.
Биҫтә үҫә, төҙөлөш майҙансыҡтары артҡандан-арта. Яңыраҡ “Көмөш йылға” микрорайоны төҙөлдө. Наилә Дамир ҡыҙының әйтеүенсә, унда башҡорт ғаиләләре күпләп күсеп килә. Һөҙөмтәлә милли мәктәптәрҙә уҡырға теләүселәр ҙә арта, шуға күрә башҡорт гимназияһы менән башланғыс класс уҡыусылары өсөн махсус мәктәп — иғтибар үҙәгендә.
Дим районы йыл һайын Өфө ҡалаһы көнөнә ҡарата һабантуй ойоштора. Уларҙың ҡала предприятиеларының береһе бүләк иткән тирмәләре бар. Сара ваҡытында ошо тирмә барлыҡ милли йолаларҙы иҫтә тотоп биҙәлә, башҡорт милли аҙыҡ-түлеге әҙерләнә. Бынан тыш, йыл да балалар һабантуйы гөрләп үтә. Район кимәлендә уҙған йола байрамдары ла — уның әүҙем ҡатнашлығы һөҙөмтәһе.
— Мин мәктәп менән ҡоролтай эшен айырып ҡарамайым, улар бер-береһенә шул тиклем бәйләнгән. Балалар менән дә эшләйбеҙ, ата-әсәләрен дә йәлеп итәбеҙ. Нисек кенә булмаһын, телгә һөйөү, милли рухҡа нигеҙ ғаиләлә һалынырға тейеш, — ти ул.
Наилә Дамир ҡыҙы үҙенең яҡшы уҡытыусы булыуын төрлө конкурстарҙа, һөнәри бәйгеләрҙә ҡатнашып та дәлилләй. 2011 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булыуы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Башҡортостандың иң юғары дәүләт наградаһы — Почет грамотаһы менән дә бүләкләнгән. Төбәк, баш ҡала һәм район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашыуы һәм еңеүҙәре тураһында һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Республиканың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында призлы урын, “Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе... Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты булдырған “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы ла бар Наилә Буранғолованың.
— Башҡортостан — барлыҡ донъя башҡорттары өсөн рухи ҡәлғә булған берҙән-бер республика. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлау — үҙебеҙҙең иңдә, үҙен башҡорт тип иҫәпләгәндәр ошоно хәтерҙә тотһон ине, — тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша ул. — Беҙгә төрлө яҡлап, шул иҫәптән иҡтисади яҡтан, үҫешергә кәрәк. Милләттәштәр тырышһын, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһен, мохтаж булып йәшәмәһен тигән теләгем бар.
Әлфиә ӘЙҮПОВА
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде 21.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана 21.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты 20.09.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән 19.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың Совет районындағы 414-се участка һайлау комиссияһында был проблема тиҙ арала хәл ......

Тотош уҡырға 2

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 19 сентябрҙә Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 2

Республикала иң йәш һәм иң оло күҙәтеүсенең йәше билдәле булды
Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә...

Тотош уҡырға 2

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде...

Тотош уҡырға 1

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркта фонтандарҙың ниндәй булырын күрһәтте
Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай 18.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә