Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Компенсация түләнгән – күсәсәк
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән һорауҙарға асыҡлыҡ индереү эше туҡтауһыҙ бара.
Сираттағы хат:
“Өфөгә Затон яғынан ингән юл буйындағы өй күсерелмәне, уға ҡыйбатлы ҡоймалар ҡуялар, өҫтәүенә эргәһендә – нигеҙһеҙ рәүештә эленгән тиҙлекте кәметеү билдәһе. Был үткән бар кешегә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.
Ниңә улай булған, кем шуға юл ҡуйған? Был йорттоң хужаһы ҙур етәксеме, әллә төҙөлөш ойошмаһы начальнигымы, танышлыҡ буйынса өйөн күсертмәүгә өлгәшкәнме? Ул осраҡта башҡалар өсөн шул уҡ майҙандан мәжбүри тәртиптә фатир биреү законы ҡайҙа?
Кешеләрҙе йонсотҡан был ваҡиғаны тикшерергә кәрәк”.


Хатҡа Өфө ҡалаһы хакимиәтенән яуап бирҙеләр:
“Өфөгә Затон яғынан ингән юл буйындағы йорт С. Чекалин, 12 адресы буйынса урынлашҡан. Уны алыу буйынса эш судтың беренсе һәм апелляция инстанцияларында ҡаралды, ошо нигеҙҙә шулай уҡ суд экспертизаһы үткәрелде.
2018 йылдың июлендә республика Юғары судының апелляция ҡарарына ярашлы торлаҡ йортон алыу өсөн милек хужаларына компенсация түләнде.
Ҡануниәт буйынса, ошо хаҡ ҡапланғандан һуң ғына күсеү процедуралары башлана ала. Шулай уҡ милек хужаһы, компенсация түләнгәс, яңы йәшәү урыны һайлау, алыу һәм күсеү маҡсатында әлеге йортонда алты айға тиклем ҡалыу мөмкинлегенә эйә.
Әле өйгә хоҡуҡи йәһәттән Өфө ҡалаһы хакимиәте хужа, йортто һүтеп күсереү 2019 йылдың икенсе кварталына планлаштырылған”.


Автор: "Башҡортостан" гәзите. Фото: nypost.com
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана?

Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана? 20.03.2026 // Йәмғиәт

Атайсал ҡайҙа башлана? Башҡортостан Башлығы өсөн ул бында — Шиҙе йылғаһы буйында, тау-урмандар ......

Тотош уҡырға 2

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә