Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТ
Ҡорос һынлы батыр булып, алға ғорур бағаһың...

Башҡортостандың тәүге металлургия үҙәге булған Белорет быйыл 250 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Крәҫтиәндәр һуғышын да, капитализм «сәскә атҡан» осорҙо ла, Октябрь инҡилабын да, башҡаһын да кисергән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистарҙың ҡотон алған «катюша»лар өсөн снаряд гильзалары етештергән, йыһан аппараттары өсөн махсус ҡорос сымдар яһаған, әлегәсә хаҡлы рәүештә Рәсәй сәнәғәтенең терәге һаналған ҡала бихисап ҡаҙаныштары ғына түгел, хеҙмәт һөйөүсән, аҡыллы, татыу халҡы менән дә ғорурлана ала.
Белорет районы иһә, ошоларға өҫтәп, хозур тәбиғәте менән дә дан тота. Бында йыл һайын тиҫтәләрсә мең кеше ял итә, һаулығын нығыта. Республиканың иң ҙур биләмәле, урманға иң бай төбәген күреү өсөн Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә йыш киләләр. Белореттың киләсәктә донъя күләмендә спорт һәм туризм үҙәге булып танылырына шик юҡ.
Бөгөн районда һәм ҡалала күп йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Төбәктең үҫеше өсөн ҙур инвестициялар һалыныуы һис тә осраҡлы түгел: бында заманса иҡтисад булдырыу, етди проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлек киң. Һис шикһеҙ, барыһы ла Башҡортостан халҡының, шул иҫәптән тәү сиратта белореттарҙың, йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсатында эшләнә. Ҡала һәм район алдағы юбилейҙарын тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштар менән ҡаршылаһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТРайон хакимиәте башлығы Владислав МИРОНОВ: «Ҡалабыҙ төҙөлөш майҙанына әүерелде»

Район тураһында мәғлүмәт туплау маҡсатында ҡалаға командировкаға килеп төшөп, хакимиәт яғына юлланғанда башта төрлө уй ҡайнаны. «Белорет үҙгәрә, матурлана, үҫә. Бында бер нисә йыл булғаным юҡ, яңы түрәләрен күреп белмәйем. Ниндәйерәк кеше икән ул? – тим үҙ алдыма. – Моғайын, эшлекле, заманса ҡарашлы, киң күңелле, ябай егеттер. «Ихата»һына ҡарағанда, бында «хужа» халыҡ менән уртаҡ тел таба белә...»
Хакимиәт башлығы урынында булмай сыҡты. Йүнәтеүҙе талап иткән юлдарҙы ҡарап, ҡала эсендә йөрөй, тинеләр. Шулай ҙа, урынбаҫары кеҫә телефонына шылтыратып әйткәс, Владислав Геннадьевич тиҙ арала кире боролорға әҙерлеген белдерҙе. Өс-дүрт минуттан беҙ уның кабинетында әңгәмәләшә инек…

– Владислав Геннадьевич, бөгөн ниндәй хәстәрҙәр менән янаһығыҙ?
– Тәү сиратта, әлбиттә, социаль өлкәләге ҡырҡыу мәсьәләләрҙе яйға һалыу бурысы тора. Район етәкселеге бөгөн был йәһәттән етди саралар күрә, төп көстө урындағы халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтә. Бәлки, иғтибар иткәнһегеҙҙер: беҙҙә социаль мәсьәләләр менән хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары шөғөлләнә.
Бүтән ҡала һәм райондарҙағы кеүек үк, Белоретта ла балалар баҡсаларында урын етмәү проблемаһы көнүҙәк. Йыл башындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, мәктәпкәсә тәрбиә ойошмаларына сиратта мең ярым самаһы сабый теркәлгән. Әле бына автовокзал яғындағы биләмәлә, Морат биҫтәһендә 220-шәр урынлыҡ ике баҡса төҙөлә, улар замандың иң алдынғы ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ, хәүефһеҙлек йәһәтенән барлыҡ талаптарға яуап бирәсәк. Шулай уҡ Инйәр һәм Абҙаҡ ауылдарында 110-ар урынлыҡ ике балалар баҡсаһын проектлау бара. Ғөмүмән, бер нисә йылдан урын етмәү мәсьәләһенең бөгөнгөләй ҡырҡыу булмаҫына ышанысИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТ нығына.
– Төҙөлөш темаһына күскәс, бүтән социаль объекттар тураһында ла әйтеп үтмәҫһегеҙме?
– Белеүегеҙсә, һуңғы йылдарҙа Белоретта 121 урынлыҡ бала табыу йорто сафҡа индерелде, балалар поликлиникаһы төҙөлдө, ә бөгөн Үҙәнбаш ауылында 108 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һалына, ҡалала 800 урынлыҡ 1-се мәктәптең бинаһы яңыртып ҡорола. Уларҙың барыһында ла заманса уңайлы шарттар тыуҙырылыуын билдәләргә кәрәк.
Халыҡтың йәшәйеше өсөн айырыуса мөһим булған өлкәләрҙә «һаҡаллы» төҙөлөштәрҙе бөтөрөүгә өлгәштек. Мәҫәлән, Белореттың үҙәгендә күп ҡатлы йорттар һалыу яйға һалынып китте, һыу һәм газ селтәрҙәре йүнәтелде, яңылары ла һуҙылды, ҡайһы бер ауылдарҙа электр линиялары ипкә килтерелде. Ҡалала йәшәүселәрҙе таҙа һыу менән тәьмин итеүсе объекттарҙың тотош бер комплексы сафҡа инде. Былтыр октябрҙә Белоретты урап үтеү өсөн һалынған юлдың бер өлөшө файҙаланыуға тапшырылды. Әле ҡала эсендәге юлдарға капиталь ремонт үткәреүгә 50 миллион һум аҡса бүленгән. Һуңғы осорҙа ҡаланың 250 йыллығын билдәләүгә әҙерлек программаһына ярашлы бүтән объекттар буйынса ла эш әүҙем барҙы. Ғөмүмән, әле Белорет ҙур бер төҙөлөш майҙанын хәтерләтә.
– Моғайын, юбилей үткәс тә был мәсьәләләргә иғтибар кәмемәҫ…
– Иңебеҙгә тағы ла күп бурыс алғанбыҙ. Миҫал өсөн әйткәндә, Олойылға – Туҡан – Белорет газ үткәргесен һуҙыу, Егәҙе – Олойылға автомобиль юлын яңыртыу өсөн проект эшләү тамамланды. Июлдә ҡалала яңы мәҙәниәт һарайын төҙөй башлаясаҡтар. Әле юғары кимәлдәге ярыштарҙы ойоштороуға иҫәпләнгән «Морат» тау саңғыһы комплексының тәүге сираты һалына, икенсе өлөшө проектлана.
Былтыр «Халыҡ ҡаҙнаһы» проекты буйынса федераль бюджет сығымдарын алыуға үткәрелгән конкурста районда өс күпер төҙөтөүгә һәм ҡала янында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын сафҡа индереүгә аҡса һорағайныҡ. Һуңғы объектҡа 10,5 миллион һум бүлделәр, был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булды. Шулай ҙа күперҙәр проблемаһына ҡул һелтәп ҡуйманыҡ, уларҙың икәүһенә быйыл башҡа сығанаҡтарҙан аҡса табылды.
– Әлеге бурыстарҙы тормошҡа ашырғанда инвестициялар күләме, эш урындары арта бит инде. Тимәк, социаль-иҡтисади хәл тотороҡлолор?
– Бөгөнгө хакимиәт өсөн халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк. Белореттарҙың бик тырыш, егәрле, оҫта ҡуллы икәнлегендә бер кем дә шикләнмәйҙер. Хеҙмәт династияларының байтағы бер нисә быуатлыҡ тарихҡа эйә. Юғары квалификациялы металлургтар, ағас эшкәртеүселәр төбәктә шаҡтай күп. Ошо ҙур өҫтөнлөгөбөҙҙө һаҡлап ҡалырға, файҙаланырға тырышабыҙ.
Былтырғы ун айҙа ғына 800-гә яҡын яңы эш урыны булдырыуға өлгәштек, шуға бәйле эшһеҙлек күрһәткесе 1,98 проценттан 1,17-гә тиклем төштө. Хәҙер иһә әлеге һан ни бары 0,6 процент тәшкил итә. Эшләргә теләүселәр өсөн вакансия күп, хеҙмәт ресурстары етмәй.
Инвестицияларға килгәндә, райондың киләсәге фәҡәт ошо йәһәттән ниндәй уңыштарға өлгәшеүебеҙгә бәйле. Белореттың республикала иң ҙур биләмәне алып тороуын, тәбиғәт байлыҡтары һәм иҡтисади ҡеүәте менән дан тотоуын яҡшы беләһегеҙ. Тимәк, үҫеш мөмкинлеге ифрат киң.
– Райондың иҡтисади үҫешен нисегерәк күҙаллайһығыҙ?
– Беҙҙең биләмәлә ҙур сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан, шуға күрә төбәктәге социаль-иҡтисади хәлде бөгөн күп йәһәттән бер нисә тармаҡтың эшмәкәрлек һөҙөмтәләре билдәләй. Ҙур компанияларҙың донъя баҙарындағы үҙгәрештәргә ауырыраҡ яраҡлашыуын, тимәк, бер мәл килеп иҡтисади проблемаларға тарыу ихтималлығын иҫәпкә алып, районды 2020 йылға тиклем үҫтереүҙең комплекслы инвестиция планын төҙөгәндә тап ошо етешһеҙлектән арыныуҙы күҙ уңында тоттоҡ. Әле районда етештерелеп, һатыуға сығарылған продукцияның яҡынса 91 проценты сәнәғәткә тура килһә, киләсәктә ағасты тулы эшкәртеү, ер аҫты байлығын үҙләштереү, туризмды үҫтереү кеүек йүнәлештәргә күберәк иғтибар бирергә уйлайбыҙ.
– Ә ауыл хужалығы буйынса ниндәй ниәттәрегеҙ бар?
– Алдағы бер нисә йылда был тармаҡҡа ҙур инвестиция килер, тип әйтеп булмай, сөнки райондың тәбиғәт-климат шарттары ер эшкәртеү өсөн уңайһыҙ, ҡырыҫ. Малсылыҡҡа ниндәйҙер өмөт бағларға мөмкин, әлбиттә. Мәҫәлән, беҙҙә йылҡысылыҡты, һарыҡсылыҡты, умартасылыҡты артабан үҫтереү талап ителә.
– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТСым менән генә сикләнмәй

Продукция һатыу күләме буйынса Белорет металлургия комбинаты Башҡортостандың иң ҡеүәтле биш сәнәғәт предприятиеһы иҫәбенә инә. Районда етештерелгән тауар хаҡының дүрттән өс өлөшө самаһы ошо компанияға тура килә.

2003 йылдан алып «Мечел» төркөмөндә һаналған комбинат – Рәсәйҙә диаметры 0,009 миллиметрға тиклемге нәҙек сымдар етештереүсе берҙән-бер предприятие. Бында хәҙерге металлургияның байтаҡ ысулдарын илдә беренсе булып үҙләштергәндәр. 2011 йылдан алып комбинат «Промметиз» ассоциацияһының рейтингында продукция күләме буйынса ла, уны һатыу йәһәтенән дә тәүге баҫҡыстарҙы биләй. Былтыр предприятие 538 мең тонна метиз эшләп сығарған. Үҙенең инвестиция программаһына ярашлы, компания алдағы йылдарҙа, баҙар талаптарын иҫәпкә алып, ҡорос сым һәм канат етештереүҙе арттырырға ниәтләй.
Бөгөн алты мең тирәһе кешене эш менән тәьмин иткән йәмғиәт сифат өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте премияһына, перспективалы тауар сығарғаны өсөн алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булған, республиканың һәм илдең иң яҡшы экспортлаусыһы тип танылған. Былтыр комбинатта етештерелгән махсус ҡатламлы сымдарҙың береһе «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсында еңде.
Компания кадрҙар сәйәсәтенә етди иғтибар бүлә. Быйыл яҙ Белореттағы юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарынан 200 студент комбинатҡа практикаға ҡабул ителгән. Ғөмүмән, бында өйрәнсек сифатында йыл һайын 500 самаһы ҡыҙ һәм егет килеп китә. Предприятие етәкселеге йәштәрҙең күбеһе артабанғы яҙмышын әлеге эш менән бәйләргә теләр тип ышана. Ысынлап та, БМК-ла һуңғы бер нисә йылда диплом алды практикаһы үткән студенттарҙың өстән ике өлөшө ошонда эшкә урынлашҡан.
«Заманса металлургия эшселәрҙән юғары интеллект, яуаплылыҡ, камиллашыуға ынтылыш кеүек сифаттар талап итә. Тармаҡта бөгөн кадрҙарға ҡытлыҡ ысынлап та ҙур, – ти компания етәкселәре. – Диплом алды практикаһы үткәреүҙе йәштәрҙе һынау йәһәтенән бик яҡшы ысул тип иҫәпләйбеҙ. Комбинатҡа эшкә урынлашып алғас, күптәр карьера баҫҡысынан юғарыға үрләп китә, «Мечел» компанияһына ҡараған бүтән предприятиеларҙа ла уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршылайҙар. Һәләтлеләрҙе үҫтереү маҡсатында беҙҙә «Кадрҙар резервы» тигән корпоратив программа тормошҡа ашырыла».
Әйткәндәй, киләсәктә металлургия комбинаты ҡарамағында бәләкәй һәм уртаса предприятиеларҙың тотош бер паркын ойоштороу күҙаллана. Улар завод сығарған продукцияны эшкәртеп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, автомобилдәр, көнкүреш өсөн кәрәкле тауарҙар етештерәсәк. Был районда тағы ла 2,5 – 3 мең кешене эш менән тәьмин итер, тип ышана урындағы етәкселек.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТТөбәктең төп һыҙаттары:

- Башҡортостанда биләмәһенең ҙурлығы буйынса Белорет районына тиңләшеүселәр юҡ. Уның дөйөм майҙаны – 11,5 мең квадрат километр.
- Республиканың көнсығыш өлөшөндә, Урал тауҙарының иң бейек ерендә урынлашҡан. Башҡортостандағы иң юғары тау түбәһе – 1 мең 640 метрлыҡ Ямантау – Белорет ҡалаһынан 60 саҡрым алыҫлыҡта ғына.
- Урманға бай район булараҡ та билдәле. Ул биләгән майҙандың 85 проценты – ағаслыҡ.
- 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, районда – 38,4 мең, ә ҡалала 68,8 мең кеше йәшәй.
- Өфөнән Белорет ҡалаһына автомобилдә өс сәғәттә барып етергә мөмкин. Бынан тыш, тимер юл бар.
- Һатыуға сығарылған сәнәғәт продукцияһы күләме буйынса Белорет Башҡортостанда бишенсе урында килә.

Ҡара металға – аҡ өмөт

Үҙ сеймалы булған «Белсталь» металлургия комплексын төҙөү – район ғына түгел, ил әһәмиәтендәге ҙур инвестиция программаларының береһе. Унда юғары сифатлы ҡорос һәм суйын етештереләсәк, шулай уҡ эшмәкәрлектең өҫтәмә төрө булараҡ гипс ташы һәм аҡбур сығарыу, цемент яһау күҙаллана.

Предприятие етәкселәре әйтеүенсә, заводтың беренсе сиратын киләһе йылда уҡ сафҡа индереү мөмкинлеге бар. Әле Егәҙе ауылы тирәһендәге ятҡылыҡтарҙа тимер мәғдәне запастарын геологик яҡтан өйрәнеү һәм иҫәпләү тамамланған, киҫәкле һәм ваҡ руданы байыҡтырыу технологиялары эшләнгән, сеймал кәмендә 75 йылға етһен тигән маҡсатта тағы ла ике ятҡылыҡты өйрәнеүгә лицензия алынған.
Элекке металлургия заводтары, тимергә бай булғанға күрә, киҫәкле мәғдәнгә өҫтөнлөк биргән, ә «ярлы» ваҡ руда йыш ҡына эшкәртелмәгән килеш өйөп барылған. «Белсталь» иһә үҙ алдына тәбиғәт байлығын мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк файҙаланыу бурысын ҡуя.
Тәүҙә Туҡанда – байыҡтырыу фабрикаһы, ә Белоретта тимерҙе тергеҙеү агрегаты һәм 600 мең тонна суйынға иҫәпләнгән ҡеүәтле иретеү ҡоролмаһы асырға тейештәр. Проектҡа 9 миллиард һум самаһы аҡса һалынһа, тәүге йылда уҡ беренсе сират объекттары 12 миллиард һумлыҡ продукция эшләп сығарасаҡ. Яҡынса 1600 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, унда ҡабул иткән саҡта компания етәкселеге Белорет халҡына өҫтөнлөк бирмәксе.
Төҙөлөштөң икенсе сираты ҡорос иретеү комплексы асыуҙан, юғары сифатлы ҡорос һәм цемент етештереү линияһы булдырыуҙан ғибәрәт. Был иһә эш урындарын тағы 1400-гә арттырасаҡ.
Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә Олойылға – Туҡан автомобиль юлын төҙөү, газ үткәргес һалыу буйынса эш башланған. Киләһе йылдан Туҡандағы фабрикала ғына түгел, әлеге маршрутҡа яҡын урынлашҡан һәр ауылда «зәңгәр яғыулыҡ»ты файҙалана башлай алалар. Быға аҡса моно-ҡалаларҙы үҫтереү программаһы буйынса федераль ҡаҙнанан бүленә.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТЫсын һөттөң тәмен белегеҙ!

Ҡайҙа нисектер, әммә Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Бөрйән яҡтарында, Силәбе өлкәһенең беҙгә сиктәш ауылдарында халыҡ Белорет май-сыр комбинатының продукцияһы менән күптән таныш. “Намыҫлы эшләй, ризыҡтары тәмле лә, сифатлы ла”, — тиҙәр был предприятие хаҡында. Урындағы һатыусылар белеп бөткән: кеше һөт аҙыҡтары алғанда иң беренсе Белореттыҡын һорай.

— Беҙҙә май менән сыр ғына түгел, һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ һәм башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тә етештерелә. Продукция төрҙәре 40-ҡа яҡын, — ти комбинат директоры Нәзиф Фәйзуллин. — Элегерәк, предприятие дәүләт милкендә булғанда, бында башлыса ҡаты сыр һәм аҡ май сығарылған. Ай һайын дәүләткә йөҙәр тонналап ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТ“Голланд”, “Рәсәй”, “Литва”, “Витязь” сырҙарын, шунан ике тапҡырға күберәк май оҙатҡан комбинаттың “ҡыҙыл мөйөш”өндә КПСС-тың һәм СССР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағы йыш эленеп торған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, предприятие өсөн баҙар иҡтисадына күсеү ҡиммәткә төштө: хәҙер сменаһына 100 тонна сеймалға иҫәпләнгән цехтарҙың өстән бер өлөшө генә һөт эшкәртә. Ләкин әле лә тармаҡтың иң ҡеүәтле комбинаттары иҫәбендәбеҙ.
Предприятие сеймалды үрҙә һаналған райондарҙан ҡабул итә. Ауыл кешеһе өсөн һөттөң литрын 12 — 14 һумға тапшырыу насар түгел инде ул. Директорҙың әйтеүенсә, был клиенттарҙы кәметмәү, сеймалһыҙ ҡалмау маҡсатында эшләнә, сөнки комбинатта ризыҡтың барлыҡ төрҙәрен дә яһалма һөт ҡулланмай етештереү талабына тоғролар. “Йәштәрҙең ҡайһы берҙәре хәҙер ысын һөттөң тәмен белмәй, — тип йылмая предприятие хеҙмәткәрҙәре. — Беҙҙең һөт, ҡаймаҡ, майҙы иһә ауылдыҡынан айырып булмай”.
ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТАдыгея сырын нисек эшләгәндәрен, ҡаймаҡты ниндәй ҡорамалда ҡаптарға тултырғандарын үҙебеҙ күреп торҙоҡ. Хеҙмәткәрҙәр эш шарттарына ла, аҡса етмәүгә лә зарланмай. Коллективта айлыҡ уртаса эш хаҡы 17 мең һум икән.
— Комбинатта директор булып һигеҙенсе йыл эшләйем. 2006 йылдан алып үҫешкә өлгәшәбеҙ, был күрһәткесте 40 процентҡа арттырған йылдар ҙа булды, — ти Нәзиф Солтан улы. — Баҙар шарттары ҡырыҫ, шулай ҙа абруйҙы һаҡлайбыҙ, ассортиментты арттырабыҙ. Хәҙер йогурт, йөҙөмлө сыр кеүектәрен дә сығарабыҙ, ҡорот та эшләй башланыҡ. Былтыр үҙебеҙҙә консервалау комбинаты асып ебәрҙек, унда төрлө һуттар етештерелә...
Башҡорт эшҡыуарының кабинетында Рәсәй, Башҡортостан кимәлендәге төрлө конкурс, форумдарҙа яуланған дипломдарҙың, рәхмәт хаттарының, сертификаттарҙың иҫәбе-һаны юҡлығына иғтибар иттек. Тимәк, элекке күләм һаҡланмаһа ла, юғары кимәлде тота әле Белорет сыр-май комбинаты.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТҠомартҡы булараҡ ҡәҙерле

“Металлург” кинотеатрының оҙаҡ ваҡыт буш торғандан һуң эшләй башлауын белореттар ҡаланың юбилейы айҡанлы ҙур бүләк тип ҡабул итте. Яңыраҡ бында заманса кино залы асылды.
Үҙәк майҙанда урынлашҡан ял һәм мәҙәниәт һарайын тергеҙеүсе – ҡалала ғына түгел, тирә-яҡта киң билдәле башҡорт эшҡыуары, “Фаворит” һәм “Тамерлан” сауҙа үҙәктәре хужаһы Данис Йыһаншин. Район хакимиәте, 2006 йылда техник хәленең мөшкөллөгө сәбәпле капиталь ремонтҡа ябылған, шунан алып бикле торған бинаны уның ҡарамағына тапшырып, театрҙа кино ҡарауға өмөтөн тамам өҙгән белореттарҙы сикһеҙ ҡыуандырҙы.
1954 йылда төҙөлгән һарайҙың тамаша залы башта 625 кешегә иҫәпләнгән булған, әммә бер аҙҙан, реконструкция үткәрелгәс, ултырғыстар 450-гә ҡалған. Бында оҙаҡ йылдар дауамында ҡала халҡы өсөн яңы фильмдар күрһәтеү менән генә сикләнмәгәндәр, концерттар, күргәҙмәләр, осрашыуҙар ҙа ойошторолған. Урта быуын вәкилдәре кинотеатрҙың һәр саҡ гөрләп тороуын, кеше менән шығырым тулы булыуын һағынып иҫкә ала. Белорет ҡалаһының 250 йыллығына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса саралар планына “Металлург”ты архитектура ҡомартҡыһы булараҡ тергеҙеү хаҡында пункттың тәүгеләр иҫәбендә индерелеүе һис тә юҡҡа түгел.
Данис Сәйетмырҙа улы бинаны яңыртып ҡорғанда бик ипле эш итергә, элекке стилде, биҙәктәрҙе, төҫтәрҙе мөмкин тиклем һаҡларға тырышҡан. “Элек Белоретҡа, боронғо ҡала булғанға күрә, илдең башҡа төбәктәренән тарихи фильм төшөрөргә йыш килеп торғандар. Бындай ҡомартҡыларҙы емерергә түгел, ә ҡәҙерләргә кәрәк. “Металлург” киләсәктә халыҡты заманса кино күрһәтеү мөмкинлегенән бигерәк боронғо стиле менән йәлеп итер, тип ышанам”, – ти ул.
Бинаны яңыртыу барышында заманса коммуникациялар үткәрелгән, хәүефһеҙлек системаһы камиллаштырылған. 250 кешегә иҫәпләнгән кино залында хәҙер 3D технологияһы буйынса төшөрөлгән фильмдарҙы ҡарау мөмкинлеге бар. Данис Йыһаншиндың күҙаллауынса, “Металлург” кафе һәм ресторандар урынлашҡан, концерт һәм кисәләр ойоштороу мөмкинлеге булған ял һәм мәҙәниәт үҙәгенә әйләнәсәк.

Ял итергә теләһәгеҙ

Белорет тарафтарында ял һәм туризм өсөн мөмкинлек ҙур. Бында килеп сыҡһағыҙ, бер нисә урынды күрмәй китмәҫкә тырышығыҙ.

1. Ирәмәл тауҙары. Уралда бейеклеге буйынса икенсе урында тора. Элек-электән халыҡ ошо ерҙе изге тип һанай. Бындағы Әүәләк һыртының көнсығыш битләүенән республиканың төп йылғаһы булған Ағиҙел башлана. Шулай уҡ тауҙар аша Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең сиге үтә.
2. Асы минераль һыуҙары. Улар төрлө ауырыуҙы дауалауҙа уңышлы ҡулланыла. Шишмәләр тирәләй минераль батҡаҡлы һаҙлыҡ та барлыҡҡа килгән. Башҡортостанда иң яҡшыларҙан һаналыусы «Асы» шифаханаһы — тап ошо ерҙә.
3. «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге. Уралда ғына түгел, тотош илдә иң заманса комплекс. Ноябрҙән майға тиклем бында халыҡ ағымы туҡтамай.
4. Оло Шатаҡ. Исмаҡай ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡтағы был тау иң ҙур ҡарағас урманы менән дан тота. Ундағы ағастарҙың уртаса йәше 200 йыл булһа, алты быуат буйы үҫкән ҡарағастар ҙа осрай.
5. Ҡотҡор. Ҡаһарман менән Ҡағы ауылдары араһындағы был ерҙә заманында Емельян Пугачев үҙ ғәскәре өсөн туптар ҡойҙорған.
6. Себер кедрҙары. Белорет урмансылығының 331-се кварталында ике гектар майҙанды биләй. 1906 йылда ултыртылған был ағастар Башҡортостанда кедр үҫтереү өсөн уңайлы шарттар барлығын дәлилләгән.
7. Ар ташы. Ҡаланан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 20 километр алыҫлыҡтағы, Ағиҙелдең уң яҡ ярындағы ҡая органик эзбиздең асыҡ күренеп тороуы менән үҙенсәлекле.
Махсус битте Д. МӘЖИТОВ менән А. НУРМӨХӘМӘТОВ (фото) әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Амиля
    Амиля от 26.05.2012, 21:55
    Белорет минен туган ягым.Хэзер аулда йэшэмэсэм дэ Белоретты сагынам,материалды укыганда унын менэн горурланып ултырзым. Рустар урманды алып ботоп барыуы гына кызганыс((((

  2. Ильдар
    Ильдар от 27.05.2012, 23:49
    Уҡмаштырып ҡуймаҫҡа ине былай. Яҙмалары ҡыҙыҡ та инде. Тышынан куренмай бит.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872