Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Яңы йыл табынына һәр хужабикә иң тәмле һәм үҙенсәлекле ризыҡ әҙерләргә күнеккән. Йола буйынса эшләнгән салаттарҙан һәм ҡаҙ итенән тыш та күп аҙыҡ-түлек әҙерләргә була. Бөгөн байрам табынына шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ.

“Баяр” өлөшө

Һимеҙ һарыҡ итен (артҡы бото йәки һөйәкһеҙ түш ите) 40-45 грамлыҡ киҫәктәргә (бер порцияға — 4-5 киҫәк) бүлергә. Туралған һуған, кишер, бәшмәк менән еңелсә ҡурырға һәм барыһын да балсыҡ көршәктәргә һалырға. Өҫтөнә эҫе һурпа ҡойорға, ит әҙер булғансы әкрен генә ҡайнатып быҡтырырға. Әҙер булыр алдынан айырым бешерелгән фасоль һәм тәмләткестәр һалырға. Табынға бирер алдынан ваҡлап туралған һарымһаҡ һәм укроп һибеп сығырға. Һарыҡ һәм ҡаҙ итенән (1:1) бешерелгән өлөш тағы ла тәмлерәк була.
Һарыҡ ите 130-150 грамм,
башлы һуған 15-20 грамм,
кишер 10-15 грамм,
яңы бәшмәк (аҡ бәшмәк йәки көләпә) 50-60 грамм,
фасоль 40-50 грамм,
һурпа 300-350 миллилитр,
иретелгән май 10-15 грамм,
кәрәгенсә тәмләткес үләндәр,
һарымһаҡ, тоҙ,
бөртөклө борос һәм лавр япрағы.

“Аҡҡош” жюльены

Бешкән ҡош итен (тиреһеҙ йомшаҡ ере алына) ҡыҫҡа һалам итеп турарға һәм аҡ майҙа еңелсә ҡурырға. Бәшмәктәрҙе таҙартырға, ентекләп йыуырға, яртылаш әҙер булғансы бешерергә, унан һуң ҡош ите кеүек турарға һәм әҙер булғансы ҡурырға. Әҙерләп ҡуйылған продукттарҙы ҡаймаҡ соусы менән ҡушып бутарға һәм талғын утта 4-5 минут ҡайна­тырға. Кокотницаларға (тимер кәс­трүл­дәргә) әҙер массаны тултырырға, өҫтөнә ҡырылған сыр, май һибергә, мейестә 250-280С температурала алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерергә.
Жюльен аҫтан көймәһен өсөн һауытын эҫе һыулы табаға ултыр­тырға. Табынға биргәндә кокотни­цаларҙы, һырлы салфеткалар һалып, бөйөрөк йәки десерт тәрилкәләренә ҡуйып бирергә, эргәһенә балғалаҡ һалырға, ә тотҡаһына ҡағыҙ папильотка кейҙерергә.
Ҡаймаҡтан тәбиғи соус әҙерләү: ондо майһыҙ ғына ҡыҙҙырырға, һыуытырға, иретелгән май менән бутарға һәм ҡаймаҡҡа һалырға. Унан һуң бутап тороп ҡайнатып сығарырға, тоҙ, аҡ борос өҫтәп, өс-биш минут бешерергә. Әҙер соусты һөҙөргә һәм яңынан ҡайнатып сығарырға.

Ҡаймаҡ 250 грамм,
бойҙай оно 15 грамм,
аҡ май 15 грамм,
борос,
кәрәгенсә тоҙ.
Бешкән тауыҡтың йомшаҡ ите
30-35 грамм,
ҡурылған бәшмәк (аҡ бәшмәк йәки көләпә) 10-15 грамм,
аҡ май 5 грамм,
ҡаймаҡтан тәбиғи соус 25-30 грамм,
ҡаты сыр 2-3 грамм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә