Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балаларҙың яҙмышы менән кем уйнай?
Балаларҙың яҙмышы менән кем уйнай?Күптән түгел Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналында “Пусть говорят…” тапшырыуында Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәгән ғаиләне күрһәттеләр. Тапшырыуҙан һуң редакцияға шылтыратыусылар күп булды. Кемдер ғаиләнән тартып алынған балаларҙы йәлләне, кемдер олатай-өләсәй өсөн көйөндө, ҡайһы берәүҙәр опека хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләне. Был борсоулы хәлдең сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында Ғафури тарафтарына юл тоттоҡ.
Әлбиттә, күпме кеше, шунса фекер тыуа. Башҡортостан халҡын ғына түгел, Рәсәйҙе лә шаңҡытҡан был хәл Красноусол ауылын да ике “фронт”ҡа бүлгән. Ауыл ерендә хәбәр йәшен тиҙлегендә тарала. Йыбанмаған һәр кем әлеге ваҡиғаны тәфсирләп тикшереп сыҡҡандыр.
Хәл былай була. Бынан 12 йыл элек Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе шатлыҡлы ваҡиға кисерә: килен тейеш кеше (йәштәр яҙылышмай ғына атай-әсәй була) игеҙәк малайҙар алып ҡайта. Уларға Кирилл менән Никита тип исем ҡушалар. Килене – Светлананы өләсәһе тәрбиәләгән. 16 йәшлек үҫмер ҡыҙҙа әсәлек хисе уянып өлгөрмәгәнме, әллә башҡа сәбәптәнме, ике айлыҡ балаларын ташлап, ул бер аҙнаға ғәйеп була. Светлананың өләсәһе Рәшит ағайға шылтырата: “Оломон инде, һаулығым да юҡ. Балаларҙы һеҙ көтмәҫһегеҙме?” – ти. Улар, оҙаҡ уйлап тормай, малайҙарҙы килеп ала. Шулай итеп, 2002 йылда бәпестәрҙең ата-әсәләрен хоҡуҡтарында сикләп, опеканы олатай менән өләсәйгә тапшыралар. Был Ғафури районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторының тәүге хатаһы була ла инде. Тәүҙә үк ата-әсә йоратын балаларға хоҡуҡтарынан мәхрүм итергә, шунан ғына малайҙарҙы олатаһы менән өләсәһенә тәрбиәгә бирергә кәрәк булған. Әлеге хата ун йылдан һуң ошондай ҙур ғауға ҡуптарырын белһәләр, әлбиттә, эште еренә еткерерҙәр ине лә…
Ун йыл буйы Светлана балаларҙың хәлен белеү, матди яҡтан ярҙам итеү юлдарын эҙләмәй. Тәүҙә, балалар баҡсаһы төбөндә тороп, уларҙы ҡарауыллаһа ла, һуңынан, ситкә күсеп киткәс, малайҙарҙың тормошо менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Әлеге мәлдә ул Ростов өлкәһенең Миллер районында рәсми никахһыҙ, бер ир менән йәшәй. Уның һигеҙ йәшлек ҡыҙы бар. Йәшәгән фатиры – иренең атаһыныҡы. Светлананың үҙ торлағы юҡ.
Былтыр Мөхәмәтйәновтарҙың ғаиләһендә хәлдәр бик үк шәптән булмағанын белгәс, опека һәм попечителлек секторы, Светлана менән бәйләнешкә инеп, малайҙарҙың ниндәй шарттарҙа йәшәүен һөйләгән, уға балаларҙы үҙенә алырға тәҡдим иткән. Ҡатын быға әҙер булыуын әйтһә лә, әлегә тиклем бер ниндәй ҙә ғариза яҙмаған, суд залына килмәгән. 16 апрелдә булған суд иһә ата-әсәнең икеһен дә хоҡуғынан мәхрүм иткән. Опека һәм попечителлек секторында балаларҙың шәхси эше менән ентекле таныштыҡ. Унда тәрбиәгә алған олатай-өләсәй, балаларҙың атаһы менән булған һәр әңгәмә ентекле теркәлеп барған. Шул һөйләшеүҙән бер өҙөк килтерге килә.
Никита менән Кирилдың атаһы ваҡыты-ваҡыты менән улдары менән бергә йәшәгән. Икенсе ҡатынынан айырылған һәм вахта ысулы менән Себер тарафында эшләп йөрөй икән. Атайлыҡ хоҡуғын тергеҙеү ниәтендә уның менән опека хеҙмәткәрҙәре 2008 йылдан һөйләшеү алып барған. Тап ошо ваҡытта опека һәм попечителлек секторының етәксеһе итеп Елена Жукова тәғәйенләнгәс, уның менән осрашыуҙар йышая, опека хеҙмәткәрҙәре атай кешене балаларҙы үҙ тәрбиәһенә алырға өгөтләй. Ләкин ул үҙенең йыш ҡына өйҙә булмауын, балаларҙы тәрбиәләүҙең барыбер олатай-өләсәй елкәһенә төшөүен һылтау итә. 2011 йылда был мәсьәләгә кире ҡайталар.
– Мин атайлыҡ хоҡуғын ҡайтарырға риза. Тик был осраҡта атай-әсәйем опека өсөн аҡса алыуҙан туҡтаясаҡмы?
– Әлбиттә, туҡтаясаҡ.
– Улай булғас, миңә уйларға кәрәк, – ти ул. Ошо һөйләшеүҙән һуң опека хеҙмәткәрҙәре менән башҡаcа аралашмай, үҙ хоҡуғын тергеҙеү өсөн ғариза ла яҙмай.
Ә бала өсөн әсәй кем? Яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла, бөтөн бәләләрҙән ҡурсалаусы ла. Ул балалары өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Әсә – донъя тотҡаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Шатлыҡ-ҡыуаныс, ҡайғы-хәсрәт менән дә тәү сиратта әсәйгә барабыҙ. Уның бер һыйпауы була, баш осонда йыйылған ҡуйы болоттар шундуҡ таралғандай тойола. Ә атай? Атайлы бала – арҡалы бала. Һуғыштан һуңғы быуын балаларының күбеһе “атай” тип әйтеүгә зар-интизар булып йәшәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Никита менән Кирилға “АТАЙ” һәм “ӘСӘЙ” булырҙай кешеләрҙең ғаиләһендә тыуырға насип итмәгән. Ирекле тормош ғаиләнән, балаларҙан ҡиммәтерәк булып сыҡҡан, тимәк. Бар бәлә – ошонда. Бер-береһен ихтирам иткән, мөхәббәтле ғаиләлә балалар менән ауырлыҡтар һирәк осрай. Хәйер, Мөхәмәтйәновтар ҙа тәүҙә малайҙарҙы тәрбиәләүҙә әллә ни ҡыйынлыҡ кисермәй. Опека секторы уларҙан ҡәнәғәт, мәктәптә лә ғаилә менән риза булалар.
Тик балалар үҫә, уларҙың үҙҡиммәттәре лә үҙгәрә, өлгөрөү осоро башлана. Башланғыс класты тамамлап, өлкән кластарға күсеү мәленең бала өсөн ауыр булыуы һәр кемгә мәғлүм. Кирилл менән Никита ла үҙгәрә, холоҡтары ҡатмарлаша. 2010/11 уҡыу йылында балалар дәрес ҡалдыра башлай, был күренеш йышайғандан-йышая. Тәүге дәрескә һуңлау ҙа ғәҙәти хәлгә әйләнә. Өйгә эш әҙерләүҙе оноталар, дәрестәргә лә бер дәфтәр менән генә йөрөй башлайҙар. Түбәнге класс уҡыусыларынан аҡса таптырыу, урлашыу осраҡтары йышая. Уҡытыусылар быларҙың барыһына ла түҙә, малайҙарҙың олаталарын иҫкәртеп тора, ләкин һөйләшеүҙәр ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Былтыр майҙа малайҙарҙың береһе класташының телефонын урлағандан һуң, мәктәп етәкселегенең түҙемлеге бөтә, һәм ул опека һәм попечителлек секторына мөрәжәғәт итә. Мәктәптә балаларҙың шәхси эштәре менән танышҡанда, балаларҙы тәрбиәләү, әлеге хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн күп көс һалынғаны күренә. Улар менән мәктәп һәм йәштәр бүлеге психологтары эшләгән, Рәшит Мөхәмәтйәнов йыш ҡына әңгәмәләргә саҡырылған, ләкин бөтөн етешһеҙлектәргә лә ул ҡырыҫ яуап биргән. Мәғариф өлкәһенең әлеге мәлдә ҡыҙғаныс хәлдә ҡалыуын да телгә алып китергә кәрәк. Уҡытыусының абруйы төштө, уның һүҙе һүҙ түгел. Ҡайһы бер ата-әсәләр тәрбиәне тотошлай мәктәпкә ҡайтарып ҡалдыра. Улар, уҡытыусылар менән уртаҡ фекергә килеп, бер маҡсатта эш алып бармай икән, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Шуны аңларға теләмәйҙәр.
Әлеге осраҡта мәктәп бөтөн мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышып ҡараған. Ләкин малайҙарҙы үҙ тәрбиәһенә алған олатай менән уртаҡ тел таба алмағандар. Беҙ мәктәпкә барғанда малайҙарҙың класташтары дәрестән һуң кабинетта иҙән йыуа ине. Балалар әйтмешләй, Кирилл менән Никита булмағас, дәрестә хәҙер тынысыраҡ. “Былай зыяндары теймәне. Үҙҙәренең дуҫтары менән генә аралаша торғайнылар. Бәләкәй класс малайҙарын ҡыйырһыттылар. Беҙгә артыҡ теймәнеләр”, – тип һөйләне улар. Беренсе канал хәбәрселәре мәктәпкә килгәндә, класс етәксеһе Алина Фаил ҡыҙы әллә тәжрибәһеҙлектәнме, әллә ҡаушауҙанмы малайҙарҙың ашхананан икмәк урлауын әйтеп һала. Малаховтың программаһында быны оло-ғара хәл итеп һөйләнеләр. Шоу өсөн был һүҙҙәр бик шәп һылтау булған! Тик уларҙы бурлыҡта ғәйепләү дөрөҫ булмаҫ. Малайҙар икмәкте ни сәбәптән алып сыҡҡан, тигән һорау урынлыраҡтыр, моғайын, сөнки шунда уҡ бер нисә фараз тыуа. “Балалар өйҙә туймағанмы?”, “Мәктәптән һуң өйгә ҡайтҡылары килмәгәнлектән, урамда ашар өсөн алғанмы?” Нисек кенә булмаһын, малайҙарҙың мәктәптән һуң өйҙәренә ашҡынып тормауын уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа дәлилләй. Шуға ике осраҡта ла ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк бар. Үҙҙәре менән осрашҡанда мин уларға был һорауҙы бирҙем. Ләкин улар баштарын эйеп тик торҙо, бер һүҙ өндәшмәне. Бары тик: “Кем менән ҡалғығыҙ килә?” — тигән һорауға ғына бер тауыштан: “Атай, өләсәй һәм олатай менән”, – тип яуап бирҙеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килеп тыуған мәсьәләне Малаховтың тапшырыуы ғына хәл итә алмай. Уға Беренсе каналды ҡараусы тамашасылар өсөн һуш китерлек тапшырыу әҙерләү генә фарыз. Артабан балаларҙың яҙмышы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Мәскәүгә барыр алдынан олатай кеше лә, бәлки, күпкә өмөтләнгәндер. Ләкин шау-шоу үткәс, былтыр ҡыҫҡанға быйыл ҡысҡырған Шүрәле һымаҡ, ул да аптырап ҡалған шикелле. Шуға ла беҙҙең менән осрашыуҙан баш тартҡандыр. Судтағы ваҡиғалар күктән ергә төшөргәнме, юҡмы – әйтеүе ҡыйын. Шулай ҙа малайҙарҙың атаһы адвокат ярҙамында хоҡуғын тергеҙеү буйынса эш башлаған. Малайҙарға үҙ ғаиләһендә тәрбиәләнеүҙән яҡшырағы юҡтыр. Тик унда тыныслыҡ булыуы, ғаилә ағзаларының айыҡ аҡыл менән фекерләүе фарыз. Опека һәм попечителлек секторында, балаларҙың артабанғы яҙмышы хәл ителгәнгә тиклем, уларҙы ял көндәрендә олатаһы менән өләсәһе эргәһенә ебәреп торорға рөхсәт итеүҙәрен белдерҙеләр.
Лилиә НУРЕТДИНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Лилиә
    Лилиә от 25.05.2012, 11:37
    Малаховтың тик кешене талаштырған, һуғыштырған шоуы тамам туйҙырҙы инде. Ул үҙе артабан шул балаларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынасаҡ тиһегеҙме? Әгәр ҙә ирештергән, мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырғандай нәмә тойолмаһа, ул был темаға бөтөнләй әйләнеп ҡайтмаясаҡ! Төкөрҙө ул малайҙарға, үҙенә кәрәк "майлы өлөшөн" һығып, һурып алды бит инде! Уның тапшырыуҙарын ҡараһаң, беҙҙә барыһы ла насар, йәшәйеш ҡот соҡос, тик ҡара эсле әҙәмдәр йәшәй, наркомандар, ә етемдәрҙе, ғәрип-инвалидтарҙы барыһы ла йәберһетә...






Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин

Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин 14.02.2025 // Йәмғиәт

Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин...

Тотош уҡырға 11

Республикала халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншиндың 75 йәшен билдәләйҙәр

Республикала халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншиндың 75 йәшен билдәләйҙәр 14.02.2025 // Йәмғиәт

Республикала халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншиндың 75 йәшен билдәләйҙәр...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда ике пенсия алыусыларға күпме өҫтәмә аҡса түләнергә тейешлеген аңлаттылар

Башҡортостанда ике пенсия алыусыларға күпме өҫтәмә аҡса түләнергә тейешлеген аңлаттылар 14.02.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ике пенсия алыусыларға күпме өҫтәмә аҡса түләнергә тейешлеген аңлаттылар...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостан яугире атай булған

Башҡортостан яугире атай булған 14.02.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан яугире атай булған...

Тотош уҡырға 16

Апрелдә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Башҡортостан ветерандарына аҡса түләнә

Апрелдә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Башҡортостан ветерандарына аҡса түләнә 14.02.2025 // Йәмғиәт

Апрелдә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Башҡортостан ветерандарына аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 17

Апрелдә республика ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә

Апрелдә республика ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә 14.02.2025 // Йәмғиәт

Апрелдә республика ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 12

2025 йыл Рәсәйҙә мәғариф системаһында Балалар ялы йылы билдәһе аҫтында уҙғарыла

2025 йыл Рәсәйҙә мәғариф системаһында Балалар ялы йылы билдәһе аҫтында уҙғарыла 14.02.2025 // Йәмғиәт

2025 йыл Рәсәйҙә мәғариф системаһында Балалар ялы йылы билдәһе аҫтында уҙғарыла...

Тотош уҡырға 16

Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған почта конверты сыҡты

Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған почта конверты сыҡты 13.02.2025 // Йәмғиәт

Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған почта конверты сыҡты...

Тотош уҡырға 24

Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар

Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар 13.02.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ күпере төҙөлөшө 2026 йылда тамамлана

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ күпере төҙөлөшө 2026 йылда тамамлана 13.02.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ күпере төҙөлөшө 2026 йылда тамамлана...

Тотош уҡырға 24

1 марттан ер участкаларын теркәү тәртибе үҙгәрә

1 марттан ер участкаларын теркәү тәртибе үҙгәрә 13.02.2025 // Йәмғиәт

1 марттан ер участкаларын теркәү тәртибе үҙгәрә...

Тотош уҡырға 22

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте 13.02.2025 // Йәмғиәт

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте...

Тотош уҡырға 26