Хәҙер бала ҡарауҙың ауырлығы юҡ.Декабрҙә Клара Ишбулды ҡыҙы Әғлиуллинаның рус телендә сыҡҡан “Минең ваҡыт” китабының исем туйы булды. Шулай уҡ унда Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов, Әлфиә Әсәҙуллина, Риф Тойғон һәм башҡа ҡәләмдәштәренең шиғырҙары тәржемәһе лә урын алған. Был кисәлә ҡатнашҡандар ижадтан йәм, дәрт, илһам алып йәшәгән ҡатындың өсөнсө китабы бары сираттағы йыйынтығы булыуына һәм уның киләсәктә әллә күпме шиғырҙар яҙырына, һүрәттәр төшөрөрөнә ышана.
Һәр кемде яҙмыш йөрөтәме?Беҙҙең һөнәр көн дә тиерлек төрлө хеҙмәт кешеләре, ижади шәхестәр менән осраштыра, әммә Клара Ишбулды ҡыҙы менән танышыу кешенең ни тиклем көслө һәм мөмкинлектәренең сикһеҙ булыуына тағы бер инандырҙы. Ул – етәксе лә, фән менән ныҡлап шөғөлләнгән ғалимә лә, өс балаға ғүмер биргән ҡыйыу йөрәкле әсә лә!
Клара Ишбулды ҡыҙы сығышы менән Архангел районынан. Атаһы Ишбулды Дәүләтғәли улы Теүәлбаевты Арх-Латыш ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләгәс, уларҙың ғаиләһе 1965 йылда был тарафтарға күсеп килә. Әсәһе Сәғирә Сәйфулла ҡыҙы ун бала ҡарап та, һауынсы булып та эшләп өлгөрә. Шулай итеп, Максим Горький ауылында бар яҡлап та уңған Теүәлбаевтар ғаиләһендә Клара Әғлиуллина туғыҙынсы бала була.
Клара Ишбулды ҡыҙы Арх-Латыш мәктәбендә белем ала. Уҡыу йылдарында уҡ ҡыҙ тиҫтерҙәренән әүҙемлеге менән айырылып тора. Пионер ҙа, комсомол да була. Урта мәктәпте тамамлағас, ул хеҙмәт юлын Муллаҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай. Уҡытыусылар етмәгәс, математика, физика, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәренән белем бирә. Ҡыҙыл Еҙем ауылында вожатый ҙа булып эшләй.
Артабан юғары белем алыу теләге ҡыҙҙы 1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға алып килә. Студент йылдарында тормош иптәшен осратып, ғаилә ҡоралар. Ә инде ҡулына диплом алғас, йәш ғаилә Учалы районына – иренең тыуған яҡтарына юллана. Шулай итеп, Клара Ишбулды ҡыҙы 1991 – 1995 йылдарҙа Озерный мәктәбендә география, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. “Озерный” совхозы тарҡатылғас, ғаилә Белорет ҡалаһына күсеп китә. Металлургтар ҡалаһындағы Йәш натуралистар үҙәгендә эколог булып эшләй, 17-се гимназияла уҡыта, әммә ошо ваҡытта уға ауыр операция кисерергә тура килә. Бер йыл буйы “больничныйҙа” булыу сәбәпле, мәктәпте ҡалдырып, табиптарға яҡын булыу маҡсатында, Өфөгә күсә.
– Уҡытыусы эшен ни тиклем яратһам да, балалар янына кире ҡайта алманым. Йөрәк сире менән мәктәптә эшләп булмаҫ, ауырыу сәбәпле эшкә йыш сыҡмаһам, уҡыу сифатында ла сағыласаҡ, тип мәғариф өлкәһен ҡалдырҙым, – ти Клара Ишбулды ҡыҙы.
Ауыр операциянан һуң тормош иптәше менән айырылышалар. Ире тыуған яғына ҡайтып китә.
Клара Ишбулды ҡыҙы Лия менән баш ҡалала төпләнә, “Юлдаш” радиоһына эшкә урынлаша. Бында ул инженер булып эшләгән Рөстәм Миржан улы Әғлиуллинды осрата.
– Рөстәм мине нисек бармын, шулай ҡабул итте. Ижадымды аңланы, шиғырҙарымды үҙе йыйып, туплап барҙы. Минең һүрәт төшөрөү хыялымды белеп, һынлы сәнғәт курсына яҙҙыртты, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡ алып бирҙе. Картиналар яҙыу миңә көс-ҡеүәт бирә, илһамымды арттыра, – ти Клара Ишбулды ҡыҙы.
Ысынлап та, яңы барлыҡҡа килгән ғаилә матур йәшәп китә. Юлдағы осраған ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сығалар. Янында иңгә-иң терәп барырлыҡ тормош юлдашы булғас, икәүһенә яҙмыш һынауҙарын еңеү күпкә еңелләшә.
Тормош һынауҙарыӘғлиуллиндар ғаиләһе алдына тәүҙә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү бурысы баҫа. 2007 йылда үҙҙәренең хәләл көсө менән өй һалып, ҡыуанып йәшәй генә башлағанда, йорттары янып ҡуя. Уны тергеҙеү, әлбиттә, еңелдән булмай. Клара Ишбулды ҡыҙының һаулығы ла үҙен йыш һиҙҙертеп тора. Әммә, мөхәббәт тауҙарҙы аҡтара тигәндәй, Әғлиуллиндар тормош һынауҙарына бөгөлөп төшмәй, тағы ла сәмләнеп донъя көтә башлай.
Ваҡыт тигәнең күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Ун биш йыл бергә йәшәү осоронда ғаилә матди хәлен дә яйға һалыуға өлгәшә. Ҡыҙҙары Лияны ла матур итеп үҫтереп, юғары белемле итәләр. Хәҙер инде ул, яҡындарын ҡыуандырып, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында эшләп йөрөй. Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә иркен аралаша.
Клара Ишбулды ҡыҙы шәхси тормошонда ла, эшендә лә өлгөрә. Ул 2004 йылдан “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә: хеҙмәт баҫҡысының бөтә этаптарын үтеп, директор урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. Хеҙмәт юлын ябай баҫҡыстарҙан башлағас, энциклопедия сығарыу эшен төптән аңлап тора. Үҙенә лә, хеҙмәттәштәренә лә яуаплы, ғәҙел ҡарай. Әлбиттә, баҫма матур, төплө, мәғлүмәтле булып сыҡһын өсөн бар көсөн һала ул.
– Ғаилә – көндәлек хеҙмәт бит ул. Уны һаҡлап, яҡлап ҡылыу өсөн һәр кем тырышырға тейеш. Беҙ мөхәббәтебеҙҙе 16 йыл элек осрашҡан ваҡыттағы кеүек һаҡлап ҡала алдыҡ. Күп ауырлыҡтар аша үттек: ирем дә ҡатмарлы операциялар үткәрҙе, аварияға ла осраныҡ. Әммә бер-беребеҙгә ышанып, терәк булып алға барҙыҡ. Тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, барыбер уны ыңғай хәл итеү юлдары килеп сыға. Операциянан һуң миңә лә өсөнсө төркөм инвалидымын тип ятырға булыр ине, әммә мин алға барам, – ти Клара Ишбулды ҡыҙы.
Ижад көс бирәЫсынлап та, балалар Әғлиуллиндар ғаиләһенә, беренсенән, яңы һулыш өҫтәһә, икенсенән, барлыҡ тормоштарын башҡаса ҡороуға булышлыҡ итә.
– Хәҙер балаларҙы ҡарауҙың ауырлығы юҡ, магазинда бөтә нәмә лә бар. Һыу ҙа ағып тора, кер йыуыу машинаһы ла бар. Балаларҙы ҡыҙым һәм иптәшем ҡараша. Әлбиттә, иҡтисади тотороҡлолоҡ та мөһим урын тота, шуға ла сабыйҙарға алты ай тулғас, эшкә сыҡтым, – ти бәхетле әсә.
Әғлиуллиндар бала көткәнде һуңғы ваҡытҡа тиклем сер итеп тота: берҙән, күҙ тейер тип ҡурҡһалар, икенсенән, “һиңә был йәшеңдә бала нимәгә кәрәк” тигән төрлө өгөт-нәсихәттән алыҫ булырға тырышалар.
– Кеше был тормошта алға китер өсөн үҙ-үҙен үҫтерергә, тулыһынса асырға тейеш. Шуға ла мин эштә лә иҫәпләшмәйем, бөтә көсөмдө һалам. Мәҫәлән, энциклопедия сығарыуҙы камиллаштырыу өсөн тиҙҙән “Энциклопедика һорауы” тигән журнал сығара башлайбыҙ. Башҡортостан Фәндәр академияһы планы буйынса ғилми баҫмалар сығарабыҙ. Технологик процесты – мәғлүмәттәр базаһын автоматлаштырыу эшен булдырҙым. Республиканың 100 йыллығына “Энциклопедия” порталын асабыҙ, ул яңы йылдың мартында эшләй башлаясаҡ. Ғәмәлдә ул үҙебеҙҙең төбәк мәғлүмәт сығанағы буласаҡ, – ти Клара Ишбулды ҡыҙы.
Уның тормош юлы менән танышҡандан һуң, “һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында” тигән фекерҙең хаҡлығына тағы ла берҙе инанаһың. Ул үҙе лә: “Мин үҙемә, яҙмышыма ышанам, шуға ла алдыма ҡуйған барлыҡ маҡсаттарға ла ирешәм. Әгәр ҙә табиптарҙы ғына тыңлап йөрөһәм, бәлки, бөгөн бында ултырмаған да булыр инем”, – ти.
Ысынлап та, Клара Ишбулды ҡыҙы – көслө рухлы ҡатын. Ул һәр көнгә ҡыуанып йәшәй. Уға бөтә нәмә лә ҡыҙыҡ, шуға ниндәй эшкә тотонһа ла, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Мәҫәлән, шиғыр яҙыуына килгәндә, ул: “Шиғырҙар миңә кеше булып ҡалыу мөмкинлеген тыуҙыра”, – ти. Ҡатындың тағы ла бер шөғөлө бар: тегергә ярата. Шулай уҡ тормош иптәше менән бергәләшеп иҫке йыһазға яңы һулыш биреү йүнәлешендә лә ижад итә.
– Эштә талапсанмын, әммә тәүҙә үҙемә талап ҡуям. Ваҡытты дөрөҫ бүлгәндә, барыһына ла өлгөрөргә мөмкин, – ти ул.
Клара Ишбулды ҡыҙы һуңғы йылдарҙа “Табын ырыуҙары берләшмәһе” ойошмаһында ла әүҙем эшләй. Ауылдарҙа йәштәрҙең зиһенен асыу, тормошҡа ҡарашын киңәйтеү маҡсатында “Табын-фест” сараһын ойоштороуға ҙур өлөш индерә. Башҡорт телендә аралашыу даирәһен киңәйтеү, уны өйрәнеүгә дәртләндереү маҡсатында Архангел районының “Инйәр” гәзитендә “Тыуған илем – илһам иле” тигән шиғырҙар конкурсы ойоштора. Киләһе йыл уны Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондары өсөн үткәрергә йыйына.
Клара Ишбулды ҡыҙының тормош юлына һәм яҡындарының был донъяла үҙ урынын табып, матур йәшәп ятыуына ҡарайһың да тәрбиә ысын мәғәнәһендә ғаиләнән башлана тигән һөҙөмтәгә киләһең. Сәғирә менән Ишбулды Теүәлбаевтарҙың ун балаһының һигеҙе юғары белем алған, икәүһе техникум бөткән. Клара Әғлиуллина ла ике юғары белемгә эйә, тынғыһыҙ һәм яуаплы вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, ғилми эшен тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға йыйына.
– Нәшриәт эшен яратам. Ҡулъяҙманан алып уҡыусыға, авторға әҙер китап тоттороу – үҙе бер ҡыуаныс, – ти “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте директоры урынбаҫары. – Энциклопедия сығарыу – бер кешенең эше түгел, бөтә коллективтың хеҙмәт емеше.
Киләсәктә лә Клара Ишбулды ҡыҙына хеҙмәттән йәм табып, ике сабыйын – Самира менән Ибраһимды матур итеп аяҡҡа баҫтырып, халҡыбыҙға намыҫлы хеҙмәт итеп, ижадтан илһам алып йәшәүен теләйбеҙ.
Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре:
– Клара Ишбулды ҡыҙы – бөгөн рус телендә ижад иткән заман башҡорт шағирәләренең береһе. Уның исеме уҡыусыға “Письмо в пространство” (2010), “Мне надо, чтоб меня любили” (2013) китаптары аша таныш. Быйыл сыҡҡан “Мое время” йыйынтығы тарихи үткәндәргә – әсәһенә, атаһына оло хөрмәт һүҙҙәрен еткерә, яҙмыштың алдан яҙылыуына ишаралай. Шулай уҡ халыҡты һаҡлау нигеҙендә туған телдең ятыуын сағылдырып, уның яҙмышы өсөн борсолоу белдерә. Шиғырҙары ҡыҫҡалығы һәм тығыҙлығы менән айырылып тора. Фекерҙәрен ҡыҫҡа һәм сағыу итеп әйтә белә.
Клара Әғлиуллина рус телендә ижад иткән Ғәзим Шафиҡов, Флорид Бүләков, Дим Дәминев, Азат Абдуллин, Йәмил Мостафин, Рим Әхмәтов, Камил Йыһаншин кеүек башҡорт яҙыусылары рәтен тулыландыра.