Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ күп
Мәғлүм булыуынса, быйыл баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәй энергетика форумы (РЭФ-2018) һәм уның сиктәрендә “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе ойошторолғайны.

Унда Рәсәйҙең ун ике төбәгенән һәм донъяның алты иленән яғыулыҡ-энергетика һәм сәнәғәт компаниялары, фән һәм бизнес вәкилдәре ҡатнашты. Форум Волга буйы һәм Урал федераль округтарында яғыулыҡ-энергетика тармағы өсөн мөһим ваҡиғаға әүерелде. Күргәҙмәлә Башҡортостандағы 28 селтәр ойошмаларының береһе — “Октябрьский электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәте лә ҡатнашты.

Форумда предприятие үҙендә CityCom (Clkod) платформаһы базаһында мәғлүмәтләштереү проектын сәнәғәттә ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡ­лаш­ты. Был программа комплексы бер нисә ярҙам­сы системанан тора. Улар­ҙың һәр ҡайһыһына айырым туҡталмайынса, шуны әйтергә кәрәк: база комплексын ғәмәлгә индереү предприятие ҡарамағын­дағы электр тәьмин итеү селтәрҙәренә ҡағылышлы барлыҡ техник мәғлүмәтте тулы тәртипкә килтерергә мөмкинлек биргән. Хәҙер Октябрьский ҡала округын электр энергияһы менән тәьмин итеү объекттары­ның тулы схемаһы һәм техник мәғлүмәттәре бер урында тупланған. Улар электрон рәүештә пред­прия­тиеның бөтә белгес­тәренә лә асыҡ һәм актуаль булып тора.
Әйткәндәй, энергетика, донъя күләмен­дәге ҡаҙаныштарға нигеҙ­ләнеп, айырыуса етеҙ үҫе­шә. Октябрьский энергетиктары заман менән бергә атлай. Уларҙың юғары һө­нәри оҫталығы форумда ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡы­ҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Предприятие белгестәре илдең һәм донъяның төрлө тарафтарынан йыйылған энергетиктарҙы күргәҙмәгә ҡуйылған сәнәғәт үрнәгендә электр селтәрҙәрен һан­лаштырыуҙың асылы ме­нән таныштырҙы. Сараның программаһы теоретик өлөш менән генә сиклән­мәне. Октябрьский энергетиктары күргәҙмәлә ҡат­нашыусыларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Форум сиктәрендә “Октябрьский электр селтәр­ҙәре йәмғиәте” ИВЦ “Поток” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте менән берлектә “Электр менән тәьмин итеү­ҙә комплекслы мәғлүмәт­ләштереү: ғәмәли тәжрибә” тигән темаға “түңәрәк өҫ­тәл”дә эшлекле һөйләшеү­ҙәрҙә ҡатнашты. Унда һүҙ ошо йәмғиәт эшләгән “ЭлГраф” мәғлүмәт-графика системаһы һәм уның әһә­миәте хаҡында барҙы. Был ике компанияны күптәнге хеҙмәттәшлек бәйләй.

– “ЭлГраф” мәғлүмәт-графика системаһын ин­дереү буйынса беҙ ИВЦ “Поток” йәмғиәте менән берлектә оҙон юл үттек. Программаның нигеҙен тулыландырыу, йәғни барлыҡ электр йыһаздарын һәм селтәрҙәрҙе урынға бәйле рәүештә паспортлаштырыу уның иң оҙайлы һәм мөһим этабы булды. Системаның артабанғы эшмәкәрлеге нәҡ ошо осорҙа эштең ни дәрәжәлә сифатлы баш­ҡарылыуына бәйле ине. Әлеге ваҡытта ярҙамсы системаларҙы тәжрибә-эксплуатациялау һәм яйға һалыу эштәре бара, – тип фекер уртаҡлашты “Октябрьский электр селтәрҙә­ре” йәмғиәте директоры Ринат Ғайсин.

“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатна­шыусыларҙың әлеге программа менән ҡыҙыҡһыны­уы көтөлгәндән күпкә юға­рыраҡ булып сыҡты. Ҡу­наҡ­тар үҙҙәрен ҡыҙыҡһын­дырған барлыҡ һорауҙарға ла яуап алды. Программаны эшләүселәр иһә арта­бан­ғы үҫеште ҡайһы йүнә­лештә һәм ниндәй тәҡдим­дәрҙе иҫәпкә алып дауам итергә үҙенә асыҡлыҡ алды.

Октябрьский энергетиктары Рәсәй энергетика форумында һәм “Урал энер­гетикаһы” халыҡ-ара күр­гәҙ­мәһендә республи­ка­ның, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге сел­тәр компаниялары вәкил­дәре менән эшлекле осра­шыуҙар алып барҙы. Үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаш­тылар, проблемаларҙы ур­таға һалып һөйләштеләр, киләсәк үҫешкә булышлыҡ итерлек эшмәкәрлек йү­нәлештәрен билдәләнеләр.

Әйтергә кәрәк, бөгөнгө энергетика тармағы – иң яңы технологияларға ҡо­ролған сәнәғәт инфраструк­тураһы. Был өлкәлә үҙеңде танытыу өсөн предприятие эшмәкәрлеген заман талаптарынан сығып ойошто­рорға кәрәк. “Октябрьский электр селтәрҙәре” йәм­ғиәте нәҡ ошондай кимәлгә күтәрелде. Бөгөн ул – динамикалы үҫешкә ҡоролған юғары технологиялы заманса компания. Финанс-иҡтисади, техник-етеш­тереү күрһәткес­тәре буйынса ул тармаҡта алдын­ғы­лыҡты тота. Предприятие­ның “Рәсәйҙең әйҙәүсе энергетика ойошмалары” реестрына инеүе уның ил күләмендә билдәлелеген йәнә бер раҫлай. Йәмғиәт Бөтә Рәсәй “Юғары социаль һөҙөмтәле Рәсәй ойош­маһы” конкурсында ла еңеү­се булып танылған.

Предприятиены бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек дәрәжәгә күтәреү өсөн уның етәксеһе Ринат Ғайсин ҙур тырышлыҡ һала. Ринат Мөғәлим улы заман етәк­сеһенең тәрән белемле, талантлы ойоштороусы, абруйлы шәхес булырға тейешлеген үҙ өлгөһөндә асыҡ күрһәтә.

— Беҙ предприятиеның абруйын берҙәм ты­рыш­лыҡ һәм фиҙакәр хеҙмәт менән күтәрәбеҙ, — ти Ринат Мөғәллим улы.


Автор: Г. ОМОРҘАҠОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 0

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 0

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 0

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә