Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йән терелә яңынан улар биргән йылынан

Һөнәри кимәлде юғары тота беләләр.

Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы күп ҡатлы йорттарҙа ни өсөн һәр саҡ йылы тиһегеҙме? Уларҙы “Энергетик” исемле район йылылыҡ һәм электр селтәрҙәре хеҙмәтләндерә. Дөйөм майҙаны 20 мең квадрат метрҙан ашҡан 481 фатирлы 32 йортто, эреле-ваҡлы ойошмаларҙы тәүлек әйләнәһенә йылытып тороу еңел эш түгел. Унан тыш, ҡорамалдарҙы үҙ ваҡытында яңыртып, трасса торбаларын алмаштырып өлгөрөргә лә кәрәк бит әле.

Яңыртып һәм алыштырып тороу өсөн, тәбиғи, уларҙың үҙҙәренә аҡса эшләргә кәрәк, әҙер материалды берәү ҙә килтереп тоттормай. Хәҙерге аяуһыҙ баҙар иҡтисады шарттарында барлыҡ ҡорамалды шунда уҡ замансаға әйлән­дереп тороу мөмкин түгел, йылылыҡ селтәренең туҙ­ған өлөшө лә бар, ҡарап һәм төҙәтеп тороу талап ителә.

Шулай ҙа предприятие уңышлы юлдан тайпылмай: быйыл туғыҙ айҙа коллектив планда ҡаралған 14 мең һум урынына йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеүҙән 652 мең һум табыш алған. Был күрһәткескә “Энергетик” газды, һыуҙы һәм электр энергияһын һаҡсыл тотоноу иҫәбенә үҙҡиммәтте кәметеү, тейешле белеме булған кадр­ҙар менән тулыһынса тәьмин ителеү, эш урындарында бәхетһеҙлек осраҡтарына юл ҡуймау һәм башҡа өҫтөнлөктәр нигеҙендә өлгәшкән.


Күптән түгел үҙенең 25 йыллығын билдәләгән уң­ған коллективта бөгөн 20 кеше эшләй, хеҙмәт хаҡы ауыл ере өсөн яҡшы ғына – айына уртаса 30 мең һумға яҡын. Социаль түләү­ҙәргә быйылғы туғыҙ айҙа 339,7 мең һум бирелгән. Ә бит предприятиеның үҙенә йылылыҡ өсөн түләргә ашыҡмағандар ҙа бар: “Торлаҡсы” йәмғиәте менән мәғариф идаралығы, мәҫә­лән, берәр миллион һумдан ашыу бурыслы. Халыҡ түләп еткермәгән сумма ла ошо осорҙа 1931 мең һумға барып еткән. Шуға ҡара­маҫтан, бында эш хаҡы түләүҙең тотҡарланғаны юҡ, ҡаҙнаға һәм бюджеттан тыш фондтарға барлыҡ һалымдар ҙа ваҡытында күсерелә бара. Һөнәри кимәлдең замандан артта ҡалыуына юл ҡуймау ҙа күҙ уңынан ысҡынмай: барлыҡ инженер-техник хеҙмәткәрҙәр ҙә аттестация үткән.

Ҡыш бауыры оҙон, ти халыҡ. Әммә ошо хужалыҡ тармағында ҙур тәжрибә туплаған Филүс Әнүәр улы Бәхтиәров етәкселегендәге йылылыҡ селтәрҙәре пред­приятиеһының был осорҙа миәкәләрҙе өйҙә лә, эш урындарында ла өшөтмә­йә­сәгенә тулы ышаныс бар. Баш инженер Фаил Наил улы Сабиров, баш бухгалтер Зөлфиә Ғабдрахман ҡыҙы Нуғаева, иҡтисадсы Лилиә Хәмзә ҡыҙы Ғәниева, йылылыҡ селтәрҙәре мас­теры Рәмил Әхсән улы Мөхәмәтйәнов һәм башҡа белгестәр предприятиеның киләсәктә лә уңышлы эшләйәсәгенә нигеҙ булып тора.


Автор: Г. НИҒӘМӘТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә