Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт халыҡ йырын тыңлағанда!..

Күңел күтәренкелеге бүләк итте байрам.

Беҙ Баймаҡ районына аяҡ баҫыу менән егәрле үҙ хәбәрсебеҙ Кәримә Усманова: “Бөгөн кис концертҡа барабыҙ. Һеҙҙе мәҙәни сараға ла йәлеп итергә булдым! Яҙып та сығырһың әле”, – тигәс, әллә баш тартайыммы икән, тип уйланым. Подписка буйынса сығыш яһарға килгәнбеҙ, йәнә лә мәҙәни сара яҡтыртырға, тип уйларға ла өлгөрҙөм хатта. Әммә “Башҡортомдоң йөҙ йыры” тип аталған дисктың исем туйына аяҡ баҫыуымды белгәс, ҡыуаныстың сиге булманы. Халыҡ йыры халыҡ йыры инде. Бәхетем бар ҙа инде ошондай тәрән рухлы сараларҙан. Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсының тәьҫиренән сығып бөтмәгәнмен, бына һиңә мә – башҡорт халыҡ йырҙарын артистар йәнле тауыш менән башҡарасаҡ. Етмәһә, Баймаҡ ерендә Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары сығыш яһай! Бынан да ҙурыраҡ рухи бүләктең булыуы мөмкин инеме ни “халыҡ йыры” тип иҫе киткән кеше өсөн!


Тәрән зауыҡты билдәләгән йырҙар

“Халыҡтың ерен күрәм тиһәң, тауына мен, асылын таныйым тиһәң, йырын тыңла!” – тигән һүҙҙәр менән башланды сара. Ысынлап та, шулай бит. Боронғо дәүерҙәрҙән, ата-баба­ларҙан мираҫ булып ҡалған халыҡ көйҙәренең ниндәй ҙур хазина икәнен тулы мәғәнәһендә аңлап та, тойоп та бөтмәйбеҙҙер әле. Нимәһе ҡыуан­дыра: ошо йырҙарҙы башҡарыусылар даими рәүештә баш­ҡорт ерендә тыуып тора.

Проект авторы, Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Баш­ҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов дисктың тышындағы һүрәттең авторы, художество мәктәбе уҡыусыһы Радмир Әфләтүнов (етәксеһе – Аида Малкина) булыуы, унда башҡорт егетенең йоҡом­һорап тороуы тураһында әйтеп китте. Йоҡомһорап торамы икән, әллә ойоп китеп халыҡ йырын башҡара­мы, әллә боронғо ҡарһүҙҙе еткерергә уйлаймы?!. Әммә шәхсән үҙем өсөн ошо һүрәттә тәрән кинәйә күрҙем. Борон замандарҙа сәсәндәр, халыҡтың рухи ҡомартҡыһын йөрәгендә йөрөткән дәрүиштәр, суфый шағирҙар, күҙҙәрен йомоп, ойотҡо булып асылына һалынған тәрән һүҙҙәрҙе, йырҙарҙы ошо рәүешле һөйләр булған. Радмир юҡҡа ғына рәсемен “Төш” тип атап, башҡорт мала­йының төшөндә күргәнен сағылдырҙым, тимәгән, күрәһең. Ысынлап та, йоҡлаған кешенең ҡулында ҡылысы булмай, ә малай ҡулын күтәреп, нимәгәлер өндәп торғандай. Һүрәттең тәрән мәғәнәһе нисектер эске тойомлау менән һалынған төҫлө.
Халҡыбыҙҙың гимнына әйләнгән “Урал” йырын Рәмил Туйсин менән Баязит Байназаров йырлап ебәр­гәйне, тәндәр земберләп китте. Тауҙар буйлар тауышлы, тәрәнлектәр айҡар аһәңле йыр­сыларыбыҙ бар бит, Аллаға шөкөр! Тәрән зауыҡ төшөнсәһен билдәләй ул был йыр:
Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,
Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа
икән.
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.

“Төйәләҫ”, “Дим буйы”, “Ирәндек”, “Саң­ды үҙәк” йырҙары баш ҡалала даими яңғырап торған попса концерттары­ның ауазынан һуң күҙҙәргә йәш эркел­дер­ҙе. Зәлиә Нурлы, Әлфир Заманов, Сөмбөл Моратова башҡарҙы ул йырҙарҙы.

Төйәләҫкәй буйы, ай, ҡырсынташ,
Тулҡын тибеп уны тултырған,
Эй-й... тултырған.
Йәмле Төйәләҫкәйҙең ай буйына
Теҙелеп тә тирмәләр ултырған,
Эй-й... ултырған.
Бөтә башҡорт донъяһының картина­һы күҙ алдына баҫа был йырҙы тыңлағандан һуң!
“Тәфтиләү”ҙең михнәттәрен онота буламы тарих?! Был мәлдәрҙең һыҙла­ныуы халыҡ хәтеренә мәңге­леккә уйылғандай. Рәмил Туйсин үҙенсә әрнеү менән еткерҙе был фекерҙе:
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ –
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа
тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.

“Перовский”, “Һыр”, “Байыҡ”, “Наполеон Бонапарт”, “Любизар”, “Бейеш”, “Салауат” йырҙарын сәхнәгә алып сыҡҡан хәрби блок тулыһынса башҡорт батырҙарына, данлыҡлы походтарға, тарихтарҙы шаулатҡан яугир ир-егет­тәребеҙгә арналды. Фаил Йортбәкәв, Баязит Байназаров, Зәлиә Нурлы, Әлфир Заманов, егеттәр вокаль ансамбле тарафынан был берсә ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан, берсә йөрәктәргә ҡан һауҙырған йырҙар – башҡорт халҡының хәрби тарихының ғына түгел, ҡаһарман яҙмышының бер өлөшө.


Рухи тантана

“Төн уртаһы еткәс ник иланың, Зөл­хизә лә тигән һылыу ҡыҙ? Ҡалайтырҙар икән был тирәләр Ғилмияза тигән һылыуһыҙ...
Ҡара ҡаштарыңдың ҡаралығы бәхетеңә, Сәлимә, еттеме?

Гөлбәзиға, һине оҙатырға атайың атын ектеме?” Ошондай юлдар менән асылды башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышын сағылдырған бүлек. Сөмбөл Моратова “Ғәйшә бәйете”н, Ғаяз Ғәйетбаев “Мәғри”ҙе, Рәмил Туйсин “Ҡыҙ бала” йырҙарын ниндәй нескәлек, ҡыҙҙарға булған һоҡланыу менән башҡарҙы.
Парлап та ғына, парлап аттар
ектек,
Нисәүенә уның тай ектем.
Ай-һааааай, балам, ҡыҙ балааам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Башҡайҙарҙың хәлен аттар
белмәй,
Ҡыҙ баланың хәлен ят белмәй.
Ай-һааааай, балам-ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам...

Йолаһына тап килтереп оҙатылһа ла ҡыҙҙар үҙ йортонан, ҡарт кейәүгә, яратмаған кешеһенә димләп оҙа­тыуҙар ана шулай халыҡ хәтерендә тәрән фажиғә, күңел тетрәнеүе булып йырҙарҙа теркәлгән.

Ҡыҙҙар ансамбле башҡа­рыуын­дағы “Ете ҡыҙ” бейеүе тулыландырып ҡына ебәрҙе был сәхнәләрҙе.

Баязит Байназаров “Хәйрүләкәй”ҙе йырлап ебәргәйне, күңелдәр наҙға, моңға тулды. Әсәнең балаһына бул­ған мөхәббәте, яҡты мөнәсәбәте, шул уҡ ваҡытта уға ҡуйған бурысы, халҡы вәкиле икәнен нескә аңғар­тыуы ана нисек матур әйтелә халыҡ йырында. Баязиттың был йырҙы башҡарыуын көнө-төнө тыңларға була. Тыны иркен, күкрәгенә һалып, рәхәтләнеп йырлай ул уны:
Тып-тып ҡына баҫҡан
туратыңды,
Йәнейем кеүек Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле,
Йөҙ илле һум биреп тә һорарҙар.
Сит илдәргә китеп, яҡшы
йөрөһәң,
Йәнейем кеүек Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле,
“Ҡайҙан килгән?” —
тип (шул) һорарҙар,
“Кем балаһы?” тип (шул)
һорарҙар.

Ғаяз Ғәйетбаев менән Зәбирә Әми­нева башҡарған “Таһир менән Зөһ­рә”, Әлфир Замановтың “Сәлимә­кәй”е, Сөмбөл Моратованың “Сонайым”ы, Ғаяз Ғәйетбаевтың “Юлғот­ло”, Зәбирә Әми­неваның “Элмәлеге”, Ринат Хәсәновтың “Хәтирә”һе, “Тархан”дың “Бур байыҡмаҫ” йырҙары тамашаны киң фекерле, төрлө тематикалы итте. Бейеүҙәр менән алышып барыу ҙа йәм өҫтәне. Күмәкләп башҡарған “Косилка-молотилка” йыры, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығыштары совет осорҙарына, бала саҡтарға алып ҡайтты. Бер тынала үткән концерттың сәнғәт юғарылығы, зауығы тураһында ниндәйҙер һүҙ әйтеү ҙә урынһыҙ. Был сараның үҙен күрергә кәрәк. Халыҡ йыры тигән иң ҙур байлыҡ­тарыбыҙҙың береһен күтәреп йөрөр йырсыларыбыҙ бар! Тәрән фажиғәне сағылдырған йырҙар ҙа яңғы­раһа ла, концерттан ауырлыҡ тойғоһо менән сығылманы.

Киреһенсә, нин­дәйҙер рухи тантана, күңел күтә­ренкелеге бүләк итте был байрам! Барыһын да һүҙ менән әйтеп аңлатып булһа, халыҡ йыры көйгә һалынмаҫ ине. Уны тойорға кәрәк!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872