Хыялдағы татлы тормош.Ҡасандыр ил сиктәре ҡаты йоҙаҡтар менән бикләнгәйне, капиталистик илдәрҙәге тормош совет халҡы өсөн ҡараңғы булды, бөгөн иһә уларҙың йәшәйеше бер кемгә лә сер түгел. 90-сы йылдарҙа ил сиктәре “бығауҙан” асылыу менән, Рәсәй халҡының байтағы сит илдәргә һирпелде, шул иҫәптән мин дә...
Мин ни өсөн Италияға киттем?Сит илгә килеп инеү менән, иң тәүҙә аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән баҡсалар, алыҫ-алыҫтан күҙҙең яуын алып үҙенә саҡырып торған сәскәле балкондар иғтибарымды йәлеп итте. Европа илдәрендәге матур тормош алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып, балҡып тора ине. Зәп-зәңгәр күк, мәрмәрҙәй диңгеҙ, баҡсаларҙа өҙлөкһөҙ һайраған ҡоштар, ҡыҫҡаһы, торғаны бер ожмах.
Тәүге тапҡыр сит илгә аяҡ баҫҡан кешенең, ундағы хөрриәтте күреп, хайран ҡалыуын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. 2000 йылға тиклем Көнбайыш Европа илдәре мул тормошта йәшәне, һәр илдең үҙенең аҡса берәмеге булды. Беренсенән, мин итальяндарҙың ихласлығына, кешелеклелегенә, эскерһеҙ ярҙам итеүенә, ризыҡ менән генә түгел, кейергә кейемдәрен дә уртаҡлашыуына аптыраным. Икенсенән, үҙебеҙҙәге наҡыҫ тормошто иҫләп, совет осоронда нисәмә йыл буйы беҙҙе Европалағы яҡшы тормошто киреһенсә һүрәтләп, аңыбыҙҙы томалағандарына иҫем китте.
Аҙаҡ Грациелла тигән итальянка менән дуҫлашып китеп, уларҙа йәшәй башлағас, көн һайын ҡунаҡ саҡырғандағы кеүек биҙәп табын, аш-һыу әҙерләгәндәренә, өҫтәл тулы төрлө ризыҡ булыуына ғәжәпләнә торғайным. Үҙем тотонған матур салфетканы “тағы файҙаланырмын” тигән уй менән ситкәрәк һалып ҡуйыуым итальян ҡатынын аптыратты. Уларҙың ашап бөтмәгән аҙыҡты йәлләмәй ташлауына иҫем китә ине.
Улар минән ризыҡ йәлләмәне, ә үҙ илемдә: “Икмәк үҙебеҙгә етмәй әле...” – тип әйткәстәр, туған тейешле кешеләремдә ашарға ла тартынып ултырған саҡтарым йыш булды. Эйе, талон буйынса хеҙмәтләндереү дәүерендәге етешһеҙ тормошто һәр беребеҙ үҙ башынан үткәрҙе. Ҡайһы ваҡыт икмәк алырға 10 һум аҡса таба алмай йөрөгән саҡтарым да булды. Теләһәң-теләмәһәң дә, ике илде, ике йәшәйеште сағыштырырға тура килде миңә. Бер йылға тип ситкә сығып киткәйнем, ул байтаҡ йылдарға һуҙылды. Һәйбәт эшкә урынлашып, үҙ даирәмде рәткә һалып алғас, бөтөнләй ҡайтҡым килмәй башланы...
Итальяндарҙың өрһәң осоп китерҙәй еңел тормошона өйрәнеп, ауырлыҡтың ни икәнен дә онотоп ебәргән саҡта, төндәрен үҙебеҙҙәге көнкүреш тураһында уйланып: “Булмаҫтыр, улай уҡ түгелдер ҙә... Икмәк алырға ла аҡса таба алмай йөрөмәгәнмендер ҙә инде... Төштөр ул...” – тип ышанырға теләмәгән саҡтарым булды.
Бына хәҙер сит илдән ҡайтыуыма ла әҙме-күпме биш йыл булып киткән. Хәҙер ул хәҡиҡәттең ысын булғанына тамам ышандым, Италия киңлегендә осоп йөрөгән күңелем күптән инде һауанан ергә төштө... Әҙ генә хеҙмәт хаҡы алыр өсөн көн һайын эшкә йөрөргә кәрәк. Сит илдәге эш хаҡы менән үҙебеҙҙәген сағыштырам да шаҡ ҡатам. Ер менән күк айырмаһы! Хәҡиҡәт сағыштырғанда таныла, ике тормошто, ике илде... Бына шуның өсөн дә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар етмешкә етһә лә, сит илдән ҡайтырға ашыҡмай. “Хәҙер бит беләбе-е-еҙ, бындай хөрриәтте ташлап нисек ҡайтмаҡ кәрәк!” – тип йәшәй бирәләр.
Итальян ҡартының илағаны...2001 йылдың ғинуарында тотош Европа илдәре Евросоюзға инде. Евро менән бергә һәр дәүләткә көрсөк тә килеп инде. Илдәр әкренләп ауырлыҡ кисерә башланы. Бер көн баҙарға сыҡҡайным, күрәм: 20 миль лира торған салбар, евроға әүерелдерһәң, ҡап уртаһы – 10 евро булырға тейеш. Ә ул һан, итальяндарҙы албырғатып, бер ҡараһаң, 10 евро, икенсе ҡараһаң, 20 евро кимәлендә бәүелеп-бәүелеп торҙо ла 20 евро булып ҡалды. Уларҙың күҙ алдында кейем-һалымға, аҙыҡ-түлеккә хаҡ бермә-бер артты. Урындағы халыҡ шаҡ ҡатты, ризаһыҙлыҡ белдереп, көн һайын демонстрациялар ойошторҙо. Ярға сыҡҡан балыҡ кеүек сәбәләнделәр, әммә бер ни ҡыла алманылар, күҙ алдымда илағандары ла булды. Оло быуын кешеләре, тормошто күргәндәр, киләсәктә Италияны нимә көткәнен төҫмөрләне. Фаразлауҙары дөрөҫкә сыҡты...
Донъя кимәлендә киң танылған ФИАТ машиналар заводы, донъяны шаулатҡан концерн ябылды! Ә унда меңәрләгән итальян эшләй ине, тотош Турин халҡы шул заводҡа ҡарап торҙо. Машиналар компанияһы хеҙмәткәрҙәре төрлө илдәрҙән, Италияның төрлө төбәктәренән килгәйне. Меңәрләгән кеше! ФИАТ, үҙенең заводтарын берәм-берәм ябып, бер көн тулыһынса үҙ эшен туҡтатты. Һөҙөмтәлә гөрләп торған Турин ҡалаһы яйлап ҡына ҡытайҙар ҡулына күсте. Шуның менән бергә әкренләп ҡалала итальяндарҙың ресторандары ла ябылды, сөнки эшһеҙ тороп ҡалған халыҡ уларға йөрөмәй башланы. Артынса ҡунаҡханалар ҙа, бөҙрәханалар ҙа, шәхси агентлыҡтар ҙа бөлдө. Юлий Цезарь проспектындағы магазиндар, бөҙрәханалар ҡытайҙар ҡулына күсте. Итальяндар эш эҙләп ситкә һирпелде, иң беренсе нәүбәттә Ҡытайға китте. Ә мин тыуған илем Рәсәйгә ҡайтып киттем. Быйыл йәй тағы Италияға барҙым. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанманым, Италия хәҙер Италия түгел, урамда күкрәк киреп ҡара тәнле кешеләр йөрөй, урындағы халыҡ бик һирәк күренә... Европа күҙгә күренеп үҙгәрҙе, Европа тарҡалды. Теге ваҡытта күҙ алдымда илап торған итальян ҡартының ниңә илағанын хәҙер аңлайым...
Ҡатын-ҡыҙ яҙмышыБер дәүерҙә Башҡортостандан Италияға эшкә ҡатын-ҡыҙ күпләп китте. Мин илемә ҡайтып киткәндә лә яңы килгән ватандаштарым тыуған ергә ашыҡманы. Әгәр итальяндар эш эҙләп ситкә һирпелһә, беҙҙекеләр эш эҙләп Италияға килде. Ҡыҙыҡ был тормош! Беҙҙекеләр аҡсаһыҙлыҡтан, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙан йылы илгә килеп йәндәренә, тәндәренә сихәт тапты, Италияның зәп-зәңгәр күгенә, диңгеҙҙәренә, сәскәле баҡсаларына ҡарап һоҡланды. Ватандаштарым, Италия еренә ғашиҡ булып, күктән яуған евроға ҡыҙығып (беҙҙекеләр өсөн бик ҙур аҡса!), унда тороп ҡалды. Улар ҙа йылдар буйы “шифаханала” бушлай дауаланып, диңгеҙҙәрендә һыу инеп, йылы һауаһына иркәләнеп, үҙҙәренсә йәшәй бирҙе. Улар өсөн бер ниндәй завод та, фабрика ла ябылманы, сөнки улар ҡарттарҙы ҡарай.
Итальяндар үҙҙәре ҡартайған ата-әсәһен тәрбиәләмәй, был эште рәхәтләнеп беҙҙекеләр башҡара. Өйҙән сыҡмайынса ғына улар аҡса эшләп ята. Ә ололарҙы ҡараған ҡатын-ҡыҙ күбеһенсә пенсия йәшендә, хатта 70-75 йәшкә еткәндәре лә бар. Улар совет осоронда тәрбиәләнгән, өлкәндәрҙе ихтирам итеү ҡандарына һеңгән, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған. Йәштәр бындай эште башҡара алмай. Ҡарттарға ҡайҙа ла ихтирам һәм иғтибар кәрәк, ә беҙҙекеләр иғтибарлы ла, изгелекле лә. Улар, итальяндарҙың тормошона инеп, бер ғаилә булып, олоғайған ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Миҙалдың икенсе яғы ла бар: был эште башҡарыу өсөн күпме сабырлыҡ, сыҙамлыҡ кәрәк!
Кисә миңә танышым шылтыратты:
– Аптыратты мине итальянка! Миңә, ун йылдан ашыу әбей-бабай ҡараған кешегә: “Арт йыуа белмәйһең!” – ти. – Ә был нимәнән килеп сыҡты? – тип дауам итте һүҙен. – Үҙем ҡараған әбей менән бабай үлеп китте, эшһеҙ тороп ҡалдым. Яңы урынды ҡарарға барҙым, әбейҙең ҡыҙы минән имтихан ала. Бәҙрәфкә индек, мин уға үҙемдең белгәнемде һөйләйем. “Был таҫтамал ҡаты, әсәйеңдең тиреһе хәҙер бигерәк йоҡа, йомшаҡ таҫтамал ҡуйырға кәрәк”, – тим. Һыуытҡысты астым да ҡарайым, бер нәмә лә юҡ. “Һыуытҡыс эсе буш, тим, ә миңә нимә ашарға? Үҙемә айырым бүлмә кәрәк. Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, әсәйегеҙ үлеп китеп, мин эшһеҙ тороп ҡалһам, бер айлыҡ эш хаҡы түләргә тейеш булаһығыҙ, унан – ун өсөнсө зарплата...” – тип теҙеп алып киткәйнем, тегенең күҙе дүрт булды! Шунан ул мине эшкә алманы.
Быға тиклем минең эшем һәйбәт булды, ун өсөнсө эш хаҡын да түләнеләр. Ял көнө бер ҡайҙа ла сыҡмаһам, 50 евро кеҫәгә инеп ята, ә мин 72 йәштә ҡайҙа барайым инде? Урам ҡыҙырып йөрөргә йәш түгелмен бит инде. Бындай эштә байтаҡ йылдар эшләйем, закондарын һәйбәт беләм.
Бер урында конкурстан үтмәһәм дә, шунда уҡ икенсеһе табылды: Италия халҡы оҙаҡ йәшәй, беҙҙең өсөн эш кәмемәй. Хәҙер 98 йәшлек бабайҙы ҡарайым. Айына 800 евро түләйҙәр. Был көньяҡта шулай, ә төньяҡта – 1300-1500 евро. Балаларыма ярҙам итәм, эшем һәйбәт. Бабайҙы йоҡлатырға һалам да үҙем теләгән шөғөл менән булышам. Әле генә баҡсаһынан әфлисун йыйып индерҙем, һутын һығып эсеп алдым. Һыуытҡыс тулы аҙыҡ-түлек, ашарға нимә генә юҡ, мин был өйҙә үҙем хужа!
Ошолайтып Венера апай менән бер сәғәт һөйләштек. Уның һөйләгәндәрен тыңлап, рәхәтләнеп көлөп алдым. Ике донъя, ике тормош, ике йәшәйеш... Ҡыҙыҡ был тормош...
Хәйер, нисек кенә булмаһын, йәнтөйәгеңдә милләттәштәрең менән иркен аралашып йәшәүгә етмәй. Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, ти халҡым. Ситкә киткән таныштарымдың яҙмышы барыһыныҡы ла ал да гөл түгел. Үҙ Уралыңда йәшәүгә етмәй шул...